Эҙләнеү эшенең методтары.

I ТӨБӘК - АРА

ИЛМИ – ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ

Тикшеренеү эше йүнәлеше: Тирә-яҡты өйрәнеү дәресе

Тема: «Ер еләге»

Тикшеренеү эше авторы: Әбйәлилова Арина Камил ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Учалы 2016 йыл

Йөкмәткеһе

Инеш ....................................................................................2-се бит

I бүлек. Ер еләге ҡайҙа үҫә?............................................3-сө бит

II бүлек. Ер еләгенең файҙаһы.......................................... 4-се бит

III бүлек. Ер еләгенән аш-һыу............................................5-се бит

Йомғаҡлау..............................................................................6-сы бит

Ҡулланылған әҙәбиәт...........................................................7-се бит

Ҡушымта................................................................................8-се бит

Эҙләнеү эшенең методтары. - student2.ru

Инеш

Тикшеренеү эше итеп «Ер еләге» темаһын алдым. Сөнки, ер еләге хуш еҫле, тәмле генә түгел, һанап бѳткѳһѳҙ файҙалы ла. Емеш-еләк мәленең рәхәтлеген күреп ҡалырға тырышабыҙ. Урынын белеп еләк йыябыҙ. Ер еләгенең ниндәй файҙаһы бар, уның менән һаулыҡты нығыта алабыҙмы - шул һорауҙарға яуап эҙләнем.

Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Тәбиғәт биргән байлыҡтан файҙаланып, сәләмәтлеген нығытырға теләүселәргә ярҙам итергә теләйем.

Тикшеренеү объекты. Ер еләктәре

Эҙләнеү предметы. Ер еләге үҫкән урман-ҡырҙар, яландар, тауҙар

Тикшеренеү маҡсаты. Урмандан йыйып алған еләк-емеште дөрөҫ файҙаланырға, ер ҡәҙерен белергә, унда үҫкән байлыҡ мәртәбәһен, хеҙмәт баһаһын белергә өйрәтеү.

Эҙләнеү эшенең бурыстары.

1. Ер еләге һәм уның файҙаһы тураһында гәзиттән мәҡәләләр йыйыу;

2. Ер еләге менән сәләмәтлекте нығытыу;

3. Ер еләгенән аш-һыу әҙерләү.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы. Ауыл кешеһенә йәй ял ваҡыты түгел, ә йүгереп йөрөп эшләй торған миҙгел. “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың” тигәндәй, еләк йыйһаң – теләгәнеңде ашарһың.

Эҙләнеү эшенең методтары.

1. Ер еләге тураһында китаптар уҡыу.

2. Йәй көнө еләккә йөрөү.

3. Ер еләген эшкәртә белеү

I бүлек. Ер еләге ҡайҙа үҫә?

Беҙҙең өҫтәлебеҙ витаминлы ризыҡтан өҙөлгәне юҡ. Йыл да шулай мул уңыш йыйып алғас, тәмле емеш-еләктең ҡәҙерен беләбеҙ. Инде нисә йыл, Мәҫкәү ауылына күсеп килгәндән, өләсәйем менән яҙҙың иң матур сағынан башлап, тирә-яҡ йәшелгә күмелгәс тә, урман-ҡырҙарға, яландарға йөрөйбөҙ. Ҡайҙа еләк, ҡайҙа ҡарағат үҫкәнен яҡшы беләм инде. Тәбиғәттең матурлығына, хозурлығына һәр ваҡыт һоҡланам. Икәүләшеп төрлө үләндәр, емеш-еләк йыябыҙ.

Беҙҙең ауыл бик уңайлы урында ултыра. Эргәһенән генә мул һыулы Яйыҡ йылғаһы аға. Йылға аръяғында татлы емешле ағастар үҫә: муйыл, балан, ҡарағат, энәде, гөлйемеш. Көньяҡ-көнбайышында тауҙар һуҙылған. Шул тауҙар битләүҙәрендә халыҡ еләк йыя ла инде.

Ә быйыл еләк бигерәк ныҡ уңды. Шуға тәбиғәт биргән байлыҡтан файҙаланып ҡалырға тырыштыҡ. Ауыл кешеһенә йәй ял ваҡыты түгел, ә йүгереп йөрөп эшләй торған миҙгел. Йыл һайын ҡышҡылыҡҡа етерлек емеш-еләк йыйып ҡалабыҙ. Быйылғы йыл ямғырлы булғас, бәрәкәтле лә, уңышлы ла булды. Йәйҙең ҡояшлы матур көндәрендә еләк ҡыҙарып беште. Беҙҙең Өлкәнтау буйы, Сәкәштау, Бүре ояһы тауҙары битләүҙәрендә ер еләге ҡотороп уңды. Еләк ҡояшлы урындарҙы ярата шул. Емеш-еләк мәленең рәхәтлеген күреп ҡалырға тырышабыҙ. Урынын белеп, тау үҙәктәрендә генә түгел, ялан-туғайҙарҙа ла еләк йыябыҙ. Үҙем дә еләк-емеш ваҡытында өйҙә ултырырға яратмайым, тик ҡырҙа йөрөүҙе хуп күрәм.

Нимәлер һатам тиһәң, беҙгә район үҙәге Учалыға йәки Белоретҡа барырға кәрәк. Үҙем йыйған еләктәрҙе йәлләһәм дә, инәйем менән һатырға алып барам. Ысынлап та, ҡыр еләген хаҡына ҡарамайынса һатып алырға теләүселәр күп.

Эҙләнеү эшенең методтары. - student2.ru

II бүлек. Ер еләгенең файҙаһы

Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы менән айырыла. Етмәһә эрерәк тә. Һабағынан япраҡса менән өҙөлөп сыға. Шуға күрә уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк тип атайҙар. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға йөнлө еләк тип тә көләләр. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр. Еләкте төпһәһенән таҙартырға тура килһә лә, ул һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, уның файҙаһы күберәк тип һанала. Инәйем еләкте таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуя. Еләктең витаминдары шул килеш һаҡлана, тип, өйрәтә өләсәйем.

Ер еләген халыҡ айырыуса яратып ҡуллана. Ер еләге хуш еҫле, тәмле генә түгел, һанап бөткөһөҙ файҙалы ла. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланыусыларға ярҙамы тейә, ти өләсәйем. Бауыр, бөйөр, үпкә сирҙәренән ҡотҡара. Ҡан баҫымы юғары булғанда эсә олатайым. Ул еләкте ҡуҙағы менән ҡайната, шулай иткәндә файҙаһы күберәк була, ти.

Айҙың тәүге яртыһында ер еләгенең сәскәһе менән япраҡтарын, ә аҙағында емешен йыялар. Ер еләген тағы һейҙек ҡыуығында таш булғанда, подагра, склероз осрағында ҡулланалар. Ул ағз­аларҙан һаулыҡҡа зыян килтереүсе матдәләрҙе ҡы­уа. Шуға ла ер еләгенән йәки япрағынан әҙерлән­гән төнәтмәне һыуыҡ тейгәндә, юғары тән темпера­тураһы менән интеккәндә эсәләр. Ауырып, дәрес ҡалдырмайым тиһәң, минең кәңәштәремә ҡолаҡ һалығыҙ, дуҫтарым. Дөйөм сәләмәтлекте нығытыу өсөн сәйгә лә кипкән еләк япраҡтарын һалып эсегеҙ, ауырымаҫһығыҙ. Ер еләге япрағынан әҙерләнг­ән һут йөрәк эшмәкәрле­ген яйға һала, ҡан тамыр­ҙарын киңәйтә тип өйрәтә әсәйем һәм үҙе лә һут әҙерләп эсә. Йөрәктең ҡан тамырҙарын нығытыр өсөн төнәтмә лә әҙерләй­ҙәр. Бының өсөн 2 ҡалаҡ киптерелгән япраҡҡа 2 ста­кан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле кәстрүлдә боҫ өҫ­төндә 5 минут ҡайнатырға ла 3 сәғәт төнәтергә. Да­уаны көнөнә 2-3 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Беҙҙә ҡыҙҙар ер елә­ген бит тиреһен йәшәртеү һәм йомшартыу өсөн ҡулланалар. Уның ярҙамында биттәге һытҡы­ны, һипкелде бөтөрөргә мөмкин, тиҙәр.

III бүлек. Ер еләгенән аш-һыу

Наши рекомендации