II. Төбəү килештəге исемдəр менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəр.

ЫМЛЫҠТАР ҺӘМ УЛАРҘЫҢ МӘҒӘНӘЛӘРЕ

Билдəле булғанса, тышҡы донъяны, йəғни реаль ысынбарлыҡты танып белеүҙə кешенең хис-тойғолары, эмоциялары, эске кисерештəре, ихтыяры ифрат ҙур роль уйнай. Икенсе төрлө əйткəндə, хис-тойғолар реаль донъяны танып белеүҙə логик категориялар менəн бəрəбəр һанала. Ысынлап та, ымлыҡтар үҙҙəренең саф тойғоно белдереүе менəн башҡа һүҙ төркөмдəренəн ҡырҡа айырыла, сөнки улар үҙ аллы һүҙ төркөмдəре һымаҡ номинатив функция үтəй алмайҙар.

Хис-тойғолар, эмоциялар үҙенең мəғəнə йөкмəткеһе яғынан ифрат

күп төрлө, улар: шатланыу, ҡыуаныу, ҡайғырыу, маҡтаныу, маһайыу, эрелəнеү, əллə кем булыу, ҡарғау, ҡəһəрлəү, үкенеү, ҡəнəғəт булмау, ерəнеү, рəнйеү, һоҡланыу, аптырау, ғəжəплəнеү, икелəнеү, асыуланыу, күрə алмау, ғорурланыу, хуплау, ҡурҡыу, һиҫкəнеү, һуҡраныу, кешенəн көлөү, мыҫҡыл итеү, кешегə ирония менəн ҡарау,

борсолоу. Ымлыҡтарҙың абсолют күпселеге бер нисə мəғəнəлə ҡулланыла. Уларҙың тулы мəғəнəһе тик контекста ғына, һөйлəм эсендə икенсе бер һөйлəм киҫəге менəн бəйлəмəйенсə генə тулыһынса асыла. Ымлыҡтар ҡулланылған һөйлəм йөкмəткеһе яғынан эмоциональ-экспрессив була һəм айырым бер интонация менəн əйтелə. Артабан, ымлыҡ һүҙҙəр яңы һүҙҙəр яһалыу өсөн нигеҙ була алмайҙар. Улар шулай уҡ һөйлəм киҫəктəре функцияһында ла ҡулланылмай, сөнки улар һөйлəмдə башҡа һөйлəм киҫəктəре менəн грамматик мөнəсəбəттə булмай. Был йəһəттəн, улар инеш һүҙҙəргə

тартым. Ымлыҡтар, ҡағиҙə булараҡ, һөйлəм башында килеп, тотош һөйлəмдең эмоциональ төрөн барлыҡҡа килтерə. Ымлыҡтарҙы мəғəнə йөкмəткеһенə ҡарап түбəндəге төркөмдəргə бүлергə мөмкин:

Императив ымлыҡтар

Был төркөмсəгə ингəн ымлыҡтар кешенең ниндəй ҙə булһа

ихтыярын белдерə. Ихтыяр мəғəнəһе икенсе кешегə төрлө

кимəлдəге бойороуҙы, тыйыуҙы, өндəшеүҙе, мөрəжəғəт итеүҙе

аңлата. Императив ымлыҡтарға ҡуй, ҡуйығыҙ, ҡуйсы, ҡана, ну, ну-ну,

марш, əйҙə, əйҙəгеҙ, əйҙүк, ҡарауыл, йə, йəгеҙ, мə, мəгеҙ, йəме,

һайт, на, на-а, на-на, эй, һəй, эй, айт, ай инə. Миҫалдар: — Эй,

Хөснөтдинов, тиҙерəк тор (Я.Хамматов).

— һəй, талау, атла йəһəтерəк (Я.Хамматов). Марш, бынан китегеҙ,

эҙегеҙ булмаһын (Я.Хамматов). — Эй, кем бар унда, сығығыҙ тиҙерəк

Хис-тойғо ымлыҡтары

Был төркөмгə ингəн ымлыҡтар бик күп төрлө тойғоларҙы,

эмоцияларҙы һəм эске кисерештəрҙе белдерə. Хис-тойғо

ымлыҡтарына аба, абау, ай, ах, ах-ах, ай-ай, ай-яй, бəй, аһ-аһ, их, о,

о-о, ой, оһо, у-у, ура, ух, уһу, эх, ə, ə-ə, ə-ə-ə, əбəү, əһə, эй, ай-һай, ай

алла, эй хоҙайым, уф, тфу, фу, фуу, фуф, һəй, ура, биллəһи, эх,

валлаһи, һа-һа, һа, һе, ай буй, ха-ха-ха, вай-вай, вай кем ҡарай.

Миҫалдар: — Ə, боласы өйгə ҡайтып йығылған! (М.Буранғолов). —

Ҡайһы бер үҙ аллы һүҙҙəр, шулай уҡ һүҙбəйлəнештəр, инеш һүҙҙəр ымлыҡтар функцияһында ҡулланыла. Мəҫəлəн, биллəһи, иллə мəгəр, илла-алла, ҡана, ҡанағыҙ, бис, лəғнəт, рəхмəт, собханалла, вəғəлəйкүм əссəлəм, əссəлəмəғəлəйкүм, хуш, валлаһи, һөйөнсө, ай алла, алла-алла, эй, Хоҙай, хоҙайым, ҡəһəр һуҡҡыры, бəлеш, аллаға шөкөр, афарин, бəрəкалла, лəғнəт, шөкөр, рəхмəт яуғыры, шайтан алғыры, əстəғəфирулла, ай əттəгенəһе, бəрəмес, бынағайыш, ярабби.

Миҫалдар: Рəхмəт, рəхмəт һиңə, бөгөнгө көн,

рəхмəт һиңə, күңел ҡойоном ("Ағиҙел").

Аллаға шөкөр, хаттары килеп тора, — тине Фəғилə инəй

("Йəшлек"). Һөйөнсө! Баҙарҙа ағайығыҙҙы күрҙем, һеҙгə күстəнəс

ебəрҙе ("Ағиҙел"). Абау, ҡəһəр һуҡҡыры, тешең серегере!

(3.Бейешева).

ОҠШАТЫУ ҺҮҘҘƏРЕ

Бөтəһенəн элек шуны əйтергə кəрəк, оҡшатыу һүҙҙəре башҡорт телендə ҙур урын алған һəм улар телмəрҙə бик киң ҡулланыла. Оҡшатыу һүҙҙəре кеше тауышына, хайуандар һəм ҡош-ҡорттар сығарған өн-ауаздарға, əйберҙəрҙəн, предметтарҙан, тəбиғəт күренештəренəн хасил булған тауыштарға оҡшатыуҙы белдерə.

Мəҫəлəн, гөж, гөжт, ыж, дөмбөр, шап, дыһыр, дөр, донғор, даһыр,

сырт-сырт, шалтыр, шау-гөр, шопор-шопор, шығыр, сый-сый,

шытырт, ың-ҡ, мыш, ялт, келт, гөлт, салтыр, сетер-сетер, сор-

сор һ.б.

Оҡшатыу һүҙҙəре телмəрҙə үҙ аллы йəки яңғыҙ ҙа ҡулланыла, парлашып, ишлəшеп тə килə. Шул уҡ саҡта төҙөлөшө яғынан тик бер һүҙҙəн һəм тик ике һүҙҙəн торған оҡшатыу һүҙҙəре лə бар. Оҡшатыу һүҙҙəрен семантик планда төп ике төркөмгə бүлергə мөмкин:

1) өноҡшаш һүҙҙəр,

2) һыноҡшаш һүҙҙəр, һыноҡшаш һүҙҙəр хəрəкəттəрҙең, əйберҙəрҙең, предметтарҙың тышҡы торошон, шулай уҡ предметтарҙың хəрəкəттəренə оҡшатыуҙы, уларҙың ни рəүешле булыуын аңлаталар. Мəҫəлəн, гөлт, зыр, шарт, селт, сылт,

шарт, шорт, шып һ.б. Төҙөлөштəре яғынан өноҡшаш һəм һыноҡшаш һүҙҙəр бер-

береһенəн айырылмай. Оҡшатыу һүҙҙəре ҡылымдар менəн грамматик мөнəсəбəткə инеп, ҡылым белдергəн эш-хəлдəрҙе асыҡлап килə һəм хəл функцияһын үтəй. Исем функцияһын үтəгəн оҡшатыу һүҙҙəре эйə һəм хəбəр функцияһында ла килергə мөмкин.

Хəҙерге башҡорт телендə өноҡшатыу һүҙҙəренəн яһалған ҡылым формалары ҡулланыла. Мəҫəлəн, ахахайлау, бурҫылдау, бурҡылдау, бупылдау, бызлатыу, быҙлау, бызырлау, бызылдау, былҡылдау, быхылдау, геуелдəу, гөжөлдəү, гөбөрлəү, гөрөлдəү,

гөпөлдəү, ғырылдау, дағырлау, дамбырлау, дарҡылдау, деңгелдəү, доңғолдау, дөрлəү, зыйлау, дерелдəү, зырлау, зыулау, йыбырлау, йылтлау, келтерҙəү, ласҡылдау, кеткелдəү, лыпылдау, мөңгөрҙəү, мыйтылдау, мығырҙау, мышылдау, пырхылдау, сыйылдау, сетерлəү, сылтырау, сыңғырлау, сыр-кылдау, сыйылдау, шартылдау, шығырҙау, шарҡылдау, шыҡырҙау, шабырлау, шылтырау, шырҡанлау, шытырҙау, ыңҡылдау, ыһылдау, хихылдау, ихахайлау, ҡыхылдау һ.б.

Оҡшатыу һүҙҙəренəн яһалған ҡылымдарға -ла/-лə, -ылда/ -елдə, -

да/-дə аффикстары һəм уларҙың фонетик варианттары ҡушыла: шарт-ла, зыу-ла, ыр-ылда, дер-елдə, шаҡ-ылда, шы-тыр-ҙа, без- елдə, дөб-өрҙə, гөр-лə, геү-лə һ.б. Оҡшатыу һүҙҙəренəн яһалған ҡылымдар ҡылымдың күп категориялары (заман, йүнəлеш һ.б.)

менəн үҙгəрə.

· Аңлатҡан мəғəнəлəренə ҡарап оҡшатыу һүҙҙəре бер нисə төркөмсəгə бүленə.

1. Тəбигəт күренештəрен белдергəн өноҡшатыу һүҙҙəре

Был төркөмгə шыбыр-шыбыр, дөбөр-шатыр, ялт-йолт, елбер- елбер, сылтыр-сылтыр, гөж-гөж һəм башҡа оҡшатыу һүҙҙəре ҡарай. Улар ҡар һəм ямғыр яуыуҙы, ел иҫеүҙе, йəшен йəшнəүҙе, күк күкрəүҙе, япраҡ ҡойолоуҙы, шишмə һəм йылғаның ағышын, буран тауышын сағылдыра. Был төркөмгə ингəн оҡшатыу һүҙҙəре һəм уларҙан яһалған ҡылым формалары төрлө тəбиғəт күренештəренə хас булған тауыштарҙы сағылдыра. Миҫалдар: Төнө буйы ялт-йолт йəшен йəшнəне, шабыр-шобор ямғыр яуҙы (М.Ғафури). Гөжлəп иҫкəн елде лə иҫəпкə алмай, улар сығып йүгерҙе (Б.Рафиҡов). Көслө иҫкəн елгə ағас япраҡтары ҡыштыр-ҡыштыр килде (Т.Килмөхəмəтов).

2. Тормоштағы төрлө предметтарҙың, əйберҙəрҙең, шулай уҡ механизмдарҙың, машиналарҙың тауышын, хеҙмəт процесындабарлыҡҡа килгəн тауыштарҙы белдерə. Мəҫəлəн, шатыр-шотор, геү, шаҡыр-шоҡор, шаҡ-шоҡ, выж, шалт-шолт, шығыр-шығыр, таҡ-тоҡ, келтер-келтер, зыңғыр-зыңғыр, келт-келт, тыр-тыр һ.б. Арҡаһында, айҡанлы, сəбəпле бəйлəүестəре. Был бəйлəүестəртөп килештəге исем йəки исем ҡылымдарҙан һуң килеп, сəбəпмөнəсəбəтен белдерəлəр: Ҡолсобай ағайҙың Талха һəм Сəхиписемле үгəй улдары ғына, карателдəр килгəн осор. ҙа Кəжəндə

булыуҙары сəбəпле, иҫəн тороп ҡалғандар (Я. Хамматов). Күп йөрөү арҡаһында ҡола аттың аяҡтары тубыр булып бөтə (Əкиəттəн).

Əле атап үтелгəн бəйлəүестəр шулай уҡ эйəртеүле ҡушма һөйлəмдəге сəбəп эйəрсəн һөйлəмдең хəбəре составында килеп, эйəрсəн һөйлəмде баш һөйлəмгə бəйлəүсе грамматик сара вазифаһын да үтəп йөрөйҙəр: Сөнəғəт айыу янына килеп торҙо ла ундағы оло кешелəр китеп бөтөу сəбəпле, китте: бала-саға янында тороу килешмəҫ, тип уйланы (Ж. Кейекбаев).

Килеш, көйө, көйөнə, көйөнсə бəйлəүестəре. Улар төп килештəге исем, шулай уҡ сифат, күрһəтеү алмансы һəм үткəн заман сифат ҡылымдан һуң килеп, эштең эшлəнеү рəүешен белдерəлəр.

Миҫалдар: Малай ғына көйөнсə ғəйеп булған Аллаяр — мəрхүм

Əптелғəлим хажиҙың өлкəн улы — ҡайһылай таҙа ир булып киткəн

(Ф. Иҫəнғолов).

Тип бəйлəүесе əсəн бəйлəүесенең синонимы булып йөрөй, исем һəм ҡылым формалары менəн килеп, предметлыҡты ла, маҡсат мөнəсəбəтен дə белдерə. Миҫалдар: Эйе, мəрхүм Григорий кеүек кеше һирəк осрай был донъяла, ил тип, йəн атты, башҡорт тип, шуға ирек, ер бирəм тип, дошман ҡулынан үтте (Ə. Хəкимов). Һылыуҡай унан-бынан ғына ашаны ла, байрамға əҙерлəнеү өсөн клубтарын

йыйыштырырға тип, үҙенең эштəре артынан йүгерҙе (С. Агиш).

II. Төбəү килештəге исемдəр менəн ҡулланыла торған бəйлəүестəр.

Был төркөмгə түбəндəге бəйлəүестəр инə: тик-ыем, хəтле(м), саҡлы, ҡəҙəр, курə, ҡаршы, ҡарап, ҡарай, кпабан, торо, ҡарағанда, ҡарамаҫтан, ҡарата.Тиклем, хəтле(м), саҡлы, ҡəҙəр бəйлəүестəре. Исем, алмаш һəм ҡылым формаларынан һуң килеп, түбəндəге мөнəсəбəттəрҙебелдерəлəр:

1. Төбəү килештəге исемдəр менəн килгəндə ара (урын) си|ген:

Сөнəғəттəр Ергəнгə тиклем ат ялланылар (Ж. Кейекбаев). Əммə Урал үҙенекен итеп, таш тултырылған тоҡто туғыҙ башлы дейеүҙең

туғыҙ балаһы йыйылышып торған урынға хəтле күтəреп алып барҙы (Əкиəттəн).

2. Ваҡыт сиген: Март аҙағына тиклем көндө һындырмай тотҡанлыҡтан, быйылғы ҡыштың осо-ҡырыйы булмаҫ һымаҡ тойола башлағайны инде (Б. Рафиков). Кискə саҡлы һуҙмаҡсы бит был! (М. Кəрим).

Синтаксик яҡтан был бəйлəүестəр ваҡыт хəле һəм урын хəле

составына инə.

Ҡаршы бəйлəүесе.

Ул мəғəнə яғынан дөйөм ҡаршылыҡ, ваҡыт, урын мəғəнə төҫмөрҙəрен өҫтəп йөрөй.

1. Урын мəғəнəһен белдерə, йəғни кемдеңдер, нимəнеңдер

ҡаршыһында икəнлекте күрһəтə. Йылға үҙəненең аръяғында, беҙгə

ҡаршы торған ҡашлаҡта, тау битлəүҙəрендə һыйыр көтөүҙəре

йөрөйҙəр (Ғ. Ғүмəр). 391

2. Ваҡыт мəғəнəһен, йəғни эш-хəлдең ниндəйҙер миҙгел йəки

ваҡиғанан алда булғанын белдерə, мəҫəлəн: Бер көндө кискə ҡаршы

Хəниф эргəһенə сыҡтым да, тəрəн уйға сумып, ҡала уртаһына ҡарай

атланым (Ғ. Ғүмəр).

3. Эш-хəрəкəттең кемгə, нимəгə ҡаршы йүнəлтелгəнен белдерə:

Бынан һуң Закир, дружинасылар яғында тороп, Һатыбал һəм Федька

Рябой отрядтарына ҡаршы батырҙарса һуғышты (3. Бейешева).

Айтуған законға ҡаршы барғанын белһə лə, үҙен туҡтата алманы

Наши рекомендации