Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 2 страница

50. Әүәлеңдә Беҙ һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе урталай ярҙыҡ. Шулай итеп, һеҙҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Һеҙ ҡарап-күреп тор­ғанда Фирғәүен ҡәүемен дә диңгеҙгә батырып, һәләк иттек.

51. Мусаға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн көтөргә бойороп, (шул уаҡыт эсендә уға Китап индерергә) һүҙ биргән инек. Һуңынан һеҙ быҙау (һынына) табына башланығыҙ һәм, гөнаһҡа батып, залим булдығыҙ.

52. Шул ҡылғанығыҙҙан һуң (аҡылға килерһегеҙ) шөкөр итерһегеҙ, тип һеҙҙе ғәфү иттек. (53) Тура юлды табырһығыҙ тип, Мусаға Китапты һәм (Хәҡиҡәттән яманды айыра торған хөкөмдәрҙе) Фурҡанды бирҙек. (54) Шунан һуң Муса үҙ ҡәүеменә әйтте:

— Әй, ҡәрҙәштәрем, шик юҡ, һеҙ быҙауға табыныуығыҙ менән үҙегеҙгә зыян килтерҙегеҙ. Шуға күрә, ҡылғандарығыҙ өсөн тәүбә итегеҙ ҙә, Яралтыусы ҡаршыһында үҙегеҙҙең гөнаһ­лы нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, Яралтыусы ҡар­шыһында йөҙөгөҙ аҡ булыр. Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә. Хаҡ­тыр, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, мәрхәмәтле ярлыҡаусы бары тик Аллаһ ҡына.

55. Һеҙ бына шулай:

— Ий, Муса, беҙ Аллаһтың Үҙен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәйенсә, Һиңә ышанмайбыҙ, — тип баҫып ҡарап торған сағығыҙҙа һеҙҙе йәшен һуҡты. (56) Унан һуң һеҙҙе яңынан терелттек. Бәлки шөкөр итерһегеҙ? (57) Өҫтөгөҙгә болот ебәреп, һеҙгә күләгә яһаныҡ. Күктәрҙән ҡөҙрәт хәлүәһе (Сиддиҡи тәфсирендә мәнн -шәрбәтле ысыҡ тип тәржемә ҡылына) менән бүҙәнә ите индерҙек.

— Беҙ биргән тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итегеҙ, — тинек. Ысынлыҡта улар Беҙгә түгел, үҙҙәренә насарлыҡ ҡылды.

58. Был ауылға (Әрихәгә) керегеҙ; шунда нимә тапһағыҙ, шуны теләгәнегеҙсә, мул итеп ашағыҙ; ҡапҡанан эйелеп керегеҙ. Кергәндә:

— Аллаһ, зинһар, беҙҙе ғәфү ит, — тип әйтегеҙ.

Шулай эшләһәгеҙ, хаталарығыҙҙы кисерербеҙ. Итәғәт­ле булғандарға артығы менән ҡаҙаныш бирербеҙ, — тинек. (59) Ләкин был итәғәтһеҙҙәр ул һүҙҙәрҙе үҙгәртеп әйттеләр. Ҡылған яманлыҡтарына күрә, Беҙ ул залимдар өҫтөнә Күктән әсе ғазап индерҙек.

60. (Сүлдә саҡта) Муса үҙенең халҡы өсөн (Аллаһтан) һыу һораны. Беҙ уға:

— Таяғың менән ташҡа һуҡ! — тинек.

Шул миҙгелдә ун ике шишмә бәреп сыҡты. (Мусаның хал­ҡы ун ике ҡәбиләнән тора ине.) Һәр ҡәбилә үҙ шишмәһен тапты.

— Аллаһ биргән ризыҡты ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин һаҡ бу­лығыҙ, Ер йөҙөндә аҙғынлыҡ-боҙоҡлоҡ таратмағыҙ, — тинек.

61. Йәнә һеҙ әйттегеҙ:

— Ий, Муса, беҙ ошо ризыҡтарға ғына риза түгел; беҙҙең өсөн Раббыңдан һорап доға ҡыл да, ул ерҙән үҫеп сыҡҡан нәмәләрҙән, йәшелсәләрҙән: ҡыярҙан, һарымһаҡтан, яҫмыҡтан, һуғандан беҙгә лә өлөш сығарһын, — ти­негеҙ.

Шунан һуң Муса һеҙгә әйтте:

— Затлы ризыҡтарҙы насарыраҡтарына алыштырырға теләйһегеҙме? Улайһа, һеҙ ҡалаға керегеҙ. Һеҙ теләгән ризыҡтар шунда булыр, — тине.

Шулай итеп, уларға түбәнлек, юҡсыллыҡ тамғаһы һуғыл­ды. Улар Аллаһтың язаһына юлыҡты. Был бәләләр Аллаһтың аяттарын инҡар итеүҙән туҡтамағандары өсөн, нахаҡҡа пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәре өсөн индерелде. Был әфәттәр уларҙың тыңлауһыҙлығы һәм саманан ашҡандары өсөн төшөрөлдө.

62. Шик юҡ, йәһүдиләр, христиандар һәм (төрлө әйберҙәргә табыныусы) сабийҙар Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә ысын күңелдән ышанып, ғәҙел ғәмәлдәр ҡылһа, иман килтерһәләр, улар Раббы ҡаршыһында бүләктәр алыр. Уларға ҡурҡыныс яна­маҫ, улар ҡайғы кисермәҫ.

63. Хәтерләйһегеҙме, һеҙ миңә ант иттегеҙ, Беҙ һеҙҙең өҫтө­гөҙгә тау ҡороп ҡуйған инек.

— Һеҙгә бирелгән китап (Тәурәт)ты ҡулығыҙҙа ныҡ то­тоғоҙ, шунда яҙылғандар буйынса ғәҙел ғәмәл ҡылығыҙ, шунан һуң, ихтимал, Аллаһтың язаларынан ҡурҡа башлар­һығыҙ (тура юлға баҫырһығыҙ), — тинек. (64)Шунан һуң да һеҙ антығыҙҙы боҙҙоғоҙ (юлдан яҙҙығыҙ). Әгәр ҙә Аллаһтың мәрхәмәте һәм рәхмәте булмаһа, һеҙ харап була инегеҙ. (65)Һеҙҙең арала шәмбе көнөндәге тыйыуҙарҙы (харам һаналған­дарҙы) боҙоусылар булды, шуның өсөн уларға:

- Нәжес маймылдар булығыҙ! - тигәнебеҙҙе хәтерләйһегеҙҙер?

(Һәм улар маймылға әүерелде лә.) (66)Беҙ уларҙы (кешенән маймыл булғандарҙы) үҙ күҙҙәре менән күреп торғандарға һәм уларҙан һуңынан килгәндәргә ғибрәт булараҡ һәм дә Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға нәсихәт булһын тип, харап иттек.

67. Халҡына ҡарап, Муса былай тине:

— Аллаһ һеҙгә бер һыйыр һуйырға бойорҙо, — тине. Улар:

— Һин был һүҙҙәреңде беҙгә шаяртып әйттеңме? — тинеләр. Ул:

- (Һеҙҙең менән шаярып) ахмаҡ-наҙан булып күренмәҫ өсөн, мин Аллаһка һыйынам, — тине. (68)Улар тағын әйтте:

- Беҙҙең исемдән доға ҡылып, Раббыңдан һора: ул беҙгә ниндәй һыйыр һуйырға ҡуша икән? — тинеләр.

Муса:

— Аллаһ: артыҡ ҡарт та, артыҡ йәш тә булмаһын, уртаса һыйыр булһын, тип бойора, — тине. — Ҡушылғанды тиҙ башҡарығыҙ!

69. Тағын:

- Беҙҙең исемдән Раббыңа доға ҡылып һора: Ул беҙгә һыйырҙың төҫөн дә әйтеп бирһен, - тинеләр.

Муса:

— Һыйырҙың төҫө асык һары булһын, тиреһе йылҡылдап тор­һон, ҡарағандарҙы һоҡландыра торған (көр) булһын, — тине. (70) Улар:

— (Ий, Муса) беҙҙең; өсөн доға ҡылып тағын Раббыңдан һора инде, ул беҙгә һыйырҙың ниндәй булырға тейешлеген дә асыҡлап бирһен: һыйырҙар бер-берһенә бик тә оҡшаш бит; (беҙ ниндәй һыйыр һуйырға тейеш һуң?). Беҙ, иншаллаһ, Аллаһ бойорған­дарҙы үтәрбеҙ, ул тура юлды табырбыҙ, — тинеләр.

71. — (Аллаһ шулай бойораҙыр) ул һыйыр ҡулға эйәләштерелмәгән, ер һөрмәгән, игендәргә һыу ташымаған, иректә утлап йөрөгән булырға тейеш, ул һыйыр сыбар булмаһын һәм һис кәмселекһеҙ булырға тейеш, — тине Муса. Тегеләр:

— Бына хәҙер (Һин хәҡиҡәт килтерҙең) беҙ ул һыйырҙың ниндәй булырға тейешлеген аңланыҡ, - тинеләр ҙә, шундай һыйырҙы теләр-теләмәҫ кенә һуйҙылар.

72. Һеҙҙең арала берәү кеше үлтергән ине. Үлтереүсе тураһында һеҙ (кем үлтерҙе, тип) бик ҡаты ҡысҡырышҡан инегеҙ. Аллаһ йәшерен эштәрегеҙҙе лә фаш итеүсе.

73. — Хәҙер һеҙ (үлтерелгән) әҙәмгә (һуйылған һыйырҙың) бер киҫәк ите менән һуғығыҙ, — тинек.

Бына шулай итеп, Аллаһ үлектәрҙе терелтә һәм һеҙ һабаҡ алһын тип (пәйғәмбәрҙәре аша) мөғжизәләрен күрһәтә. («Исраил тоҡомонан булған ике йәһүд егет мираҫ бүлешкәндә ағаларын үлтерә. Үлтереүсене таба алмағас, хәҙрәти Муса Аллаһҡа мөрәжәғәт итә. Һыйыр тәненән киҫеп алынған ит киҫәге менән мәйеткә ҡағылғас, мәйет терелә лә, үлтереүсенең кем икәнен әйтә. Аятта шул ваҡиға тураһында һөйләнә. Мисыр халыҡтарының һыйыр хайуанына табынғанлығы һәм йәһүдиләрҙең дә бер ара алтын быҙау­ға табынғандарҙы мәғлүм».Али Өзәк тәфсиренән.)

74. Шунан һуң да һеҙҙең күңелдәрегеҙ таш булып ҡат­ты, таштан да ҡатыраҡ булды. Таштарҙың да төрлөһө була, аҫтарынан шишмәләр бәреп сыға, ҡайһы бер таштар ярылһа, эсенән шаулап һыу аға. Таштарҙың бер төрлөһө Аллаһтан ҡурҡып, юғарынан түбәнгә тәгәрәй. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан һәр уаҡыт хәбәрҙар.

75. (Ий, мосолмандар, бынан һуң) һеҙ инанғандарға улар ҙа инаныр, тип өмөт итәһегеҙме? Улар Аллаһтың хөкөмдәрен (Тәүрәтты) ишеттеләр, ләкин бик яҡшы аңлаһалар ҙа, үҙгәрттеләр.

76. (Монафиҡтар) мосолмандар менән осрашҡанда:

- Беҙ иман килтерҙек, —тинеләр.

Үҙҙәре генә ҡалғас:

— Ни өсөн һеҙ Аллаһтың асыҡ әйткәндәрен мосолмандар­ға еткерәһегеҙ, Аллаһ ҡаршыһында беҙгә ҡаршы һөйләһендәр өсөнме? Шул турала уйламайһығыҙ, — тинеләр.

(Тәүрәттә Ахырзаман пәйғәмбәренең киләсәге тураһында хәбәр би­релә. Кәферҙәр шул хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтәләр.) 77. Йәшерен һәм асыҡ рәүештә эшләгән эштәрен Аллаһ күреп-белеп торғанын улар белмәйҙәрме? (78)Улар араһында наҙандар ҙа осрай, улар китап (Тәүрәтты) уҡый белмәй. Уларҙың бөтөн мәғлүмәте имеш-мимештән генә тора. (Улар хорафаттар менән генә йәшәй.) (79) (Уҡый-яҙа белгәндәре) ҡулда­ры менән китап яҙып, шуны юҡ бәйәгә һатып, (сәйәси) файҙа алыр өсөн:

— Был (китап) Аллаһтандыр, — тигән кешеләргә ни яҙыҡтыр (ҡайғы). Ҡулдары менән яҙған был (ялған) китап өсөн улар меҫкен хәлдә ҡаласаҡ. Улар һис бер файҙа күрмәйенсә, зарар күрәсәк.

80. Исраил халҡы үҙҙәрен былай йыуата:

— Бер нисә көн генә беҙҙе утта тотасаҡтар, беҙгә шунан башҡа йәһәннәм булмаясаҡ, — тинеләр. (Мөхәммәд) Һин әйт уларға:

— (Һеҙҙе язаламаһын өсөн) Аллаһтан һүҙ алдығыҙмы әллә? Аллаһ вәғәҙә бирһә, вәғәҙәһен үтәмәй ҡалмаҫ. Әллә һеҙ Аллаһ тураһында белмәгәнегеҙҙе һөйләйһегеҙме?

81. Яманлыҡ ҡылған кешене үҙе ҡылған яманлыҡ сор­нап аласаҡ. Ундай кеше йәһәннәмлектер, улар мәңгегә утта ҡалыр.

82. Иман килтереп, изгелекле ғәмәлдәр ҡылған кешеләр йәннәттән урын алыр. Улар шунда мәңгегә ҡалыр.

83. Исраил тоҡомонан Беҙ һүҙ алдыҡ:

— Бары тик Аллаһҡа ғына буйһонасаҡбыҙ, ата-әсәгә, яҡын ҡәрҙәштәргә, йәтимдәргә, ярлыларға изгелек ҡыласаҡ­быҙ, — тинеләр.

— Кешеләргә тәмле телле булығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, зәкәт биреп барығыҙ, — тип бойорҙоҡ.

Һуңынан һеҙ антығыҙҙы боҙҙоғоҙ, бик аҙҙарығыҙҙан баш­ҡа, барығыҙ ҙа инҡарсы булдығыҙ.

84. (Һәй, Исраил тоҡомо, Яҡуп балалары):

— Бер-берегеҙҙең ҡанын ҡоймаҫҡа, бер-берегеҙҙе йорттарығыҙҙан ҡыуып сығармаҫҡа! — тип Мин һеҙҙе ант иттерҙем.

Тирә-яҡтағы бөтөн ғәмәлдәребеҙҙе күреп, һеҙ быларҙы ҡабул иттегеҙ, ант бирҙегеҙ. (85) Шуларҙы эшләмәҫкә һүҙ биргәнегеҙ көйөнсә, һеҙ бер-берегеҙҙе үлтерәһегеҙ, үҙ халҡығыҙҙың бер өлөшөн өйҙәренән ҡыуҙығыҙ, яман эштәрҙә һәм дошман­лыҡта һеҙ берләшеп, уларга зыян һалаһығыҙ. Уларҙы йортта­рынан ҡыуыу ярамаған эш икәнен белһәгеҙ ҙә, был эштән туҡтамамығыҙ. Уларҙы йорттарынан ҡыуыу һеҙгә харам ителде. Әсирҙәрҙе мал биреп азат итергә тип, һеҙ һүҙ бирҙегеҙ. Һеҙ Китаптың (Тәүрәттың) бер өлөшөнә ышанып, икенсеһен инкар итәһегеҙме? Һеҙҙең был ҡылғандарығыҙ был донъяла рисуайлыҡ һаналһа, Әхирәттә иһә иң ҡаты язаһын килтерер. Аллаһ һеҙҙең был ҡылғандарығыҙға битараф ҡалмаҫ.

86. Улар был донъя тормошон (Әхирәттән баш тартып) һатып алған кешеләр. Шуға күрә, уларҙың язаһы еңеләй­телмәҫ. Үҙҙәренә ярҙам да булмаҫ.

87. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға китап (Тәүрәт)те индерҙек. Шунан һуң Беҙ тағын бер-бер артлы пәйғәмбәрҙәр күндер­ҙек. Мәрйәм улы Ғайсаға мөғжизәләр ҡеүәте (Инжилде) бирҙек. Уны Изге Рух менән ҡөҙрәтләндерҙек. Һеҙҙең күңеле­геҙгә хуш килмәгән һүҙҙәр (Хәҡиҡәтте) һөйләй торған берәй илсем килһә, һеҙ үҙегеҙҙе унан юғары ҡуяһығыз. Һеҙгә килгән пәйғәмбәрҙәрҙең бер нисәһен һеҙ: ялғансы, тинегеҙ, башҡаларын иһә үлтерҙегеҙ.

88. (Пәйғәмбәрҙәрҙе шаяртып әйттеләр):

— Күңелдәребеҙгә ҡорма ҡоролған (Һин нимә һөйләһәң дә файҙаһы бул­маҫ), — тинеләр. Кәферлектәре һәм ҡарашылыҡтары сәбәпле, Аллаһ уларҙы ләғнәтләне. Уларҙың бик аҙы ғына иман килтерҙе.

89. Мөшриктәргә (мәжүсиләргә) ҡаршы һуғышта еңер өсөн, улар (Аллаһтан) ярҙам һораны. Ҡулдарындағы китап (Тәүрәт)тең боҙоҡ урындарын төҙәтер өсөн ебәрелгән (Ҡөръән)де улар инҡар итте. Улар (Тәүрәттә) алдан уҡ әйтел­гәндәрҙең (Ахырзаман Пәйғәмбәренең киләссәге тураһындағы хәбәрҙең) тормошҡа ашҡанын (Мөхәммәдтең Ҡөръән менән килгәнен) күргәс тә иман килтермәнеләр. Аллаһтың ләғнәте инҡарсылар өҫтөнә төшәсәк.

90. Аллаһ үҙе теләгән ҡолдарына ниғмәттәрен тәғәйенләй. Улар шунан көнләшеп, Аллаһ индергән Китапты (Ҡөръәнде) инҡар итеп, үҙҙәрен-үҙҙәре һатып, кәферлеккә дусар булдылар, был бик тә насар ғәмәл ине, ләкин файҙа күрмәнеләр. Улар ғазап өҫтөнә ғазапҡа тарынылар. Кәферҙәрҙе рисуай итеп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡ яза әҙерләнгән.

91. Уларҙың үҙҙәренә:

— Аллаһ индергәнгә иман килтерегеҙ, — тип әйтелгәс: — Беҙ бары тик үҙебеҙгә индерелгәнгә (Тәүрәткә) генә ышанабыҙ, — тип әйттеләр. Шунан башҡаһын (Ҡөръәнде) инҡар итәләр. Гәрсә, ул үҙ ҡулдарындағы боҙолған Тәүрәтте дөрөҫләүсе сифа­тында килгән хаҡ китаптыр. (Ий, Мөхәммәд), әйт Һин уларға:

— Әгәр ҙә һеҙ ысынлыҡта инанған булһағыҙ, бынан алда Аллаһ күндергән пәйғәмбәрҙәрҙе ни өсөн үлтерҙегеҙ? — тип әйт һин.

92. Ысынлыҡта Муса һеҙгә ап-асыҡ аяттар (Тәүрәтты) килтерҙе. Һуңынан һеҙ, ғәҙелһеҙ залимдар булараҡ, быҙауға табы­на башланығыҙ.

93. Иҫегеҙҙәме баш осоғоҙға тау элеп ҡуйған инек, һеҙ шунда нисек ант иттегеҙ? Һеҙгә бойоролдо:

— Һеҙгә бирелгән китапты (Тәүрәтты боҙмайынса) ныҡ то­тоғоҙ, һөйләгәндәремде яҡшы аңлағыҙ! — тинек. Һеҙ:

- Ишеттек, әммә буйһонмайбыҙ, — тинегеҙ. Иманһыҙлыҡтары арҡаһында, уларҙың йөрәктәренә быҙауға мөхәббәт хис­тәре кереп тулды. Әйт Һин уларға:

— Әгәр ҙә (быҙауға) инанһағыҙ, был эшегеҙ һеҙгә әллә ниндәй яман хәлдәр килтерәсәк, — тип әйт.

94. (Ий, Мөхәммәд) әйт:

— Аллаһ ҡаршыһындағы йәннәт йорто башҡаларға булмай­ынса, бары тик беҙгә генә, тип раҫларға тырышһағыҙ, әйткәнегеҙҙе хаҡ тип һанаһағыҙ, үлемде һайлағыҙ, — тип әйт.

95. Улар үҙҙәре ҡылған (гөнаһтары, ҡаршылыҡтары) арҡа­һында бер уаҡытта ла үлемде теләп алмаҫ. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белә.

96. Ысындан да, тормошҡа йәбешеп ята торған, күҙе туй­маҫ халыҡтарҙың иң наҙаны улар икәнен һин белерһең. Мөшриктәр (һындарға табыныусылар) бигерәк тә аскүҙ-ҡомһоҙ була: улар мең йыл йәшәргә теләй. Былары тегеләренән ҡом­һоҙораҡ. Мең йыл йәшәһә лә, улар язанан ҡасып ҡотола ал­маҫ. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғанын күреп тора.

97. Әйт Һин:

— Жәбраилгә кем дошман, шул яҡшы белеп торһон, Аллаһтың рөхсәте менән Ҡөръәнде минең күңелемә тура юл күрһәтеүсе сифатында, унан элек килгән китаптарҙы дөрөҫләүсе һәм мөьминдәр өсөн һөйөнсө-мөғжизә булараҡ (Жәбраил) килтерҙе, - тип әйт.

98. Аллаһҡа, фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә, Жәбраилгә, Микәилға дошман булған кеше — кәфер булыр. Хаҡтыр, Аллаһ — кәферҙәрҙең дошманы.

99. Шик юҡ, һиңә ап-асыҡ аяттар индерҙек. Уларҙы фәсиҡтәр генә инҡар итәсәк.

100. Нисә тапҡыр улар һүҙ бирҙе, ант итте. Аралары­нан бер нисә төркөм, анттарын боҙоп, һүҙҙә торманылар. Уларҙың күбеһе иманһыҙ булып ҡалды. (101) Үҙҙәренә Аллаһ тарафынан индерелгән китап (Тәүрәт)ты дөрөҫләргә тип илсе (Мөхәммәд) ебәрелгәс, китаплы төркөм (йәһүдтәр), белмәгәнгә һалышып, Аллаһ Китабын арҡа яҡтарына ыр­ғыттылар.

Наши рекомендации