Нфәл (Табыш малы) сүрәһе. 7 страница
23. Иман килтереп, изгелекле эштәр эшләгән кешеләр, Аллаһҡа буйһоноп, итәғәт иткәндәр йәннәт әһелдәре булып, шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
24.Был ике халыҡтың (кәферҙәр менән мосолмандарҙың) хәле һуҡыр менән күҙле, һаңғырау менән ишетеүсе кешенеке кеүек. Улар бер-береһенә тиң булырмы? Әле һаман ғибрәт алмайһығыҙмы ни?
25.Бына Беҙ Нухты үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп күндергән инек. (Ул әйтте).
— Әлбиттә, мин Аллаһтың ғазабы тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе кеше. (26) Аллаһтан башҡаға ғийбәҙәт ҡылмағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә хәтәр яза килер, тип ҡурҡам, — тине. (27) (Нух) ҡәүеменең иманһыҙ етәкселәре әйтте:
— Һин дә беҙҙең кеүек үк бер кеше. Һинең арттан бары тик үҙ башы булмаған түбән ҡатлам кешеләре генә эйәргәнен күрәбеҙ. Беҙҙән өҫтөн һис бер өҫтөнлөк һиндә юҡ. Күреп торабыҙ, һеҙҙең барығыҙ ҙа ялғансы. (28) (Нух) әйтте:
— Әй, ҡәрҙәштәрем, әгәр Раббым тарафынан миңә ебәрелгән асыҡ иҫбатҡа эйә булһам, һәм Ул миңә үҙ ҡатынан бер рәхмәт индергән булһа, һеҙҙән йәшереп тотолған булһа, быңа нимә әйтерһегеҙ? Һеҙ уны ҡабул итергә теләмәһәгеҙ, беҙ уны һеҙгә ирекһеҙләп таҡмаясаҡбыҙ. (29) Әй, халҡым, Аллаһтың әмерҙәрен һеҙгә еткергәнем өсөн мин һеҙҙән һис бер мал (түләү) һорамайым. Миңә тейешле әжер бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Мин иман килтергәндәрҙе янымдан ҡыумаясаҡмын. Улар Аллаһ менән ҡауышасаҡ. Фәҡәт мин һезҙҙе билдәһеҙлек эсендә аҙашҡан бер халыҡ булараҡ күрәм.
30. ... Әй, халҡым, уларҙы ҡыуһам, мине Аллаһтан (уның язаһынан) кем килеп ҡотҡарыр? Шуны ла аңламайһығыҙмы ни һуң һеҙ? (31) Мин һеҙгә:
— Аллаһтың бөтөн хазинаһы минең ҡулда, тип әйтмәнем. Ләкин мин йәшерен нәмәләрҙе лә белмәйем. «Мин - фәрештә», -тип тә әйтмәйем. Һеҙ нәфрәт менән ҡараусыларға ла мин: «Аллаһ уларға бер ҡасан да изгелек ҡыласаҡ түгел», - тип әйтә алмайым. Уларҙың күңелендә нимәләр барын бары тик Аллаһ ҡына белә. Иман килтергән (фәҡирҙәрҙе) янымдан ҡыуған хәлдә мин дә залимға әүереләсәкмен, — тине. (32) Тегеләр әйтте:
— Әй, Нух, һин беҙҙең менән оҙаҡ һүҙ көрәштерҙең, ғауғаны арттырҙың ғына. Әгәр ҙә һин дөрөҫ һүҙ һөйләй торған булһаң, беҙҙе ҡурҡыта торған язаны хәҙер үк килтер, - тинеләр. (33) (Нух) әйтте.
— Уны бары тик Аллаһ ҡына килтерә ала (яза биреү бары тик Аллаһ ихтыярында ғына). Һәм һеҙ Аллаһты көс-ҡеүәтһеҙ итә алмаясаҡһығыҙ (һеҙ хаҡлы булып, Аллаһты көсһөҙ хәлдә, көлкөгә ҡалдыра алмаясаҡһығыҙ). (34)Әгәр Аллаһ һеҙҙе аҙаштырырға теләһә, мин һеҙҙе ни ҡәҙәр генә өгөтләһәм дә, һеҙгә файҙа булмаҫ (иманга килмәйәсәкһегеҙ). Ул һеҙҙең Раббығыҙ. Һәм, ниһайәт, һеҙ Уның янына килтереләсәкһегеҙ. (35) (Улар –мөшриктәр):
— Ул (Мөхәммәд) быны (Ҡөръәнде) үҙе уйлап сығарған, — тип әйтерҙәр.
(Эй, Мөхәммәд) әйт:
- Әгәр ҙә мин уны үҙем уйлап сығарған булһам, гөнаһы үҙемә булыр. Ләкин мин һеҙ ҡылған гөнаһтан йыраҡ торасаҡмын, — тип. (36) Нухҡа уахи ителде:
—Халҡың эсенән иман килтергәндәрҙән башҡаһы иман килтермәйәсәк. Шулай булғас, улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн борсолма. (37) Мин күреп торғанда, әмеребеҙ килгәс, кәмә эшлә һәм кәфер иткәндәр тураһында минең менән бер һүҙ ҙә һөйләшмә (йәғни, улар өсөн ғәфү һорама, доға ҡылма). Улар, һис шикһеҙ, батып үләсәк. (38) Нух кәмә яһай башлағас, халыҡтың бай етәкселәре уның янынан үтеп-һүтеп йөрөгәндә мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп уҙалар ине. Ул (уларға) әйтте:
— Әгәр ҙә беҙҙән көләһегеҙ икән, шуны яҡшы белеп тороғоҙ, һеҙ беҙҙән көлгән кеүек, килер ваҡыт, беҙ ҙә һеҙҙән көлөрбөҙ. (39) Хурлыҡлы язаның кем өҫтөнә киләсәге һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғазаптың кем башына төшәсәген оҙаҡламай күрербеҙ, - тине. (40) Ниһайәт, әмеребеҙҙән һуң һыу ҡайнап таша башлағас, Нухҡа әйттек:
— Исемдәре телгә алынғандарҙан тыш (кәферҙәрҙән, бер ҡатыныңдан, бер улыңдан башҡа йән эйәләренең) һәр берһенән берәй пар, ғаиләңде һәм иман килтергәндәрҙе кәмәңә ал.
Әммәуның менән бергә бик әҙ кеше иман килтергән ине.
(«Т. Кочигитта:мейес ҡайнай башлағас. X. Ҡараманда: һыуҙар ҡайнап, күбәйә башлағас. X. Чантайҙа: мейес ҡайнаған заман. И. Крачковскийҙа:закипела печь. Ш. Ноғманиҙа: ерҙән һыу ҡайнап сыға башлағас, тип бирелә. Ләкин ғасырыбыҙҙың ғалимдарынан Хәмди Языриһә, хәҙрәти Нух кәмәһенең елкәнле булмайынса, пар машинаһында йөрөгәнлеге тураһында фараз ҡыла. Йәғни, пар ҡаҙанының ҡайнай башлауына ишара итә. Мәуләнә М. Алидәиһә: үҙәндән урғылып һыу аға башлағас, тип әйтелгән».
Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
41. (Нух) әйтте:
— Кәмәгә менегеҙ. Уның йөҙөп китеүе лә, туҡтауы ла Аллаһ исеме менән башҡарыла. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғәфү итеүселер, — тине. (42) Кәмә уларҙы алып тау кеүек тулҡындар араһында йөҙә ине. Нух кәмәнән йыраҡта ҡалған улына:
— Балаҡайым, һин дә беҙҙең менән бергә кәмәгә ултыр, кәферҙәр менән бергә булма, — тип ҡысҡырҙы.
43. (Ярҙа ҡалған) улы:
— Мин һыу етмәҫлек тау түбәһенә менеп ҡотоласаҡмын, - тине. (Нух):
— Бөгөн Аллаһтың әмеренән мәрхәмәтле Аллаһтан башҡа берәү ҙә ҡотҡара алмаясаҡ, — тине. Шул саҡ улар араһына тулҡын бәреп керҙе һәм шулай итеп, (Нухтың улы) батып үлде. (44) Һәм әйтелде (Аллаһ тарафынан):
— Әй, Ер, һыуыңды йот. Әй, Күк, һыуыңды туҡтат, — тип әйтелде. Һыу кәмей башланы. Эш тамам булды. Кәмә лә Джүди тауына килеп һыйынды Һәм:
— Тонсоҡһон шул залимдарҙың тоҡомо, — тип әйтелде. (45) Раббыһына доға итеп, Нух әйтте:
— Йә, Раббым, шөбһәһеҙ, улым да минең тоҡомом ине бит. Һинең вәғәҙәң иһә, әлбиттә, хаҡтыр. Һин хаҡимдар хаҡимы, —тине. (46) Аллаһ әйтте:
— Әй, Нух, ул асылында һинең тоҡомоң түгел ине. Сөнки ул — яманлыҡ ҡылған кеше. Шулай булғас, белмәгәнең тураһында Миннән үтенмә. Джәһилләрҙән (наҙанлығы арҡаһында гөнаһ ҡылыусы) булмаһын, тип киҫәтәм Мин һине. (47) Нух әйтте:
— Йә, Раббым, киләсәктә белмәгәнем тураһында ялбармаҫ өсөн, Һиңә һыйынам. Мине ярлыҡамаһаң, ғәфү итмәһәң, мин зыян күреүселәрҙән һаналырмын. (48) (Аллаһ) әйтте:
— Әй, Нух, һиңә һәм һинең менән бергә булған халҡыңа Беҙҙән сәләм, бәрәкәттәр менән (кәмәнән) төшөгөҙ. Уларҙы Беҙ донъяла рәхәт йәшәтәсәкбеҙ. Һуңынан Беҙҙән хәтәр яза аласаҡ халыҡтар ҙа буласаҡ.
49. (Мөхәммәд) һиңә индерелгән йәшерен хәбәрҙәр ошо булыр. Бынан алда был хәбәрҙәрҙе һин дә, халкың да белмәй ине. Шуға күрә, һин сабыр ит. Сөнки һуңғы нәтижә (әжер, сабыр итеп, ҡыйынлыҡтарға сыҙап, гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланғандарҙыҡы булыр.
50. Ғәд ҡәүеменә лә һудты күндерҙек. Әйт:
— Әй, ҡәүемем, Аллаһҡа буйһоноғоҙ. Уннан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Башҡаһын һеҙ бары тик уйлап ҡына сығарҙығыҙ, — тип. (51)
— Әй, ҡәүемем, мин һеҙҙән түләү өмөт итмәйем. Минең әжерем бары тик мине яралтҡан (Аллаһ) ихтыярында ғына. Әле һаман шул турала уйлап ҡарағанығыҙ булманымы ни?— тип әйт. (52)
— Әй, ҡәүемем, Раббығыҙҙан ярлыҡау теләгеҙ. Һуңынан тәүбәгә килегеҙ. Өҫтөгөҙгә мул ямғырҙар яуҙырһын һәм ҡеүәтегеҙгә ҡеүәт өҫтәһен. Гөнаһ ҡылып (Аллаһтан) йөҙ сөйөрмәгеҙ, — тип әйт. (53) Улар әйтте:
— Әй, һуд, һин беҙгә асыҡ бер мөғжизә күрһәтмәнең, һинең һүҙеңә ҡарап, беҙ ҙә тәңреләребеҙҙе ташламаясаҡбыҙ, һәм беҙ һиңә ышанып, иман килтерәсәк түгелбеҙ, —тинеләр. (54) - Беҙ: тәңреләребеҙҙең берәйһе һиңә зыян-зәхмәт һалғандыр, — тип кенә әйтә алабыҙ. (Йәғни шул зәхмәттән һуң һин аҡылдан яҙғанһыңдыр, юҡты һөйләп йөрөйһең.) (Һуд) әйтте:
— Мин Аллаһты шаһит итәм. Һеҙ ҙә шаһит булығыҙ, мин һеҙ Аллаһҡа тиң күреп табынғандарҙан йыраҡ торам,— тине. (55) — Унан башҡа (табынған һындарығыҙ) менән бергә барығыҙ ҙа миңә ҡаршы, тын алырға ла ирек бирмәҫтәй, мәкер ҡороғоҙ. (56) Ысындан да мин, Раббым, һеҙҙең Тәңрегеҙ булған Аллаһҡа һыйындым, Ул мөгөҙөнән, ялынан тотмаған бер генә януар ҙа донъяла юҡ. (Ул башҡара алмаған, уның ҡөҙрәте етмәгән нәмә юҡ.) Шөбһәһеҙ, Аллаһым минең тура юлдың хужаһылыр. (57) Әгәр йөҙ сөйөрһәгеҙ (уныһы һеҙҙең эш, теләһәгеҙ нимә эшләгеҙ, әммә үҙемә тигән бурысты мин үтәнем) күндерелгән хәбәрҙе мин һеҙгә белдерҙем. Раббым (ихтыяр итһә) һеҙҙең урынға башҡа бер халыҡты килтерер, ләкин һеҙ Уға бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡыла алмаҫһығыҙ. Хаҡтыр, Раббым һәр нәмәне күҙәтеп тороусылыр.
58. Беҙҙән әмер килгәс, Һудты һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ, уларҙы ауыр язанан алып ҡалдыҡ.
59. Бына Ғәд ҡәүеме шул булыр. Раббының аяттарын инҡар иттеләр. Уның пәйғәмбәрҙәренә буйһонманылар һәм һәр йәберләүсенең әмеренә буйһондолар. (60) Улар һәм был донъяла, һәм дә Ҡиәмәт көнөндә ләғнәткә хөкөм ителде. Аң булығыҙ, Ғәд халҡы Раббыны инҡар итте. Унан һуң тағын белеп тороғоҙ, һудтың халҡы Аллаһтың рәхмәтенән йыраҡҡа (һәләкәткә) ҡыуылды.
61. Сәмуд ҡәүеменә лә үҙ ҡәрҙәштәре Салихты күндерҙек. Әйтте:
— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғийбәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙҙең өсөн унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул һеҙҙе ерҙән (тупраҡтан) яралтты. Ул һезҙҙе шунда йәшәтте. Шуға күрә, һеҙ унан ярлыҡау һорағыҙ. Унан һуң тәүбә итегеҙ. Раббым (доға уҡыған) кешеләренә яҡындыр, (доғаларығыҙҙы) ҡабул итеп яуап ҡайтарыусылыр.
(62) Әйттеләр:
— Әй, Салих, һин беҙҙең арала йәшәгәндә өмөтлө генә егет инең. (Хәҙер) бабаларыбыҙ табынғандарға табынырға ҡамасаулайһың. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ һин ғибәҙәт ҡылырға саҡырған ул заттан ныҡ шикләнәбеҙ, — тинеләр.
(63) (Салих) әйтте:
— Әй, халҡым, әгәр мин Раббымдан (бирелгән) ап-асыҡ аяттар эйәһе булһам һәм Ул миңә рәхмәтле булып (пәйғәмбәрлек) биргән булһа, быға нимә әйтерһегеҙ? Әгәр ҙә мин Уға буйһонмаһам, Аллаһтан (уның язаһынан) кем мине ҡотҡарып ҡалыр? Ул ваҡытта һеҙ ҙә миңә зыян эшләүҙән ары бер нимә лә ҡыла алмаған булыр инегеҙ. (64) Әй, ҡәүемем, бына һеҙгә Аллаһтың мөғжизәһе булараҡ дөйә күрһәтәм. Уны иреккә ебәрегеҙ, Аллаһтың ерендә ул ашаһын-эсһен. Уға яманлыҡ ҡылмағыҙ. (Юҡһа) һуңынан һеҙҙе оҙаҡламаҫтан бер ғазап тотасаҡ.
65. Салихты тыңламанылар, дөйәне (балтырҙарын киҫеп) үлтерҙеләр. Салих әйтте:
— Өйөгөҙҙә өс көн (байрам яһап) тороғоҙ, (һуңынан һәләк буласаҡһығыҙ), — тине. Был киҫәтеү һис тә буш һүҙ түгел ине. (66) Әмерем менән Салихты һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе, Беҙҙең рәхмәтебеҙ булараҡ, (язанан) һәм мәсхәрәнән ҡотҡарҙыҡ. Шөбһәһеҙ, Раббың ҡеүәтлеҙер, еңеүселер. (67) Золом итеүселәрҙе лә ҡурҡыныс тауыш (ғарасат гөрөлтөһө) тотто һәм йорттарында (йәнһеҙ) йөҙ түбән ҡапланған килеш ҡалдылар. (68) Әйтерһең дә, улар шунда йәшәмәгән дә кеүек. Аң булығыҙ, Сәмуд ҡәүеме, ысындан да, Раббыны инҡар итте. Йәнә белеп тороғоҙ, Сәмуд халҡы (Аллаһтың рәхмәтенән) мәхрүм ҡалды.
69. Ниһайәт, илселәребеҙ (фәрештәләр) Ибраһимға һөйөнсө килтерҙеләр:
— Сәләм һиңә, — тинеләр.
Ул да:
— Һеҙгә лә сәләм, — тине лә тиҙ генә табынға ҡыҙҙырылған быҙау ите алып килде. (70) Уларҙың ризыҡҡа һуҙылмағандарын күреп, ул (Ибраһим) тунымуны һәм уның күңеленә шик-ҡурҡыу төштө. Әйттеләр:
— Ҡурҡма һин, беҙ Лут ҡәүеме тарафына ебәрелгәнбеҙ, — тинеләр. (71) Ибраһимдың ҡатыны шунда уҡ аяҡ өҫтө баҫып тора ине, беҙ уға Исхаҡ менән Яҡуп тураһында һөйөнөслө хәбәр бирҙек, ул көлдө.
72. — Был — кеше ышанмаҫлыҡ эш. Мин бит ҡарсыҡ инде, ирем дә ҡарт кеше, ҡайҙан килеп беҙҙең балабыҙ булһын? Был — ғәжәп тәбиғи хәл, — тине ҡатын. (73) (Фәрештәләр) әйтте:
—Аллаһтың әмеренә ғәжәпләнәһегеҙме? Әй, йортло халыҡ, Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте һеҙгәлер. Шөбһәһеҙ, Ул маҡтауға лайыҡ, Уның шөһрәте киңдер.
74. Ибраһимдың ҡурҡыуы бөткәс, (балаһы буласағы тураһында) һөйөнөслө хәбәр алғандан һуң, ул Лут халҡы тураһында (уларҙы яҡлап) илселәребеҙ менән һөйләшә башланы. (75) Ысындан да, Ибраһим йомшаҡ холоҡло, кесе күңелле, Аллаһ юлына бирелгән бер кеше ине. (76) (Фәрештәләр әйтте):
— Әй, Ибраһим, был эштән (Лут кәферҙәрен яҡлауҙан) баш тарт. Сөнки Раббының әмере (ғазабы) килде инде. Һәм уларға кире алынмаҫ яза әҙер. (77)Илселәребеҙ Лут янына килгәс, ул уларҙы күреп, хәсрәткә ҡалды, уның хәле китте. Ул әйтте:
— Ай-һай ауыр килде был көн, — тине.
(Луттың ҡатыны ире Лут янына килгән фәрештәләрҙе сибәр егеттәр, тип белеп, башҡа ирҙәргә барып: «Уларҙы файҙаланығыҙ», - ти. Лут был йәш егеттәрҙе тегеләрҙән нисек яҡлармын, нисек һаҡлармын, тип ҡайғырҙы, хәлһеҙ булды. Лут халҡында ирҙәр менән ирҙәр араһындағы енси аҙғынлыҡ киң таралған була. Кара: с. 7:80, 81.)
78. Лут ҡәүеменең ирҙәре (йәш егеттәрҙе теләүселәр) ашыға-ашыға уның өйөнә килделәр. Улар бынан алда ла (шундай уҡ) яманлыҡтар ҡылған халыс ине.
— Ий, ҡәрҙәштәрем, — тине Лут. - Бына былары — минең ҡыҙҙарым, улар һеҙҙең өсөн саф (йәғни, ҡунаҡ егеттәргә ҡағылмаяыҙ, улар урынына ҡыҙҙарымды файҙалунығыҙ). Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм ҡунаҡ егеттәр алдында мине мәсхәрәгә ҡалдырмағыҙ. Арағыҙҙа, исмаһам, бер генә тура кеше лә юҡмы ни һуң? (79) Әйттеләр:
— Үҙең беләһең, һинең ҡыҙҙарың беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай, һәм һин беҙҙең нимә теләгәнебеҙҙе лә яҡшы беләһең.
80.— Их, һеҙгә ҡаршы торорлоҡ ҡеүәтем булһа ине минең йәки миңә ярҙам итерлек таянысым булһа ине, — тине Лут. (81) (Фәрештәләр) әйттеләр:
— Әй, Лут, беҙ — Раббының илселәре. Улар һиңә ҡағыла алмаҫ. Һин төндөң бер уңайлы ваҡытында ғаиләңде алып юлға сыҡ. Артҡа боролоп ҡарамайынса ҡасығыҙ. Ҡатыныңдан башҡа һис кем өйҙә ҡалмаһын. Уларға килаһе яза, шөбһәһеҙ, ҡатыныңа ла ҡағыласаҡ. Вәғәҙә ителгән яза иртәнге яҡта буласаҡ. Таң атырға күп ҡалманы бит инде.
82. Әмеребеҙ килгәс, ул ерҙәрҙең (шәһәрҙәрҙең,) аҫтын-өҫкә килтерҙек һәм уларҙың өҫтөнә яндырылған балсыҡтан яһалған таштар яуҙырҙыҡ. (83) Ул таштар Раббы тарафынан тамғаланған ине. Улар залимдарҙан йыраҡ түгел.
84. Мәдйән халҡына үҙ араларынан сыҡҡан Шөғәйепте күндерҙек.