Нисә (Ҡатындар) сүрәһе 6 страница

(«Мосолмандарҙың йәһүдтәргә, христиандарға ҡарата булған нәфрәттәре кәферҙәрҙең Исламды ҡабул итмәүҙәренән түгел, Ҡөръәндә ап-асыҡ күрһәтелгәне кеүек, кәферҙәрҙең мосолмандарға булған нәфрәтенән, Исламды ҡәтғи инҡар итеүҙәренән, йыш ҡына йәшерелмәгән, рәхимһеҙ баҫҡынсылыҡҡа ҡәҙәр барып еткән дошманлығынан килә»)

52. Һин күрерһең, (ике йөҙлө монафиҡтар) эстәрендә сир булғандар:

— Башығыҙға бәлә килеүҙән ҡурҡабыҙ, — тип кәферҙәр араһына кереп ҡасырҙар.

Ихтимал, Аллаһ һиңә еңеү индергәс йәки үҙ тарафынан бер әмер индергәс, улар күңелдәрендәгеләр өсөн үкенер.

53.Һәм шул ваҡыт мөьминдәр:

— Һеҙҙең менән бергә булырға баштарын ташҡа бәрә-бәрә Аллаһ исеме менән ант иткән кешеләр ошолармы инде? –тип әйтерҙәр.

Улар ҡылған бөтөн эштәр заяға китер һәм улар бик ҙур юғалтыуҙарға дусар буласаҡ.

54. Әй, иманлы кешеләр, арағыҙҙа динендән яҙған кеше булһа, белеп торһон: Аллаһ үҙе яратҡан, Аллаһты яратҡан мөьминдәргә кесе күңелле; кәферҙәргә ҡарата ҡырыҫ бер ҡәүем килтерәсәктер. Улар Аллаһ юлында Жиһад итерҙәр һәм һис ­бер ҡурҡытыусыларҙан ҡурҡмаҫтар. Был Аллаһтың Үҙе телә­гәненә биргән йомартлығы. Аллаһтың ярлыҡауы һәм ғилеме киңдер.

55. Һеҙҙең дуҫығыҙ бары тик Аллаһтыр, Рәсүлдер, иманлыларҙыр; Улар Аллаһтың әмерҙәренә буйһоноусылар, на­маҙ уҡырҙар, зәкәт бирерҙәр. (56) Аллаһты, Уның пәйғәмбәренә һәм иман килтергәндәрҙе дуҫ иткән кеше, һис шикһеҙ, еңеү ҡаҙанасаҡ. Аллаһ тарафындағылар һәр ваҡыт өҫтөн булыр. (57) Әй, иманлы кешеләр, һеҙҙән алда үҙҙәренә Ки­тап индерелгәндәрҙән динегеҙҙе мыҫҡыл иттермәгеҙ, дине­геҙҙән көлгәндәрҙе һәм кәферҙәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Гөнаһ ҡы­лып, Аллаһ ҡаршыһында яза алыуҙан ҡурҡығыҙ, әгәр ҙә һеҙ мосолман икәнһегеҙ.

58. (Аҙан әйтеп), намаҙға саҡыра башлаһағыҙ, (кәферҙәр һеҙҙе) мыҫҡыллай башлайҙар, (ғибәҙәтегеҙҙе) көлкөгә әүерелдерергә маташалар. Былай итеүҙәре уларҙың уйлай белмәгән ҡәүемдән икәнлектәрен раҫлай. (59) Уларға һин былай тип әйт:

— Әй, Китап әһелдәре, беҙгә индерелгән һәм беҙгә ҡәҙәр индерелгәндәргә ышанғаныбыҙға күрәме, Аллаһты ла, мине лә хуп күрмәйһегеҙ? һеҙҙең күбегеҙ юлдан яҙған бәндәләр икән.

60.Әйт Һин:

- Аллаһ хозурында буласаҡ яза мәсьәләһендә бынан да яманыраҡ нәмә буласағын һеҙгә һөйләйемме? Кем Аллаһтың ләғнәтен алды, Кем Аллаһтың асыуына дусар булды, кемдеҙер Ул маймылға, кемде сусҡаға әйләндерҙе, кем­дер Тағутҡа табына башланы. Бына ошолар инде иң яман урын алыр, ошолар инде барыһынан да күберәк тура юлдан яҙғандар.

61. Янығыҙға кергәндә улар Аллаһҡа ышанмайынса керә.

— Аллаһка ышандыҡ, — тип әйтәләр ҙә, ышанмаған килеш сы­ғып та китәләр.

Уларҙың күңеленә нимә йәшерелгәнен Аллаһ бик яҡшы белә. (62) Һин уларҙың ярыша-ярыша гөнаһ ҡылғандарын, дошманлыҡ иткәндәрен, күбеһенең харам ашағандарын күрерһең. Хаҡтыр, уларҙың ҡылғандары ни ҡәҙәр әшәке­ҙер. (63) Уларҙың дин әҙәмдәре һәм ғалимдары әйтергә яра­маған һүҙҙәр һөйләүҙән һәм харам ризыҡ ашауҙан уларҙы тыйған булһалар ине! Хаҡтыр, уларҙың ҡылғаны бик тә яман. (64) Йәһүдтәр әйтте:

— Аллаһтың ҡулы бығаулы, — тинеләр.

Шулай әйткәндәренә күрә, уларҙың үҙҙәренең ҡулдары бығаулы булыр, уларға ҡәһәр инәсәк. Киреһенсә, Аллаһтың ҡосағы йәйелгән, теләгәненсә ярлыҡау бирер. Хаҡтыр, һиңә Раббыңдан ингән Китап уларҙың күбеһенең аҙғынлы­ғын, кәферлеген арттырыр. Улар араһына Ҡиәмәткә ҡәҙәр дауам итәсәк дошманлыҡ керттек. Ҡасан ғына улар һуғыш утын ҡабыҙмаһын, Аллаһ уны һүндерә килде. Улар Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратырға атлығып тора. Аллаһ боҙоҡлоҡто-фетнәселәрҙе яратмай.

65. Әгәр ҙә китап әһелдәре иман килтереп, яманлыҡ ҡылыуҙан баш тартһа ине, һәр хәлдә элек ҡылған яманлыҡтарын таҙартыр инек һәм уларҙы ниғмәте мул йәннәттәргә кертер инек.

66. Әгәр улар Аллаһтан ингән Тәүрәт, Инжил һәм Ҡөръән менән ғәмәл ҡылһалар ине, шөбһәһеҙ, һәм (Ер) өҫтәрендә­ге, һәм (Ер) аяҡ аҫтындағы ниғмәттәр менән туйынырҙар ине, байлыҡҡа сумып йәшәрҙәр ине. Уларҙың араһында ғәҙеллек менән тороусы (боҙоҡ булмаған, тура юлдан сыҡмаған) бер ҡәүем бар, ләкин күбеһенең ғәмәлдәре бик тә ямандыр.

67. Ий, Рәсүлем, Раббың индергәнде кешеләргә ирештер. Әгәр быны эшләмәһәң, илселек вазифаңды үтәмәгән булыр­һың. Аллаһ һине кешеләрҙән (мәкерҙән) яҡлар. Хаҡтыр, Аллаһ кәферҙәр өйөрөнә тура юл күрһәтмәҫ.

68. — Ий, китап әһеле, Раббыбыҙҙан һеҙгә индерелгән Тәүрәт, Инжилде (һәм Ҡөръәнде) дөрөҫ тотмаһағыҙ, һеҙгә бер ниндәй ҙә таяныс булмаҫ, — тип әйт.

Раббыңдан һиңә индерелгән (Ҡөръән), (әлбиттә), уларҙың күбеһенең кәферлеген, аҙғынлығын арттырыр. Кәферҙәрҙең кирелегенә исең китмәһен.

69. Иман килтергән кешеләр, йәһүдтәр, йондоҙҙарға табы­ныусылар, христиандар Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанып, изгелек ҡылһалар, уларға ҡурҡыныс юҡ, уларға хәсрәт тә инмәҫ.

70. Хаҡтыр, Исраил улдарынан (Тәүрәт буйынса ғына ғәмәл ҡыласаҡбыҙ, тигән) ант һүҙе алдыҡ һәм уларға пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Бер ваҡыт пәйғәмбәр уларға күңелдәре теләмәгән нәмәләрҙе (илаһи хөкөмдәрҙе) килтергәс, улар пәйғәмбәрҙәрҙең бер төрлөһөн ялғансыға сығарҙылар, икенселәрен үлтерҙеләр.

71. Былар өсөн беҙгә яза булмай, тип, улар (Аллаһтың хөкөмдәренә) һуҡыр, һаңғырау ҡалдылар. Һуңынан Аллаһ уларҙың тәүбәләрен ҡабул итте. Ләкин уларҙың күбеһе һаман һуҡыр, һаңғырау килеш ҡала бирҙе. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғанын күреп тора.

72. Хаҡтыр:

— Аллаһ — ул Мәрйәм улы Мәсих (Ғайса)! — тигәндәр кәфер булды. Гәрсә Мәсих үҙе:

— Әй, Исраил улдары, Раббым һәм Раббыбыҙ булған Аллаһҡа ғийбәҙәт ҡылығыҙ, һәм белеп тороғоҙ, кем дә кем Аллаһҡа тиңде эҙләй, мотлаҡ, Аллаһ уға йәннәтте харам ҡылыр, ундай кешенең керәсәк урыны утлы тамуҡ һәм залимдарға (шунда) ярҙам итеүсе булмаҫ, — тине.

73. Хаҡтыр:

— Аллаһ — өстөң өсөнсөһөҙер, — тигәндәр ҙә кәфер булды.

Бер Аллаһтан башҡа тәңре юҡтыр. Әгәр ҙә улар шулай ҡабатлауҙарынан уаз кисмәһә, кәфер булғандар әсе ғазапҡа дусар ителәсәк.

74. Аллаһҡа тәүбә итеп, улар ярлыҡау теләмәҫтәрме икән ни? Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер.

75. Мәрйәм улы Ғайса (Мәсих) бары тик бер илсеҙер-рәсүлдер. Унан элек тә күп кенә рәсүлдәр килеп киттеләр. Уның әсәһе лә бик тә әхләҡле ҡатын, һәр икеһе лә икмәк ашайҙар ине. Күр, улар тураһында нисек асыҡ итеп әйтәбеҙ, ләкин һуңынан нисек итеп (Ысынлыҡтан) йөҙ сөйөрәләр.

76. Әйт Һин:

— Аллаһтан боролоп, һеҙҙең өсөн файҙа ла, зыян да эшләй алмай торған зәғифкә табынырға теләйһегеҙме? Барыһын да белеүсе, ишетеүсе бары тик Аллаһтыр,— тип.

77. Әйт Һин:

Әй, Китап әһеле, динегеҙҙә ғәҙелһеҙ рәүештә сиктәрҙән уҙмағыҙ. Элек юлдан яҙған, байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырған һәм тура юлдан йыраҡлашҡан аҙғын бер ҡәүемгә эйәрмәгеҙ, — тип.

78. Кәферлектәге Исраил улдары (Аллаһ һүҙен) тыңла­мауҙары һәм (аҙғынлыҡта) сиктәрҙән уҙғандары арҡаһында Дауыт тарафынан һәм Мәрйәм улы Ғайса теле менән ҡәһәрлән­деләр.

79. Яман ғәмәлдәр ҡылыуҙан улар бер-берһен тыйманы­лар, хаҡтыр, улар ҡылған эш — ҙур гөнаһ.

80. Күбеһенең инҡарсылар менән дуҫлашҡанын күрер­һең. Күңелдәрен уларға бағышлап, үҙҙәрен алдан уҡ хәтәр нәмәгә дусар иттеләр, Хаҡтыр, Аллаһтың асыуына тап булып, улар мәңгелек ғазап эсендә ҡаласаҡ.

81. Әгәр улар Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә һәм уға индерелгәнгә иман килтергән булһалар, тегеләрҙе дуҫ итмәҫтәр ине, ләкин быларҙың күбеһе тура юлдан яҙҙы.

82. Әлбиттә, дошманлыҡ ҡылыу нисбәтенән ҡарағанда, кешеләр араһында мосолмандарға иң ҡурҡынысы йәһүдтәр менән мөшриктәр (күп Аллаһлылар) икә­нен күрерһең. Улар араһында мосолмандарға иң яҡын тор­ғандар:

— Беҙ — христианбыҙ, — тип әйтеүселәрҙе лә табырһың. Сөнки улар араһында монахтар, ғалимдар ҙа бар, улар бөйөк­лөккә дәғүә итмәйҙәр.

(«Был аяттарҙа телгә алынған христиандарҙың Хәбәшстанға (Эфи­опияға) күсеп, һижрәт итеп килгән мосолмандарҙы яҡшы ҡаршы­лап, уларға ярҙам иткән христиандар, хәҙрәти Мөхәммәд менән килешеү төҙөгән Нәфрән христиандары икәнлеге күп тәфсирҙәрҙә фаразлана Христиандарҙың, йәһүдтәргә һәм мөшриктәргә ҡарағанда, мосолмандарға яҡыныраҡ торғандары хаҡтыр. Гәрсә фанатик христиандарҙың тәре яуҙары ойоштороп, мосолмандарға күп бәләләр килтергәнлеге тарихтың иң әсе-ҡанлы сәхифәләрен тәшкил итә. Шулай ҙа, донъя мәшәҡәттәренә ҡул һелтәгән монахтар менән хри­стиан ғалимдары һәм улар тәьҫирендәге христиандарҙың Исламға яҡынлыҡтары бар. Хәҙрәти Пәйғәмбәр килгәс, байтаҡ ҡына монахтар ҡыуаныс менән ҡаршы алдылар һәм уны көтөлгән Пәйғәмбәр булараҡ ҡабул иттеләр»Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )

83. Рәсүлгә индерелгәнде (Ҡөръәнде) тыңлағанда, Хәҡиҡәтте танығандарына һөйөнөстән, уларҙың күҙҙәренән йәш аҡҡанын күрерһең. Улар әйтер:

— Раббыбыҙ, иман килтерҙек, беҙҙе Хаҡҡа (Аллаһҡа)иткәндәр сафына яҙ, — тип әйтерҙәр. (84) — Раббыбыҙ беҙҙе из­геләр араһына кертергә теләй икән, ни өсөн һуң әле беҙ алды­быҙҙағы Хәҡиҡәткә иман килтермәйбеҙ?

85. Шундай һүҙҙәр һөйләгәндәренә күрә, Аллаһ уларға мәңге йәшәр өсөн, арыҡтарынан шишмәләр ағып ятҡан йәннәттәрҙе бүләк итер. Изгелек ҡылғандарҙың әжере бына шулдыр.

86. Инҡарсылар һәм аяттарымды ялғанға сығарыусылар иһә йәһәннәм киҫәүе булыр.

87. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһ хәләл ҡылған яҡшы, саф нәмәләрҙе харамға сығармағыҙ һәм сиктәрҙән уҙмағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ сиктәрҙән уҙғандарҙы яратмаҫ.

88. Хаҡтыр, Аллаһ һеҙгә хәләл ҡылған саф ризыҡтар­ҙы ашағыҙ һәм үҙегеҙ иман килтергән Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡығыҙ.

89. Мәкерһеҙ, ашығып биргән антығыҙҙы боҙһағыҙ ҙа, Аллаһ яуапҡа язаламаҫ; фәҡәт шәриғәтсә ант итеп тә, ул антты үҙ файҙағыҙға боҙғанығыҙ хәлдә һеҙҙе язалар. Бо­ҙолған ант өсөн кәффәрәт түләнә. Ғаиләгеҙгә ашата торған ризыҡтың уртасаһы хәтле миҡдарҙа ун фәҡирҙең тама­ғын туйҙырыу йәки уларҙы кейендереү йәки бер ҡолдо азат итеү фарыз. Быларҙы үтәй алмаған кеше өс көн тоташтан ураҙа тота. Ант иткәндән һуң, боҙолған антығыҙҙың кәффәрәте ошо булыр. Һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Аллаһ һеҙгә асыҡ итеп аңла­та, ихтимал, һеҙ шөкөр итерһегеҙ.

(Аллаһ исеме менән ант иткән кеше антын, һис шикһеҙ, үтәргә тейеш. Әгәр ҙә ант итеп тә, эшләнәсәк эше харам йәки яман икә­нен беленһә, ул кеше антын боҙор, ул эштән баш тартыр һәм кәффәрәтен бирер. Кәффәрәт — гөнаһтан арыныу өсөн ҡылынған ғәҙел эш )

90. Әй, мосолмандар! Хәмер эсеү, аҙғын уйындар уйнау, һындарға баш эйеү, фал астырыу, ырымланған уҡтар менән шөбәғә һалыу шайтан ғәмәлдәреҙер, шаҡшылыҡтыр, уларҙан йыраҡ тороғоҙ: бәхеткә ирешерһегеҙ.

91. Иҫерткес һәм аҙғын уйындар менән шайтан арағыҙҙа үс орлоҡтарын, дошманлыҡ сәсә; Аллаһты иҫкә төшөрөүҙән һәм намаҙҙан биҙҙерергә теләй. Һеҙ был эштәрҙән ваз кисә алырһығыҙмы икән?

92. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә итәғәт итегеҙ һәм (гөнаһ ҡылыуҙан) тыйылығыҙ. Итәғәттән баш тартһағыҙ, белеп тороғоҙ, Рәсүлебеҙҙең вазифаһы (бары тик Аллаһ хөкөмдәрен) һеҙгә дөрөҫ итеп еткереү һәм аңлатыуҙыр.

93. Улар ысын күңелдән (гөнаһ эшләүҙән) һаҡланһалар, имандарын һаҡлаһалар, тағын да изгелек ҡылһалар, иман килтергән һәм изгелек ҡылғандарға элек ашаған-эскәндәре өсөн гөнаһ юҡ. Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.

94. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһ ҡулдарығыҙ һәм һөңгөләрегеҙ менән ауланған йәнлектәр менән Аллаһты күрмәйенсә лә, эстән генә Үҙенән ҡурҡалармы икән, тип һы­най. Кем сиктәрҙе уҙһа (тыйылғандан артығын ҡылһа), шул әсе ғазапҡа дусар.

95. Әй, иманлы бәндәләр, ихрамлы сағында кейек-йәнлек үлтермәгеҙ. Арағыҙҙан берәүһе (ярамағанлығын) белгән килеш йәнлек аулаһа, уның әжере язаҙыр. Арағыҙҙан ике кеше­не хөкөмдар итеп һайлағыҙ ҙа, тотолған (үлтерелгән) кейек­тең хаҡын билгеләтегеҙ. Ғәйепле кеше үҙ хайуанын салып, шул кейек миҡдарындағы ит менән Кәғбәләге фәҡирҙәр­ҙең тамағын туйҙырыр. Йәки ғәйепле әҙәм ураҙа тотһон. Шу­лай итеп, ҡылғандары өсөн кеше яуап бирергә тейеш. Аллаһ элеккеһен ғәфү итә. Кем был эште ҡабат эшләһә, Аллаһ уны ҡаты язаға тартыр. Аллаһ һәр ваҡыт еңеүсе һәм ғәҙел үс ҡайтарыусы (яза биреүсе).

96. Һәм һеҙгә, һәм юлсыларға, файҙа булараҡ, диңгеҙҙә ау ойоштороу, тотолған ризыҡты ашау хәләл ҡылынды. Их­рамлы сағығыҙҙа ҡоро ерҙәге ау һеҙгә харам ҡылынды. Аллаһ хозурында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ.

97. Аллаһ Кәғбәне — изге бинаны, харам айын, хаж ҡор­банын һәм уларҙағы биҙәктәрҙе кешеләр файҙаһы өсөн булдырҙы. Был —Аллаһтың күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, барыһын да белеп торғанын һеҙ белһен өсөн.

98. Белеп тороғоҙ, Аллаһтың язаһы әсеҙер. Аллаһтың ярлыҡауы, ғәфү итеүе лә сикһеҙҙер.

99. Рәсүл өҫтөнә төшкән вазифа фәҡәт (Ҡөръәнде) иреш­тереү генә. Аллаһ йәшермәгәнегеҙҙе лә, йәшергәнегеҙҙе лә белеп тора.

100. Әйт Һин:

— Әшәкелек-яманлыҡ менән сафлыҡ-изгелек бер түгел; хатта әшәкелек-яманлыҡтың күпселеге һеҙгә оҡшаһа ла. Аҡыл эйәләре! Шулай булғас, һеҙ гөнаһ ҡылыуҙан, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ һәм (тамуҡтан), ихтимал, ҡотолорһығыҙ, — тип.

101. Әй, иманлы кешеләр, яуабы һеҙгә ҡайғы килтерә торған нәмәләр тураһында һорашмағыҙ. Ҡөръән индерелгәс һораһағыҙ, асыҡ яуап табырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙе ғәфү итер. Аллаһ йомартлыҡ менән ярлыҡаусы һәм сабырҙыр.

102. Хаҡтыр, һеҙҙән алда килгәндәр ҙә шулай һора­ған ине, яуап алғандан һуң да улар инанманы.

103. Аллаһ (хайуандарҙы) бахирә, саифә, үасилә, хам, тип атап, улар тураһында күрһәтмәләр бирмәне. Ләкин кәферҙәр Аллаһҡа яла яға, сөнки уларҙың күбеһенең башы эшләмәй.

(«Исламдан әүәл ғәрәптәрҙә шундай йола бар ине. Улар биш тап­ҡыр быҙаулаған дөйәнең һуңғы быҙауы һаулыҡ булһа, шул дөйәгә Ба­хирә исеме ҡушып, ҡолағына тамға һалып, иреккә ебәрәләр, шунан һуң ул дөйәне һаумайҙар, һөтө таш һындарға, боттарға ҡала, имеш. Таш һындар, боттар хөрмәтенә иреккә ебәрелгән һәм һөтөн бары тик сәйәхәтселәр генә эсергә тейеш булған дөйәләргә Саифә тип әйтәләр. Берһе һаулыҡ, берһе игеҙ тәкә бәрәс килтергән һарыҡҡа йәки уға дөйәгә Үасилә тип исем ҡуша торған булғандар. Тәкә бәрәс, үгеҙ быҙау боттарға ҡорбан булараҡ салына. Ун тапҡыр быҙау атаһы булған ата дөйәгә Хам исеме ҡушылған һәм ул да иреккә ебәрелгән. Имештер, кәферҙәр, ошо йоланы Аллаһ бойорған, тип ялған һөйләйҙәр». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

Наши рекомендации