Нфәл (Табыш малы) сүрәһе. 5 страница
—Аллаһым, Һинең кәмселекле сифаттарың юҡ, —тигән һүҙҙәре доға булыр.
Шунда бер-береһе менән осрашҡанда әйтә торған һүҙҙәре: «сәләм», булыр. Уларҙың сәләм һуңындағы доғалары ла:
— Бары тик ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш, — тигән һүҙ булыр. (11)Әгәр Аллаһ кешеләргә, ашығыс бүләк теләгәндәре кеүек, яза биреүҙе лә ашыҡтырһа, уларҙың әжәле менән эш бөткән булыр ине. Беҙҙең менән (Әхирәттә) ҡауышыу көтмәүселәрҙе Беҙ аҙғынлыҡтары эсендә ҡойонһондар тип (үҙ ихтыярҙарына) буталып йөрөргә ҡалдырабыҙ.
(«Кәферҙәр: йә, Аллаһ, әгәр Ҡөръән Һинең тарафтан индерелгән булһа, Мөхәммәдте Пәйғәмбәр итеп Һин ебәргән булһаң, быларға ышаныуыбыҙҙы теләһәң, күктән таш яуҙыр йәки беҙгә хәҙер үк бер яза бир, — тинеләр.
Шунан һуң өҫтәге аят индерелде. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә гөнаһлы ҡолдарына шунда уҡ яза бирмәй, бәлки тәүбә итерҙәр, ҡылғандарына үкенерҙәр, тура юлға баҫырҙар, тип язаны кисектерә икән. Тәүбә итмәгәндәргә ул тәҡдирҙәрендә яҙылғанса ғүмер бирер, язаны ул уларға һуңынан был донъяла уҡ бирер йәки Әхирәт көнөнә ҡалдырыр».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
12.Ҡыйын хәлдәрҙә ҡалған саҡтарҙа кеше ҡырын ятҡан килеш тә, ултырып та, аяҡ өҫтө лә Беҙгә (ялбара, бәләнән ҡотҡарыуыбыҙҙы өмөт итеп) доға ҡыла; Беҙҙең ярҙам менән бәлә-ҡаза уҙып киткәс, әйтерһең дә, ул ярҙам һорап Беҙгә ялбармаған. Сиктәрҙе уҙғандарға үҙ ҡылғандары шулай яҡшы ғәмәл булып күренә. (13) Хаҡтыр, үҙҙәренә ап-асыҡ дәлилдәр (аяттар) килтереп тә (уларҙы ялғанға сығарғандары, Аллаһҡа ҡаршы өҙлөкһөҙ көфөр иткәндәре арҡаһында), ғәҙелһеҙ булғандары. иманға килмәгәндәре өсөн, Беҙ һеҙҙән әүүәл йәшәгән халыҡтарҙы һәләк иттек. Гөнаһлыларға Беҙ ана шундай әжер бирәбеҙ. (14) Һуңынан улар урынына Ер йөҙөнә һеҙҙең ҡәүемде килтерҙек, ҡарап ҡарайыҡ, һеҙ нимә ҡылырһығыҙ икән? (15) Аяттарыбыҙҙы дәлилдәр менән ап-асыҡ итеп уҡығас, (Әхирәттә) Беҙҙең менән ҡауышырға теләмәгәндәр (мөшриктәр һиңә):
— Юҡ! Беҙҙең өсөн һин башҡа бер Ҡөръән килтер йәки быныһын (беҙҙең файҙаға) үҙгәрт, — тинеләр.
Әйт һин:
— Уны алыштырыу йәки үҙгәртеү минең көсөмдән килә торған нәмә түгел. Мин уахи булып килгәндән башҡаһына инанмам. Әгәр ҙә Раббыма ҡаршы баш күтәрһәм, шик юҡ, хәтәр Көндөң (Ҡиәмәттең) ғазабынан ҡурҡам, — тип. (16) Әйт:
— Әгәр Аллаһ ихтыяр итмәһә, уны һеҙгә уҡымаған булыр инем, Аллаһ уны (минең аша) һеҙгә белдермәҫ ине. Мин бынан әүәл дә ғүмерем буйы һеҙҙең арала (ҡырҡ йыл) йәшәнем. Әле һаман аҡылға ултырманығыҙмы ни? (Әле һаман минең намыҫлы, ялғанһыҙ кеше икәнемә ышанманығыҙмы?) (17) Шулай булғас, Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар (һөйләүсе) йәки Уның аяттарын ялғанға сығарыусыларҙан да залим (ғәҙелһеҙ, әхләҡһеҙ) кем бар икән был донъяла? Хаҡтыр, ғәйеплеләр бер ҡайсан да (Аллаһ ҡаршыһында) уңыш ҡаҙанмаҫ. (18) Аллаһты инҡар итеп, улар үҙҙәренә зарар ҙа, файҙа ла эшләй алмай торған нәмәләргә табыналар һәм:
- Улар (беҙҙең боттарыбыҙ) Аллаһ ҡатында беҙҙе яҡлап-һаҡлап ҡаласаҡ, — тип әйтәләр.
Әйт:
- Һеҙ күктәрҙә һәм Ерҙә Аллаһ белмәгән нәмәләр тураһында хәбәр итәһегеҙме? Сөбхәналлаһ, Ул уларҙың тәңрегә һанаған нәмәләренән йыраҡ (өҫтөн, юғары) тора.
19. Кешеләр бер өммәт булып ойошҡан ине, ләкин бүленеп бөттөләр. Әгәр ҙә Раббыңдан бер һүҙ килмәгән булһа ине, (йәғни, гөнаһлыларҙың был донъялағы язаһын кисектереү тураһындағы һүҙе булмаһа ине) бәхәс сығанағы булған ҡаршылыҡтарҙы бөтөргән булыр ине (йәғни уларҙы шунда уҡ һәләк иткән булыр ине).
20. Улар:
- Уға (Мөхәммәдкә) Раббынан бер мөғжизә индерелһен ине, (шунан һуң беҙ уға ышана башлар инек), — тип әйтәләр.
Әйт:
— Йәшерен нәмәләр бары тик Аллаһ ихтыярында ғына. Көтөгөҙ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтәсәкмен, — тип. (21) Зарар күргәндән һуң кешеләргә муллыҡ бирәһең, шунан ҡарайһың да ғәжәп булаһың: улар аяттарыбыҙға ҡарата хәйлә-тоҙаҡ ҡороп яталар. Әйт:
— Аллаһтың тоҙағы хәтәрерәктер. Шик юҡ, илселәребеҙ (кәтибиндәр) һеҙ ҡорған хәйлә-мәкерҙәрҙе яҙып бара, — тип.
(«Был аят Мәккә халҡы тураһында. Аллаһ Тәғәлә ете йыл буйына ямғыр яуҙырмай. Мәккәне ҡоролоҡ, ҡытлыҡ, сир баҫа. Кешеләр, януарҙар ҡырыла. Шунан һуң Аллаһ мул ямғыр яуҙыра башлай. Мәмләкәт яңынан муллыҡ һәм бәрәкәткә ирешә. Ләкин кәферҙәр был бәрәкәтте Аллаһтан түгел, йондоҙҙар һәм боттар-һындарҙан килде, тип әйтәләр. Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарырға тотондолар».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
22. Һеҙҙе ҡоро ерҙә, диңгеҙҙәрҙә йөрөткән Улдыр. Һеҙ кәмәлә саҡта уңай, йомшаҡ ел алып китеп барғанда, эсегеҙ тулы шатлыҡ булыр. Кинәт кенә ҡаты дауыл сығып, һәр тарафтан ҡурҡыныс тулҡындар һөжүм итә башлаһа, солғанышта һәләк булабыҙ, тип улар Аллаһҡа ихлас ышанып:
— Әгәр ҙә беҙҙе был ғәрәсәттән ҡотҡарһаң, валлаһи, шөкөр итер инек, — тип ялбара башлаясаҡ. (23) Ләкин Аллаһ уларҙы ҡотҡарғас, ҡарағыҙ һеҙ, улар тағын Ер йөҙөндә урынһыҙға боҙоҡлоҡ ҡылалар. Әй, әҙәмдәр! Һеҙҙең ул боҙоҡлоғоғоҙ үҙ башығыҙға булыр, донъяла оҙаҡ боҙоҡлоҡ ҡыла алмаҫһығыҙ. Ахырҙа хозурыма килерһегеҙ. Бына шул ваҡытта Беҙ һеҙгә нимә ҡылғандарығыҙ тураһында әйтербеҙ. (24)Донъялағы тормош Күктән яуған ямғырға оҡшаш. Шул ямғыр кешеләр, йәнлектәр ашай торған үҫемлектәр менән аралаша. Ниһайәт, Ер йөҙө шулай гүзәллек менән ҡапланғас, кешеләр үҙҙәрен ошо гүзәллектең хужаһы тип һанай башланылар. Төн ваҡытындамы, көндөҙөнмө әмеребеҙ (әарәсәт) килер, Ер йөҙөн, кисә генә бер ниндәй ҙә гүзәллеге булмаған кеүек, тамырынан ҡутарып, харабалар хәленә килтерербеҙ. Бына, Беҙ зиһене булғандарға аяттарыбыҙҙы шулай аңлатабыҙ.
25. Аллаһ Үҙенең кешеләрен именлек йортона саҡыра һәм Ул теләгәндәрҙе тура юлға күндерә. (26) Изгелек ҡылғандарға мулдан-мул изгелек булыр. Уларҙың йөҙөнә ҡара тап та, хурлыҡ та килмәҫ. Бына шулар йәннәттә йәшәйәсәктәр ҙә инде. Һәм улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ.
27. Яманлыҡ ҡылғандар иһә, яманлыҡтары ҡәҙәр язаһын алыр. Улар рисуайға (хурлыҡҡа) ҡалыр. Уларҙы Аллаһтан (язаһынан) ҡотҡарырлыҡ бер кем дә булмаҫ. Уларҙың йөҙө дөм ҡараңғы төндөң киҫәктәре менән ҡапланған кеүек ҡара булыр. Бына шулар йәһәннәм кешеләрелер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (28) Уларҙың барыһын да бер ергә туплаясаҡбыҙ. Шунда Аллаһҡа тиң зат тапҡандарға әйтербеҙ:
— Үҙегеҙ ҙә, һындарығыҙ-боттарығыҙ ҙа урындарығыҙҙа көтөгөҙ, — тип. Шул көндө беҙ уларҙы айырырбыҙ. Шунан һуң уларҙың табынғандары әйтер:
— Һеҙ беҙгә табынманығыҙ, — тип.(29)— Был мәсьәләлә беҙҙең менән һеҙҙең арала шаһит булараҡ Аллаһ етәр. Шик юҡ, беҙгә табынғанығыҙҙы белмәй инек.
30. Шунда һәр кем фани донъялағы ҡылғандарына күрә әжерен алыр. Улар хәҡиҡи Раббы булған Аллаһҡа ҡайтарылыр. Уйҙырма тәңреләре уларҙы ташлар, юҡҡа сығыр. (31) (Рәсүлем, ий, Мөхәммәд) әйт:
— Һеҙгә Күктән һәм Ерҙән кем ризыҡ бирә? Һәм дә кем (барыһын да) ишетеп, күреп тороуға эйә? Йәнһеҙҙән йәнлене кем сығара, терене кем үлтерә ала? Бөтөн эштәр менән кем идара итә? — тип һора.
— Аллаһ! — тип әйтәсәктәр. Әйт:
— Ни өсөн (гөнаһ эшләп тә) Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙ? — тип. (32)Бына һеҙҙең ысын Раббығыҙ булған Аллаһ шулдыр. Хаҡтан һуң боҙоҡлоҡтан башҡа нимә ҡалыр? Ни ҡәҙәр һеҙ Аллаһтан йыраҡлаштырылғанһығыҙ. (33) Аллаһтың юлдан яҙғандар тураһындағы:
— Улар бер ҡасан да инанмаясаҡтар, — тигән һүҙе раҫланды. (34) Әйт:
— (Аллаһ тип) табына торғандарығыҙ араһында иң беренсе (яралтыусы), юҡтан бар итеүсе (йәнһеҙҙән йәнле яһаусы), һуңынан юҡ итеүсе (йәнен алыусы) һәм (яңынан бар итеүсе) тергеҙеүсе берәйһе бармы? — тип. Әйт:
— Әүүәл яралтып (юҡтан бар яһап), уны (юҡ итеп) үлтергәндән һуң Аллаһ ҡына яңынан терелтә ала. Шулай булғас, ни өсөн дөрөҫ юлдан сыҡтығыҙ? — тип. (35) Әйт:
— Аллаһ урынына табына торғандарығыҙ араһында хаҡ юлға илтеүселәр бармы? — тип. Әйт:
— Хаҡҡа бары тик Аллаһ ҡына илтә. Шулай булғас, хаҡ юлға илтеүсе артынан эйәреү яҡшымы? Әллә эйәртеүсе булмаһа, үҙен-үҙе лә йөрөтә алмаған мәхлүккә эйәреүме? Һеҙгә нимә булды? Ни эшләп һеҙ шулай яңғылыш фекерләйһегеҙ? (36) Уларҙың күбеһе фараздарҙан башҡаға буйһонмаҫ. Шик юҡтыр, Хәҡиҡәттән фараз ҡотҡармаҫ. Аллаһ уларҙың нимә ҡылырға теләгәндәрен бик яҡшы белеп тора. (37) Был Ҡөръән Аллаһтан башҡа бер зат тарафынан уйлап сығарылған нәмә түгел. Ул бары тик үҙенән (Ҡөръәннән) элек килгән башҡа китаптарҙы раҫлаусы һәм дөрөҫләүсе, аңлатып биреүсе Китап. Бында һис ниндәй шик-шөбһә булыуы мөмкин түгел. Ул (Аллаһ) — ғәләмдәрҙең Раббыһыҙыр. (38) Бәлки улар әйтер:
— Уны ул (Мөхәммәд) үҙе уйлап сығарған, — тип әйтерҙәр. Әйт:
— Әгәр ҙә һеҙ әйткәндәр дөрөҫ, тип уйлаһағыҙ, көсөгөҙҙән килһә, Аллаһтан башҡаларҙы ярҙамға саҡырығыҙ ҙа (Ҡөръәндәге кеүек гүзәл, мәғәнәле) берәй сүрә килтерегеҙ, — тип. (39) Юҡ шул, үҙҙәре аңламаған нәмәләрҙе, үҙҙәренә аңлатмаһы ла килмәгән килеш, улар (Ҡөръәнде) ялғанға һынай. Уларҙан әүүәлге өммәттәр ҙә (пәйғәмбәрҙәрҙе, китаптарҙы) шулай итеп, ялғанға сығарҙылар. Ҡара, ул залимдарҙың ахыры нимә менән бөттө? (Былары менән дә шул уҡ хәл ҡабатланасаҡ.)
(40) Уларҙың ҡайһы берҙәре уға (Ҡөръәнгә) ышана, ышанмағандары ла бар. Раббың боҙоҡ эш ҡылғандарҙы яҡшы белеп тороусы.
(41) (Рәсүлем) әгәр һине ялғансыға сығарһалар, әйт:
— Минең эшем үҙемә, һеҙҙең эшегеҙ үҙегеҙгә. Мин эшләгәндәрҙән һеҙ йыраҡ тораһығыҙ, һеҙ эшләгәндәрҙән мин йыраҡ торам, — тип.
(«Хәҙрәти Мөхәммәдтең, вазифаһы кешеләрҙе киҫәтеү, хәбәр биреүҙән тора. Кешеләрҙе иманға килтереү уның ҡулынан килмәй. Сөнки тура юлға баҫтырыу Аллаһтың ғәмәле. Шуға күрә, хәҙрәти Мөхәммәд үҙ ғәмәлдәре һәм әҙәмдәрҙе киҫәтеү өсөн генә яуап тотасаҡ. Киҫәтеүҙәргә, өндәүҙәргә ҡарамаҫтан, иман килтермәгәндәр үҙҙәре өсөн үҙҙәре яуап бирәсәк. Уларҙың иман килтермәгәненә Пәйғәмбәр яуаплы түгел».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
42. Улар араһында һине ишетеүселәр ҙә (тыңлағанға һалышыусылар ҙа) бар. Һаңғырауҙарға (етмәһә, аңғыра ла булһалар, дөрөҫлөктө) һин нисек аңлатырһың икән? (43) Улар араһында һиңә ҡарап тороусолар, һине күреүселәр ҙә бар. Ләкин улар Хәҡиҡәтте күрмәй. (Күңел күҙҙәре тома) һуҡырларғамы һин тура юлды күрһәтерһең? (44) Шөбһә юҡтыр, Аллаһ кешеләргә һис нисек тә золом итмәҫ. Ләкин кешеләр үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерә. (45) Ул Көндө (Ҡиәмәттә Аллаһ) барыһын да бер урынға туплаясаҡ. Улар фани донъяла көндөҙҙөң бер сәғәте кеүек тә тормағандай булырҙар, бер-берҙәрен танырҙар. Аллаһ менән (Ҡиәмәттә) осрашыуҙы инҡар иткәндәр (ялған һынағандар), тура юлдан яҙғандар, һис шикһеҙ, хәтәр зарар күрәсәк. (46) Уларга вәғәҙә иткәндәребеҙҙең (биреләсәк язаларҙың) бер өлөшөн генә булһа ла һиңә күрһәтермен йәки һине(ң йәнеңде) алырмын. Ләкин улар барыбер минең хозурыма ҡайтасаҡ. Аллаһ уларҙың нимә ҡыласағына шаһиттыр.
47. Һәр өммәттең үҙ пәйғәмбәре бар. Рәсүлдәре килгәс, улар араһында ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөлөр һәм улар хаҡһыҙлыҡҡа осрамаясаҡ. (48) — (Ий, Мөхәммәд) әгәр ҙә һин һөйләгәндәр хаҡ булһа, вәғәҙә иткәнегеҙ (Ҡиәмәт көнөгөҙ, биреләсәк язаларығыҙ) ҡасан буласаҡ һуң? — тип әйтерҙәр. (49) Әйт һин:
— Мин үҙемә Аллаһ әмеренән башҡа бер генә зыян да, бер генә файҙа ла эшләй алырлыҡ көскә эйә түгелмен, — тип, һәр өммәттең әжәле бар. Әжәл килгәс, бер генә сәғәткә лә ҡала алмаҫтар, бер сәғәткә алдан да китмәҫтәр. (50) Әйт һин:
— (Әй, мөшриктәр) Нимә әйтерһегеҙ? Аллаһтың язаһы һеҙгә төндә йәки көндөҙ килеп төшһә, нимә эшләрһегеҙ? Гөнаһлылар шуларҙың ҡайһыһын ашыҡтыра алыр икән? (51) Башығыҙға бәлә килгәндән һуң ғына Уға иман килтерәсәкһегеҙме? Әллә хәҙерме? Һеҙ (ғазап килеүҙе) ашыҡтыра инегеҙ. (52) Ахырҙа золом итеүселәргә:
— Мәңгелек ғазапты татығыҙ, — тип әйтелер. (Фани донъяла) үҙегеҙ йыйғандарығыҙға (гөнаһтарығыҙға) күрә язаһын алаһығыҙмы? Ҡылмаған гөнаһтарығыҙ өсөн язаланмайһыҙҙыр бит! (53)Кәферҙәр һинән һорай:
— Ул (язалар, ысындан да, киләсәкме) дөрөҫмө? — тип әйтәләр. Әйт:
— Әлбиттә, Раббым исеме менән ант итәм, (валлаһи), ысындан да дөрөҫ (ул ғазаптар киләсәк) һәм һеҙ Аллаһты көсһөҙләндерә алмаҫһығыҙ, — тип. (54) (Фани донъяла) ғәҙелһеҙлек ҡылған һәр кем, әгәр ҙә бөтөн донъя малына эйә булып алһа, (ғазаптан ҡотолор өсөн) бөтөн малын бирер ине. Әсе ғазапты күргәс, уларҙың күңелендә йәшеренгән үкенеүҙәре өҫкә сығыр. Барыһы ла ғәҙел хөкөмгә тартылыр, уларға тейешенән артыҡ яза бирелмәйәсәк. (55)Аң булығыҙ, күктәрҙә һәм Ерҙә булған һәр нәмә Аллаһтыҡы. Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡтыр, ләкин был турала күбеһе белмәй. (56) Ул йән өрөүсе лә, йән алыусы да, бары тик Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ. (57) Әй, кешеләр, һеҙгә Раббығыҙҙан бер өгөт (Ҡөръән Кәрим), күңелдәрегеҙҙә булғандарҙан (икеләнеү, ҡайғы, иманһыҙлыҡ борсоуҙарынан) бер шифалы дауа, мөьминдәр өсөн бер тура юл һәм рәхмәт килде. (58) Әйт:
— Аллаһтың йомартлығына һәм рәхмәтенә шатланһындар. Был (Ҡөръән күрһәткәнсә йәшәү) — улар йыйғандан (донъя байлығынан) хәйерлерәк, — тип. (59) Әйт:
— Аллаһ һеҙгә индергән ризыҡтарҙың бер өлөшөн хәләл, бер өлөшөн харам иттегеҙ, быға нимә әйтерһегеҙ икән? — тип. Әйт:
— Аллаһ рөхсәт иттеме һеҙгә, әллә Аллаһ тураһында йыйын юҡ-бар һөйләп йөрөйһөгөҙме? (60) Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар сығарғандарҙың Ҡиәмәт көнөндә күрәсәктәре тураһында нимә уйлайҙар икән? Шик юҡ, Аллаһ кешеләргә мәрхәмәтле. Ләкин уларҙың күбеһе шөкөр итмәҫ. (61) Һин берәй эш менән мәшғүл булғанда ла, Ҡөръәндән берәй аят уҡығанда ла, берәй эшкә бирелеп, мауығып китһәң дә, һәр ваҡыт өҫтөңдә шаһит булырбыҙ. Ҡайҙа булһа ла, Күктәме, Ерҙәме булһын, туҙан бөртөгө ауырлығындағы нәмәләр ҙә Раббының иркендә булыр (Уның иғтибарынан йәшеренеп ҡала алмаҫ). Тағын да бәләкәйерәге лә, ҙурырағы тураһында ла (Ләүхел Мәхфүз тип аталған) изге Китапта яҙылған. (62) Әйе, шулай, Аллаһтың дуҫтарына ҡурҡыныс юҡ; улар хәсрәттә ҡалмаҫ. (63) Улар — иман килтереп, тәҡүәлеккә ирешкән кешеләр. (64) Донъяла йәшәгәндә лә, Әхирәттә лә уларға биреүсе бар. Аллаһтың һүҙҙәрендә үҙгәреш юҡ. Бына был бөйөк ҡотолоштоң үҙелер.