Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 5 страница

(«Һижрәттең алтынсы йылында ғибәҙәт ҡылырға тип, Мәккә шәһәренә килгән мосолмандарҙы кәферҙәр Харам мәсетенә кертмәнеләр. Был эш һуғыштар тыйылған, йәғни һуғыш харам ителгән Зөлҡәғидә айында булды. Һуғышырға харам ителгән айҙа кәферҙәр мосолмандарға ҡаршы һуғыш астылар. Һуғыш туҡталғас, Мәккә ҡалаһында ике арала килешеү төҙөлдө. Икенсе йылда харам айында Харам мәсетендә кәферҙәр түгел, мосолмандар баш буласаҡ, тип әйтел­де. Икенсе йылда, ысындан да, мосолмандар Харам мәсетендә ғи­бәҙәт ҡылдылар. Шулай итеп, харам айҙа ҡаршы харам ай ғәмәлгә кереп ҡалды». (Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

195. Аллаһ юлында тейешле малдарығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән үҙегеҙҙе ҡурҡыныс язаға ташламағыҙ. Һәр ғәмәлегеҙҙә изгелек менән эш итегеҙ. Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.

196. Хажды һәм нәфел хаж (ҡорбан салмайынса ғына хаж ҡылыу) йолаларын Аллаһ риза булырлыҡ итеп үтәгеҙ. Әгәр был эштәр һеҙгә ҡыйынға тура килһә, ҡулығыҙҙағы ҡор­банлыҡты биреп ебәрегеҙ. Ҡорбан тейешле урынға барып етмәйенсә, сәсегеҙҙе ҡырҙырмағыҙ. Берәйегеҙ сирле булһа йәки башҡа берәй төрлө рәхәтһеҙлеге булһа (хажға барып етә алмаһа), ураҙа тотоп йәки саҙаҡа биреп йәки ҡорбан салдырыу урынына фидийә саҙаҡаһы биреп, бурысын үтәр. (Сирҙән, башҡа төрлө рәхәтһеҙлектәрҙән) имен булһағыҙ, хаж көндәренә саҡлы ғүмрә, йәғни ҡорбанһыҙ ғына Харам мәсетен зыярат итергә (күрергә) теләһәгеҙ, ул кеше үҙ яйына ҡарап, ҡорбан салдырырға тейеш. Ҡорбан салдырмаған кеше хаж көндәрендә өс көн, иленә ҡайтҡас, ете көн, бөтөнөһө ун көн ураҙа тотор. Был әйтелгәндәр Харам мәсете тирә­һендә йәшәмәгәндәр өсөн. Аллаһтан (нәфрәтенән) ҡур­ҡығыҙ. Белеп тороғоҙ, Аллаһтың гөнаһлыларға бирәсәк язаһы бик тә хәтәр буласаҡ.

197. Хаж ҡылыу мәғлүм бер айҙарҙа була. Шул айҙарҙа хажға барырға ниәтләгән кеше (ихрамға керә, йәғни) хаж дәүерендә ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмамаҫҡа, гөнаһ һаналған бөтөн нәмәләрҙән ваз кисергә, кешеләр менән ғауғалашмаҫҡа тейеш. Изгелек эшләгәнегеҙҙе Аллаһ күреп тора. (Әй, мөьминдәр, Әхирәт өсөн) ризыҡ әҙерләгеҙ. Белеп тороғоҙ, ризыҡтың иң хәйерлеһе — иманлы булыу. Ий, аҡыл эйәләре, Минең әмерҙәрем­де үтәмәүҙән ҡурҡығыҙ.

198. (Хаж фасылында сауҙа итеп) Раббығыҙҙан ризыҡ (сауҙа файҙаһы) теләһәгеҙ, һеҙгә гөнаһ юҡтыр. Ғәрәфәт тауынан төшөп, төркөм булып Мәшғәри Харамға ҡайтҡас, Аллаһты зикер итегеҙ һәм аҙашып йөрөгәнегеҙҙә (таш һындарға табынған сағығыҙҙа) һеҙҙе тура юлға баҫтырғаны өсөн Аллаһты иҫкә алығыҙ.

(«Ихрам» һүҙенең ике мәғәнәһе бар. Ихрам — энәһеҙ, епһеҙ әҙерләнгән кейем. Был аҡ туҡымаға төрөнөп, мосолмандар хажға бара. Кәфенгә оҡшашлығы менән ул, бәлки, үлемде, Әхирәт көнөн иҫкә төшөрөп торор өсөн тәғәйенләнгәндер. Бөтөн мосолмандар­ҙың, ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, аҡ туҡымаға төрө­нөп хажға йыйылыуы уларҙы рухи яҡтан берләштерә, теләктәш­лек, рухи туғанлыҡ хисен арттыра булһа кәрәк. Ҡайҙан ғына килгән булһаҡ та, ниндәй генә телдә һөйләшһәк тә асылда беҙ ҡәрҙәштәр, Аллаһ беҙҙең уртаҡ Тәңребеҙ, тигәнде аңлатаҙыр был уртаҡ аҡ кейем. Икенсе мәғәнәһе, хажға барыр алдынан уҡ тәҡүә тормошҡа күсеү, таҙарыныу, ураҙалағы кеүек, үҙеңде тыйыу, шикле-гөнаһлы эштәрҙән ваз кисеү, тигән һүҙ ул ихрам». (Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

199. Һуңынан башҡа кешеләр төркөм-төркөм булып төшкән ерҙән (Ғәрәфәт тауынан) һеҙ ҙә төшөгөҙ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ һәр ваҡыт ярлыҡаусы, кисереүсеҙер. (200) Хаж ғибәҙәттәрегеҙҙе тамамла­ғас, ата-бабаларығыҙҙың рухын иҫкә алғанығыҙ кеүек, хатта уларҙан да нығыраҡ Аллаһты зиһенегеҙҙә тотоғоҙ. Кешеләр­ҙең шундайҙары ла бар, улар:

— Йә, Раббыбыҙ, беҙгә донъяла (яҡшы тормош) бир, — тип әйтәләр. Улар өсөн Әхирәттә ярлыҡау насип ителмәҫ. (201) Шундайҙарҙың ҡайһы берҙәре:

— Йә, Раббым, беҙгә донъяла ла яҡшы тормош бир, Әхирәттә беҙҙе йәннәткә урынлаштыр. Беҙҙе йәһәннәмеңдән ҡотҡар, — тип әйтәләр. (202) Бына уларға, үҙҙәре ҡаҙанғандарға насибы булыр. Аллаһ тиҙ арала иҫәп-хисап ала­саҡ. (203) Һанаулы көндәрҙә (йәғни хаж көндәрендә) Аллаһ­ты зикер итегеҙ. Ашығыс рәүештә ике көндә (Мина тауы­нан төшөп, Мәккәгә) етергә теләгән кешенең гөнаһаһы булмаҫ. Кисеккән кешенең дә гөнаһаһы булмаҫ. Ул эш тәҡүәләр өсөн. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ, һис шик юҡ, һеҙ барығыҙ ҙа Уның хозурына килеп баҫасаҡһығыҙ.

204. Кешеләр араһында шундайҙар (мәкерлеләре) бар, улар (дин тотоуҙары тураһында) донъялағы тормош хаҡында (татлы) һүҙҙәр һөйләп, Һине хайран ҡалдырыр. Туралыҡтарын иҫбатлау өсөн улар Аллаһ исеме менән ант итәләр. Ғәмәлдә уларҙан да ҡурҡыныс дошман юҡ.

205. Шундай кеше һинең яныңдан китеп (эш башына ултыр­һа), аҫтыртын эш йөрөтә башлай. (Фетнәгә, ғауғаға сәбәпсе була) һәм игендәрҙе, малдарҙы харап итеп, нәҫел ҡоротоу өсөн бөтөнөһөн эшләй, Аллаһ фетнәселәрҙе яратмай. (206) Уға: Аллаһтан ҡурҡ, тиһәләр, ул тағын да тәкәберләнә, уның был мин-минлеге тағын да боҙоҡ юлға этә. Уға иң ҙур яза — йәһәннәм ғазабы. Йәһәннәм ул — иң хәтәр урын бит!

207. Кешеләр араһында тағын шундайҙары ла була: улар Аллаһтың ризалығын алыу өсөн, йәнен дә ҡыҙғанмай. Аллаһ Үҙ ҡолдарына ғәйәт мәрхәмәтле.

208. Әй, иман килтергән кешеләр, барығыҙ ҙа (татыуланып) берләшеп, Ислам диненә керегеҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шик юҡ, ул һеҙҙең ҡан дошманығыҙ.

209. Шундай ап-асыҡ дәлилдәр килгәндән һуң да һеҙ юлдан яҙһағыҙ, белегеҙ: Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡөҙрәтле һәм хикмәткә эйә.

210. Улар (Исламды ҡабул итмәгән кешеләр) Аллаһ болот­тарға төрөнөп, фәрештәләре менән бергә килеп төшөр һәм эштәрҙе тамамлар, тип көтәләрме икән әллә? Ә эштәр үтәлде инде һәм бөтөн эштәр ҙә Аллаһ хозурына килер.

211. Исраил тоҡомона (йәһүдтәргә) әйт һин: уларға күпме аңлайышлы аяттар бирҙек. Кем үҙенә Аллаһ тара­фынан күндерелгән ниғмәтте (Тәүрәт һәм Ҡөръәнде) үҙгәртһә, алмаштырһа, шөбһәһеҙ: Аллаһтың язаһы (уға) бик тә хәтәр буласаҡ.

212. Кәферҙәргә был донъя рәхәт тормош булараҡ күрһәтел­де. Улар иман килтергән кешеләрҙән көлдөләр. Гәрсә, иманға тоғро булғандар Ҡиәмәт көнөндә тегеләрҙән өҫтөн сығасаҡ.Аллаһ Үҙе теләгән кешеләргә хисапһыҙ ризыҡ бирер.

213. Кешеләрҙең барыһы ла бер өммәттән ине. (Әммә кешеләр ҡайһыһы иман килтерҙе, ҡайһылары кәфер булып китте һәм улар бер-берһенә дошман булды) шуға күрә, Аллаһ (иман килтергәндәрҙе йәннәт тураһындағы) һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡыуандырырға, (иманһыҙҙарҙы йәһәннәм менән киҫәтеп) ҡурҡытырға пәйғәмбәрҙәрен ебәрҙе. Ҡәүемдәр араһындағы ҡаршылыҡтарҙы хөкөм итер өсөн, хаҡ китаптар индерҙе. Ләкин үҙҙәренә китап индерелгән ҡәүемдәр, ап-асыҡ дәлил­ле китаптар алғандан һуң да, көнсөллөктәре арҡаһында, диндә килешә алмайынса, айырылдылар (төрлө фирҡәләргә бүленделәр.) Был мәсьәләлә Аллаһ иман килтергән кешеләргә үҙ ихтыяры менән тура юл күрһәтте. Теләгән кешеләрҙе Аллаһ тура юлға күндерә.

214. (Ий, мөьминдәр) әллә һеҙ үҙегеҙҙән элек йәшәгән ке­шеләр күргән ҡыйынлыҡтарҙы күрмәйенсә генә, язалар таты­майынса ғына йәннәткә керергә хыялланаһығыҙмы? Улар хәйерселектә йәшәне, күп төрлө ҡыйынлыҡтар күрҙе, аптырашта, сараһыҙ ҡалды. Хатта пәйғәмбәрҙәр мөьминдәр менән бер­лектә:

- Аллаһтың ярҙамы ҡасан килер? —тинеләр. Күҙегеҙҙе асып ҡарағыҙ: ысынлыҡта Аллаһтың ярҙамы яҡындыр.

215. Улар саҙаҡаға нимә бирергә кәрәклеге тураһында һорарҙар. Һин әйт:

—Яҡшы малдан биреләһе өлөш — ата-әсәгә, ҡәрҙәштәргә, йәтимдәргә, ярлыларға, сәфәрҙәгеләргә бирелгән кеүек. Изгелекле һәр эшегеҙҙе, шөбһәһеҙҙер, Аллаһ белеп тора.

216. (Ий, мөьминдәр) һуғыш эштәренә нәфрәтле булһағыҙ ҙа (дошмандарға ҡаршы) һуғышыу һеҙгә фарыз ителде. Шулай ҙа була: һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнәһегеҙ, ә ул һеҙҙең өсөн файҙалы; ҡайһы саҡ һеҙ үҙегеҙгә зарарлы булғандарҙы ла яратаһығыҙ. Быларҙың барыһын да Аллаһ белә, һеҙ белмәйһегеҙ.

217. Харам айында булған был һуғыш тураһында һинән һорарҙар. Һин әйт:

— Ул айҙа һуғышыу — ҙур гөнаһ. (Кешеләрҙе) Аллаһ юлы­нан барыуҙан тыйыу, Аллаһты инҡар итеү, Мәсжиди Харамға керергә теләгәндәрҙе тыйыу, халыҡты унан ҡыуып сығарыу иһә Аллаһ ҡаршыһында тағын да ҙурыраҡ гөнаһ. Фетнәсе — кеше үлтереүсенән дә яманыраҡ. Көстәре етһә, кәферҙәр динегеҙҙән яҙҙырғансыға саҡлы һеҙҙең менән һуғышасаҡ. Берәйегеҙ диненән яҙһа, кәфер булып үлһә, уның донъяла ҡылған яҡшы эштәре Әхирәттә файҙа бирмәҫ. Улар уттың дуҫы булыр. Улар шунда (йәһәннәм утында) мәңгегә ҡаласаҡ.

218. Хәҡиҡәтән, иман килтергән кешеләр, йорттары­нан күсеп китеп, дин юлында һуғышҡандары өсөн, Аллаһтың рәхмәтен өмөт итә. Аллаһ иман килтергәндәрҙе ярлыҡаусы, уларҙы етди рәүештә ғәфү итеүсе.

219. Иҫерткес эсеү һәм отошло (аҙғын) уйындар тураһында һинән һорарҙар. Һин әйт:

— Уларҙың һәр икеһендә лә ҙур гөнаһтар һәм әҙ генә файҙа ла бар. Гөнаһтары файҙаларына ҡарағанда күберәк, — тип әйт. Йәнә һинән саҙаҡаның нисек бирелергә тейешлеге тураһында ла һорарҙар. Һин әйт: — Ихтыяжыңдан артҡанын бир, — тип. Аллаһ аяттарын ана шулай аңлатып бирә. Бәлки уйланырһығыҙ?

220. Һеҙ донъя тураһында ла, Әхирәт тураһында ла уйланы­ғыҙ. Һинән (Мөхәммәд) йәтимдәр тураһында ла һорарҙар. Әйт:

— Уларҙы тейешенсә тәрбиә итеү, тормоштарын яҡшыр­тыу — изгелектер, — тип. — Улар менән бергәләшеп йәшәһәгеҙ, улар һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ булып китер. Аллаһ (йәтимдәр) файҙаһына ғәмәл ҡылғандарҙы да, яманлыҡ ҡылғандарҙы ла белеп тора. Теләгән кешеһенә Аллаһ зыян-зәхмәт килтерә ала. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ — еңеүсеҙер, хөкөм һәм хикмәт эйәһеҙер.

221. (Ий, мөьминдәр) Аллаһтан башҡа нәмәләрҙе тәңре тип табыныусы (мәжүси) ҡатындарға (иман килтермәҫтән) өйләнмәгеҙ. Иман килтергән йәриә (ҡол ҡатын) мәжүси ҡатындан — ул һеҙгә бик оҡшаһа ла — күпкә яҡшы­раҡ. Мосолман ҡатындарҙы ла мөшрик ирҙәргә (әгәр ул ирҙәр Исламды ҡабул итмәгән булһа) кейәүгә бирмәгеҙ. Мөьмин ҡол ирекле мөшрик ирҙән яҡшыраҡ, хатта ул (мөшрик ир) һеҙгә бик оҡшаһа ла. Улар (мөшриктәр) һеҙҙе йәһәннәмгә тарта, Аллаһ иһә үҙ теләге менән йәннәткә һәм ярлыҡауға саҡыра. Ул кешеләргә аяттарын ап-асыҡ итеп аңлата. Яҡшылап уй­лағандан һуң, бәлки ғибрәт алырҙар (тура юлға баҫырҙар, мөьмин булып китерҙәр).

222. Улар һинән ҡатындарҙың айға бер тапҡыр була торған күреме тураһында ла һораштырыр. Һин әйт:

— (Ҡатын-ҡыҙ өсөн) ул бер яфа инде, — тип. — Шуға күрә, күрем ваҡытында ҡатындарығыҙға теймәгеҙ, (енси мөнәсәбәттәргә кермәгеҙ), улар таҙарынғанға тиклем ҡатындарығыҙға яҡынлашмағыҙ. Таҙарынғас, улар менән, Аллаһ бойорғанса ғәмәл ҡылығыҙ, һәр хәлдә, Аллаһ тәүбә иткәндәрҙе һәм таҙарынғандарҙы ярата.

223. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең өсөн иген баҫыуыҙыр. Иген баҫыуығыҙға теләгәнегеҙсә барығыҙ. Алдан уҡ әҙерләнеп, үҙегеҙ (ҙең киләсәгегеҙ, ләззәтегеҙ) өсөн яҡшы ғәмәлдәр ҡы­лығыҙ. Һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белеп то­роғоҙ, хәҡиҡәтән, һеҙ Уның хозурына барасаҡһығыҙ. Иман килтергән кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙәр ирештер.

224. — Валлаһи, изгелек ҡыласаҡмын, мин тәҡүәлеккә күсәсәкмен, мин кешеләрҙе дуҫлаштырыусы, — тип, бер ҡасан да Аллаһ исеме менән ант итмәгеҙ, үҙ юлығыҙға кәртә ҡуймағыҙ. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

225. Аллаһ (үҙегеҙ белештермәйенсә биргән, хөсөтө-мәкере бул­маған) антығыҙҙағы хаталар өсөн язаламаҫ. Фәҡәт күңе­легеҙҙәге хөсөтлөк өсөн яза бирер. Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлелер.

226. Ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа ант иткән кеше (ҡа­тынын йәнә теләһә лә) дүрт ай көтөргә тейеш. Ирҙәр шунан һуң антынан ваз кисһә (кәффәрәт итһә, өс көн ураҙа тот­һа) ҡатындары менән яҡынлыҡ ҡыла алалар. Шик юҡ, Аллаһ етди рәүештә ярлыҡаусы, ысындан да, кисереүсе.

227. Айырылырға теләү ҡотолғоһоҙ булһа, (ир менән ҡатын) айырылыр. Шөбһәһеҙ, Аллаһ ишетеп, күреп тороусы. (228) Талаҡ алған ҡатындар башҡа иргә сығырға теләһә, өс тап­ҡыр күрем күргән ваҡыт уҙғансы сабыр итер. Айырылған ҡа­тындар, әгәр улар Аллаһҡа ышанһалар, Әхирәт көнөнә инанһалар, үҙ аналыҡтарындағы (беренсе иренән балаға уҙғанлы­ғын) яралғыһын йәшерһә, хәләл булмаҫ. Айырған ир ошо (өс ай) ваҡыт эсендә, татыуланырға теләп, ҡатынын кире ҡайтар­һа, хәйерле булыр. Ирҙәрҙең ҡатындары өҫтөнән хоҡуҡтары булған кеүек, ҡатындарҙың да ирҙәре өҫтөнән хоҡуҡтары бар. Ләкин йола буйынса ирҙәрҙең (ғәйлә башлығы булараҡ) ҡатындар өҫтөнән булған хоҡуғы күберәк. Аллаһ мотлаҡ еңеүсеҙер, хәҡиҡәтән, хөкөм сығарыусы һәм хикмәт эйәһе­ҙер. (229) Талаҡ (ир менән ҡатындың айырылыуы) ике өлөштән тора. Ир кеше ҡатынын ике тапҡыр талаҡ итһә, яңынан то­рорға теләһә, ҡаршылыҡһыҙ ҡатынын кире алырға хаҡлы, яҡшылап торорға хоҡуҡлы. Йәки яҡшылыҡ менән, тейешен биреп, айырып ебәрә. Айырғанда ҡатындарығыҙҙың мәһерен (уларға бүләк ителгән нәмәләрҙе) алып ҡалыу хәләл булмаҫ. Әгәр улар икеһе лә Аллаһ ҡуйған сиктәрҙе үтәмәүҙән ҡурҡһа ғына. Әгәр ҙә шул сиктәрҙе уҙырбыҙ тип ҡурҡһағыҙ, ул ҡатын иренә ҡалым малын, мәһерен биреп, азатлыҡ (талаҡ) алыр. Ул сағында уларҙың икеһе лә гөнаһлы бул­маҫ. Һөйләнгәндәрҙең барыһы ла Аллаһ ҡуйған сикләнеүҙәр­ҙер. Шул сиктәрҙе боҙмағыҙ. Шул сиктәрҙе боҙған кешеләр залим булыр. (230) Ир кеше ҡатынына өс тапҡыр талаҡ әйтһә, ул ҡатын иренә хәләл булмаҫ; икенсе бер ир менән никахла­шып, унан талаҡ алғас ҡына, беренсе ир ошо ҡатын менән йәнә никахлаша ала. Был эштә гөнаһлылар юҡ. Әгәр ҙә улар алға табан Аллаһ билгеләгән сиктәр эсендә йәшәүҙәренә инан­һалар. Бына былар Аллаһтың сикләүҙәре булыр. Аллаһ был сикләүҙәрҙе аңларҙай белемле кешеләргә бәйән итә.

231. Ҡатынығыҙҙы айыраһығыҙ икән, уның ғиддәте (билге­ләнгән ваҡыты) уҙғас, яҡшылап ҡына тороғоҙ йәки яҡшы­лап ҡына айырып ебәрегеҙ. Ләкин һеҙ уны йәберләп, ирек­һеҙләп тотмағыҙ. Шулай ҡыланған кеше, үҙ-үҙенә ҡарата золом ҡыла. Аллаһтың аяттарын көлкөгә әйләндермәгеҙ. Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәттәрен, һеҙгә өгөт-нәсихәт бирер өсөн индергән Китабын (Ҡөръәнде) һәм уның хикмәттәрен иҫе­геҙҙән сығармағыҙ. Аллаһтың язаларынан ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ. Хәҡиҡәтән, Аллаһ барыһын да белеп тора.

232.. Ҡатынын айырғас һәм ҡатындың ғиддәте үткәс, алға табан ҡатыны менән шәриғәтсә йәшәргә теләһәләр, улар­ҙың яңынан никахлашыуына ҡамасауламағыҙ. Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә иман килтергәндәргә ошондый өгөт бирелә. Был һеҙҙең өсөн бик тә файҙалы һәм сафлыҡтыр. Был эштәрҙең барыһын да Аллаһ белер, һеҙ белмәҫһегеҙ.

Наши рекомендации