Бына Әмилә үҙенә оҡшағанын һайлап алды. Башы күккә тейерҙәй булып ҡыуана инде.

Шунан беҙгә һайлашырға тотондо:

Тәк, Ильяс, быға тиклем ҡыҫҡа еңле костюмда йөрөүеңде онот! Хәҙер шартына килтерәбеҙ. Бына быныһын үлсәйек әле.

Киңерәк шикелле, Әмилә.

Улай булғас, быраҡтыр ситкә! — Тәрбиәсе ишетмәгәндә ҡолағыма шыбырланы. — Икенсеһен ҡарайыҡ.

Ныу, Ильяс, ҡалай шәп быныһы! — Ситтән ҡарап торған Фәрит һоҡланыуын йәшермәне. Тиҙҙән уға ла килешкәнен һайланыҡ. Был юлы тап килгән кроссовкаларҙы ла алдыҡ. Бына, исмаһам, шатлыҡ.

Уңлап килгәндәргә бындай бәхет тәтемәне. Уларҙы быйыл да "инкубаторҙар" тип эләкләйәсәктәре көн кеүек асыҡ. Ә беҙгә улай тип әйтмәйәсәктәр. Үәт!

Беҙ быларҙы кемгә генә маҡтанып күрһәтмәнек. Төркөмдәштәр бына исмаһам көнләште! Ярай әле башлы Әмиләбеҙ бар! Мәктәптә лә иғтибар үҙәгендә булдыҡ.

Бына ҡарағыҙ әле — ниндәй кейем алып бирҙеләр! — Класташыбыҙ шундуҡ өйрөлөп тә күрһәтә. — Детдомдыҡы булғас та беҙҙе мәхрүмештәр тип уйламағыҙ!

Ауыл балалары ла быға һоҡланып ҡуя:

Оһо! Бигерәк килешә һиңә, Әмилә!

Йылы тәнеңдә туҙһын...

Еҙ ана Ильяс менән Фәриткә ҡарағыҙ әле! — Ул беҙгә бармағы менән күрһәтә. — Үҙем һайлап бирҙем. Бына, исмаһам, джентельмендар хәҙер!

Инде беҙҙең өҫ-башты тикшерә башланылар. Матур кейемдә булғас, уҡыуы ла еңел икән. Үҙем генә бөгөн ике "бишле" алдым. Әмилә лә "бишле"не эләктерҙе.

Бөгөн бөтә дәрестәр ҙә һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тиҙерәк киләһе уҡыу көнөнөң етеүен теләп, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Шәп иттек, ивет малайҙар!

Эйе, рәхмәт һиңә, Әмилә!

Шатлығыбыҙҙың сиге булмаҫ кеүек ине...

Мәктәптән ҡайтҡас та детдом директоры кабинетына саҡыртып алды.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна беҙҙе күреү менән, төкөрөктәрен сәсә-сәсә һөйләнә башланы:

Күҙегеҙ түпәгә менерҙәй итеп күп шаштығыҙ! Мәктәптә лә, бында ла эш боҙоп ҡына тораһығыҙ. Кисәге генә дәрестә һуғыш ойошторғанһығыҙ икән. Ә тәрбиәсегә ҡайтып, уҡытыусы ауырый тип алдағанһығыҙ. Хәкимә апайығыҙ, етмәһә һеҙгә кейем дә келәттән алып биргән. Юҡ-ҡ... Бындай рәхмәтһеҙ балаларҙы шаштырырға ярамай. Хәҙер үк быйыл алған бөтә кейемдәрегеҙҙе лә кире тапшырығыҙ! — Директорҙың һүҙҙәренән әллә нисек булып китте. Класташтарымдың да башы эйелде.

— Апай, дөрөҫөн әйткем килә... — тип һүҙ башлағайны ғына Әмилә, Мәүлиҙә Нурғәлиевна шунда уҡ уның ауыҙын япты:

Етәр-р! Ишеткем дә килмәй тауышығыҙҙы! Күҙемдән юғалығыҙ һуғыш суҡмарҙары! Ә хөкүмәт әйберҙәрен хәҙер үк тапшырығыҙ! Марш бынан әремтамаҡтар!..

Яңы костюм, ялтлап торған кроссовки кейеп бүтән йөрөй алманыҡ. Улай ғына булһа ине лә ул! Йыл башында алған футболканы ла, свитерҙы ла, бүтән кейемдәрҙе лә тартып алдылар...

Эшләй белмәй

Көҙ — беҙҙең өсөн ҡыҙыу миҙгел. Быйыл бигерәк тә, сөнки картуф һәләк уңған икән. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апайҙың баҡсаһы ғәләмәт ҙур. Бына шунда көн дә эшләйбеҙ ҙә инде. Картуф алырға барасағыбыҙҙы алдан әйтеп ҡуя. Ял етһә, көнөбөҙ шунда үтә.

Бөгөн дә үҙе детдомда эш урынында ятып ҡалһа ла, алты баланы өйөнә ебәрҙе.

Көндәр боҙолорға тора, бөгөн эште бөтөрөгөҙ инде, — тине беҙҙе оҙатҡанда.

Рәйфә апайҙың баҡсаһындағы ер яман ныҡ ҡаты, шуға унда ҡаҙыуы ла ауыр. Анау көндә ҡулға сөйәл сығып бөттө, бил дә төнө буйына һыҙланы. Етмәһә, апай үҙе өйҙә булмаһа, уның ире беҙҙең хужабыҙ кеүек ҡылана. "Ярай, ҡайтып ашап килегеҙ", — тип, төш етһә детдомға ҡайтара. Тәрбиәсебеҙ төшкө аштан һуң йәнә үҙенә ҡыуа. Тәмләп өйөндә сәй эсереүҙәре һирәк кенә булғыланы.

Кисәге төркөмөбөҙҙә төнгө "няня" булып эшләүсе Флүрә апай үҙенә ҡунаҡҡа саҡырғайны.

Тәмле итеп аш бешерермен, ҡоймаҡ ҡойормон. Мунса ла яғырбыҙ әле, — тине мөләйем апай. Төшкә тиклем Рәйфә апайҙа бил бөктөк тә ул, тик детдомға килеп ашағандан һуң кире барғы килмәне. Арыным, шул картуфын күрге лә килмәй. Фәрит тә әллә ни атлығып тормай.

Фәрит, әйҙә, Флүрә апайға барайыҡ. Ул кисә саҡырҙы бит, — тинем бүтәндәр ишетмәгәндә.

Ысынлап та. Ҡара әле онотоп та торамсы. Әйҙә, барайыҡ...

Төшкө аштан һуң алтауыбыҙ Рәйфә апайҙың ҡушыуы буйынса баҡсаһына киттек.

Малайҙар, бөгөн өлгөртөр кәрәк... — тип йәнә ҡабатланы тәрбиәсебеҙ.

Детдомдың ҡапҡаһынан сыҡҡас та Фәрит менән икенсе яҡҡа һыпырттыҡ. Малайҙарға был турала өндәшмәҫкә ҡуштыҡ.

Беҙгә лә күстәнәс алып килһәгеҙ, Рәйфә апайға әйтмәбеҙ, — тине "эшселәрҙең" береһе. — Уның ире лә өйҙә юҡ шикелле. Моғайын, һиҙмәҫтәр.

Рәхмәт һеҙгә. Алып килербеҙ...

Йылғаға яҡын ғына матур өй бар. Ошо булыр Флүрә апайыбыҙҙың йорто. Ана, баҡсаһы тулы сәскә, әллә ҡайҙан балҡып тора.

О-о-о, ниндәй ҡунаҡтар! — Хужабикә беҙҙе күреү менән йылмайып ебәрҙе. — Әйҙүк, әйҙүк. Бына ашым да бешә. Кисәге генә һарыҡ һуйғайныҡ.

Тәмле еҫ өйгә таралған. Их, ҡалай танауҙы ҡытыҡлай ул! Күптән ундай ашты ашаған юҡ ине.

Флүрә апай шыж да пыж итеп ҡоймаҡ ҡоя, үҙе беҙҙең менән һөйләшә:

Улымды былтыр әрмегә алғайнылар — күңелһеҙ булып китте әле. Чечняға эләккән бәләкәсем. Ә ағайығыҙ эштә. Мин көнө буйы өйҙә яңғыҙым. Бына һеҙҙе күргәс, өй яҡтырып китте.

Эҫе генә ҡоймаҡтарҙы ҡаймаҡлап алдыбыҙға ҡуя.

Наши рекомендации