Арғымаҡ ат юл башлар 5 страница

Список 9
Ошо көндә бер күпер алдында һеҙ — ҡылдан нәҙек,
Ҡурҡыныс, бик ҡурҡыныс, аһ, китһәгеҙ юлдан яҙып.
Ул күпер аҫты тамуҡтыр, аръяғында — фирдәүес,
Кисһәгеҙ, ух... ниндәй ҡыҙыҡ, уңдан аҙыҡ, һулдан аҙыҡ.
Һеҙ кисерһеҙ ул күперҙән шатланып, рәхәтләнеп,
Тик фәҡәт башҡорт өсөн булған пыраҡҡа атланып.
Башҡалар биргән һарыҡ-ҡуйҙарға атланһағыҙ,
Ант итәм, йығылып төшөрһөҙ аҫҡы ҡатҡа ҡапланып.
Нәрҫә ул һеҙҙе тамуҡтан ҡотҡара торған пыраҡ?
Ул пыраҡтыр туғыҙынсы номерлы спискаң — сыраҡ.
Шул номерға бир тауыш, алмаҡсы булһаң тупраҡ,
Юҡһа тауышың ситкә китһә, йәмле ерҙәр әлфираҡ!
. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . .
Эй, туған башҡорт, әгәр булмаһаң бәдбәхет,
Ерҙе һаҡла, ер ҡосаҡла, ер һиңә алтын тәхет!
Беҙ туғыҙ ҡабат әйтәбеҙ: алдаусылар байтаҡ булыр,
«Дин» тиеп, «милләт» тиеп майлаусылар ҙа тап булыр.
Тыңлама, алданма, башҡорт, бир тауыш туғыҙынсыға,
Шул ваҡыт йөҙөң аҡ булыр һәм изге күңелең шат булыр.


(1917 йылдың октябрендә Учредительный собраниеға һайлау буйынса башҡорттарҙан кандидаттар 9-сы список буйынса күрһәтелә. — М. Б.)
Шағир һүҙе! Шиғырҙы уҡыйым да халыҡ йөҙөнә бағам. Ни тиклем тәьҫире көслө уның! Бабич һүҙе замандаштарына ла шулай ук йоғонто яһағандыр.
Бөгөн кәрәк бит ошондай көнүҙәгенә һуҡҡан — юл яҡтыртыусы шиғырҙар! Юғиһә, ҡайһы берҙәребеҙ иң тәьҫирле трибунаны маҡсатлы файҙаланмайынса, тыуған ауылды һағыныу, яуапһыҙ мөхәббәт йәки алтмыш йәшлек шағирҙың ун ете йәшендәге һөйөүе, мәғәнәһеҙ рифмаларға ҡоролған мәғәнәһеҙ шиғырҙар менән халыҡтың ҡәҙерле ваҡытын, иғтибарын алалар. Икеләнгән уйҙарыңды аҡтарып ебәреп, дөрөҫ йүнәлеш бирерлек, зиһендәрҙе ҡапыл балҡытып ебәрерлек шиғырҙар кәрәк тә бит...
Һуңғы йылдарҙағы сәйәсәтте күҙаллайыҡ. Билдәле булыуынса, республикабыҙҙың үҙаллылығын иң элек сәйәсмәндәр яҡлап сыҡты, һайлауҙарҙың башланыуы булды, сәйәс-мәндәргә, яҙыусыларға һәм башҡа шундай юғары трибунанан тороп һүҙ әйтеүгә һәләтле әһелдәребеҙгә һан бөттө. Аҡыл менән эш итеүсе етәкселәре булған бер нисә төбәктән генә ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында суверенитет өсөн алдан йөрөгән бер нисә егетебеҙ һайланып ҡалды. Улар бөгөнгө көндә лә тос, аҡыллы фекерҙәре менән республикабыҙ яҙмышында ҙур роль уйнай. Ундайҙарҙың береһе — Зөфәр Ирғәли улы Еникеев. Ул да һайлаусыларына «торба ла, асфальт та» вәғәҙә итә алманы, әммә бөгөнгө хәл иткес көндәрҙә сәйәси үҙаллылыҡты һаҡлап ҡалыуҙа тейешле һәм тос һүҙен әйтә.
Сәйәси азатлыҡ яуланғандан һуң ғына иҡтисади үҙаллылыҡ яулап була. Республикабыҙҙа ла суверенлыҡ яулап алынғас ҡына иҡтисади, мәҙәни үҫеш буйынса иҫ китмәле дәүләт программаһы төҙөлдө. Ошо дәүләт программаһына ярашлы рәүештә төҙөлөш, мәҙәни үҫеш киң ҡолас йәйә. Ә уларҙы ҡайһы берәүҙәр һаман да вазифалары буйынса иҡтисад менән етәкселек иткән депутаттарҙың ҡаҙанышы итеп күрһәтергә маташалар, һәм хатта ҡәҙимге аңлы кешеләр ҙә шуға ышана. Ҡайһы берәүҙәр: «Һин Ҡолшәрипов тип бушҡа йөрөнөң. Ана беҙ һайлаған депутат ниндәй юлдар һалдырҙы!» — тип ҡуялар. Мин уларҙан былай тип һорайым: «Һеҙ белмәйһегеҙме, әллә Бөрйән, Хәйбулла, Балаҡатай һәм башҡа байтаҡ райондар ҙа өндәшмәй генә Ейәнсура депутатын һайланылармы икән? Ул яҡтарҙа ла бына тигән юлдар һалынды, газ үткәрелде бит?!»
Бөгөнгө көндә тағы һәр тарафтан үҙәккә ҡарап ҡалдыҡ. Ш. Бабич һүҙҙәре менән әйткәндә, «аҫҡы ҡатҡа ҡапланып төшөү» был. Быға беҙ «үҙебеҙ һайлаған» депутаттар арҡаһында «өлгәштек». Халҡыбыҙ элек-электән аҡһаҡалдар, сәсәндәр һүҙенә ҡолаҡ һалған. Бөгөн сәсән кимәлендәге әһелдәребеҙ һүҙе аҫта ҡала. Ошо сифатты юғалтыу арҡаһында һәләкәткә киләбеҙ ҙә инде. Аңыбыҙҙағы уяулыҡты ҡайтарырға кәрәк бөгөн. Һәр беребеҙ үҙ булмышыбыҙҙы көйләй алабыҙ икән, тимәк, бөтөнөбөҙҙөң бергә халыҡ яҙмышын яйға һалып ебәрерлек тә мөмкинлегебеҙ бар. Ә беҙҙең яҙмышыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа, ул үҙгәртеүгә мохтаж. Боронғо аҡыл эйәләренең дә, хәҙерге ғалимдарҙың да фекеренсә, үткәндәргә ғорурланып, ҡәнәғәтләнеп кенә йәшәү, үҙгәртеүҙәр хаҡында бөтөнләй уйламау башҡорт халҡын һәләкәткә килтерәсәк.
Ә ни эшләргә тейешбеҙ һуң?! Ошондай ҡатмарлы осорҙа халыҡ дөрөҫ һүҙгә, шағир һүҙенә ҡытлыҡ кисерә, тинек. Ялҡынлы, ҡыҫҡа, үткер шиғри һүҙ кәрәк. Үҙ заманында Зәки Вәлидиҙе һатлыҡ булыуҙа ғәйепләгәс, Шәйехзада Бабич үҙ шиғыры менән яҡлап сыҡҡан, «аҙ һанлы милләттәр күп һанлыларҙан йотолорға тейеш» тигән ҡараш тарала башлағас, Рәми Ғариповтың «Аманат»ы, «Тыуған тел»е кеүек шиғри һүҙгә, шағир тауышына мохтаж булды халҡыбыҙ. Балаларыбыҙҙы «телһеҙ ҡалдырыу» киң ҡолас ала башлағас, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙ аҡсаһына «Халҡыма хат» поэмаһын күпләп баҫтырып, халыҡҡа таратып, туған телдең әһәмиәте тураһында аңлатты. Рәшит Шәкүр, Рауил Ниғмәтуллин халыҡ араһынан ҡайтып килмәне. Таңһылыу Ҡарамышева, Зәйтүнә Хановалар үткер мәҡәләләре менән уяулыҡҡа саҡырҙы, Розалия Солтангәрәеваның ҡобайырҙары халыҡ зиһенен яҡтыртып ебәрҙе. Ләкин миллиондан ашыу халҡыбыҙ өсөн уларҙың тауышы ғына аҙ әле. Ошондай яуаплы осорҙа тос һүҙ әйтерлек бик күп әһелдәребеҙ тарих төпкөлөнән сыға алмай яфалана. Тарихҡа ҡайырылып ҡына ҡарарға, тарихты фәһем өсөн өйрәнергә, бөгөнгө көн менән сағыштырыу үткәреп, һабаҡ алырға кәрәк. Был йәһәттән тарихсы-ғалим Әнүәр Әсфәндиәров маҡтаулы эш башҡара.
Тарих беҙгә тарихи шәхестәрҙән өлгө алыу, улар кеүек халыҡты, илде яратырға, уның киләсәге өсөн ни ҙә булһа эшләргә ынтылыу, заман һулышын тойорға өйрәнеү өсөн кәрәк.
Халҡыбыҙға аңындағы бына тигән холоҡ-фигелде, ғәҙәт-ҡылыҡтарын яңынан ҡайтарырға, уятырға һәм заманға яраҡлашып ҡына түгел, хатта заман талабын алдан тойомлап йәшәргә кәрәк. Бының өсөн мөмкинлеге лә, ҡеүәте лә, әһелдәре лә бар халҡыбыҙҙың. Зарланып, һәр саҡ аҡланып йәки кемдәндер ғәйеп эҙләп, кемдәндер көнләшеп ҡәҙерле минуттарҙы әрәмләүҙең бер генә файҙаһы ла юҡ, киреһенсә, энергияны бушҡа сарыф итәбеҙ. Һәр беребеҙ үҙ мөмкинлегебеҙҙән сығып ҡорорға тейешбеҙ яҙмышыбыҙҙы. Бер кем дә беҙҙең өсөн йәшәмәй, йәшәргә лә тейеш түгел. Тәбиғәт һәр кешене, милләтте иң элек үҙ яҙмышы өсөн яуап бирерлек итеп яратҡан, яҙмышын ҡорорлоҡ аҡыл, зиһен, аң һәм тейешле шарттар биргән. Ҡанға һалынған аңды эске энергияны эшкә ҡушыу юлы менән үҙгәртеп була икән, ни эшләп боронғо башҡорт аңын тергеҙмәҫкә беҙгә?! Ни эшләп башҡорт ялҡау, ул үҙен үҙе юҡҡа сығарасаҡ, башҡорттар бер-береһенең башына етә, башҡорттар тулыһынса ассимиляцияға дусар ителәсәк, уларҙың яртыһы башҡа милләттәр менән ҡатнаш ғаилә ҡорған, башҡорт үҙ телен һанға һуҡмай, туған телен белмәүселәрҙең иң күбеһе улар араһында, башҡорт ауылдарында уҡыусы балаларға тиклем башын эскегә һалған, башҡорт йәштәренең бик аҙ өлөшө генә үҙендә милли рух һаҡлай, башҡорт егеттәре өйләнергә эшкинмәй, тигән ҡараштарҙы юҡҡа сығарырлыҡ көс юҡмы ни беҙҙә? Ни эшләп бик бирешеп, ҡаҡшап киттек һуң әле? Атай-олатайҙарыбыҙҙың шул тиклем ҡан ҡойоп өлгәшкән ҡаҙаныштарын «ярты»ға алмаштырабыҙмы ни?
Аңды тышҡы тәьҫир менән генә үҙгәртеп булмай икән, беҙҙә атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡеүәтле, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең зирәк ҡаны һаҡланған бит. Ни эшләп шул ҡанды ойотоп ҡуйғанбыҙ? Халҡыбыҙ тарихы, башҡа халыҡтар кеүек үк, иң боронғо таш быуат кешеләре тарихына барып тоташа. Ошо быуат осорона ҡараған донъялағы иң уникаль тарихи ҡомартҡыларҙың береһе булған Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарында охраға хайуан туҡымаларынан алынған елем ҡатнаштырылып яһалған буяу менән төшөрөлгән һүрәттәр әлегәсә һаҡланған икән, урта таш быуатта һөйәк ярығына саҡматаш пластинкалары ҡуйып бысаҡ эшләгән, балсыҡ һауыт-һабалар, кирбес уйлап таба, еп иләү һәм туҡыма һөнәрҙәренә эйә булған, баҡыр иретеү технологияһын үҙләштерә башлай икән — тимәк, атай-олатайҙар шул замандарҙа уҡ фән серҙәренә төшөнә башлаған. Һәр эш ҡоралын, көнкүреш әйберен ҡатмарлы орнамент менән биҙәй барған икән — тимәк, фекерләүе сәнғәт юғарылығында булған. Ҡурыу үләндән үҙенә ҡурай яһап уйнай башлаған икән — үҙенә кәрәк музыка ҡоралын да беҙҙең атай-олатайҙар үҙе уйлап тапҡан. Яҙмабыҙ тәүге рун тамғаларына барып тоташа икән — халҡыбыҙ наҙанлығы хаҡында һөйләргә урын ҡаламы? Ун ике мең юллыҡ ҡобайырҙарҙы ятҡа бикләп беҙҙең көнгосә килтереп еткергән зирәк олатайҙарыбыҙ ҡаны ла күскәндер бит беҙгә? Был эпос-ҡобайырҙарҙа иҫ китмәле фәлсәфәүи фекер, тәрбиә ҡанундары, ғилем серҙәре һалынған икән — беҙҙең ҡаныбыҙға ла күскәндер бит ошо аң? Зиһен ҡеүәте һәм күңел байлығы буйынса беҙ донъя халыҡтарының ҡаҙаныштарынан бер ҙә ҡайтыш түгелбеҙ. Бөгөнгө көндә классик музыка тип аталған иң юғары талаптарға яуап бирерлек боронғо көйҙәр ижад итеп, бөгөнгө көнгә килтереп еткергәнбеҙ икән — күкрәктәребеҙҙе күгәрткәнсе һуғып маҡтанырлыҡ ҡаҙаныш бит был! Ни эшләп ошоларҙың барыһын вайымһыҙлыҡ ҡорбанына әйләндерәбеҙ? Ни эшләп ошо милләттең телен, традицияһын юғалтыуға дусар итәбеҙ? Ә милли традиция миңә лә, һиңә лә һыу-һауа һымаҡ кәрәк. Һәр кешенең тамыры — милли традиция ул. Илһам, рухи көс, маҡсат, иман нигеҙе — ул милли традиция. Ә милләтенән айырылған кеше ошо иң изге тойғоларынан мәхрүм ҡала һәм мәғәнәһеҙ тормош алып барыуға дусар була.
Һәр кешенең үҙенсә генә холҡо булған кеүек, һәр халыҡтың да милли холҡо була. Милли холоҡ уның тарихына, йәшәгән төбәгенә, тормош рәүешенә бәйләнгән. Тормош рәүеше уның ашаған ризығына, көнкүрешенә, кейгән кейеменә, моңона йоғонто яһай һәм үҙенсәлекле бер ҡылыҡ-фиғел, эске донъя — традиция барлыҡҡа килтерә, һәм бер үк традиция нигеҙендә халыҡ милләт булып туплана. Ошолай итеп, тарихи нигеҙҙә барлыҡҡа килгән һәм быуындан быуынға күсә килгән үҙенсәлекле традиция мөхитендә тәрбиәләнгән кеше икенсе мөхиткә эләкһә, уның психикаһына кире йоғонто яһала. Был хаҡта 1995 йылда Мәскәү ҡалаһында Бөтөн донъя медик ғалимдарының конференцияһында ҙур һөйләшеү була. Милли мөхиттең, туған моңдоң әһәмиәте тураһында байтаҡ файҙалы сығыштар, тәҡдимдәр әйтелә унда, әммә конференцияла әйтелгән ҡиммәтле тәҡдимдәр иғтибарһыҙ ҡала. Ә бит бөтөн донъяға исемдәре билдәле булған абруйлы ғалимдар сығыш яһай унда. Бер уңайҙан конференциянан ҡайһы бер сығыштарҙы ла тәҡдим итәйем.
Сығыштар ошо уҡ йылдың егерме туғыҙынсы мартында «Медицинская газета»ла «Йәмғиәткә диагноз» тигән исем аҫтында баҫылып сыҡты.
«Хәбәр ителеүенсә, Мәскәү ҡалаһында «Психик сәләмәтлектең мәҙәни һәм психик проблемалары» тип аталған Халыҡ-ара конференция булып үтте. Уның эшендә Рәсәйҙең утыҙ биш регионынан психиаторҙар ҡатнашты һәм донъяның һигеҙ иленән күренекле белгестәр сығыш яһаны.
Профессор Т. Дмитриева. Мәскәү. Беҙҙең һөйләшеүҙең төп темаһы — кешеләрҙең психик сәләмәтлеге менән уларҙың милләте, мәҙәниәте, дине һәм йәмғиәттәге социаль-экономик шарттар менән үҙ-ара бәйләнеше. Кеше — биосоциалъ йән эйәһе, тимәк, һәр этносты өйрәнгән саҡта уның биологик, генетик, биохимик, нейрофизиологик һәм башҡа үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Был факторҙар айырым шәхестең дә, шулай ук тотош милләттең дә психик сәләмәтлегенә һиҙелерлек йоғонто яһай.
Этник һәм социаль-мәҙәни аспекттарҙың совет психиатрҙары иғтибарынан ситтә ҡалыуы осраҡлы хәл түгел. Идеологизация шарттарында социаль, культураль, этник факторҙарҙың психик сәләмәтлеккә йоғонтоһон объектив өйрәнеү мөмкин түгел ине.
Профессор Г. Колотилин. Хабаровск. Алыҫ Көнсығыш аборигендарының — нанайҙарҙың, ульча, удэгей, эвенктарҙың — психик патологияһын өйрәнеү шуны асыҡланы: ситкә тайпылыштарҙың уртаҡ сәбәптәре лә күп. Үҙ милләтенең йолалары, мифтары, риүәйәттәре аша формалашҡан шәхестәрҙең этник-психологик үҙенсәлектәрен белмәү һәм иҫәпкә алмау арҡаһында ауырыуҙың психик торошон яңылыш баһалау ихтималлығы бар. Тағы шул билдәләнде: үҙ этносынан айырылыу һәм бөтөнләй ят мәҙәни мөхиткә барып эләгеү арҡаһында аборигендар психик тайпылыштарға дусар була.
РАМН академигы В. Семке. Томск. Шуны өҫтәп китке килә, аҙ һанлы этник төркөм вәкилдәренең психик тайпылыштарына үҙ этносынан айырылыу ғына түгел, ә уларға ят булған мәҙәни традицияларҙы көсләп индереүҙә ныҡ йоғонто яһай. Себерҙең төньяғында йәшәүсе ерле халыҡ миҫалында шуға инандыҡ: төньяҡты промышленность үҙләштереү, ерле халыҡҡа ят булған хеҙмәт индереү, үҙҙәренең өйрәнгән кәсебе менән шөғөлләнеү мөмкинлегенән мәхрүм итеү уларҙың психикаһына кире йоғонто яһай.
Профессор В. Бекер. Швейцария. Беҙҙә, традиция буйынса, үҙ ваҡытында белем ала алмаған бик күп эмигранттар эшләй. Улар үҙенсәлекле мәҙәни һәм социаль шарттар булған ерҙәрҙән килә. Беҙҙең шарттарға эләккәс, психологик яҡтан бик күп ҡатмарлылыҡ кисерәләр, һәм был иһә психозға, депрессияға, алкоголизм һәм суицидтарға килтерә.
Профессор М. Бауер. Германия. Коллегамдың фекере Германияға ла тулыһынса ҡағыла. Беҙҙә ете миллион сит ил кешеһе йәшәй. Был иһә һәр ауырыу кешегә айырым мөнәсәбәт талап итә. Мәҫәлән, ислам динле кешеләр менән мөнәсәбәт Европа кешеһенә ҡарағанда ныҡ айырыла. Ғөмүмән, мәҙәни терапия, дини факторҙарҙы иҫәпкә алыу мотлаҡ кәрәк.
Э. Сорель. АҠШ. Этник һәм мәҙәни факторҙарҙы өйрәнеү психиатрияла ғына түгел, психологияла ла, социологияла ла, антропологияла ла, этнографияла ла, философияла ла тәрән белемгә эйә булыуҙы талап итә. Ниһайәт,билдәле бер этик һәм деонтологик һаҡ ҡараш кәрәк. Туҡтауһыҙ халыҡ-ара һәм дини конфликттарҙың булып тороуы был мәсьәләнең мөһимлеген күрһәтә. Мин шовинизм һәм расизм күренештәрен психиатрияны өйрәнеүгә генә ҡайтарып ҡалдырмайым, әммә милләттең психик сәләмәтлеге ниндәйҙер кимәлдә уларға ыңғай йәки кире йоғонто яһайҙыр. Беҙҙең илебеҙҙә, айырыуса йәштәр араһында, агрессивлыҡ арта. Кара тәнлеләр һәм аҙ һанлы халыҡтар араһында енәйәтселек көслө. Телевидение тапшырыуҙары балалар араһындағы агрессивлыҡты ҡырҡа арттыра. Балалар өсөн тапшырыуҙарҙа бер сәғәт эсендә генә лә биштән алып ун бишкә тиклем көс ҡулланыу акты күрһәтелә. Был иһә баланың психик үҫешенә кире йоғонто яһай, агрессивлыҡты арттыра. Шуныһы үкенесле: Рәсәй ҙә беҙҙең күңелһеҙ тәжрибәбеҙҙе ҡабатлай башланы.
Профессор В. Положий. Рәсәй. Дингә кире ҡайтыуҙы хупларға кәрәк. Был — психологик, саноген фактор, ул милләттең психик сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Әммә кешенең Алла васыяты менән йәшәүе бик һиҙелмәй, ул үҙен хәүефлектән яҡлар саҡта гына Аллаға мөрәжәғәт итә.
Профессор М. Кабанов. С.-Петербург. Беҙ милләттең психик сәләмәтлеге хаҡына социаль факторҙың да, сәйәси факторҙың да, иҡтисади факторҙың да, этник факторҙың һәм башҡаларҙың йоғонтоһон психик кимәлдә өйрәнергә, был проблемаға киңерәк ҡарарға тейешбеҙ.
Т. Дмитриева. Шулай килеп сыҡты, беҙҙең конференциябыҙ Чечнялағы ваҡиғалар менән тап килде. Янғын башланған икән — уны һүндерергә кәрәк, уны булдырмау юлдары хаҡында бәхәсләшеү һуң. Уныһы беҙгә ҡағылмай. Ә бына сәйәсмәндәр теге йәки был акцияны уйлап сығарған саҡта психологик аспекттарҙы иҫәпкә алырға тейеш ине. Күп кенә цивилизациялы илдәрҙә сәйәси әһелдәр — ҡала мэрынан башлап президенттарға тиклем — үҙ кәңәшселәре араһында психологтар һәм психиатрҙар тота. Беҙҙең илебеҙ ул хаҡта уйлап та бирмәй. Ә бит Рәсәй ғалимдарының этнопсихиатрия өлкәһендә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тикшеренеүҙәре етерлек кимәлдә тупланған.
Күренекле психиатрҙарҙың ошо фекерҙәрен уҡып ҡына ла һәр кеше үҙе һығымта яһай ала.
Тимәк, Аң ҡан аша күсә. Әммә башҡа йән эйәләре менән сағыштырғанда, Тәбиғәт кешене үҙ яҙмышын үҙе хәл итерлек Аҡыл менән яратҡан. Кеше Үҙтәрбиә менән шөғөлләнә һәм ҡайындағы холоҡ-фиғелен үҙгәртә ала. Уның өсөн маҡсат, йүнәлеш билдәләй белеү кәрәк. Дөрөҫ маҡсат, йәшәү йүнәлеше билдәләү өсөн:
ИҢ МӨҺИМЕ — ҮҘ ТАМЫРЫҢДАН АЙЫРЫЛМАУ. Тәрбиә эше үҙ тамырың нигеҙендә барырға тейеш. Сөнки төп маҡсатың тамырың тоташҡан халыҡ маҡсаты менән тап килгәндә генә һин үҙеңде юғалтмайһың. Йәшәйештә үҙеңде юғалтмауҙан да ҙурыраҡ ҡаҙаныш юҡ.
Атай-олатайҙарыбыҙҙың рухи ныҡлығының, ихтыяр көсөнөң нигеҙендә ниндәй тойғолар, ниндәй өмөт-ынтылыштар ятҡан?
Азатлыҡ һөйөү, ғәҙеллек яратыу, кәмһетелеүгә һәм иҙеүгә ҡаршы тороу, тыуған ерҙе сикһеҙ яратыу.
Бөгөн ниндәй ҡиммәттәр беҙгә йүнәлеш биреүсе этәргес көс булырға тейеш?
Республикабыҙҙың суверенлығын, милләтебеҙҙе, еребеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, туғанлыҡты һаҡлау. Беҙ бөгөн донъялағы башҡа милләттәрҙән һис кенә лә ҡалышмайынса рухи яҡтан да, матди яҡтан да үҫергә тейешбеҙ. Бының өсөн бөтөн шарттар бар. Сөнки беҙҙең үҙ йортобоҙ — дәүләтебеҙ бар.
Аңыбыҙға байтаҡ ҡына ят, халҡыбыҙ баһаһын, милли бәҫен төшөрөүсе фекерҙәр һалынған, холоҡ-фиғелебеҙгә хас булмаған, милләтебеҙ сифатын юҡҡа сығарыусы ғәҙәттәр килеп ингән. Беҙ уларҙан арына алабыҙ. Арынырға тейешбеҙ, сөнки милләтте милләт итеп һаҡлап килгән сифаттарыбыҙҙы юғалтырға тейеш түгелбеҙ. Һәр беребеҙ — милләттең бер вәкиле, һәр беребеҙ бергә күпте тәшкил итә. Әйҙә, туғаным, бөгөндән үк, хәҙер үк уйлан, ең һыҙғанып эшкә тотон. Атай-олатайҙарҙың хәләл көсөн, әсе тирен, ҡайнар ҡанын баһала, һынатма, бөгөлөп төшмә. Әҫтәбеҙгә ябырылған ни тиклем афәттәргә бирешмәгәнде араҡыға ғына, замандың төрлө сирҙәренә генә бирешмә.
Һәр беребеҙ үҙ аҡылыбыҙҙы үҙебеҙ тотһаҡ, милләттең киләсәген башҡаларҙың балаларында түгел, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙа күрһәк, милләтебеҙҙе үҙебеҙ дауам итһәк, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн матди байлыҡтың да, рухи байлыҡтың да берҙәй кәрәклеген аңлаһаҡ, халҡыбыҙ васыятындағыса, АРҒЫМАҠтың ялына тотоноп ҡалыр инек. Ә ялынан эләктерелгән атты ысҡындырмау сараһын күрә белә ул башҡорт.

Наши рекомендации