Мин рухи үлемемде еңдем...
Ир кеше төҫкә бик матур ине. Әсәйем, уны күргәс: «Бынау балаға Йософ тип кенә ҡушһаларсы. Уның һылыулығына Рәфис тигән исем бер ҙә килешмәгән һымаҡ. Зөләйха ғашиҡ булырлыҡ Йософ та ошолай һылыу булғандыр инде. Нисек күҙ теймәй генә үҫкән икән!» — тип һоҡланды уға. Ә башҡалар, бигерәк тә йәштәр, уны һинд киноларындағы артистарға оҡшаттылар. Ҡатыны Рәшиҙә лә, ҡапылғара иренән ҡайтышыраҡ тойолһа ла, бик һөйкөмлө, бик аҡыллы ҡатын ине. Әммә ир үҙенең тышҡы матурлығына үтә ныҡ әһәмиәт бирҙе, маһайҙы, ҡупырайҙы. Урамдан үткән саҡта күҙҙәре һәр саҡ магазиндарҙың быяла тәҙрәһендә булды. Быяла сағылышынан үҙенең буй-һынын, ҡабарып торған сөм-ҡара сәсен ҡарай-ҡарай, бармаҡтары менән тарай-тарай, барыр ине. Ғаилә ҡороуҙа уңмауына, үҙенә тиң кешегә өйләнмә-үенә зарлана, зарын баҫыр өсөн эштән һуң шарап киоскыһы аша ҡайта башланы. Вазифалы урында эшләгән ҡатынын кәмһетеп, икенсе ҡатындар менән сағыштырып, ғәйебен табып маташты. Ҡатын был хәлде ауыр кисерҙе. Ире кәмһеткән саҡта илағылап та алды. Бер-бер артлы бынамын тигән матур булып үҫеп килгән балалары менән күңел йыуатып ҡараны, әммә иренең мөнәсәбәте һәр саҡ йөрәген өйкәп торҙо. Ә ир һауаланыуын дауам итте. Балаларының ыңғай сифаттарын — үҙенә, бөтә балаларға ла хас шуҡлыҡтарҙы ла, әҙәпһеҙлеккә һанап, ҡатынына оҡшатып, ҡатынын түбәнһетергә әҙер генә торҙо. Ҡатын рәссам ине, бала бағыу буйынса отпускынан һуң эшкә сыҡты, эшен маҡтанылар, заказдар бирҙеләр. Ир кеше заводта инженер булып эшләне, артабан үҫеүҙе уйламаны, бары тик ҡатыны уңышынан көнләшеп, уны кәмһетеп йәшәүен, үҙ күңеленә үҙе ҡара нур йыйыуын дауам итте. Ә ҡатын, ғаиләлә именлек һаҡлауға, юҡтан-барҙан ғауғаламаҫҡа тырышып, көнләшерлек изем бирмәҫкә, иренең йәненә теймәҫкә, ул булғанда үҙен маҡтатмаҫҡа тырышты. Әммә ир кеше ҡатынының абруйы арта барғанын, әленән-әле матбуғат биттәрендә уның исем-шәрифе күренгәнен, ә үҙенең көн һайын шелтәнән башҡа һүҙ ишетмәгәнен күрҙе. Уҡыуға бик һәләтле, мәктәп йылдарында Мәскәү вуздары хаҡында хыялланып йөрөгән көслө математик булыуын иҫенә төшөргән һайын, үҙ көсһөҙлөгөнән үҙе ғәрләнде. Ғәрләнеүҙең ҡара асыуы ҡатынына төштө. Ҡатынының ғаилә именлеген һаҡлайым, ир күңелен төшөрмәйем, тип шым йәшәргә тыры-шыуы баһаланманы.
Рәшиҙә тамам күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ауырыуға һабышып, үҙ һәләтенә вайымһыҙ ҡарай башланы. Әммә бер саҡ, һыуға сарсауҙан япраҡтары шиңә башлаған гөлгә һыу һипкәс, ҡапыл баш ҡалҡытып ебәргән һымаҡ, Рәшиҙә лә үҙен ҡулға алды — йәшәреп, матурланып, йәшәүгә дәрте артып китте. Хәрәкәттәренә элеккесә етеҙлек, йөҙөнә йылмайыу ҡайтты. Үҙе былай тип һөйләне ул:
— Бер әҙәби әҫәргә ҡарата һүрәт эшләй башланым. Үҙем эшләгән һүрәт үҙ күңелемә ятмай ҙа ҡуя. Әҫәрҙәге көслө рухлы башҡорт ирен бирә алмайым да ҡуям. Шунан атайымды күҙ алдына килтерҙем. Уның ҡарашын, хаҡлыҡ, ғәҙеллек яҡлап сыҡҡандағы торошон... Уны районда ғына түгел, сит яҡтарҙан да килеп адвокат итеп яллайҙар ине. Ә үҙен ни тип кенә ғәйепләмәнеләр, ниндәй генә яла яҡманылар! Ә ул һаман ғәҙеллек яҡланы, кешеләргә ярҙам итте. Ниндәй инаныу уны көслө рухлы иткән икән? Ҡайһы саҡтарҙа етәкселәр менән дә алышырға тура килә ине бит уға, тип уйлай башланым. Яуабын таптым. Ул үҙенең хаҡлы булыуына ныҡ ышан-ган. Хаҡ булыуын иҫбат итергә ынтылышы көслө булған. Ул көрәшсе. Ғәҙеллек өсөн көрәшсе. Шуға бирешмәгән. Ул бер ваҡытта ла аҡланманы, ярамһаҡланманы, үҙ ғәҙеллеген илап-мыжып иҫбат итмәне. Ул бирешмәне. Атайымдың һүрәтен төшөрҙөм. Оҡшаттылар, маҡтанылар. Ә мин уйға ҡалдым. Ни эшләп мин үҙемдең бер кемдән дә кәм түгеллегемде, хатта тәбиғи һәләтем менән бөтә түбәнһетеүҙәрҙән өҫтөн бу-лыуымды иҫбат итеү өсөн көрәшмәйем? Ни өсөн мин булмаған ғәйебем өсөн аҡланып маташам? Ни өсөн атайымдың тырышлығын юҡҡа сығарам? Уның ышанысын аҡлау маҡсатында йәшәмәйем? Ул бит минең рәссам Һәләтемде үҫтерергә тырышты, миңә ҙур өмөт бағланы. Ҡайҙа, нимә төшөрһәм дә, әрләмәне, тыйманы. Мейескә һүрәт төшөрәмме, стенағамы, тупһағамы — бер ваҡытта ла асыуланманы. Ҡағыҙ, ҡәләм табырға, ҡайҙа барһа ла күп итеп альбом алып ҡайтырға ғына тырышты. Күрше ауылда йәшәгән һүрәт төшөрөүгә маһир бер ағайҙы саҡырып, минең һүрәттәремде күрһәтте. Унан да ыңғай баһа алғас, уғата дәртләнеп киттем. Шунан — мәктәп, институт. Ҡыҙыл дипломға тамамланым. Эшемдә маҡтаулымын. Ошоларҙың бөтөнөһөн дә эскенән башҡаны белмәгән, ауыҙын тыя алмаған бер иҫерек ҡупыҡ ирҙе әпәүләп, әүрәтеп йәшәүгә алмаштырайыммы? Ул ғына ла түгел, балаларым үҫә. Атай йөрөһөн эсеп, әсәй йәшәһен меҫкенләнеп, иҫерек иргә бирешеп. Рухи яҡтан ҡаҡшаһам, балаларым ни эшләр? Ижадым ни эшләр? Әйҙә, ул үҙенсә йәшәһен, мин — үҙемсә. Аҡылға ултыра икән — үҙе, ултырмай икән — үҙе. Балаларҙы был афәттән йолоп алып ҡалыу яғын ҡарарға кәрәк, тигән ҡарарға килдем дә... көрәшә башланым. Илаҡ, ҡурҡаҡ, мәшәү, былҡы үҙем менән Үҙем көрәштем һәм уйҙарым менән атайым тәрбиәһенә ҡайттым. Һынды турайттым, сал төшә башлаған сәсте буяттым, йөҙөмә килешле прическа эшләттем. Ең һыҙғанып эшкә тотондом. Эске энергиямды эшкә ҡуштым. Эш яйға һалынды. Дәрт өҫтәлгәндән-өҫтәлә бара.
Мин үҙемде сикләп, илһам сығанағын быуып йәшәгәнмен икән. Эске энергияны эшкә ҡуша башлауым булды, бөтә булмышым үҙгәрҙе. Ижадымда уңыштарға өлгәшә башланым. Йәшәге килеп китте. Балаларым да бойоғоп йөрөмәй.
Был ҡатын хаҡлы. Эске энергияны эшкә ҡушыу юлы менән ихтыяр көсөн дә, сәләмәтлекте лә нығытып, рухи үлемде лә еңеп була.
Яҡыныңдың рухын һындыра яҙғанһың
Рәмзиә менән Закир Өфөгә килгәс, бер аҙ ваҡыт беҙҙә йәшәнеләр. Рәмзиә — белемле, ғилемле, матур ҡатын. Канди датлыҡ диссертацияһы яҡлап, ғилми дәрәжә алып эшлән йөрөгән сағында ире Закир ташлап сығып китте лә, күп то тормай, икенсе ҡатынға өйләнде. Авиация институтының киске бүлегендә өс курс тамамлағайны, уҡыуын да ташлаған. Һуңғы йылдарҙа ҡауышыуҙар һанына ҡарағанда ла айырылы шыуҙар күбәйеп китте, был осраҡ та сираттағы айырылышыу һымаҡ ҡына булыр ине — әммә Рәмзиәнең бик ныҡ өҙгөлә неүе, ғәрләнеүе, балаһын эйәртеп ире янына барып ҡайтҡандан һуң минең яныма йүгереп килеп аптырап һөйләүе уларҙың ғаилә тормошона анализ яһарға мәжбүр итте.
— Апай, ҡатыны шул тиклем әрпеш, йәмһеҙ, килбәтһеҙ. Өйөндә ҡайҙа нимә ятҡанлығын да белмәй. Өҫтөнә кейгән кейеменең төҫөн дә айыра алманым. Баламды бер нисә көнгә атаһы янында ҡалдырып торормон, тигәйнем, ҡайҙа ул — ул әҙерләгән ашты үҙем дә ашай алманым. Магазиндан алған икмәккә ҡушып, сәй генә эсергә мәжбүр булдым. Баламды йәлләнем дә кире алып ҡайттым. Ә Закир шул ҡатындың күҙенә генә ҡарап тора. Уныһы берәй йомош ҡушыр-ҡуш-маҫтан аңлап ҡала, йүгереп үтәй һала. Башҡорт ҡатындары ирҙәрен йомошай белмәйме, эшләтә алмаймы — ни эшләп улай һуң? Әлбиттә, беҙ бергә йәшәгән саҡта ла үҙ белдеге менән оҫта ғына итеп эш эшләп ҡуя ине, әммә минең йомош менән бер ваҡытта ла йүгермәне шикелле? — тип аптырап һөйләне. — Мин ул ҡатынға ҡарап ултырҙым да, минән артыҡ ни яғын тапты икән, тип уйланым. Белеме юҡ, төҫкә-башҡа минән ҡайтыш, кәүҙәһе ларҡайып, миндәй икәү. Йөрөшө һуң, хәс өйрәк һымаҡ байпаңлап атлай. Йәшлегенә ҡыҙыҡтымы? Аңлай алманым.
Мин Рәмзиәне иғтибар менән тыңланым.
— Һөйләүеңә ҡарағанда, Закирың ул ҡатын менән үҙен ир итеп тоя, күрәһең. Теге ҡатын уны маҡтайҙыр, күңелен үҫтерәлер, һалпы яғына һалам ҡыҫтыра беләлер. Әлдә һин бар, һин булмаһаң, ни эшләр инем, тип тә ебәрәлер. Ысынлап та, ир көсөнә мохтаж икәнлеген күрһәтә алалыр. Ә һин бит улай итмәнең. Беҙҙә йәшәгән сағығыҙҙа күрә, иҫкәртә инем һиңә. Һәр саҡ үҙеңдең үҙ аллы булыуыңды, унһыҙ ҙа бына тигән итеп донъя көтә алырыңды, иргә бер генә лә мохтажлығың юҡлығын, аҡсаны уға ҡарағанда күберәк алыуыңды, абруйыңдың уға ҡарағанда юғарыраҡ икәнлеген иҫенә төшөрөп торҙоң, өҫтәүенә, уны һәр саҡ кәмһеттең, рухын һындырҙың. Мин был хаҡта әйтә килдем һиңә. Аш кәмләмә коҫторор, ир кәмләмә — боҫторор, тигән халыҡ мәҡәлен дә телгә алғайным, иҫеңдә булһа, — тинем.
— Мин уны кәмһетмәнемсе, апай.
— Тимәк, һин үҙең дә абайламағанһың. Әйҙә, иҫкә төшөрәйек әле. Һин кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағас, Закир ҙа вузға инергә булды. Киске бүлеккә. Икегеҙҙең дә матди нрҙам күрһәтерлек туғандарығыҙ булмағас, алмашлап уҡырға һөйләшкәнһегеҙ. Авиация институтына инеп ҡыуанып ҡайтты. Маҡтаның — уныһы яҡшы. Бер аҙҙан курсташтары уны староста итеп һайлағандар ҙа, тағы күңеле үҫеп, балҡып-йыл-майып ҡайтып инде. Әлбиттә, был — уның өсөн ҙур баһа, ҡыуаныс, һабаҡташтарының ихтирам билдәһе ине. Уның иҫән һин дә ҡыуанырға тейеш инең. Ә һин нимә тинең? «Ниндәй ҙур ҡаҙаныш! Һинең йәштә башҡалар завод директоры, институт ректоры булып ултыра. Ә ул — беренсе курстың старостаһы, имеш!»
Закир күҙҙәрен тултырып һиңә ҡарап алған булды ла бер ми ҙә өндәшмәй улы янына үтеп китте. Мин уның ҡарашынан тул тиклем ғәрләнеүен, ә өндәшмәүенән сыҙамлы икәнлеген аңланым. «Ай әттәгенәһе, бындай кәмһетеүҙәр йыш ҡабатлама ҡалһа, эштең айырылышыуға барып етеүе лә ихтимал бит», — тип уйланым. Ҡатындар ғына төрлө саралар табып, гаиләһен һаҡлау яғында була. Ирҙәр түҙә-түҙә лә күтәрә һуғып сыға ла китә. Шундай хәүеф менән һинең үҙең менән генә һөйләшеп алғайным.
— Бындай «баһа» ир кешене кәмһетә, рухын һындыра. Ирҙәрҙең ҡайһы берҙәре эскегә һабыша, икенселәре ғаиләһенән китә, — тип аңлатып маташтым. Ә һин:
— Эй, дөрөҫө шул да инде! Тормаһын маҡтанып! Мин ғәрләнер инем, беренсе курстың старостаһы, имеш! — тинең дә ҡуйҙың.
— Минең үҙемде ғәйепләмәксеһеңме, апай?
— Ғәйебең юҡ түгел. Ир балаларҙы беҙ, әсәйҙәр, ғорур, ныҡлы рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ә үҙебеҙ үк рухтарын һындырабыҙ. Кеше күңеле таштан ҡаты, сәскәнән наҙлы, тиҙәр бит. Күңел күтәрерлек һүҙҙәр аҙмы ни донъяла? Дөрөҫлөктөң бөтәһен дә, бигерәк тә йөҙ йыртырлығын әйтергә ярамай. Шуның өсөн кешегә «тел тыйыусы» аҡыл бирелгән, тинем һәм шунда уҡ мәжлестәге бер хәлде һөйләгәйнем. Иҫеңдәме?
Батыр менән Бүләкбикә тураһында ине ул. Бер нисә генә кеше йыйылған мәжлес бара. Батыр, аҙ ғына ҡыҙмаса булып алғас, күңеле нескәреп хистәргә бирелеп китте лә: «Атайым арбаға ҡырын ятып алыр ҙа, дилбегәһен бушаҡ ҡына тотоп ошолайтып йырлап барыр ине», — тип аҡрын ғына итеп моңло көй һуҙҙы. «Уйыл» ине ул. Әле лә «Уйыл» көйө Батырҙың моңо менән һеңеп ҡалған күңелемә. Шул тиклем моңло ине тауышы. Атаһын иҫенә төшөрөүҙәнме, әллә ошо йыр менән башҡа бер ваҡиға бәйле булдымы — күҙҙәре дымланып йәшкәҙәп китте. Ә күкрәктән сыҡҡан тәрән моң йөрәктән йөрәккә генә күскән кеүек тетрәндереп ағылды ла ағылды. Шул саҡ Бүләкбикә: «Ултырма әле, күҙең шемәреп, мөңөрәп. Йырлаһаң — йырла, йырламаһаң — кеше йонсотма...» — тине лә гөрөлдәп торған көслө тауышы менән ауыл көйө башланы. Батыр бер ни әйтмәй шымды, мәжлестең ҡото китте.
Аҙаҡ уларҙың ғаиләһе тарҡалғас, Диҡҡәт, тарҡалырға тейешле ғаилә ине ул, тине. Ҡатын менән ир бер-береһен хәстәрләп, ҡанатландырып, рухын күтәреп йәшәргә тейеш. Бер-береңдең рухын һындырып, бәҫен төшөрә башланыңмы — ғаилә түгел инде, тине.
— Апай, иҫкә төштө әйткәндәрең. Мин йәшерәк булғанмындыр инде ул саҡта. Аңламағанмын. Хәҙер булһам, аңлар инем дә бит, — тине Рәмзиә, уфтанып.
— Хәҙер ҙә аңламаҫ инең. Сөнки һин, ысынлап та, үҙ аллыһың. Ир менән йәшәүҙе һин ниндәйҙер артыҡ йөк артмаҡлап барған һымаҡ тояһың. Ундай ҡатындар бер һин генә түгел. Бигерәк тә ижад ҡомары йоҡҡан ҡатындар үҙ аллылар. Ундайҙар яңғыҙ йәшәүҙе өҫтөнөрәк күрә. Ҡайһылары хатта фани донъялағы бөтә гонаһтарын юйып ырғытырлыҡ изге бурысы — әсәйлек бурысын онотоп ебәрәләр. Һин үҙең дә Тәңренән яңғыҙлыҡты теләгәнһең. Әйләнгән һайын, мин үҙем дә йәшәй алам, тип ҡабатлағанһың. Тәбиғәт кешенең бер теләген дә юҡҡа сығармай. Һин бит үҙеңә буйһоноп ҡына, адъютант һымаҡ ҡына йәшәгән ирҙәрҙе үҙһенмәйәсәкһең. Ә үҙеңә тиң һанаған йәки ни яғы менәндер юғарыраҡ тип иҫәпләгән ирҙәр менән һәр саҡ ыҙғышлы, бәхәсле буласаҡһың. Шуның өсөн, берегеҙ айт тигәнгә икенсегеҙ тайт тип әйтерлек кеше килеп сыҡмайынса, йәки тотошлайы менән һине үҙ ихтыярына буйһондороп шыҡырлатып тотҡан ир булмайынса — ир хаҡында уйларға түгел. Ижад ит, үҫ. Ҡатын-ҡыҙҙың иң изге бурысы — әсәйлек бурысын үтәнең. Тик улың ғына китек күңел менән тәрбиәләнмәһен. Атаһынан айырма, бала алдында атаһына үҙ күҙлегең аша баһа бирмә. Бала, үҫкәс, үҙе баһалар. Улыңды атаһына сағыштырып кәмһетмә. Сөнки һин кәмселек тип һанаған сифаттар икенсе кеше ҡарашынан, киреһенсә, ыңғай сифаттарҙыр. Әгәр улыңды атаһының һиңә оҡшамаған сифаттары менән сыбыртҡылап, «һин уның кеүек булма, ул шулай ине», тип тәрбиәләһәң, рухы һынып үҫер, кемгәлер һыйынып тыныс ҡына йәшәгеһе килер, оло маҡсаттар билдәләмәҫ, һәм, яратмаһа ла, үҙен һыйындырған өлкән йәштәге ҡатынға өйләнер. Ниңә хәҙер уңышһыҙлыҡтың бәхетһеҙлеккә килтермәү яғын хәстәрләргә кәрәк.
Бөгөнгө көндә айырылышыу осраҡтары йышайҙы. Сәбәптәре төрлө. Әммә айырылышыу ниндәй генә сәбәп арҡаһында булһа ла — күп осраҡта яңғыҙ ҡалған ир кешенең дүрт яғы ҡибла була, ә ҡатын кеше ҡулында бала — тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләү бурысы ҡала. Ә яңғыҙ бала тәрбиәләү, бигерәк тә ҡайҙалыр ситтә йөрөгән атаһы тәртип яғынан рухи өлгө алырлыҡ булмаһа, ауыр. Ә бала бағыуҙа иң тәүге бурыстарҙың береһе — рухи ныҡлыҡ тәрбиәләү. Бигерәк тә ғаилә тотҡаһы, ил тотҡаһы ир кешегә рухи ныҡлыҡ кәрәк. Рухи яҡтан былҡы ирҙәр ғаилә өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә имгәк кенә.
Шуның өсөн ир менән бергә ғаилә ҡороп йәшәй алмаған ҡатындар бала тәрбиәләүгә икеләтә яуаплылыҡ менән ҡараһа ғына, артабанғы ғүмерҙәре тыныс булыр.
Ғаилә тарҡалыуында һәр ваҡыт бер-береңде ғәйепләп кенә йөрөүҙең файҙаһы юҡ. Яңыса тормошто үҙ холҡоңдо үҙгәртеүҙән, үҙтәрбиәнән башлау күпкә отошло.
Рухлы егеттәр
Рухи яҡтан сәләмәт кеше киләсәге өсөн дә ҡалҡан була ала. Халҡыбыҙҙа ундайҙар күп булғандыр, юғиһә, күҙ ҡарашы етмәҫ ерҙәрҙе һаҡлап, «аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын» тип йырларлыҡ сая егеттәребеҙ, халыҡ моңон, традицияһын, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын һәм ошоларҙың бөтөнөһөнөң дә нигеҙе булған телебеҙҙе һаҡларлыҡ олатай-инәйҙәребеҙ ниндәй сифаттарға эйә булды икән? Әлбиттә, рухи ныҡлыҡ. Ерен-һыуын, халыҡ намыҫын һаҡлау тигән сифаттар хас булған миҫалдарҙы яңыраҡ ҡына булып үткән ваҡиғаларҙа ла күрергә була. Балыҡ һаҡлау буйынса үҙ эшенә мөкиббән киткән инспектор бар ине. Мөхәррәм Үтәгәнов. Ул тәбиғәт байлығын һаҡларға кәрәклеге тураһында шундай ялҡынлы итеп һөйләй торғайны, үҙенә бик күп яҡлаусылар ҙа табыла ине. «Бер ваҡыт Учалы яҡтарында, күлдә балыҡ һөҙәләр, тиҙ генә килеп етегеҙ, тип хәбәр иттеләр. Ялға ҡаршы ҡала кешеләре барып тулған икән. Минең кәтерпил машина менән ҡасан барып еткәнсе, байтаҡ ваҡыт үтә инде, тип йән көйә-көйә китеп барам. Браконьерҙарҙа бинокль, бына тигән техника. Ә мин республиканың яртыһын тиерлек бер үҙем хеҙмәтләндерәм, — әллә ҡасанғы машина. Ярай, «иллала» менән барып еттем. Барһам, күл буйы һил. Бер кем дә күренмәй. Мин килеп еткәнсе кинәнде инде былар, тип уйлап торһам, ике егет килеп сыҡты. «Деүелдәттек кенә тегеләрҙе! — тиҙәр. — Ике ауыл егеттәре йыйылдыҡ та һыбай килеп ҡамап алдыҡ. Ауҙарын хәҙер килтереп тапшырырҙар һеҙгә. Арттарына ла боролоп ҡараманылар, һыпырттылар ғына», — тип ҡаршы алдылар. Күҙҙәргә йәш килде. Браконьерҙарҙан туҡмалған саҡта иламағанды, шатлыҡтан иланым. Бар бит егеттәр!» — тип һөйләгәйне. Диҡҡәт тә бер ваҡиға һөйләгәйне.
— Һуғыштан һуң, беҙҙең яҡтарҙа таш күмер сығарыла башлағас, Аллағыуат — Ермолаевка тимер юлы һалына башланы. 1950 йылдар ине. Мин Өфөлә интернатта уҡып йөрөйөм. Каникулдамын. Мин дә бесәндә инем, тик ниндәйҙер йомош менән генә ауылға ҡайтҡайным. Ауылдағылар бөтөнөһө лә бесәндә. Бер саҡ бер малай йүгереп килеп еткән:
— Ағай, тимер юлда эшләүселәр беҙҙең ҡыҙҙарға бәйләнәләр. Ҡолаҡтарындағы алҡаларын өҙә тартып алалар.
Бергәләшергә береһе лә юҡ. Бесәнселәр янына барырға байтаҡ ҡына ара.
— Күмәктәрме?
— Ҡара сәүкә кеүектәр, — тигән булды малай, илай-илай. — Апайым да унда. Ул йүгертте мине, — ти.
Ҡулға суҡмар тоттом да йүгерҙем. Ҡартатайым туҡтатты. Хәлде аңлаттым.
— Юҡ, улым, улай дыуамалланырға ярамай. Иҙеп һалырҙар. Ни эшләй алырһың? Ҡайҙа һуң Әнүәр? Кәмендә унарлаған кеше барығыҙ.
Шул саҡ яҡын-тирәлә бесәндә булғандарҙан ете егет йыйылышып, суҡмарҙар тотоп, киттек ҡаршы. Тегеләр ни күмәктәр. Аҙаҡ белеүебеҙсә, өс йөҙгә яҡын кеше булған. Беҙ барып етеп албырғатырға ғына эшкиндек. Әлбиттә, еңерлек көс юҡ ине. Бер аҙҙан ҡараһаҡ, ике яҡтан саң борҡотоп һыбайлылар килә ятҡаны күренде. Ғәләмәт! Шул саҡ мин һыбайлы башҡорттарҙың ни тиклем аяуһыҙ көс булғанлығын, дошман йөрәгенә ниндәй ҡурҡыу һалғанлыҡтарын күҙ алдына килтерҙем. Теге эшселәрҙән елдәр генә иҫте. Артабан беҙҙең ҡыҙҙарға яҡынайып ҡараһалар! Әгәр шунда ҡурҡаҡлыҡ күрһәтһәк, артабан да кәмһетерҙәр, рәнйетерҙәр ине.
Үҙ-үҙен яҡларлыҡ ҡына түгел, эргә-тирәһенә лә таяныс булырлыҡ егеттәребеҙ бар әле лә.
Аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгәнһең...
(Танышым һөйләгәненән)
Йәш саҡтан уҡ аралашып, ҡатнашып йөрөгән таныштарыбыҙ Өфөгә күсеп килергә булғас, тәү көндәре ике балалары менән беҙҙә фатирға килеп төштөләр. Үҙҙәренә фатир тапҡылағансы, йәшәнеләр. Ҡатыны булдыҡлы, бик тә белемле, ойоштороу эштәренә һәләтле кеше ине. Үҫергә лә үҫергә генә тейеш ине ул. Шуның өсөн бархәлсә ярҙам итеп, пропискаға индерешеп ебәрҙек. Эшен үҙе тапты. Тиҙ арала баҫҡыстарҙан-баҫҡысҡа юғары үрләй башланы. Ниһайәт, ҙур ғына вазифаға билдәләп ҡуйҙылар.
Мине районға эшкә ебәрҙеләр. Ғаиләм менән күсеп китергә тейеш инем. Улым бына-бына урта мәктәп тамамларға, институтҡа инергә әҙерләнә, ҡыҙым да, ауылға бармайым, училищеға уҡырға инәм, тип әҙерләнә. Фатирымды тапшырмай ғына китәйем, балаларыма ҡалһын, тип уйлаштыҡ. Мәсьәләне ыңғай хәл итеремә ышанып килдем, сөнки теге таныш ҡатын — хәҙер минең етәксем ине. Алыҫ ҡына ятҡан райондан килдем. Бер юлы вазифалы урыны менән дә ҡотлармын, тип уйланым. Эш аҙағына тиклем үк ҡалмай килеп етергә тейеш инек. Өфө светофорҙары, күпер төбөндәге тығылыштан йырып сығырмын тимә. Сәғәткә ҡарап борсолам. Алты тулыр алда ғына саҡ килеп еттем. Секретарь ҡыҙ:
— Беҙҙең етәксе эш аҙағында ғына килеүселәрҙе яратмай.
Ҡабул итмәҫ ул, — ти.
— Мин бик алыҫ райондан килдем. Исем-шәрифемде әйтһәгеҙ, ҡабул итер, — тип ныҡышам.
Секретарь ҡыҙ инеп китте, әммә кире яуап алып сыҡты.
— Иртәгә иртүк иң беренсе булып инерһегеҙ, — тине.
— Һуң, һылыуҡай, бер ауыҙ һүҙ өсөн уттай эш ваҡытында тотош көнөм әрәм була бит. Мин хәҙер төндә ҡайтып китәм. Иртәгә иртәнсәк районда кәңәшмә билдәләгәнмен.
— Аңлайым. Тик түрә апай ҡабат-ҡабат ныҡышҡанды яратмай. Беләһегеҙме, көн һайын һеҙҙең һымаҡ берәй танышы килеп сыға, көн һайын һуңлап ҡайтырға тура килә. Ул да кеше бит...
Кире боролоп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Баҫҡыстар буйлап төштөм. Етәксе лифт менән төшкәндер. Бинаның тышҡы ишеге янында тап булыштыҡ. Һәм ул мине күрмәмешкә һалышып, башын боробораҡ йәһәтләп атлап сығып китте лә, машинаһына ултырҙы. Машина янында ире баҫып тора ине. Мин тупһала баҫып ҡарап ҡалдым. Шул уҡ көндө ҡайтып киттем һәм башҡаса килмәнем. Ике йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ ултырҙы был вазифаһында. Байтаҡ ваҡыт эш таба алмай йөрөгән, тип ишеткеләп ҡалдым. Мин дә партияның район комитетында баш белгес булып бер аҙ эшләнем дә партияның Өлкә комитетына эшкә алдылар. Фатир бирҙеләр. Бер көн урамдан үтеп барһам, ҡар шыма был ҡатын тап булды. Ҡартайған, йәшенән алда бөкөрәйеп төшкән. «Яуызлыҡ кешенең иңенә баҫа ул», — ти торғайны өләсәйем. Шулайҙыр. Башҡа кешеләрҙән дә уның бик дорфа етәксе булыуы, кешеләргә көн күрһәтмәүе, хәлгә инә белмәүе хаҡында ишеткеләгәйнем. Ә шулай ҙа күптәнге аралашып йөрөгән кеше бит инде. Хәл-әхүәлен белешәйем, ҡунаҡҡа саҡырайым, тип, алыҫтан йылмайып яҡынлаштым. Әммә ул мине күрмәмешкә һалышып үтеп китте. Ни эшләйһең, күрмәмешкә һалышҡан кешегә нисек итеп әрһеҙләшеп күренеп тораһың? Мин дә үтеп киттем.
Өләсәйемдең: «Бер йыл тартай һимерә, бер йыл бүҙәнә» йәки «Аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгәнһең, һин дә ауырһың» тигән һәм башҡа бик күп мәҡәлдәрен иҫтә тота инем. Был юлы ла: «Кеше ни эшләп көнө менән генә йәшәй икән? Кеше ни эшләп биләгән вазифаһын мәңгелек тип уйлай ҙа, иртәгеһен күҙалламай икән? Кеше ни эшләп вазифаһын башҡаларҙан үс алыу урыны итеп файҙалана икән? Кеше ни эшләп көфөр етерен уйламай икән? Көфөр бит ете быуыныңа тиклем ҡыуа...» — тигән һәм башҡа бик күп «ни эшләптәр» сыуалды башымда. Ике тапҡыр мине күрмәмешкә һалышып үткән был ҡатынды бик йәлләнем. Ул үҙ холҡо менән үҙ рухын һындырғайны. Вазифанан төшөп ҡалыуы түгел, ә рухы һыныуы үкенес ине.
Яңынан тыуғандай булдым
Иҫәнғолда йәшәгән саҡта Өфөнән килеүселәрҙең беҙгә һуғылмай киткәндәре бик аҙ булғандыр. Бер саҡ ҡыш көнө төнгө сәғәт өҫтәр тирәһендә өшөп-туңып өс кеше килеп инде.
— Рафиҡовтар ни эшләп йөрөй былай? — тип аптырайым. Сәй ҡуйып ебәрҙем, мейес тоҡандырҙым.
— Ырымбур өлкәһенән командировканан ҡайтып килә инек, машина боҙолдо. Йәйәү атларға тура килде. Сәғәт ундан бирле йәйәү киләбеҙ. Далан бар икән. Өйҙә булһа ярар ине, өйө йылы булһа ярар ине, ҡасан барып етәбеҙ инде, төнөн сәй ҡайнатырлыҡ мөмкинлеге булһа ярар ине, тип юл буйы теләп атланыҡ. Ожмахҡа килеп индек бит, егеттәр! — тине Зәйни ағай Рафиҡов, өҫ кейемен дә һала алмай, ҡалтыранып. Марат Рафиҡов сисенә һалды ла, Булат Рафиҡовҡа ярҙам итә башланы. Аяҡтары шаҡылдап тора.
— Ожмахтағы рәхәтлек бындай булһа, бөтә көстө һалып еләгергә тырышыр кәрәк, — тине Марат, урындыҡҡа ултырып, арҡаһын мейескә терәгәс.
Мейес эргәһендә урындыҡ һалғайныҡ. Теҙелешеп менеп ултырҙылар. Ҡайһыныһы арҡаһын терәне, ҡайһыныһы — табанын. Сәй ҡайнап сыҡты, һурпа йылыттым. Өйҙә «мәй» ҙә бар ине. Бөтөн нәмә талонға булған саҡта, биргән тауарҙың барыһын да ала торғайным. Теш-тешкә теймәй өшөгән саҡта дарыу булараҡ бик файҙалы эсемлек. Борослап, лимон тамыҙып һалып бирҙем дә, йылҡы һурпаһы ҡоротланым. Булат ағай, мәйҙән баш тартып, рәхәтләнеп ҡоротло һурпа эсте. Әммә йылынып етә алмай ине. Мин уға һис юғы табандарын ыуып, йөн ойоҡ кейеп, мейескә терәп ултырырға кәңәш иттем. Марат ярҙамында ул әйтелгән процедураны эшләне, мейескә терәлеп ултырҙы һәм минең хәлдәрҙе, гимназия торошон һораша башланы. Мин тормош һабаҡтарынан төҙөлгән программабыҙҙы күрһәттем. Булат ағай күҙ йүгертеп сыҡты ла:
— Ғәжәйеп әйбер бит был! Йоҡлау юҡ, ағай-эне. Программа тураһында фекер алышабыҙ хәҙер. Өфөгә ҡайтҡас, йоҡларбыҙ. Йоҡо осто. Бына ҡайҙа ул башҡорт халҡын тергеҙеү программаһы! Бураҡаевтар революция яһарға уйлағандар бит! Әйҙәгеҙ, кем ниндәй тәҡдим индерә ала — кәңәш-төңәш бирегеҙ, — тине лә, ҡысҡырып уҡырға тип, Марат Рафиҡовҡа бирҙе. Зәйни ағай менән үҙе тыңлап ултыра, фекерҙәрен әйтәләр, тәҡдим индерәләр. Булат Рафиҡов тың-лай-тыңлай ҙа маҡтап ала. — Ысынлап та, тормошҡа аша торған булһа, мәктәптәргә дәрес итеп индерелһә, шәп бит, иҫ киткес бит! Был тиклемде еңеп сыға алырһығыҙмы икән — дәреслектәрен нисек эшләрһегеҙ... Хәйер, бәһлеүәндән улың бар бит. Диҡҡәткә оҡшаһа, Илгизәр оло таяныс һиңә. Әгәр ундай-бындай фекер-тәҡдим кәрәк булһа, миңә мөрәжәғәт итерһең. Ҡушҡуллап ярҙам итермен, — тине лә, бер аҙ уйланып ултырғас, кинәйәле генә йылмайып алды. Шунан:
— Хәйер, әгәр дәреслектәр өҫтөндә эшләй башлаһағыҙ, рухи тәрбиә тураһындағы бүлеккә мине миҫал итеп индереп ебәрә алаһың. Йәшертен-боҫортоно юҡ, тура юлдан тайпылған саҡ булып алды бит. Беләһең. Әммә мин Зәйни ағайым ярҙамында үҙемде ҡулға алдым. Тик һаулыҡ ҡына ҡаҡшап ҡалды. Беҙҙең иң уҫал дошмандарыбыҙҙың береһе — эскелек. Эсә белмәү. Ниндәй аҫыл ирҙәрҙе һәләк итә ул. Был хаҡта мотлаҡ яҙығыҙ. Эҫеүҙе дауалап та, өгөт-нәсихәт менән дә, гипноз менән дә туҡтатып булмай. Фәҡәт кеше үҙе аңлап ҡына ташлай ала. Мин «эсеү» тигән дошмандан ҡотолғас, яңынан тыуғандай тойҙом үҙемде, — тине.
Булат Рафиҡовтың бындай тайпылыштары «Пионер» (хәҙер «Аманат») журналы редакцияһында эшләгән сағында булды. Эштән китте. Шунан һуң үҙтәрбиә менән шөғөлләнеп, үҙен ҡулға алып, яңынан ең һыҙғанып эш башларға уйлағайны — ышанмайҙар, бер редакцияға ла эшкә алмайҙар. Был хәл миңә яҡшы таныш. Сөнки мин «Совет Башҡортостаны» редакцияһында эшләй инем һәм 1972 йылда декрет отпускыһына китергә тейеш инем. Булат Рафиҡов минең ҡасан китергә тейешлегемде белеште лә, үҙен тәҡдим итеүҙе һораны. Әммә Абдулла Ғиниәт улы ҡырҡа баш тартты. Ул хаҡлы ине, сөнки эскән кеше ҡабат-ҡабат вәғәҙәләр бирә, һүҙендә тормай, бындай яуаплы эштә ышанысһыҙ була. Өҫтәүенә, тәржемә бүлегенә кеше табыуы ҡыйын була торғайны. Ә ул саҡтарҙа Л. И. Брежнев сығыштары, уның «трилогияһы», ҡарарҙар, съезд материалдары иҫ китмәле күп ине. Рус теленән туранан-тура башҡортсаға тәржемә итеп, машинисткаға әйтергә кәрәк. Яңы кеше өйрәтеүе бик оҙайлы эш. «Алған кешем ышанысты аҡламай, эш боҙоп ҡуйһа? Тағы ҡайҙан кеше табайым мин? Киткәнеңә тиклем берәйһен өйрәт», — ти редактор. Ә Булат ағай — әҙер тәржемәсе. Ике телде лә бик һәйбәт белә. Һәләтле журналист, шағир. Теле бай. Ғөмүмән, иҫ китмәле һәләтле, белемле кеше ине ул.
— Булат ағай, мин үҙ өҫтәмә яуаплы бурыс алам... — тинем, икенсе тапҡыр редакторға инер алдынан.
— Мәрйәм һеңлем, — тине ул. — Мин бит үҙем ташланым, аңлы рәүештә ташланым. Ваҡытлыса түгел, бөтөнләйгә ташланым. Шуға ныҡ ышана алаһың, — тине ул.
— Абдулла Ғиниәтович! Булат Рафиҡовты өйрәтергә түгел. Ике телде лә бик һәйбәт белә. Ултыра ла тәржемә итә башлай торған кеше. Алығыҙ, һынау ваҡыты билдәләгеҙ. Тәүге тайпылышы менән үк сығарып ебәрерһегеҙ. Үҙегеҙҙең ҡулда бит, — тинем.
— Ә тағы эсә башлаһа?
— Уғаса үҙем сығырмын. Баланы әсәйем ҡарашыр.
Абдулла Ғиниәтович эшкә алды уны. Аҙ ғына эшләгәйне, бүлек мөдире итеп күсерҙе. Унан һуң — «Ағиҙел» журналы, БАССР Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе, «Ағиҙел» журналы редакторы. Бынан тыш, Аҡһаҡалдар ҡоро ойошторҙо, башҡорттарҙың Бөтөн донъя ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булды. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды, башҡорт халҡының иң яратҡан абруйлы яҙыусыһына әйләнде. Шуның өсөн Булат Рафиҡов эсеп үҙҙәрен әрәм итеүсе егеттәрҙең дә, эҫеүгә баш һалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ғүмерҙәре өсөн әрней торғайны.
Булат Рафиҡов менән әңгәмәнән һуң үҙтәрбиә менән шөғөлләнеү тураһында байтаҡ ҡына әҙәбиәт аҡтарҙым, үҙ илебеҙҙең дә, сит ил ғалимдарының да хеҙмәттәрен өйрәндем, халҡыбыҙ ижадынан тәрбиә ҡанундары менән ентекләп таныштым һәм үҙтәрбиә менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн ошондай теләк-кәңәш төҙөнөм: ете төшөнсәнән башлар кәрәк үҙенде үҙгәртеүҙе.
1. Үҙеңде табыу. Тәбиғәт ниндәй һәләт һалған һиңә? Һин ҡайһы йүнәлештә эшләргә тейешһең — шуны ап-асыҡ күҙ алдыңа килтер.
Тәбиғәт биргән һәр сифатыңды билдәлә. Ыңғайҙарын да, үҙең белгән кире яҡтарҙы ла. Уның өсөн кешенең һинең хаҡта әйткән фекеренә лә ҡолаҡ һал. Һинең хаҡта насар һөйләйҙәр икән, асыуланып, һүҙ юллап йөрөмә. Кәйефең дә ҡырылмаһын. Ҡолаҡ һал, анализла, бәлки, дөрөҫ әйтәләрҙер. «Ни өсөн минең хаҡта ундай хәбәр таралыуға юл ҡуйҙым, ниндәй сифаттарыма, холоҡ-фиғелемә ҡарап улай тип әйттеләр икән?» тигән һорау менән ишеткән хәбәреңә анализ яһа һәм төҙәтеү яғын ҡара. Ҡайһы саҡта һин дуҫ күргән кешеләрҙең маҡтауына, хуплауына ҡарағанда, һине яратмаған кешеләрҙең «баһаһы» төҙәлеүгә нығыраҡ ярҙам итә.
Үҙтәрбиә менән үҙгәрәсәк Үҙең һәр саҡ һинең хыялыңда йәшәһен, һәм һин уға ҡарап тиңләшә бар. Яңы Үҙең башҡарасаҡ эште, йәшәйәсәк мөхитте, өлгәшәсәк уңышты һәр саҡ күҙ алдына килтерһен. Йоҡонан торғас та, транспортта барғанда ла, йоҡлар алдынан да. Төштәреңде лә фәҡәт ыңғайға юра. Яҙмыш маңлайыңа яҙылған, тигән төшөнсә ана шул. Тимәк, һин үҙ зиһенеңдең мөмкинлеген эшкә ҡушып, үҙ яҙмышыңа тәьҫир итә алаһың. Яңы Үҙеңде барлыҡҡа килтереү өсөн ысынбарлыҡтағы Минде яҡшылап өйрәнергә кәрәк.
Ҡайһы холоҡ-фиғелең менән риза түгелһең? Әгәр ошо һорауға яуап таба алмаһаң, уйың менән күҙ алдына килтереп, үҙең өсөн абруйлы кеше менән кәңәшләш. Ул кешенең берәй яҙыусы, философ, ғалим, яҡын дуҫың, өлкән туғаның, атайың йәки әсәйең, хатта кинолағы роле аша оҡшатып йөрөгән артист булыуы ихтимал. Уйыңда уның менән һөйләш һәм ысын Үҙеңде асыҡла.
Әммә күҙҙә тот. Һинең тормошоңда, эшләгән эштәрендә, уйлаған уйыңда бер генә лә ваҡ нәмә юҡ. Бөтәһе лә ҙур әһәмиәткә эйә, бөтәһе лә һинең яҙмышыңда ниндәйҙер хәл иткес эш башҡара, шуның өсөн береһенә лә ҡул һелтәп ҡарама. Иң мөһиме — үҙеңә ҡарата иғтибарлы бул.
Үҙеңде ҡуя бел. Миңә ярай ул, тимә. Һин бер кемдән до кәм түгел. Яҡты донъяға беҙ барыбыҙ ҙа тиң хоҡуҡлы кешеләр булып тыуғанбыҙ. Тәбиғәт тыуымда ла, үлемдә лә бер кешегә лә өҫтөнлөк бирмәй, береһенә лә ташлама яһамай. Тик беҙ үҙебеҙ генә үҙебеҙҙе төрлө кимәлгә ҡуябыҙ. Әлбиттә, атай-олатай, әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған рухи ныҡлыҡ йәки ҡаҡшағанлыҡтың тәьҫире эҙһеҙ ҡалмай, әммә был хаталарҙы һин төҙәтергә һәм үҙеңдең ҡан нәҫелеңә ыңғай йоғонто яһарға тейешһең.
Һин үҙең өсөн бар булмағанһың донъяға. Һин — тәбиғәт, балаларың, халҡың алдында бурыслыһың. Ошо бурыстарыңды үтәмәһәң, тәбиғәт биргән һәләтеңде тотош файҙаланмаһаң, бөтә көс-ҡеүәтеңде ҡара эштәр башҡарыу өсөн йүнәлтһәң, кешеләргә үс тотһаң, насарлыҡ уйлаһаң, йәнең ғазап кисерәсәк.
Ғазаплы йән һынған рухлы нәҫел ҡалдырасаҡ.
Һәләтһеҙ кеше юҡ. Тәбиғәт һәр кешене үҙ һәләте менән бар итә, һәм кеше, үҙ һәләтен үҙе асып, файҙаланырға ғына тейеш. Уның өсөн бер ваҡытта ла һуң түгел. Нисә йәштә булһаң да, үҙеңде аңлап ал, рухи һәм физик сәләмәтлегеңде нығытыу эшенә тотон. Йәшеңә ҡарама, һуң инде, тимә. Булат Рафиҡов, миңә утыҙ һигеҙ йәш тулған саҡта, үҙ-үҙемә теҙген кейҙерҙем һәм ауыҙлыҡланым, тине.
2. Йәшәү маҡсатыңды аныҡлау. Яҡты донъяла йәшәү һәм аңлы ғүмер кисереү дәүерендә ниҙәр эшләргә, нәмәгә өлгәшергә тейешһең? Ҡыҫҡа һәм тос һүҙҙәр менән яҙып сыҡ. Яҙыуға әүәҫлегең булмаһа, уйла, тос һүҙҙәр менән ҡағиҙә рәүешендә ҡалыпҡа һалда көн һайын ҡабатла. Маҡсатыңдан тайпылма.
3. Бер генә проблеманы ла урап үтмәү. Урап үткән йәки аша атлап сыҡҡан проблема барыбер килеп сығасаҡ һәм һиңә ҡамасаулаясаҡ. Проблема үҙенән-үҙе бар булған кәртә түгел. Һәр уңыштың башында мотлаҡ була торған тормош һикәлтәһе ул. Уны шулай күҙ алдына килтерергә кәрәк. Һинең бөтә тормошондағы уңыштарың ҙур бер һауыт эсендә. Ә уның ҡапҡасы бар һәм ҡапҡас ныҡ итеп ябылған. Шул ҡапҡасты астыниһәң, һауыттың эсендә — тағы бер нисә һауыт. Уларҙың да һәр береһе ҡапҡаслы. Һәр береһенең эсендә уңыш бикләнгән. Ҡапҡасын асһаң — уңышҡа юлығаһың. Аса алмай урап үтһәң, өлөшөңә тейгән көмөштән мәхрүм ҡалаһың. Әммә ҡапҡастары ла төрлөсә ябылған. Ҡайһыныһы тиҙ асыла, ҡайһыныһын асыу өсөн ярҙамсылар кәрәк. Тормош үҙе лә яңынан-яңы ҡапҡаслы һауыттар бар итеп тора. Проблеманы ана шул ҡапҡастар тип хис ит. Ҡапҡасты асыу оҫталығы үҙеңә бәйләнгән. Тәжрибәнән, тормош һабаҡтарынан, зирәклектән, оһолдан, өлкәндәр аҡылын файҙалана белеүҙән хасил ул оҫталыҡ. Тимәк, тормоштағы проблемаларҙы урап үтеү бер ни ҙә бирмәй. Ҡасан да хәл итергә кәрәк. Үҙең генә хәл итә плмаһаң, туғандарың, дуҫтарың менән хәл итергә тырыш.
4. Үҙ уй-фекерҙәреңде фәҡәт ыңғайға ғына бороу. Мин эшләй алам. Был ғүмер миңә бер тапҡыр ғына бирелгән. Мин үҙемдең мөмкинлегемде тотош файҙаланырға тейешмен. Яҡты донъянан киткәс, минең насар ғәҙәттәрем арҡаһында яҡындарым яфаланмаһын, йәнем ғазапланмаһын, тип уйларга кәрәк.
5. Сама белеү. Һине маҡтау— шаштырмаһын, илһам өҫтәһен, һине хурлау — ҡанатыңды һындырмаһын, сәм тыуҙырһын. Сама белгән сайҡалмаҫ.
6. Ваҡыт ҡәҙерен белеү. Донъяла әҙәби китаптар иҫ китмәле күп, ваҡытлы матбуғаттың сиге-ҡырыйы юҡ, тәүлек ойләнәһенә әллә нисә каналдан телевизион тапшырыуҙар бара, көнө-төнө радио тулҡындары эшләй. Ҡешелек донъяһы информациялар менән күмелгән. Кинотеатрҙар, концерт залдары ниндәй генә күңел асыу саралары үткәрмәй. Хатта бер ни эшләмәй, фәҡәт яңылыҡтар тыңлау менән генә шөғөлләнһәң дә, тыңлап, ҡарап өлгөрөрлөк түгел. Барлыҡ ошо сараларҙан үҙ маҡсатыңа кәрәклеләрен генә һайлап алыу, зауы-гыңа ятыштарын гына тыңлау-ҡарау тәүлектәге егерме дүрт сәғәтте иҫ китмәле файҙалы итеп үткәреүгә мөмкинлек бирер. Ғүмерҙе оҙайтыу сараһы — ул ваҡыт ҡәҙерен белеү. Оҙон-оҙайлы ғүмерҙә лә бер ни эшләп өлгөрмәүең ихтимал, ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе лә мәңгелеккә әйләндереүең мөмкин.
7. Һаулығың — төп байлығың. Һәр кеше үҙ ғүмере өсөн үҙе яуаплы. Һәр кеше тыуа, үҫә, атай-әсәйҙән рухи байлыҡ алып ҡала, традицияларға өйрәнә, — быларҙың барыһын да ул үҙ белемен, оҫталығын, маһирлығын өҫтәп, артабан камиллаштырырға, дөйөмләштерергә һәм киләһе быуынға аҡыл бирергә, һабаҡ тапшырырға тейеш. Ошо яҡтан ҡарағанда, һәр кеше үҙ ғүмере өсөн үҙе яуаплы булһа ла, уның ғүмере кешелек донъяһына кәрәк. Шулай булғас, ул, кешелек донъяһы һәм тәбиғәт алдындағы бурысын үтәү өсөн, үҙ һаулығын һаҡларға бурыслы.
* * *