Детдомдың ишеген асып ингәс тә, вахтала ултырған һаҡсы, туп-тура директор кабинетына барығыҙ, тине.

Ошо Мәүлиҙә Нурғәлиевнаның кабинетына етә башлаһам, ниңәлер аяҡтарым ебей ҙә төшә. Был юлы ла шулай булды. Балалар йортонда Фәриткә ҡарағанда күберәк йәшәйем. Шуға ла ишекте үҙем шаҡып астым:

Аумыһығыҙ, инергә буламы?

Бәрәндәр, килдегеҙме! Тиҙерәк үтә һалығыҙ, аснәҡәттәр. — Директорыбыҙҙың йөҙөнә ҡарағанда кәйефе насар икәнлеге асыҡ сағыла ине. Шуғалыр ҙа инеп тә өлгөрмәнек, сәсрәп беҙҙе әрләй башланы. — Бына бөгөн коллектив менән йыйылып, һеҙҙе генә көтөп ултырабыҙ. Башҡа эшебеҙ юҡ, шуға тип уйлайһығыҙмы?

Эйе, беҙ бит уйнауҙан, туйғансы әҙер ризыҡты ашауҙан, йоҡлауҙан башҡаһын белмәйбеҙ бит, — тине көлөмһөрәп тәрбиәселәрҙең береһе. — Һеҙ, балалар, эшләйһегеҙ, ә беҙ — уйнайбыҙ. Шулаймы, Ильяс, Фәрит?!

Нимә булған? Беҙгә ашарҙай булып ҡарайҙар. Етмәһә, һәр төркөмдөң тәрбиәсеһе лә бында килгән. Тотош коллективтың директор кабинетында ултырыуы юҡҡа түгелдер.

Тәк, кисә ҡайҙа булдығыҙ? — тип текләнде Мәүлиҙә Нурғәлиевна.

Балыҡҡа барҙыҡ, — тинем.

Ай, һай. Бигерәк ҡыйыу һөйләшәһең түгелме, маңҡа! Тәрбиәсенән һорамай-нитмәй бындай ташҡын мәлендә балыҡҡа барғандар, етмәһә, геройлыҡ күрһәткәндәй ауыҙ асып тора. — Директорҙың асыуы көсәйә бирҙе. — Нимә, ас йөрөйһөгөҙмө әллә?

Балыҡ ашағы килгәйне. — Бығаса шым торған Фәриттең яуабы ине был.

Ошо һүҙҙәр өнһөҙ ултырған тәрбиәселәргә етә ҡалды.

Кит, был мәсекәйҙәргә күпме ашатһаң да етмәҫ!

Йтмә лә, беҙҙең балалар күрмәгән ризыҡты һоғоналар бит!

Бүре балаһын күпме ашатма, ул һәр саҡ урманға ҡарай тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.

Уй инде, ҡуй. Ошо йыйын алкаштарҙың балаларын кеше итәм тип ғүмер үтте инде.

Беҙгә ҡырын ҡарап ултырған директор ҙа һүҙгә ҡушылды:

Шунан, кемде күрҙегеҙ унда?

Бер ағайҙы. Ул ҡара костюм кейгән ине. Аҙаҡ беҙҙе машина менән алып килде.

Эйе, берешәр кәнфит тә бирҙе, — тине Фәрит.

Беләһегеҙме һеҙ кем — убырҙар! Ғөтдәгеҙҙе ашарҙай булып йөрөйһөгөҙ шунда, мәңге туймаҫтай. Ҡорһағығыҙ ярылғырҙар. Ә һеҙ ул ағайҙың кем икәнен беләһегеҙме?! — тине төкөрөгөн сәсә-сәсә Мәүлиҙә апай.

Юҡ тигәндәй баш һелктек.

Алдашмағыҙ. Һеҙ бөтәһен дә беләһегеҙ. Минең исемемде һатыр өсөн юрамал эшләгәнһегеҙ. Күп булмаһа, директорыбыҙ шулай ҙа былай тип янына үҙегеҙ барғанһығыҙҙыр әле. — Мәүлиҙә Нурғәлиевна миңә асыулы ҡарап. — Кәкре аяҡ, кил әле бында. Бына ошо китаптағы фотоға ҡарале. Уның аҫтында нимә тип яҙылған? Әйҙә, ҡысҡырып уҡы!

Бәй, кәртешкәлә беҙҙе алып килгән кисәге ағай ҙаһа! Эйе, эйе! Мин яңылышмайым. Галстугы ла шул уҡ. Фотоһын да аҡрайтып китапҡа баҫҡандар икән. Шунан аҫтағы яҙыуға текләндем:

Райондың хакимиәт башлығы... — тип ҡысҡырып ошо һүҙҙәрҙе генә уҡығайным, тәнемә эҫе булып китте. Быны ишеткәс, Фәрит тә аптырай төштө. Тимәк, теге кәнфит менән һыйлаған костюмлы ағай ҙур кеше булып сыҡҡан! Ә беҙ уны ҡайҙан беләйек...

Директор өҫтәл тартмаһынан гәзит сығарҙы ла, уны бөтәһенә лә күрһәтеп, ҡулында һелкетеп алды:

Бына ҡороп киткерҙәр, беҙҙең исемде нисек һаталар! Ҡарағыҙ әле! Район гәзитендә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә ҡарау юҡ, ташҡын ваҡытында Иҙелгә йөрөйҙәр тип яҙылған. Иртәнсәк глава үҙе шылтыратты. Ильяс менән Фәрит исемле малайҙарығыҙ бигерәк сос икән, ти. Ваҡланып та тормайҙар, Иҙелдә бындай ташҡында суртанды ғына тоталар тигән була. Мин аптырап киттем. Әллә шаяртыумы икән тип уйланым. — Мәүлиҙә апай теге гәзитте сәрт иттереп өҫтәлгә бәрҙе. — Нимә, хәҙер тәртип булһын өсөн һәр ауылдың йылға буйын йөрөп сығайыммы, тип ҡаҙалды башлыҡ. Шелтә бирһендәр өсөн мәғариф идаралығына ла еткерәм тине. Уф, был хәтлем дә игелекте белмәгән балалар булыр икән донъяла. Әҙәм мәсхәрәһе бит, тик торғанда ошо ике туймаҫ тамаҡ өсөн исемең һатылһын әле!? Был хаҡта радионан да һөйләгәндәр, ти. Ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ булдығыҙ инде, ҡәбәхәттәр!

Их, балыҡ тотоуҙың да былай бөтөрөн кем уйлаған! Теге ағай ҙа бының өсөн директорыбыҙҙы әрләр тип кем белгән? Ә ағай үҙе ипле генә күренә, беҙҙең менән дә тыныс ҡына, йылмая биреп һөйләшкәйне.

Тәк, иптәштәр, быларҙы нишләтәбеҙ? — Директорҙың һорауы ҡаты яңғыраны.

Спецколонияға ебәрәйек. Аҡылға ултырырҙар, исмаһам.

Юҡ, әйҙә ай буйына детдомда иҙән йыуһындар!

Яңы кейем бирмәйек. Йөрөһөндәр иҫкеһендә.

Эйе, шашып китмәһендәр әле. Йүнле әйбер кейеп үҫкәндәй ҡыланмаһындар.

Йәшелсә-емешен бүтәндәргә бирергә кәрәк.

Йтмә лә, туйған эт хужаһын тешләй тиеүҙәре ошолор.

Даянға әйтәйек. Бер аҙ саңдарын ҡағып алһын...

Тағы ла әллә күпме тәҡдимдәр яңғыраны. Ишеткәндәрҙән ҡыҙарып-бүртенеп бөттөк. Теге ваҡыт табала ҡыҙарып бешкән суртан кеүек ине битебеҙ.

Дөрөҫ әйтәһегеҙ, иптәштәр. Барыһын да яза итеп бирһәк тә, әҙ булыр, — тине өҫтәл артынан сығып Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Бына хәҙер йәйгегә яңы кейемдәр бирәсәкбеҙ. Әйҙә, был йолҡоштар йөрөһөн иҫкеһендә. Улар беҙҙең исемде һатам тип ашҡынғанда, ниңә бирәндәрҙе йәлләргә ти! Ашатҡанына, кешесә йоҡлай алғандарына шөкөр ҡылһындар әле. Хөкүмәткә аҡса яуы булып торалар. Ә үҙҙәренән бер тинлек тә файҙа юҡ. Даянға әйтергә кәрәк тигән фекер ҙә дөрөҫ. Әйҙә, иманын уҡытып алһын быларҙың. Әтеү, бауҙан ысҡынған эт кеүек ҡоторалар. — Шунан беҙгә үгеҙҙәй һөҙә яҙып ҡараны ла: — Ә хәҙер — марш мәктәпкә! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Беҙ кабинеттан сығып барғанда йәнә ҡаты тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы:

Наши рекомендации