Берәй ереңде ауырттырҙыңмы, балаҡайым?

Сәй! Әсәкәйем! Мин һине ныҡ итеп һағындым. Ниңә беҙҙе ҡалдырып киттең, ә? Бында һинһеҙ ҡыйын...

Тыныслан, күгәрсенкәйем. Үҙем дә һеҙҙең янығыҙҙа булмағас, йәнемә урын тапмайым. Бына бөгөн дә шул тиклем рәнйенем. Иҫән булһам — берәүҙән дә ауыр һүҙ ишеттермәҫ инем. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым?! Аяғың ауыртмаймы, улым?

Юҡ, әсәкәйем. Бер ҙә ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан яланаяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай тойолдо.

Ин мамыҡҡа баҫып барманың, Ильясым, ә минең... устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяҡтарын өшөтмәйем тип баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым...

Рәхмәт һиңә, әсәкәйем. Һине шул тиклем яратам. Килеп ал инде беҙҙе, зинһар...

Булмай шул, ғәзизем! Әммә мин һәр саҡ һеҙҙең менән. Хәлемдән килгәнсе ҡурсаларға тырышырмын. Тик бер үк яуыз эшкә юл бирмәгеҙ, йәме. Һеҙҙең өсөн аҙаҡ миңә ҡыҙарырға тура килмәһен. Ярай, хуш, балаҡайым. Онотма — мин һәр саҡ янығыҙҙа...

Бәй, мин төшөмдә генә әсәйем менән һөйләшкәнмен икән! Уянып киткәндә, медпунктта ята инем. Медсестра Сәйҙә апай ҙа, бер-ике тәрбиәсе лә, директор ҙа янымда баҫып тора ине.

Оһо-һо, ҡалай ҡотто алдың, Ильяс! — тип йылмайып ебәрҙе Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Кем ҡушҡан ул Даянға шулай итеп ҡыланырға! Бына күр ҙә тор — иманын уҡытырмын. Аяғың ауыртмаймы һинең?

Битемә йылы күҙ йәштәре тәгәрәне. Балалар йорто етәксеһенең һорауына яуап та бирге килмәй.

Борсолорға урын юҡ, — ти шәфҡәт туташы. — Әгәр ҙә саҡ ҡына оҙағыраҡ урамда торһа — эштәр хөрт булыр ине. Әле беҙ спирт менән ыуҙыҡ. Йылыта торған мазен да һөрттөм...

Был һүҙҙәр директорҙы тынысландырҙы шикелле. Бәлки, үҙенең ниндәйҙер кимәлдә ғәйебен дә танығандыр.

Ильяс, теләйһеңме һиңә яңы ботинка алабыҙ? Ошо көндәрҙә Өфөгә юл төшөргә тора — әйҙә баш ҡаланы күрһәтеп алып ҡайтам...

Мәүлиҙә апай башымдан һыйпарға ынтылды. Әммә ул ҡулдар миңә шул тиклем ят ине. Әгәр әсәйем ошоно күрһә, нимә тип әйтәсәк. Директорҙың ҡулы ҡағылыуын теләмәүемде белдереп, башымды ситкә борҙом. Уларҙың яңы кейеме лә, ҡалаһы ла миңә кәрәкмәй.

Ошо ваҡытта берәүҙе лә үҙемдең алдымда күрергә теләмәнем, сөнки шул тиклем һыҙлана инем. Юҡ, тешем дә, аяғым да түгел... Күңелем һыҙлай ине. Ә бит уны теш кеүек һурып ташлап ҡына ҡотолоп булмай. Күңел һыҙлай, күңел! Донъяла шунан да ауырыраҡ нәмә бармы икән!?

Балыҡсылар

Яҙғы аяҙ көндә класташым менән мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Балалар йорто янында йәшәгән әбейҙең өйөн үтеп барғанда, Фәрит кинәт туҡтап ҡалды.

О-о-о, ниндәй тәмле еҫ! Әбекәй балыҡ ҡура. — Класташым асыҡ тәҙрә яғына табан боролдо ла, шул тиклем дә танауҙы ҡытыҡлағыс еҫте һулап ебәрҙе. — Эх, хәҙер миңә бер таба ҡуйһалар ҙа, ялп иттерер инем.

Ысынлап та, ниндәй тәмле еҫ килә! Күптән балыҡ ашаған юҡ ине. Мин дә бындай танһыҡ ризыҡтан баш тартмаҫ инем.

Беләһеңме, Фәрит, минең әсәйем балыҡты шул тиклем шәп иттереп ҡура ине. Онға манып ебәрһәме! Билләһи, телеңде йоторһоң. — Әсәй ҡуйынында булған саҡтар нисектер ошо татлы еҫтән һуң иҫкә төштө лә ҡуйҙы. — Их, әсәкәйем дә, атайым да иҫән түгел шул, былай итеп кеше тәҙрәһе төбөндә шайығымды ағыҙып тормаҫ инем. Теләһәм, көндә бешереп бирерҙәр ине.

Шулай шул. Детдомда балыҡты гелән бирмәйҙәр шул, — тип ауыр көрһөндө Фәрит.

Шул саҡ тәҙрәнән ҡарсыҡ үҙе күренде.

Ошо дитдум балаларын! Әллә берәй нәмәмде һелтәргә тораһығыҙмы? Бар, китегеҙ бынан. Өйөм янында темеҫкенеп йөрөмәгеҙ! — тине лә асмалы тәҙрәһен шап иттереп ябып ҡуйҙы. Беҙ ары киттек. Фәрит тә, мин дә әбейгә бер һүҙ әйтмәнек. Нимә тиһең инде оло кешегә?..

Фәрит ыҙғышып йөрөгәндәрҙән түгел. Үҙен ипле тота. Яңыраҡ ҡына детдомға килде ул. Әсәһе үлгәндән һуң, атаһы үҙе тапшырған. Беҙ Фәрит менән бер бүлмәлә йәшәйбеҙ, бергә уҡыйбыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. Матур итеп һүрәт төшөрә. Әйтерһең дә, шуның өсөн генә тыуғанмы ни!

Шиғырҙар ҙа яҙа класташым. Әллә ниндәй бәләкәй нәмәнән дә мөғжизә күрә белә. Шуныһы аптырата. Ташып аҡҡан гөрләүектәргә ҡарай ҙа: "Ана, улар ҙа яҙ килеүенә шатланып туя алмай", ти. Йә сағыу нурҙарын өләшкән ҡояшҡа төбәп: "Беҙҙе ҡояш апай ярата, шуға ла уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Күҙ алдыңа килтер әле, Ильяс, бер тәүлеккә ул юҡ булһа, нишләрбеҙ?" — тип башты ҡатыра. Үҙе зирәк инде. Бына әле лә ул бик шәп идея бирҙе.

Беләһеңме, Ильяс, һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен. Хәҙер ҡайтып ашап алабыҙ ҙа, Иҙел буйына балыҡ ҡармаҡларға барабыҙ! Һин ризамы?

Мин риза ла ул, тик ҡармаҡ юҡ бит...

Й, тапҡанһың бәлә. Йылғаға яҡыныраҡ йәшәгән берәй малайҙан һорап торорбоҙ.

Ярай улай булғас.

Икебеҙ ҙә шатланышып ҡул ҡыҫыштыҡ та детдомға табан атланыҡ. Ашағандан һуң, кеҫәбеҙгә бүтәндәрҙән артып ҡалған икмәк телемдәрен дә һалып алдыҡ. Ярай, тәрбиәселәрҙән бөгөн Хәкимә апай эшләй ине. Ул шул тиклем алсаҡ. Балалар менән әрләшеп тә, талашып та бармай. Уның йомшаҡлығынан беҙ файҙаландыҡ та.

Иҙелгә яҡынлаша биргәс, шул тирәлә йәшәгән малайҙан ҡармаҡ һорап торҙоҡ. Болонда ятҡан бүрәнәләрҙе тәгәрәтеп, селәүсен дә табып алдыҡ. Күп тә үтмәй Иҙелдең тымығыраҡ урынына ҡармаҡ ташлап ултыра инек. Ә йылға быйыл ғәләмәт ташҡан. Аръяҡ менән тоташтырыусы ағас күперҙе бына-бына ағыҙып китергә итә. Ярҙарына һыймаҫтай булып ҡайҙа ашҡына икән? Һыуға оҙаҡ ҡарап торһаң, баш әйләнеп китә хатта.

Наши рекомендации