Тыңлайым һеҙҙе, Мәүлиҙә Нурғәлиевна.

Арағыҙ әле, үҙен әллә ниндәй мөһим кеше кеүек тота бит. Имеш, директор уның менән генә иҫәпләшә. Кейгән әйбере лә затлы күренә бит. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә кейемдәребеҙ бер төрлө, бары ул ғына айырылып тора.

Даян, был ниндәй эш? — Директор беҙгә ҡарата бармағы менән күрһәтеп. — Тәртип аҡһай бит, малай. Теләһә — ҡалаға сығып китәләр. Тәртип тә, режим да юҡ. Мине бар тип тә белмәйҙәр. Былай эштәр бармай. Кстати, был бәндәләр менән һөйләшеп ал әле... Әтеү, теҙгендән ысҡынғандар!

— Аңланым. — Даян оло ҡәнәғәтлек менән башын һелкте. Мәүлиҙә Нурғәлиевна сәхнәнән төштө лә, бейек үксәле туфлиҙәре менән тыҡылдатып сығыу яғына ыңғайланы. Бөгөнгө "тамашаны" ла ул ябып ҡуйҙы:

Ярай, төркөмдәрегеҙгә барығыҙ. Һеҙ ҙә ҡабат ошолайта күрмәгеҙ. Ҡасҡалаҡтарға йәлләү юҡ, — тип көлөп сығып китте.

Балалар үҙ төркөмөнә йүгереште. Бәләкәсерәктәре лә үсекләшергә генә тора. Директорҙың һүҙҙәре уларға етә генә ҡалған:

Ха-ха, ҡасҡалаҡтар, — ти берәүһе.

Вот исмаһам, атаманша!

Бетле баш, бетле баш.

Ара, рыцарь, имеш.

Милә, апайым һәм мин төркөмөбөҙгә киттек. Өйгә эште бөтөрөп ҡуйырға кәрәк ине.

* * *

Киске аштан һуң беҙҙең төркөм малайҙары ҡар таҙартырға сыҡтыҡ. Саф һауала эшләүе лә еңел — майҙан ни тиклем ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡарҙы тиҙ арала тау итеп өйөп тә ҡуйҙыҡ. Башҡарған эшебеҙ менән ҡыуанып, хәл алырға ултырҙыҡ. Шул саҡ үҙе менән өс малайҙы эйәртеп алған һонтор кәүҙәле Даян күренде. Ул туп-тура беҙгә килә. Минең эргәмә еткәс, ул мыҫҡыллы итеп һүҙ башланы:

Ай, беҙҙең ҡасҡалаҡ бында икән дәһә! Һине генә күрге килеп тора ине.

Минең үҙ исемем бар.

Ярай, тешләшмә. Телһеҙ ҡалғың киләме, ә? — тине Даян күркәләнеп.

Ысынлап та, уның менән ипле һөйләшеү хәйерлерәк. Тик ниндәй зыян эшләгәнмен һуң уға? Үҙемде һис тә ғәйепле итеп тоймайым. Шулай булғас, нишләп һуң мин уның алдында аҡланырға тейеш. Бәлки, ул хәҙер ниҙер өсөн башымды эйермен тип көткәндер. Әммә үҙ урынымда ҡаты торорға булдым.

Тиктомалға кешегә бәйләнеп йөрөйһөң, — тинем асыуланып. — Мин һиңә нимә эшләнем?

Нимә тинең, салага?! Мә һиңә телең өсөн! — Һиҙмәҫтән генә ҡолаҡ төбөмә килеп тондорҙо. Шул саҡ башым әйләнеп китте.

Даян ағай, нимә эшләйһең ул? — Төркөмдән малайҙарҙың берәүһе мине яҡламаҡсы ине. Был һүҙҙәр "ағайыбыҙҙы" асыуландырҙы ғына шикелле.

Еҙ бында нимә ҡарап тораһығыҙ? Тиҙ генә юғалығыҙ күҙемдән. Һеҙгә лә берәрҙе еппәрәйемме әллә? — Даяндың шашып ҡысҡырыуынан ҡурҡышып, башҡалар юҡ булды. Бары тик мин, Даян һәм уның менән килгән өс малай тороп ҡалдыҡ.

Аман да ғәйебеңде танымайһыңмы? — тине тағы ла йоҙроҡтарын төйөп детдомдың "башлығы".

Танымайым тигәндәй ишара яһаным.

Улай булғас, мә, тағы берәйҙе! — Көслө итеп тибеүенән ергә тәгәрәп киттем. Уның эргәһендәге теге малайҙар Даяндың фарманын алып, ташланырға ғына торалар ине.

Ағай, әйҙә шул бирәнде типкеләйек тә ташлайыҡ.

Эйе шул, нимәгә уның менән һөйләшеп торорға ти!

Юҡ! — тип бүлде Даян. — Ниндәйерәк яза бирәсәгебеҙҙе күптән уйлап ҡуйғанмын. Ха-ха, ҡасҡалаҡ. Әйҙә, маңҡаға батып йәлләүҙе һора!

Мин өндәшмәнем. Даян тағы битемә килтереп типте. Танауҙан ҡан аға башланы.

Тәртип өсөн яуаплы икәнемде яҡшы беләһең. Ә һин, шайтан алғыры, юрамал ҡасырға булғанһың. Бының өсөн директорҙан Даян ағайың әрләнер тип уйламаныңмы? Бөгөн үҙең ишеттең, залда мине Мәүлиҙә Нурғәлиевна торғоҙоп нимә тине? Балалар йортонда тәртип аҡһай ти... Һинең кеүек һарыҡтар өсөн шулай тип әйтә. Был ҡылығыңа, беләһеңме, ни эшләтәсәкмен? — Тамағы ярылырҙай итеп миңә "һабаҡ биргән" Даян бер аҙға тымып ҡалды, шунан теге өсәүгә яҡыныраҡ килегеҙ әле тигәндәй, ымланы. — Ҡасҡалаҡтың ботинкаларын сисегеҙ әле!

Нимә эшләйһегеҙ ул, сисмәйем тинем!

Беҙ һинән һорап тормайбыҙ. Мин уны тотам, ә һеҙ, малайҙар, аяғынан ботинкаһын һыпырып алығыҙ, бер ыңғайы нәскейен дә сисегеҙ.

Етәр, улайтмағыҙ. Кәрәкмәй! Аяғым өшөй бит! — Даян ҡаты ҡулдары менән тотоп торҙо, ә теге "көсөктәр" ботинкамды, носкиҙарымды ла тартып алдылар. Һыуыҡ ҡарға ялан аяҡ баҫҡас, аяҡтарым зымбырлап китте. — Бирегеҙ ботинкамды, аяғым туңа бит!

Тегеләр бары ҡыуанды ғына.

Шул тиклем данлыҡлы ҡасҡалаҡ үҙ көсөн күрһәтһен әле! — ти Даян. — Һиңә детдомды урап йүгерергә тура киләсәк. Ә беҙ ваҡытты һанайбыҙ. Әгәр ҙә өс минут эсендә берҙе урап өлгөрмәһәң, яңынан йүгерәсәкһең!

Аяҡ өшөй, йүгермәйем! Бирегеҙ ботинкамды!

Йҙә, малайҙар, һеҙ уны баҫтырып барығыҙ, ситкә ҡаса күрмәһен, ә мин ошонда ваҡытты һанап торормон. Нимәңде ҡарап тораһың, йүгер! Ҡасҡаның өсөн яуап бирер кәрәк.

Ыуыҡ ҡарҙан йүгереүҙән бүтән сара юҡ ине. Ирендәремде ҡымтып, алға саптым. Малайҙар арттан килә. Түҙ инде саҡ ҡына, түҙ тип үҙемде тынысландырам. Ер шул тиклем туң икән. Табандарымды өшөттөрә генә. Һыуыҡлыҡ һөйәктәргә тиклем үтеп инә. Әммә мин туҡтарға тейеш түгелмен, өс минут эсендә өлгөрөргә кәрәк. Бына мин гаражға етеп киләм. Бәй, унан нисек үтергә икән? Водителдәр бит уның алдында гел машина йыуа, һәм унан аҡҡан һыу боҙға әйләнә. Ысынлап та, гараж алды боҙ ине. Тимәк, миңә шуның аша үтергә кәрәк... Бер аҙға туҡтап ҡалдым. Тегеләр ҡысҡырыша, арттан йүгерә ине. "Өс минутта өлгөр!" — тиҙәр улар. Нимә булһа — булһын, тинем дә алға йүгерҙем. Һеҙ берәй ҡасан боҙҙан яланаяҡ көйөнсә атлағанығыҙ бармы? Хәтерләге лә килмәй инде, ҡот осҡос минуттарҙы. Боҙҙан бер нисә аҙым атлағас та, осло сөйгә баҫҡандай тойолдо. Аяҡтар йәбешә, ә мин алға барам. Ҡырт-ҡырт-ҡырт... Бер аҙға ғына туҡталғайным, уң табаным, боҙло ергә ҡуша йәбешеп өлгөрҙө. Мин уны йән көсөмә тартып алдым. Артабанға һәр аҙымымдан ҡанлы эҙ ҡала ине...

Даянға барып етергә күп тә түгел. Гараж да артта ҡалды. Әммә түҙерлек хәл юҡ. Аяҡтарымды ла тоймайым. Әйтерһең дә, мин ҡарҙан йәиһә боҙҙан түгел, ә мамыҡтан йүгерәм. Башҡа ла эҫе булып китте. Күҙ алдым томанланды. Бына мин еңел генә итеп ҡарға ауҙым шикелле. Әммә ауыртыуҙы һиҙмәйем...

Наши рекомендации