Федор Иванович батша заманы 6 страница

Тышта эт өргән, ат бышҡырған, һөйләшкән тауыштар ишетелеп ҡалды. Шаҡынылар. “Быныһы кем тағы”, тип уйлап та өлгөрмәне ишек шығырлап асылып китте.

- Мөмкинме инергә ? Хужа өйҙәме?

- Мөмкин, мөмкин! Түрҙән уҙ.

- Әссәләмәғәләйкүм, Баймаҡ ағай! Хәл - әхеүәл нисек?

- Аһ -аһ! Тәңребирҙе ҡусты түгелме? Бураш дуҫтың уғлы?

- Шул - шул, Баймаҡ ағай! Һиңә атайымдан, тамьяндарҙан оло сәләм! Һаулыҡ теләйҙәр үҙеңә. Имен - аманлыҡмы ?

- Аллаға шөкөр, именбеҙ әле, ҡапылда. Үҙегеҙ нисек ?

- Беҙ ҙә шулай, һинең фатихала.

Мосолмандарса ике ҡуллап күрешеп, биттәрҙе һыйпап алдылар.

- Бер ҙә бирешмәгәнһең әле, старшина ағай! Элеккесә теремек кенәһең!

- Һыр бирмәйбеҙ, ҡустым! Иллене үткәс, әллә ни шәп йүгереп булмай. Тын ҡыҫа.

- Һыр бирмәйбеҙ, тигәндән һуң бер ҡыҫҡа ғына хикәйәт иҫкә килеп төштө. Элегерәк булған был хәл: Ерәнсә сәсәндең Бәндәбикә менән нисек танышҡанын беләһеңдер инде?

- Беләм, беләм. Шунан?

- Шул. Ерәнсә сәсән - сығышы менән үҫәргән егете, ә Бәндәбикә табипсы булып дан тотҡан ҡыҙ кеше. Бер саҡ Наҙы йылғаһы буйында, Үрген йәйләүе эргәһендә, Ерәнсә сәсәндең аты арбаһы менән ҡуша батҡан. Бер нисек тә сығара алмай икән был ат менән арбаны. Шул саҡ, Бәндәбикә килеп сығып, үҙ кәңәшен биргән: арбаның кендегенән ысҡындырып, тәүҙә алғы күсәрҙе сығар! Шунан кисеүҙе кире сығып арбаның ҡалған яғын артҡа ҡарай тарт. Бәндәбикәнең кәңәше бик ярап ҡуя, арба батҡан урынынан сыға. Сәсән шунда аҡыллы ҡыҙға иғтибар итә, ҡайҙа торғанлығын һорай. “Эйек йылғаһы буйындабыҙ”, ти Бәндәбикә.

- Һинең тирмәне йәйләүегеҙҙә нисек табырға була? - тип һорай Ерәнсә сәсән.

- Минең тирмәм башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Тирә яғына ҡырҡ һөңгө һөйәгәнмен.

Ерәнсә сәсән уйлап-уйлап ҡараған, ләкин был һүҙҙәрҙең төп әрәсәһен аңламаған. Һуңыраҡ ул Бәндәбикәнең йәйләүенә килеп, ҡырҡ һөңгө һөйәлгән тирмәне эҙләй, ләкин таба алмай. Кешеләрҙән һорашып алып ҡына тирмәне таба. Яҡынлаһа - һөңгө-фәлән күренмәй. Тирмә эсенә ингәс кенә абайлап ҡала: тирмә туҙған, тишектәренән һөңгө буйы ҡояш нурҙары төшөп тора икән.

Икәүләшеп көлөшөп алдылар.

- Йүткереү йонсота, - тип зарланып алды Баймаҡ старшина, - әллә ҡайһы арала һыуыҡ тейеп өлгөрә. Ҡышты ҡәҙимгесә йөрөп үткәрәм. Март тыуһа - йүткерә башлайым.

- Мин йүткерә башлаһам, әсәйем һарыҡ, йә ҡаҙ майы иретеп эсерә торғайны. Шулай иткәнең юҡмы?

- Юҡ әле. Үҙем дә беләм - эшләгәнем юҡ! Бушап та булмай!

- Әсәйем минең халыҡ табибәһе булды. Ул - был нәмәләргә мине лә өйрәтештерҙе. Былай тип әйтә торғайны: тын юлдарына, үпкәгә һыуыҡ тейһә - бурһыҡ йә айыу майын күкрәккә, арҡаға һөртөп, һыларға кәрәк. Булмаһа, сусҡаның эс майы ла бара, уны иретеп эсергә кәрәк.

- Берәй йомошоң бар инеме әллә, Тәңребирҙе?

- Бар. Атайым сәләм әйтеп ебәрҙе. Баймаҡ старшина үҙ яҡындары менән Таналыҡ яғына күсенеп, мал-тыуарын урынлаштырып бөткәндән һуң, ете ырыу вәкилдәренән торған ҡоролтай үткәреп алырға кәрәк, ти. Шуны үткәреүҙе һиңә йөкмәтергә һөйләшкәндәр. Бик мөһим мәсьәлә килеп сығып тора, Баймаҡ старшина ул турала белә, ти.

- Ярар, аңлашылды. Һуңыраҡ атайыңа үҙем сапҡын ебәрермен. Әле үҙем тағы берҙе һөйләшер өсөн, бөгөн - иртән йыйын үткәрергә йөрөйөм. Һөйләшеүҙең мәғәнәһе былай: кем теләй, шул минең менән бергә, яңы ергә, Таналыҡ буйына күсенә!

Тағы ярты ай ваҡыт үтеп китте.

Төрлө әйберҙәр тейәлгән арбалы аттар, һыбайлылар төркөмө бер карауан булып, Урал тауҙары араһынан көнъяҡҡа ҡарай ағыла. Көнтөшмәҫ тауын артылыу оҙағыраҡ булды. Һарҡыуҙы төшөп бөткәс тә, Ирәндек тауы яғына тура тарттылар һәм биш алты саҡрым Ирәндеккә етмәй, тигеҙлек буйлап тағы көнъяҡҡа ҡарай юл һуҙҙылар.

Карауан алдынан йылҡы көтөүе, артынан - һыйыр малы, улар менән ҡуша буталып һарыҡ - кәзәләр өйкөмө шылыша. Бер - нисә ғаилә күсенеп бара бөгөн.

Баймаҡ старшинаның һәм ике улының ғаиләләре, писарь, бағауылдар ғаиләләре менән, үҙ яҙмыштарын хоҙайға тапшырып, яңы ергә күсенеп китеп баралар.

Түбә ҡалҡыулығы, Талҡаҫ күле артта, күгәреп ятҡан тауҙар теҙмәһе яғында ҡалды. Баймаҡ старшина һуҙылып ятҡан тауҙарға күҙ һалды. Мөһабәт тауҙар күк томан эсендә зәңгәр төҫкә буялғандай күренә.

Үр ҡуяндары күп үрсегән тау эргәһендә ялға туҡтанылар.

Бөрйәндәр старшинаһы ике егетте саҡырып алды:

- Ҡустылар! Барып урынлаша торған төйәккә ун ике саҡрымдай ара ҡалды. Алдан сабығыҙ! Тәғәйен урынды беләһегеҙ, шунда ике бағана ултыртып, балта менән йырғыслап соҡоп “Хуш килдегеҙ !” - тип яҙығыҙ! Шунда беҙҙе ҡаршы алығыҙ! - тип әмер бирҙе.

- Ярай, эшләрбеҙ! Булдырырбыҙ!

Аттарға менеп, тағы ҡуҙғалып киттеләр. Старшина йәштәрҙең һөйләшкәндәренә ҡолаҡ һалып бара. Баймаҡтың улы Аҙнағол үҙенең ун йәшлек малайы Бикбирҙегә нимәлер аңлата, һорауҙарына яуап бирә.

- Был яҡ ҡояшлы икән, - тип ҡыуана Бикбирҙе.

- Асыҡ ерҙән килгәнгә ҡояш бер туҡтауһыҙ күренә, улым!

- Атай! Берәй әкиәт һөйлә әле! Юлыбыҙ ҡыҫҡара бирер!

- Ана, Бәҙретдин олатайыңа әйт! Ул әкиәтте күп белә. Бәҙретдин ағай! Һин ҡайҙа? Әһә, алыҫ түгел икәнһең. Бынау малай әкиәт һөйлә, тип быуынға төшөп бара. Берәй әкиәт һөйләйһеңме әллә?

- Бында яҡыныраҡ кил, Бикбирҙе улым. Һөйләйем, әлбиттә. Тыңла!

Бәҙретдин Баймаҡ старшинаның өлкән улы, Аҙнағолдоң бер туған ағаһы.

Баймаҡтың атаһы Бикбулат, ҡартатаһы Урал әллә-ҡасан уҡ гүр эйәләре инде, шуларҙы иҫкә алды старшина, ауы тупраҡтары еңел булһын!

- Ярай, тыңла! - тип һүҙ башланы Бәҙретдин, - Ана-а, һулаҡайҙа Ирәндек тауҙары һуҙылып ята. Күрәһеңме шуларҙы? Шул тауҙарға ҡағылышлы бер әкиәтте һөйләйем әле.

- Һөйлә! - тине Бикбирҙе, - миңә ҡыҙыҡ.

- Борон Урал менән Ирәндек тауҙары араһындағы ауылда бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Улар ярлының да ярлыһы булғандар: ишек алдында һерәйеп ултырған бер сыуалдан, өй тигәндәренең эсендә бер ҡоштабаҡ менән өс ҡалаҡтан , бер ижау менән өс туҫтаҡтан башҡа бер әйберҙәре булмаған, ти, быларҙың.

Бабай ҡартлыҡтан үлеп киткән, әбей Оморҙаҡ исемле буйға етеп килгән берҙән - бер улы менән тороп ҡалған, ти. Берҙән - бер көндө әбей улына:

- Бында һерәйеп ултырғансы илгә сығып, эшләп, өҫ - башыңды бөтәйтеп, әҙ булһа ла ризыҡ табып ҡайтыу яйын ҡара инең, - тигән.

Шунан Оморҙаҡ ситкә сығып киткән, бер байға ялсы булып ингән, ти.

Бай Оморҙаҡҡа көтөүгә барып, бер ҡыҙыл быҙауҙы салып, толоптай тиреһен һыҙырып алып алып ҡайтырға ҡушҡан. Оморҙаҡ был эште башҡарып ҡайтҡан. Шунан улар ат егеп, арбаға быҙау тиреһе менән өс кесерткән тоғо һалып алып, тау араһына сығып киткәндәр, ти.

Тауға килеп еткәс, бай Оморҙаҡҡа тире эсенә бөгәрләнеп ятырға ҡушҡан, шунан бай быны сырмап бәйләп ташлаған.

Тора биргәс, сәмреғош саҡлы ике бөркөт килеп, “быҙауҙы” эләктереп алғандар ҙа Ирәндеккә күтәрелеп, тирене өҙгөсләй башлағандар. Был ысҡынып сығып, бөркөттәрҙе ҡыуып ебәргән. Аҫҡа ҡараһа - бай тора:

- Ниңә һин унда ҡатып тораһың? Аяҡ аҫтындағы ятҡан аҫыл таштарҙы, алтын - көмөштәрҙе ташла! - тип ҡысҡырған.

Оморҙаҡ шулай эшләгән. Бай өс тоҡто ла тултырып алып бөткәс, егет:

- Эй, бай ағай, мин бынан нисек төшәйем? - тип ҡысҡырған. Бай:

- Унан төшөп булмай. Тирә-йүнеңде ҡара, унда һинең кеүектәрҙең һөйәге тулып ята, - тип яуап биргән дә ҡайтып киткән, ти.

Егет, ашамай - эсмәй йөрөй торғас, өс көн, өс төн үтеп киткән, ул хәлһеҙләнеп ятҡан да ятҡан. Шул ваҡыт баяғы ике бөркөт бер бүрене эргәһенә күтәреп мендергәндәр ҙә йолҡҡолайҙар икән. Оморҙаҡ ҡоштарҙы ҡыуып ебәргән, бүре тиреһен һыҙырған да үҙе тирене бөркәнеп ятҡан, ти.

Баяғы ике ас бөркөт кире осоп килеп, “бүрене” өҙгөләй башлағандар. Оморҙаҡ ҡулдарын сығарып, ике бөркөттөң ике аяғын ҡыҫы тотоп алмаһынмы! Бөркөттәр осоп киткән, был йәбешкән көйө бара, ти, ҡулды ысҡындырмай, ти. Ҡоштар ауыр йөктө ныҡ күтәрә алмай ергә яҡынлаған ваҡытта, Оморҙаҡ, ҡулдарын ысҡындырып ырғып төшөп ҡалған, ти. Шунан ул ҡыуанысынан:

- Өйрәндек! Өйрәндек! Хәҙер инде төшөргә өйрәндек, - тип ҡысҡырып ебәргән, ти. Бына шул көндән бирле был тауҙы Ирәндек тип йөрөтә башлағандар, ти.

Бәҙретдин Ирәндек яғына ҡарап тынып ҡалды.

- Ошоноң менән әкиәт бөтөп тә ҡуйҙымы әллә, олатай ?

- Юҡ, бөтмәне әле. Теләгәсең - артабан тыңла, Бикбирҙе улым.

Оморҙаҡ, Ирәндектән төшөп бер аҙ тын алғас, берәй эш килеп сыҡмаҫмы,тип ауылдан - ауылға йөрөй башлаған икән, баяғы бай тағы осраған. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан егетте бай танымай, ти. Оморҙаҡ байҙан эш һораған. Эш ни бар инде ул, тип бай алып ҡайтып киткән, ти. Үткәнендәге һымаҡ быҙау һуйҙырған да ат егеп, тау яғына алып киткән, ти, егетте. Барып етеп туҡтағас, бай Оморҙаҡҡа быҙау тиреһенә уранып ятырға ҡуша икән.

- Бер ни ҙә аңламайым, бай ағай, тәүҙә үҙең күрһәтеп бирер инең, - тигән Оморҙаҡ.

- Бына ошолай ятырға кәрәк,- тип байҙың ятыуы булған - Оморҙаҡ уны бәйләп тә ташлаған.

- Ҡустым, сығар мине, - тип бай ялынып ҡараһа ла Оморҙаҡтың иҫе китмәгән. Шул арала ике ҙур бөркөт тирене, йәш быҙау ята икән тип эләктереп алып, тау түбәһенә мендергәндәр ҙә йолҡҡослай башлағандар икән - бай ысҡынып килеп сыҡҡан. Бөркөттәр ҡурҡышып осоп киткәндәр. Бай аҫҡа ҡараһа - баяғы егет тора, ти. Саҡ яңы танып ҡалған, ти, ул Оморҙаҡты.

- Оморҙаҡ, балаҡайым, бынан нисек төштөң, өйрәт әле, - тип ҡысҡырған бай.

- Эй, бай! Унан төшөп булмай! Тирә - яғыңды абайлабыраҡ ҡара әле, унда һинең этлегең арҡаһында һәләк булған кешеләрҙең һөйәктәре тулып ята. Тауҙан нисек төшөргә икәнен һин уларҙан һора! - тип, әсәһе янына ҡайтып киткән, ти.

Бай күпме генә ҡысҡырмаһын, ни саҡлы ғына екренмәһен, уны ишеткән - ниткән кеше булмаған, ти. Тик шул сәмреғош ҙурлыҡ ике бөркөт кенә, үҙҙәренә ем өсөн, байҙың бөтөнләй хәлһеҙләнеп йығылыр сағын көтөп ултырғандар, ти.

Ошоноң менән әкиәт тамам, улым.

- Ә Оморҙаҡ байҙан хазина төшөртмәгәнме ни ? - тип һораны Бикбирҙе.

- Юҡ.

- Нишләп ?

- Беҙгә ҡалһын тип.

- Хазинаны төшөртмәй Оморҙаҡ насар эшләгән, ҡалғаны ла башҡаларға етер ине, тип малай үҙенсә һығымта яһап ҡуйҙы.

Бәҙретдин артҡа күҙ ташланы. Арттан эйәрә килгән, төрлө арбаларҙан торған ылыу әкрен генә һыбайлылыр артынан шыуыша.

- Ана-а, Таналыҡ күренде, тип ҡысҡырып ебәрҙе Аҙнағол. Йылға ярында беҙҙең егеттәрҙең аттары бәйле тора!

Әллә ни киң булмаған, ләкин тәрән генә Таналыҡ йылғаһы боролоп - бормаланып аға. Уның ике яғы ҡарағай, ҡатнаш ҡайын менән уҫаҡ урманы. Яр буйҙарын ерек һәм тал ҡаплаған. Бөтә тал төрҙәрен бында күрергә була: аҡ тал, бөҙрә тал, күк тал, кәзә талы, ҡара тал, ҡыҙыл тал, ҡырсын тал, һары тал - бөтәһе лә бында, Таналыҡ буйында үҫә.

- Аллаға шөкөр, килеп еттек ! - тип еңел тын алып ҡуйҙы Баймаҡ. - Анау аҡланда туҡтайбыҙ! Бәҙретдин! Бөтәһе лә килеп еткәс, “Фатиха”ны уҡырһың!

- Ярай, атай!

Һыбайлылыр аттарҙан төшөп, уларҙы бәйләп аяҡ яҙғансы, арбалар ылауы килеп етте. Барыһы ла ултырышып бөткәс, Бәҙретдин доға уғый башланы:

Бисмиллаһи - ррахмани - ррахим.

Әл - хәмду лиллаһи раббил ғәләмин

Әр-рахмани - ррәхим...

Эй, Мәүләм! Яңы урында таштай батып, ғүмерлеккә ошо ергә ерегеп, бәхетле үә шатлыҡлы тормош ҡорорға насип ит! Тыныс тормош, ишле мал - тыуар көтәр өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе бир! Был ерҙең ҡото күңелдәребеҙгә һеңһен! Артабанғы тормошобоҙҙа Аллаһы Тәғәлә бөтәбеҙгә лә оҙон ғүмер үә һаулыҡ әйләһә ине...

Доғалар уҡылып бөткәс тә Баймаҡ старшина һүҙ алды:

- Ағай - эне! Туғандар! Яңы ерҙә, Алла бирһә, уңып китербеҙ, тигән уйҙа торам! Яңы урында яңыса, матур, татыу, мул йәшәргә насип итһен!

Әлегә тирмәләрегеҙҙе ҡороп урынлашығыҙ! Мәшәҡәттәрегеҙ бөтһә - ял итеп алығыҙ! Баш-күҙ алғас, ошо ерҙән үрҙәрәк асыҡ урында матур итеп өйҙәр һала башларбыҙ. Ҡырҙан да бер - нисә балта оҫтаһы саҡырғанбыҙ, төҙөлөш эшен башларбыҙ. Был бер. Икенсенән, бойҙай, арпа, һоло орлоҡтарының иҫәбен алығыҙ! Ошондағы аҡландарға, сиҙәмле яңы ерҙәргә сәсә башларбыҙ. Тимерлекте йәһәтләп тергеҙергә кәрәк.

Һәр саҡ ҡабатлана торған эштәр, ығы-зығы башланды. Берәүҙәр тирмә ҡорһа, икенселәре мал-тыуар торорлоҡ кәртәләрҙе һайғау менән урата башланылар. Кемдер аш - һыуға тотондо. Эш менән мәшғүл булған кешеләр ҡояш батҡанын да һиҙмәнеләр.

Эңер төштө. Унда-бында ҡаҙандар аҫылған усаҡтар, ҡараңғылыҡты сигендереп, ялтылдайҙар. Бала-саға һикерешеп уйнай. Кеше тауыштары, аттар бышҡырыуы, эттәрҙең һирәк-һаяҡ өрөп алыуы быға тиклем тын ятҡан урман-яландарға йәм өҫтәне.

Тик Ирәндек тауы ғына, иҫе китмәгәндәй, тыныс ҡына ҡарап ултырыуын дауам итте. Бында күпме халыҡ килеп-киткәнен ул ғына белә, тик иҫәп алып бара алмай ул, был донъя менән хушлашҡандарҙың һөйәктәрен генә өнһөҙ ҡабул итә һәм артабан ҡарап ултырыуын дауам итә.

Тарих биттәрендә 1648 йылдың май айы башланып китте.

Күп тә үтмәй билдәләнгән урында Баймаҡ утары барлыҡҡа килде. Бөтәһе лә яңы ерҙәге тормоштарыбыҙҙың ҡото булһын, тип барыһын да ыңғайлыҡҡа юранылар, иркенләп йәшәүгә өмөт бағланылар.

Бүлек

Батша Алексей Романов

1662 йылдың июль айы. Йәй уртаһы.

Бөтә Рәсәй һәм Себер батшаһы Алексей Михайлович Романовтың бөгөн эш башҡарыуға дәрте лә, һәләте лә бик түбән булды. Башҡа төрлө уйҙар килә. Батша булыуҙары ауыр, ох, ауыр! Күберәк эшләгән һайын - күберәк өлгөрөп булмай. Ҡайнап торған Рәсәй батшалығы эләкте уға. Ана, атаһы Михаил Федорович, тыныс ваҡытта батшалыҡ итте. Тағы эргәһендә - өйрәтеүсе атаһы булған: бөтә ауыр мәсьәләләрҙе атаһының атаһы Филорет хәл иткән. Һарай хеҙмәтселәренең әйтеүенә ҡарағанда, ысын батша владыка Филорет үҙе булған, үҙе ҡарарҙар ҡабул иткән. Ә батша исемен йөрөтөүсе улына баш һелкеп ризалыҡ биреүҙән башҡа сара ҡалмаған. Филорет, Польша әсирлегенән ҡотолоп ҡайтҡандан һуң, бөтә Рәсәй патриархы итеп һайлана. Улы - батша, үҙе - патриарх! Бөтә юғары власть улар ҡулында. Тиҙҙән һәр бер эш тик патриарх фатихәһе менән генә башҡарыла башланы. Ике ҡултамға булмайынса бер ҡағыҙҙың да көсө юҡ. Бына ниндәй заманалар булған.

Ҡыңғырауҙы һелкетеп, Алексей батша үҙ янына Куракинды саҡырҙы. Тегенеһе тиҙ генә килеп етте:

- Тыңлайым, Алексей Михайлович!

- Нишләптер бөгөн эштәр менән булышырлыҡ хәлем юҡ. Коломенский ауылына барып әйләнһәм - хәл кермәҫме икән? Экипаж әҙерләт әле! Үҙең бында ҡал, мин уҡып өлгөрмәгән ҡағыҙҙарҙы уҡып сыҡ! Кәрәк булһа - үҙеңсә хәл ит! Приказдарҙы, уларҙың эшмәкәрлеген ҡарап сыҡ! Бәлки ҡайныһындыр ҡыҫҡартырға кәрәк булыр, бәлки өҫтәргә. Тәҡдимеңде яҙып индерерһең!

- Ярай, государь, аңланым! Хәҙер барыһын да үтәрмен!

Кенәз Куракин батша урынында беренсе тапҡыр ғына ҡалмай. Уны Рәсәй батшаһы ярата, гел генә кәңәшләшә, уға тулыһынса ышана. Кенәз, батша урынында ҡалған ваҡыттарҙа эреләнеп китә, ләкин тик ултырмай, күп кенә йыйылып ятҡан эштәрҙе башҡарып өлгөрә. Думала ултырған баярҙар, хеҙмәтселәр, стрелецтар уны хөрмәт итә, хатта унан һипһенәләр ҙә. Ул батшаға кемделер ошаҡлауы була, теге кеше был тирәнән ҡыуыла, ҡайһы саҡ Себер яғына иркенләп “йәшәр” өсөн ебәрелә.

Алексей Михайлович Баяр думаһы менән кәңәшләшергә ярата ине, бер үҙе хәл иткән эштәр ваҡ - төйәктән генә тора торғайны. Был батша осоронда думаның роле лә артты, унда торған ағзалары ла артып китте. Элек утыҙҙан да дворян, 9 дьяк. Ғәҙәттә аҙнаһына бер йыйылып алалар һәм килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итәләр ине.

Ни булғандыр? Нишләп былай килеп сыҡҡандыр - берәү ҙә аңламай. Һуңғы осорҙа батша думаны нишләптер йыймай башланы. Кеше һүҙенә ҡарағанда, ул “Йәшерен дума” төҙөп, шулар менән кәңәш тота булып сыға. Земский соборҙың да роле төштө.

Куракин Гранитовая палатаһына кереп ултырҙы һәм һәр приказдың яңыраҡ килгән ҡағыҙҙарын бүлектәрҙән алып,күҙалдынанүткәрәбашланы.Ҙуршкафун бербүлектәнтора:

Наши рекомендации