Арғымаҡ ат юл башлар 7 страница
* * *
Диҡҡәттең вафатынан һуң ҡайғымды уртаҡлашып хат яҙыусылар ҙа, йортҡа килеп йыуатыусылар ҙа күп булды. Яҙыусы Вәзих Исхаҡов, ҡатыны вафатынан һуң үҙе лә ауыр ҡайғы үткәргән мәле булғанға, айырыуса ныҡ кисергәйне минең юғалтыуымды. Ҡайғыны ниндәй юлдар менән еңелерәк үткәреп була — шул хаҡта кәңәштәр биргәйне. Бына уның кәңәштәре: тәүге көндәрҙә Диҡҡәттең фотоларын күҙ алдыңдан ал, Диҡҡәтте иҫкә төшөрөүсе әйберҙәргә мөмкин тиклем иғтибар итмәҫкә, килгән кешеләр менән дә уның хаҡында һөләшмәҫкә тырыш. Диҡҡәт — беҙҙең өсөн дә ҙур юғалтыу. Үҙеңдең шәхси юғалтыуың тип кенә уйлама. Оло ҡайғы — уртаҡ.
Шағирә Рәғиҙә Янбулатова, тыуаһы балам барлығын белгәс: «Биш бала менән ни хәл итерһең? Заманы ла еңелдән түгел бит. Үҙеңде һаҡла. Һинең һаулығың — балаларҙың именлеге», — тип хат яҙып ебәрҙе. Зәйнәб Биишева ул саҡта Мәскәүҙә, улында йәшәй ине, хаттарынан өҙмәне. «Бирешмә, һылыу! Тормош һиңә бик ауыр һынау ебәргән, тик еңелмә ҡайғынан. Башҡорт ҡатыны бит һин!» — тип яҙа торғайны.
Ошо осорҙа туғандарымдың, дуҫтарҙың ярҙамы иҫ киткес булды. Уларҙың матди һәм рухи ярҙамынан һуң зарланыу, бөгөлөп төшөү оят булыр ине. Йырсы Мәғфирә Ғәлиева өйләнгән һайын килеп, балаларҙы алдаштырып, йыуатып йороно. Дуҫтар: «Диҡҡәттең балалары өсөн взнос», — тип, бер йылға яҡын аҡсалата ярҙам күрһәтеп торҙо. Төркөм-торкөм булып йыйып, ай һайын йөҙ һум килтерәләр ине. Ул осорҙа йөҙ һум аҡса ҙур сумма ине. Радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәренән күренекле журналист Әнисә Тимербулатова, Диҡҡәт уҡыған интернат-мәктәптән, хәҙерге 1-се Республика башҡорт гимназияһы уҡытыусыларынан — Фәүзәнә менән Рәфҡәт Аҡмановтар, Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм әҙәбиәт факультеты уҡытыусыларынан һәм Ауыл хужалығы институтында эшләгән дуҫтарҙан Клара менән Әнүәр Әсфәндиәровтар, курсташтарымдан — Урал Нәҙерғолов, Күмертау ҡалаһынан бер төркөм егеттәрҙән — Сафуан Фәхретдинов, аралашып йөрөгән дуҫтарҙан Диҡҡәттең класташтары ойошторҙолар бындай ярҙамды. Ул саҡта профсоюздарҙың Өлкә комитетында эшләгән Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова матди ярҙам күрһәтеү өсөн үҙе минең исемдән ғариза яҙып, өйгә аҡсалата ярҙам килтереп, ҡултамғамды ғына алып китте. «Кил, юлла, бирербеҙ», — тип аҡыл өйрәтеп китмәне. Рәшит Шәкүр, китабына гонорар алғас, өлөш бүлде. Диҡҡәт менән бергә эшләгән геолог Камил Уразаев бер нисә ай буйы көн һайын эштән ҡайтышлай, Диҡҡәттең эштән ҡайтыр мәлендә балалар янына инеп сығыр булды. Үҙенең ғаиләһе ишле булһа ла, байтаҡ матди ярҙам күрһәтте, берәй ергә барырға кәрәк булһа, машинаһы менән килеп етер ине. Ҡатыны Рина Мөхәммәт ҡыҙы менән улар дуҫлыҡтың иң юғары өлгөһөн күрһәткәндер, тип уйлайым. Рәмзиә менән Илшат Йомағоловтар улдары Айсыуаҡ менән ҡыҙҙары Айһылыуҙы алып килеп, балаларҙың да, минең до күңелде күреп киткеләйҙәр ине. Әйтергә кәрәк, Илшат Йомағолов — Диҡҡәттең балалыҡ дуҫы, ғүмере буйы был дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалды.
Диҡҡәт үлгәндән һуң һаулығым ныҡ ҡаҡшағайны. Баланы һаҡлап алып ҡалыу хәстәрлеге күрә башланым. Шул саҡта Мәхмүзә Ғәйнуллина, Марат Аҙнабаев, Вәрис Ғүмәров, Марат Мурзановтар дефицит укол һәм дарыуҙар менән ярҙам иттеләр, Мәскәүҙән Ғәлиә Солтанова-Йәнбирҙина бандероль менән уколдар һалып ебәрҙе. Диҡҡәттең тәүге уҡытыусыһы, һуңғы йылдарҙа Благовещен районы Ильина Поляна ауылында йәшәгән Тимербикә апай Туҡаева яңы һауылған һөт күтәреп килеп етә торғайны. Уның балалары Рөстәм Сабирович Туҡаев, Зилә, Зөлфирәләрҙең ярҙамын байтаҡ күрелде. Дыуан районында Мәрйәмғол ауылында йәшәүсе курсташым Сания Әхмәтова менән ире Ғәлимйән ит, картуф тейәп килеп етте. Курсташтарым Миҙхәт Мәмбәтов ҡатыны менән, Урал Нәҙерғолов менән Лена, Вил Бәхтейәров менән Фәриҙә, Марсель Ҡотлоғәлләмов менән Сания, Сибәр Дәүләтшина, Жеүәйрә Зарипова, Сәбилә Сөләймәнова менән Айрат Ғафаровтар үҙҙәренең иғтибарынан өҙмәне. Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынан Ғимран Солтангәрәев, улдарын алып килеп:
— Еңгәгеҙҙең ҡайнар ашын күп ашаным, хәҙер ул үҙе ярҙамға мохтаж, тел ярҙамы, ҡул ярҙамы күрһәтеп тороғоҙ, — тип таныштырып китте.
Таңсулпаным тыуғас, бала табыу йортонан алып ҡайтырға дүрт «Волга» килде. Ә Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев ҡатыны менән килеп, дүрт баламды ла «Волга»һына ултыртып, бала табыу йортона үҙе инеп, баланы күтәреп алып сыҡты.
Өфө ҡалаһынан Мәүрүзә Фәттәхова, Фәүзиә Байдәүләтова апайҙар иғтибарҙан өҙмәне, Фәүзиә апайҙың ҡыҙы Светлана бер нисә ай буйы балаларым менән музыканан түләүһеҙ шөғөлләнде. Балаларымдың дүртәүһе лә фортепианоға йөрөй ине. Рита менән Әхмәтхан Языҡбаевтарҙың ҡул ярҙамын күп күрелде. Минең ауыр хәлемде күреп, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина, дөйөм ятаҡтағы бүлмәһен ҡалдырып, беҙгә күсеп сыҡты. Балаларыма өлкән апай, серҙәш, кәңәштәш, миңә бер туғандай һеңлекәш һәм ярҙамсы булды. Өс туған һылыуым Миңниса Сәфәрғәлина даими килеп, ҡул ярҙамы күрһәткеләп китте. Йәдкәр Рафиҡовтың ҡул ярҙамы ҙур булды. Әкрәм Биишев ағай мул итеп күстәнәс күтәреп ингеләп сыға ине.
Күгәрсен районы етәкселәре ҡымыҙға саҡырҙы, хатта алырға машина ебәрҙеләр. Ул саҡтағы ярҙамдары өсөн Венер Ғәлимйән улы Аҙнағолов менән Мәрүәгә, Сулпан Абдулхаҡ улы менән Венера Ғайсиндарға, сикһеҙ йылы мөнәсәбәте өсөн ҡәйнәһе Зөһрә апайға, Алик Ишмөхәмәт улы менән Асияға һәм балаларына, ҡыҙҙары Әлфиә менән кейәүҙәре Юлайға рәхмәтлемен. Диҡҡәттең шәжәрә буйынса алыҫ, әммә рухи яҡтан яҡын туғандары Салиха менән Исмәғил Фәтҡуллиндар, Минира менән Мөхәррәм Үтәгәновтарҙың рухи ла, матди ла ярҙамдары ҙур булды. Был хаҡта тәпсирләп яҙыуымдың ғилләһе шул — алтмышынсы, етмешенсе, хатта һикһәненсе йылдарҙа кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәйҙер йылы, дуҫтарса ҡиммәттәргә ҡоролғайны. Бөгөнгө йәштәрҙең ҡайһы берҙәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәре икенсәрәк ҡиммәткә — алыш-бирешкә, файҙалы дуҫ эҙләүгә ҡорола башланы, шуға ҡарап бошонам да, үҙ заманым өсөн ҡыуанам. Ҡайтарырға кәрәк бындай ихлас мөнәсәбәтте.
Башҡорт халҡын быуаттар һуҙымында милләт итеп һаҡлап килеүсе төп көстәрҙең береһе — ул туғанлыҡ менән дуҫлыҡ.
Кеше яңғыҙ йәшәй алмай. Яңғыҙ кешенең рухи таянысы булмай. Туғандар, дуҫтар, тотош милләт, халыҡ, ил менән көслө кеше. Донъяла туғанлыҡҡа бәрәбәр дуҫлыҡтан да ҡиммәтерәк төшөнсә юҡ. Шатлығыңды ишәйтә, ҡайғыларыңды тарҡата торған иҫ китмәле яҡынлыҡ ул. Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ — рухи ныҡлыҡ, рухи таяныс нигеҙе. Ышаныслы таянысың булыу өмөт шәмен һүндермәй тотоуға ярҙам ита.
Әлбиттә, һәр замандың үҙенә күрә төрлө бәндәһе була... Ләкин, бәхеткә күрә, ундайҙар бик аҙ. Ә шулай ҙа барҙар.
1982 йылда «Ағиҙел» журналының бер һанында минең «Һылыуҡай» исемле повесым баҫылып сығырға тейеш ине. Уға, минең иҫәбем буйынса, бер меңдән ашыуыраҡ гонорар булыр һәм декрет отпускыһынан имен-аман, артыҡ мохтажлыҡ күрмәй сығырмын тип уйланым. Машинкала баҫырмын, яҙырмын, тәржемә итермен, тип тә иҫәп тоттом. Сөнки ситтән ни тиклем генә ярҙам булмаһын, биш балаға сығымдар байтаҡ ине. Уларға бирелгән бер нисә һум пособие, ул саҡтағы магазиндарҙың буш кәштәләре, һәр нәмәнең дефицитҡа әйләнеүе, һөт алыуға ла иртә таңдан сират алыуҙар йәки, сират алырға ваҡыт булмағанлыҡтан, сират һатыусыларға түләүҙәр һәм башҡа сығымдар... Хәҙер ул замандың күн ҡытлыҡтарын иҫкә төшөрһәң, ейәндәрең генә түгел, үҙең ышаныр-ышанмаҫ хәлдә ҡалаһың. Хатта теш порошогын тиклем табып булмай торғайны... Өҫтәмә сығымдар, артығыраҡ хаҡ түләү һәм башҡа шундай юл менән генә табыла ине. Шундай ҡытлыҡ кисергән осорҙа бер мең һум аҡса суғым ғына килеп инһә, әлбиттә, һиҙелерлек бол булыр ине. Шуға күрә, повесымды планға индереп ебәргән Әмир ағай Гәрәевкә рәхмәтле булып, балаларымдың өлөшө бар икән, тип ҡыуандым. Әмир Гәрәевтең ҡатыны Фәниә апай журнал редакцияһында машинистка булып эшләй ине, ул повесымдың номерға индерелеүе һәм типографияға төшөрөлөүе тураһында һөйөнсөләне. Бына-бына повесым баҫылып сыға һәм гонорар алам, тип өмөтләнеп, балаларым менән кемгә нимә алыу тураһында пландар ҡороп, исемлек төҙөп ҡуйҙыҡ. Бер аҙҙан, бандероль барып алырға, тигән ҡағыҙ килде. Унан алда ғына Зәйнәб Биишева Мәскәүҙән Таңсулпанға тип бик матур костюм ебәргәйне. Диҡҡәттең Мәскәүҙә йәшәүсе курсташы, МДУ уҡытыусыһы профессор Пиковский Юрий Иосифович та бер нисә тапҡыр бандероль ебәргеләне. «Тағы кем һалды икән?» — тип аптырап киттем. Почтаға барҙым. Нимә икән тип ҡараһам... «Ағиҙел»дә баҫыла башлаған повесымды кире ебәргәндәр... «Был ни хәл? Әллә төҙәтмәләр индерергә генә ебәргәндәрме икән?» — тип уйлайым, баҫылырына һаман өмөтләнәм. Ҡулъяҙма өҫтөндә хат бар. Асып уҡыйым. Шағир Ғ.Р. ағайҙан ине. «Һылыуҡай» повесы документаль нигеҙҙә яҙылғас, ҡайһы бер факттарҙы дөрөҫләргә кәрәк. Ул көйө генә журналда сығара алмайбыҙ. Мәҫәлән, повестың төп героиняһы Һылыу Әхмәтованың ниндәй наградалар алыуы һәм ул наградаларҙы кем, ҡасан, ҡайҙа тапшырыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡларға кәрәк. Уның өсөн хәрби архивҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк», — тип яҙған. Аптырап киттем. Бындай хатты повесты бөтөнләй уҡымаған кеше генә яҙа ала ине. Бөтөнләй мәғәнәһеҙ дәғүә. Повестағы ваҡиғалар дивизия яугирҙарының дошман тылына яһаған рейдынан сығыу ваҡиғаһы менән тамамлана. Һылыу Әхмәтова менән ошо уҡ полктың хәрби врачы Тәүфиҡ Саттаров өйләнешәләр, фронт шарттарында туй үткәрәләр, тик Саттаров, рейдтан сыҡҡас, алған яраларынан вафат була. Повесть шуның менән тамамлана. Ә Һылыу Әхмәтова 1943 йылдан һуң ғына наградлана башлай. Һәм, ғөмүмән, повесть — кемдең ниндәй наградаға лайыҡ булыуы, кем ҡулынан нисәнсе йылда, нисәнсе айҙа алыуы хаҡында түгел, ә дивизия яугирҙарының еңеүгә булған оло ышанысы, патриотлығы һәм хатта үлем түшәгендә ятканда ла — рухи күтәренкелек, ҡот осҡос шарттарҙа ла күңел матурлығы һаҡлап алып ҡалыуҙары хаҡында.
Аҙаҡтан асыҡланыуынса, был хат «юғарынан» ҡушыу буйынса, повесты алып ташлағандарына һылтау өсөн генә яҙылғайны. Әлбиттә, повесть йөкмәткеһендә ниндәйҙер ярамаған әйберҙәр хаҡында яҙылғаны өсөн түгел, ә Т. С.-тың үҙ повесын сығарта һалыуҙы йәһәтләүе һәм һүҙҙәре үтерҙәй бер нисә кешене маҡтап телгә алыуы арҡаһында килеп сыҡҡайны барыһы ла. Хат яҙыусы автор ҙа был эштә ҡул шымартҡан кеше ине. Заманында шул уҡ «юғары кешенең» ҡушыуы буйынса Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырының тетмәһен теткән был хат авторының сираттағы «бурыс» үтәүе аңлашыла. Тик туҡтауһыҙ иман тураһында һөйләгән һәм роман яҙған яҙыусы Т.С.-тың ғына Диҡҡәт Бураҡаевтың ғаиләһенә ҡарата бындай мөнәсәбәте аңлашылманы. Сөнки, күренеп тора, бөтә был «хәстәрлекте» ул ойошторғайны. Ә үҙе, Диҡҡәт иҫән саҡта, уның байтаҡ ҡына тел ярҙамын, кәңәштәрен күреп торған яҙыусы. Уның бер һыныҡ икмәккә мохтаж булып илап ултырырлыҡ балаһы юҡ, матди яҡтан миңә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ өҫтөн. Ни эшләп улайтты икән? Мине ундай хәлдә ҡалдырыуының сәбәбен әле лә аңлап етмәйем.
Ул минең повесть урынына үҙенең повесын баҫтырып сығарҙы. Машинистка аптырап һөйләне: «Типографияла журнал баҫыла башлағайны. Туҡтаттылар ҙа Т. С.-тың повесын индерергә булдылар. Рус телендә яҙған. Миңә башҡортсалап тәржемә итә. Ашыға-ашыға баҫам. Корректор эргәлә көтөп тора, повесть биттәрен берәм-берәм типографияға йүгертә. Ни эшләп улай иткәндәрҙер — аңламаным...» Аҙаҡ был яҙыусының повесын уҡып ҡараһам, инеш өлөшөндә бөтөнләй урынһыҙға КПСС Өлкә комитетының идеология буйынса секретарын маҡтап телгә алған, һәм шул ялағайланыу юлы менән «Ағиҙел»дең редакторы Әмир Гәрәевкә баҫым яһап, типографияла баҫыла башлаған журналды туҡтаттырып, «Һылыуҡай»ҙы алдыртып ташлатҡан. Ялағайлыҡтың ҡөҙрәте иҫ китмәле икән! Уның повесы ла, «Һылыуҡай» ҙа Башҡорт дивизияһы яугирҙары тормошонан алынып яҙылғанға үҙ әҫәрен алдараҡ сығартыу ниәте менән әрһеҙләшкәндер. Минең повесым урынына баҫылған әҫәре хатта яҙылып та бөтмәгәйне, аҙағына «Повесть яҙылыу өҫтөндә» тигән ямау һалынғайны.
Йылдар үткәс, Т. С., романын мәктәп программаһына индертеү хаҡында ҡултамғалар йыйып, хаттар ойоштороп йөрөгән сағында (Мәғариф министрлығына килгәйне. — М. Б.) мин ултырған кабинетҡа килеп ингәйне, был хаҡта әйттем:
— Теге ваҡыт ни эшләп минең повесты алдырттың? Аҡса етмәй инеме? Һәр райондан спонсорлыҡ ярҙамы йыйып ятаһың бит былай ҙа... Повесыңды аҙағыраҡ, яҙып бөткәс, сығартһаң да ҡулыңдан килә ине бит һинең...
— Шуға һаман үпкә һаҡлайһыңмы ?
— Һин һүҙ әрәсәһенә тәрән төшөнгән яҙыусы. Ҡылған этлегеңә ҡарата «үпкәләү» тигән генә һүҙ үтә еңел түгелме? Биш баламдың күҙ йәшенән ҡурҡманыңмы? Һин бит уларҙы икмәкһеҙ ҡалдырҙың...
Әммә мин балаларымды мохтажлыҡта йәшәтмәҫ өсөн һәр ваҡыт әмәл таба торғайным. Был юлы ла Яҙыусылар союзынан оҙайлы командировкаға киттем.
КПСС-тың Күгәрсен район комитетының икенсе секретары Венер Ғәлимйән улы Аҙнағоловҡа индем. Ул өсөнсө секретарь Сулпан Абдулхаҡович Ғайсин менән РОНО мөдире Хәсән Барлыбаевич Мәзитовты саҡырып алды. Минең үтенесем шунан ғибәрәт ине: мин мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше тураһында әҙәби әҫәр яҙырға тейешмен. Шуның өсөн мәктәпкә яҡын ғына йәшәргә мөмкинлек булған ауылға барырға, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға кәрәк. «Бала йоҡлаған арала дәрес биреп сығыр инем, үҙ балаларым да янымда уҡыр ине», — тинем.
Сәйетҡол ауылын тәҡдим иттеләр, һәм мин ғаиләм менән ошо ауылға күсеп киттем. Әлбиттә, дәрес биреү менән генә сикләнмәнем. Уҡытыусыларҙан һәм ауыл йәштәренән драма түңәрәге ойоштороп, Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» тигән пьесаһы буйынса спектакль ҡуйып йөрөнөк. Концерттар менән дә сығыш яһаныҡ, ауылда байрамдар ҙа үткәрҙек. Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә үткәрелгән үҙенсәлекле байрамды әле лә һағынып иҫкә алалар икән. Мәктәптә крайҙы өйрәнеү музейы ойошторҙом. Ауыл халҡының үтенестәре менән район Советы башҡарма комитеты рәйесендә лә байтаҡ булырға тура килде.
Әммә бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Минең маҡсатым юғары ине: ҡулдан ни килә — шуны эшләргә, мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен өйрәнергә. Был ваҡытта мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшенең торошо менән ҡыҙыҡһына башлағайным.
Шулай итеп, мин ғаиләм менән бер йыл ауылда йәшнәп йәшәп ҡайттым.
Ҡайһылай ғына булмаһын, мин ул йылдағы матди ҡыйынлыҡтан сыҡтым. Юраған юш килә, теләгең менән ҡуш килә, ти ине әсәйем. Шуға фәҡәт ыңғай, яҡшы нәмәләр хаҡында ғына уйланым һәм юраным. Әсәйемдең был фекеренең дөрөҫлөгөнә үҙ тәжрибәм буйынса ла, башҡаларҙы һынау арҡаһында ла ышандым. Ысынлап та, үҙҙәренә һәр саҡ уңышһыҙлыҡ юраған, ауырыйым да ауырыйым, хәлем ауыр, тегенеһе барып сыҡмай, быныһы барып сыҡмай, мин бәхетһеҙ инде, тип үҙен йәлләтеп йөрөгән кешеләрҙең уңышҡа өлгәшкәнен күргәнем булманы.
Үҙ көсөңә ныҡлы ышаныс, оло маҡсат һәм булырлыҡ нимәгә өмөт, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Үҙ көсөңә ышанһаң — еңәһең. Ә икеләнеүле, ышанысһыҙ уйҙар кешене баҫа, уңышһыҙлыҡҡа һөйрәй.
Әллә былайтып ҡарайым микән...
(йәки уҙ көсөңә ышанмай ҡарау һәм. мәңге икеләнеү бәләһе)