Мин ҡабаттан килә алмайым, хәҙер үк эшләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ...

Ярамай, малай. Ашыҡҡан — ашҡа бешкән, бит. Тәртибе шулай. — Аҡ халатлы табип, инде бөгөнгә хуш тигәндәй, миңә ымланы. Эште осона сығармайынса, ҡайтыу юҡ. Бында ҡабаттан килтермәүҙәренә шикләнмәйем. Кабинеттан сығырға ашыҡманым.

Улайһа, һурып ташлағыҙ... — тип ҡырт киҫтем.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, табип аптырап китте.

Бәй, ашыҡма. Бына дүрт көндән килһәң, уны яңыртабыҙ. Эшкингән теште нишләп улайтайым әле...

Урып ташлағыҙ, зинһар. Бүтән килә алмайым мин...

Афтау аръяғында йәшәмәйһеңдер? — тине, көлөңкөрәп.

Ллә нисә көн буйына бында килә алмай этләнгәс, ысынлап та, шул яҡта йәшәйемдер, тип уйлап ҡуйҙым.

Урығыҙ, ағай, һурығыҙ, зинһар! — Ирекһеҙҙән күҙҙән йәш тәгәрәне.

Табипты уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙым шикелле, тик ҡалайтаһың, бүтәнсә әмәл юҡ. Оҙаҡ уйланып торҙо ла асыуланыбыраҡ ҡараш ташланы.

Зинһар, ағай...

Табип тәҙрә янына барып баҫты ла тышҡа баҡты. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул минең эргәмә килде. Шунан өҫтәлдә ятҡан йыһаздарын ҡараштырҙы. Тартманы асып, шприц сығарҙы.

Урырға, тәк, һурырға! Ас ауыҙыңды, укол һалам! — тине. Тештең итенә шап иттереп энә ҡаҙалды.

Биш минут самаһы ваҡыт үткәс, ауыҙым туңдырылғандай булды. Тел дә һиҙелмәй. Әйтерһең, ауыҙ минеке түгел. Күрәһең, ауыртыуҙы баҫыр өсөндөр.

Табип ҡасауға оҡшаған әйберҙе ҡулына алды. Быны күргәс, йөрәк йәнә дөп-дөп тибә башланы.

Түҙәһең инде. Былай ауыртмаҫҡа тейеш.

Аҙау теш ҙур бит ул. Былай ғына сығарырмын тимә!

Иңә әле нисә йәш? — тип ҡыҙыҡһынды табип. Был хаҡта уйланып та өлгөрмәнем, ул ҡасауы менән теште тартып ебәрҙе!

Леү-ү...

Суҡынсыҡ теш! Ҡайһылай ныҡ тора бит. Һурылырға ла уйламай. Аҡ халатлы ағай уфтанып ҡуйҙы. Йәнә тартып ебәрҙе. Теге теш шытырҙап китте.

А-а-а... — Йәнә яңғыратвп ҡысҡырып ебәрҙем. Тештең яртыһы сыҡҡан икән, ә икенсе өлөшө ярылып, үҙ урынында ҡалған. Ауыҙҙан ҡан аға башланы. Ҡасау йәнә теге тешкә ынтылды...

Төкөр ошонда, — тине табип.

Ауыҙ ҡан менән тулған. Исмаһам, төкөрөп тә булмай, ҡан шул хәтлем ҡуйы. Ауыҙҙан оҙон бау шикелле өҙөлмәй аға.

Улъяулығың да юҡмы әллә? Мә! — Хәстәрлекле табип ап-аҡ марляны һуҙҙы.

Рәхмәт тигәндәй бары башымды ғына һелктем. Һөйләшеп булмай. Шулай итеп һыҙлаған теш менән хушлаштым.

Мине ишек төбөндә Әмилә түҙемһеҙләнеп көткән икән. Тик ул стоматологҡа инергә ашыҡманы. Поликлиниканан сығыу яғына ымланы.

Ауыҙымдан туҡтауһыҙ сыҡҡан ҡуйы ҡанды һөртә-һөртә автовокзалға табан юл тоттоҡ. Әле ауыҙымды асып Әмилә менән һөйләшә алмайым. Шуға юлдашымдың һәр әйткәненә бары баш һелкеп кенә барам.

Ильяс, һыҙланыуың бөттөмө?

Эйе, тигәндәй ишара яһаным.

Беләһеңме нимә, — тип дауам итте ул. Ҡарашымды уға төбәнем.

Минең бит тешем һыҙламаны. Алданым, — тине лә көлөп ебәрҙе. — Һине йәл, Ильяс. Апайың барыбер ҡаланы белмәй. Ә Мәүлиҙә Нурғәлиевнаны үҙең беләһең. Яҡшы кешеһең бит, өйгә эшемде лә эшләшәһең.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңелгә еңел булып китте. Ҡайһылай һәйбәт класташым бар икән! Рәхмәтемдең сиге юҡ Әмиләгә. Күп уйлап тормай, тоттом да ҡосаҡланым уны! Урамда китеп барыусылар был ҡылығыма сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.

Quot;Проездной" буйынса сәғәт дүрткә билет алдыҡ. Әле сәғәт өс. Мәктәптән ниңә һуң килдегеҙ, тип һорарҙар балалар йортонда. Йыр түңәрәгенә ҡалдыҡ, тиербеҙ. Икебеҙҙең дә йырларға яратҡанды беләләр бит. Бының өсөн яу ҡуптарып тормаҫтар әле.

Орһаҡта "бүреләр олой" башланы. Иртәнсәк теш һыҙлағанға күрә, икмәк валсығын да ҡапмай сыҡҡайным. Ярай, ҡайтып еткәнсе түҙермен. Үлмәҫмен әле. Иң мөһиме — теге тештән ҡотолдом. Әмилә ошо хәйләне уйлап тапмаһа, аҙағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

Й, был йоҡо тигән нәмәләре! Ниндәй ғәжәп, илаһи күренеш! Бер нисә көнгә һинән мәхрүм булып йөрөгәс, ҡәҙереңде нығыраҡ белдем. Шул тиклем татлыһың бит. Автовокзалдағы шау-шыуға, ҡаҡ эскәмйәлә ултырыуыма ҡарамаҫтан, йәнә үҙеңә солғап алдың бит. Рәхмәт һиңә...

Автобус килде, — тип мөғжизәүи донъянан һурып алды Әмилә. — Әйҙә, сығайыҡ. Иғлан иттеләр.

Ысынлап та, платформала беҙҙең Сәлмән ауылына барған йәшел автобус тора. Халыҡ әллә ни күп түгел. Билетыбыҙҙы тикшереп тороусыға күрһәттек тә, артҡы рәттән урын алдыҡ. Шул тиклем йылы ла инде автобуста. Ә тышта көн хөртәйергә итә. Һепертмә буран булмаҡсы.

Бындағы йылылыҡтан Әмилә менән икебеҙ иҙерәп йоҡлап киткәнбеҙ...

Серек булмағыҙ!

Уянығыҙ әле, килеп еттек... — күҙемде асһам, алдыбыҙҙа ҡара мыйыҡлы ағай баҫып тора. Мин ҡайҙа икән, тип аптырап киттем. Тирә-яғыма ҡарандым, бер ҙә таныш ергә оҡшамаған. Ә беҙ бит автобусҡа ултырғайныҡ. — Был һуңғы туҡталыш, һеҙ ҡайҙа сығырға тейеш инегеҙ?

Урҡып киттем. Әмилә лә уянды. Беҙҙең ауыл маршруттың уртаһында бит. Ә мыйыҡлы ағай, һуңғы туҡталыш, ти. Тимәк, ауылыбыҙҙы үтеп киткәнбеҙ?! Боҙланып бөткән тәҙрәне йылы усым менән иретеп ҡараным. Тышта дөм-ҡараңғы... Йөрәк туҡтауһыҙ дөпөлдәй башланы.

Айһы ауылдан һеҙ? — тип һораны шофер.

Наши рекомендации