Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 1 страница

Тап ошо уҡ көндөң төш ауыша башлаған мәлендә Ырымбур генерал- губернаторы Неплюевҡа депеша тотторҙолар.Төшкө аштан һуң йоҡлап алырға самалағайны - килеп сыҡманы. Йоҡоһо, бер ниндәй сәбәпһеҙ, осто. Шулай ҙа ул йоҡо бүлмәһенән сығырға ашыҡманы, оҙаҡ ҡына үткән ғүмерен барлап ятты. Эх, үткән ғүмер- аҡҡан һыу: ҡайҙа ғына алып ташламаны уны яҙмыш. Яңыраҡ илле һигеҙ йәше тулып үтте. Түңәрәк иҫәп түгел, әммә абруйлы дуҫ- иштәрен саҡырып, өс көн буйы һыйланы: эсерҙе - ашатты. Ҡырға, һунарға алып сыҡты. Мәжлес ваҡытында һунар ҡайғыһымы ни: тағы ашанылар, эстеләр, ат сабыштырҙылар, күҙ бәйләп, шешә һуғып ярыштылар, бер туҡтауһыҙ губернаторҙы маҡтанылар, урындағы халыҡты хәрби көс менән ҡурҡытып тотоуын ыңғай баһаланылар. Ул ваҡиға ла бик тиҙ үтеп китте һәм төш кеүек кенә урыҡ-һурыҡ иҫтә ҡалды. Уның төп сығышы: Новгород өйәҙе, дворян ғаиләһенән. Уҡыуға тырыш булды ул йәш ваҡытында. Белем алырға ынтылышы арҡаһында Петербургтағы Диңгеҙ академияһына бер ынтылыуҙан инеп китте, уҡыған сағында Венецияла, ә һуңыраҡ Испанияла стажировка үтте. Академияны тамамлап ял да итеп өлгөрмәне Төркиәгә илсе итеп ебәрҙеләр. Унан һуң- Киев губернаторы, ә хәҙер бына-Ырымбур губернияһының башлығы. Украинала эшләгән ваҡытта ул, ярлыланған дворян улы, эре помещикка әйләнде: үҙ вазифаһын файҙаланып, ҙур- ҙур ер биләмәләрен үҙләштерҙе, күп кенә крепостнойҙарҙы ҡул аҫтына индереп, эшкә екте. Батшаның уң ҡулы булған канцлер Остерман менән әшнә булып, ҡатнашып йәшәне. Доньяһы түңәрәк ине уның. Ҡатыны Ангелина Ивановна, Неплюев уның исемен ҡыҫҡартып “Анна Ивановна” тип атай, бик тыныс холоҡло хужабикә, бер эшенә лә ҡыҫылып барманы, тик хужалыҡ эштәре менән генә шөғөлләнде. Иллене уҙып китһә лә сибәрлеген һаҡлай әле ул. Берҙән- бер ҡыҙҙары артыҡ һалыҡ һалмайынса үҫте, уҡыны һәм ҡасандыр класташ булған офицерға сығып , үҙ доньяһын ҡороп йәшәп ята.

Донья бер алдын, бер артын күрһәтә тигәндәй, Иван Иванович уйламағанда Киев губернаторлығынан осто, хатта бөтә мөлкәте тартып алынды, үҙен төрмәгә яптылар. Был хәл Елизавета Петровна батшабикә булып тәхеткә ултырыу менән бәйле ине. Дошмандары Остерманды, Петр Беренсенең ҡыҙы Елизавета аша тәүҙә ҡулға алырға, шунан Себергә һөрҙөртөргә ирештеләр. Канцлер менән дуҫ булғаны өсөн Неплюевты ҡулға алып, төрмәгә тыҡтылар. Ярай әле һуңыраҡ кире сығарҙылар, өлөшләтә мөлкәтен кире ҡайтарҙылар. Ғәфү үтенеп торманылар, әлбиттә. Шатланды ул: төрмәлә серегәнсе иректә йөрөүең мең артыҡ. Артабан Ырымбурға губерния башлығы итеп ебәрҙеләр. Әлегә эштәр һәүетемсә генә бара һымаҡ.

Губернатор конвертты йыртып асты ла уҡый башланы, уҡыған һайын төҫө боҙола барҙы, ҡулдары ҡалтыраны, йыш- йыш тын алды. Ҡысҡырып ебәрҙе:

- Башҡорттарҙа –бунт! Брагинды әрәм иткәндәр, командаһын юҡ иткәндәр, һуйып сыҡҡандар! Эй, лакей! Ҡайҙа юҡ булдың ? Алып кил әле кейемдәрҙе ! Мундир ҡайҙа ? Парикте килтер, йәһәт ҡылан !

- Хәҙер, әфәндем, бөтәһе лә тиҙ булыр !- Яңы ғына башын бүлмәгә тығып ҡына өлгөргән лакей кире сапты.

Өй хужабикәһе тиҙ-тиҙ атлап йоҡо бүлмәһенә килеп инде:

- Ниҙәр булып китте, Иван Иванович, ниндәйҙер насар хәбәр алдыңмы әллә ? Ярай, тыныслан тәүҙә, конверт ҡайҙан, ни булған ?

- Депеша Верхнеуральскиҙан. Башҡорттар бунт күтәргән. Инженер Брагинды үлтергәндәр, командаһын ҡырғандар, Сапсал исемле ямды туҙҙырғандар...

Өй эсендә мәшхәр башланды. Бөтәһе лә аяҡҡа баҫты. Кем ҡайҙа, нишләп йүгерә -берәү ҙә аңламай. Ығы- зығы губернатор сығып киткәнсә дауам итте.

Генерал-губернатор йорто йәнәшәлә генә урынлашҡан. Шуға күрә Неплюев шәп- шәп атлап бер- нисә минуттан һуң үҙ бүлмәһенә барып та инде.Юл ыңғайы дежурныйға: шуларҙы бик тиҙ генә миңә саҡырт, быныһына хәҙер үк хат яҙып оҙат, тип күрһәтмә биреп үтте. Эш бүлмәһенә ингәс тә мөйөштәге ҙур көҙгө алдына барып алтын погонлы генерал мундирын тартҡыслап йүнәтеп алды, Александр Невский исемендәге орденын өҫтәл тартмаһынан алып түшенә таҡты, яҫы уҡалы йәшкелт төҫөндәге таҫмаһын яурын аша тартты һәм үҙ- үҙенә ҡәнәғәт булып, ҡалын өҫтәл артындағы киң креслоһына барып ултырҙы. Бер-нисә тапҡыр тәрән итеп тын алды, ләкин тулыһынса тыныслана алманы. Ҡашы емерек, күҙе зәһәр, бите һытыҡ көйө ҡалды.

Ишек шаҡынылар, рөхсәт һорап Ырымбур коменданты бригадир Бахметев килеп инеп сәләмләне:

- Һаулыҡ теләйем һеҙгә, Ваше превосходительство.Һеҙҙе тыңлайым һәм бойороҡтарығыҙҙы үтәргә әҙермен !

- Ултығыҙ әле, бригадир! Тыңлағыҙ: депеша килде, Верхнеуральскиҙан ебәргәндәр.Бөрйән ырыуы башҡорттары бола ҡуптарған, Брагинды һәм уның командаһын үлтереп һалғандар, Сапсал ямын туҙҙырғандар. Бөтә мәғлүмәт әлегә ошо. Ҡыҫҡаса әйткәндә: ошо боланы баҫтырыу эше һеҙгә йөкмәтелә. Төп маҡсат: боланы, ҙур фетнәгә әйләнмәҫ борон, баҫтырыу, башлап йөрөүселәрен асыҡлап , ҡулға алыу һәм көслө һаҡ аҫтында бында, Ырымбур төрмәһенә оҙатыу. Был эште үтәй алырығыҙға шигем юҡ. Еренә еткереп үтәнегеҙ икән - наградалар, маҡтауҙар буласаҡ. Ниндәйҙер сәбәп менән үтәй алмаһағыҙ, алдан иҫкәртәм, посығыҙ менән хушлашырға тура килер. Комендант урынына ҡыҙығыусылар бик күп. - Генерал- губернатор Бахметевҡа мәғәнәле итеп ҡарап алды.

- Бойороғоғоҙ һис шикһеҙ үтәлер, Ваше превосходительство! Бөтә тырышлығымды һаласаҡмын,- тип яуап бирҙе бригадир ҡалтыранған тауыш менән. Постан бушатылыу мөмкинлегенең яҡында ғына булыуы йөрәген өтөп алған кеүек булды. - Ҡасан ҡуҙғалырға ?

- Бөгөн үк. Үҙегеҙ бер- нисә тиҫтә һаҡсы менән йәһәтләп баш күтәргән башҡорттарға яҡынырыҡ крепосҡа барып ундағы отрядты походҡа күтәрергә! Был крепость нығытма - Воздвиженский булыр. Ырымбур гарнизоны бөгөн йыйынып бөтөп - иртәгә ҡуҙғалһын. Тегендә барып еткәс тә Верхнеяицкий крепосы менән бәйләнешкә кереп, боласыларҙы ике яҡлап ҡамарға, ҡыҫмаҡҡа алып ҡаршылыҡ күрһәткәндәрен юҡ итергә. Юл башлар алдынан бында килеп яҙма бойороҡ һәм ордер алып китегеҙ, уларын минең секретарь Иван Коптяжов бирер. Әле Шишмә драгун полкы командиры Исаковҡа депеша әҙерләнә. Ул да бола урынына походҡа сығырға тейеш. Һорауҙарығыҙ бармы ?

- Никак нет. Ваше превосходительство.

- Улайһа, һеҙгә китергә мөмкин, осрашҡанға тиклем. С богом, комендант !

- С богом, хөрмәтле Иван Иванович.

Бахметев сығып киткәс тә генерал- губернаторҙың бүлмәһе, хәрби штабҡа оҡшап, ҡайнап торҙо. Берәүҙәр инде, икенселәре сыҡты. Беренсе этажда, дежурный эргәһендә үҙ сираттарын көтөп бихисап офицерҙар өйөрөлдө, бышылдашып ҡына фекер алыштылар. Штабтағы ҡайнаш иртәгәһен баҫылғандай булды. Тик генерал- губернатор ғына үҙенә урын тапмай бер туҡтауһыҙ йөрөнө лә йөрөнө. Исаков менән Бахметевтан хәбәр көттө. Ниһайәт 23 май көнө ,төнгә ҡарай Бахметевтан рапорт- хәбәрнамә килеп етте. Уның эстәлеге Неплюевтың булмышын тамам тынысландырҙы, хатта бер аҙ кәйефе күтәрелеп китте. Бригадир болосыларҙың ҡасып китеүе, тирә- йүндә тыныслыҡ урынлашыуы, әллә ни хәүеф- хәтәр булмауын хәбәр иткән. Шул уҡ көндө, һуң булыуға ҡарамаҫтан, губерна канцелярияһы секретарын саҡыртып алып, Неплюев Сенатҡа хат яҙҙыртты, үҙе һәр һүҙен әйтеп ултырҙы. Боланың ҡайҙа, ниндәй сәбәптән килеп сығыуын бәйән иткәндән һуң, унда күпме хәрби көс ебәрелеүен һәм хәҙерге көндә Талҡаҫ -күле тирәһендә тыныслыҡ урынлашыуын белдерҙе, Бахметевтың рапортын ҡушлап һалдыртты.

Губерна канцелярияһы секретары булып бында Рычков Петр Иванович арыуыҡ ваҡыт дауамында эшләп килә. Вазифаһы буйынса секретарь ул, ә титулы менән - коллежский советник. Ябай ғына итеп әйткәндә, генерал – губернаторҙың иң яҡын ярҙамсыһы, йәғни уң ҡулы. Бик уҡымышлы урыҫ. Канцелярияның бөтә яҙыу – һыҙыу эше – уның елкәһендә һәм ҡулында. Вазифалары күп төрлө уның: советник, администратор, регистратор. Күп кенә ҙур вазифалы хужалар менән туранан – тура эш итә ул. Рәсәй хужалары, Сенатта ултырыусылар уны яҡшы таныйҙар һәм хөрмәт итәләр. Сенатҡа яҙған хаттары, рапорттары, экстракттары, башҡа төрлө документтары аныҡлығы һәм ҡыҫҡалығы менән айырылып тора, бер артыҡ һүҙ юҡ. Батшаның үҙенә тәғәйенләп яҙылған хат – донесениялары бихисап. Башҡорт старшиналары йәки тархандары менән даими хат алыша, күрше ҡыр – ҡаҙаҡ хандары менән дә эш итә ул. Неплюев ҡайҙалыр сәфәр ҡылғанда үҙенең урынына ышанып ҡалдыра, Санкт – Петербургка юл тотһонмо, йә губерна буйлап йөрөһөнмө губерна канцелярияһында ул – Рычков тулы хужа булып эштәрҙе атҡара. Ул – регистратор, ул – протокол яҙыусы, ул – архивариус , ул – тәржемәсе. Ҡайһы арала өлгөргәнен үҙе генә белә. Башҡалар кеүек ҡайтыр ваҡыт еткән ыңғайы өйөнә йүгермәй, эштә ҡала һәм ниндәйҙер эш, мәшәҡәт табып тағы ла өс – дүрт сәғәт шунда соҡсона. Атаһы Иван Рычков - сауҙәгәр. Улының бухгалтер булып формалашыуын теләне, Вологданан Мәскәүгә күскәс тә бухгалтерҙар әҙерләү курстарында уҡытып, таможнягә эшкә урынлаштырҙы. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда уның юлында ғүмерҙә лә башҡа инеп сыҡмаҫтай бер боролош булып алды. Санкт – Петербургта обер - секретарь Иван Кирилловтың Ырымбур экспедицияһын әҙерләп йөрөгән сағы ине. Аҡсаға, аҙыҡ - түлеккә иҫәп алып барыу өсөн эшен яҡшы белгән бухгалтер кәрәк булды. Кем тәҡдим иткәндер инде – уныһы билдәле түгел, әммә обер - секретарь тап Рычков Петрҙы ошо экспедицияға саҡырҙы. Петр, бәлки, ризалашмаҫ та ине, тик уны яңы ерҙәр, яңы халыҡтар, мажаралы сәфәр елкендерҙе, ҡыҙыҡтырҙы. Шуға күрә ул тиҙ генә ризалашып юлға сыҡты, экспедицияның иң кәрәкле ағзаһына әүерелде. Һәр ҡыҙыҡлы күренгән ваҡиғаларҙы, ишетелгән ер атамаларын, тарих осмоттарын яҙа барып, Петр сәйәхәтсе – географ, юльяҙмасы - тарихсы булып китте, һуңғараҡ уны “ғилем эйәһе”,тип атай башланылар хатта. Ҙур хеҙмәт күрһәткәне өсөн ер биләмәләре алып, Яйыҡ йылғаһы буйында имение нигеҙләне, эре алпауыттарса ҙур йорт – хужалыҡ ҡорҙо. Крепостной крәҫтиәндәр алдыртты, сиркәү төҙөргә ярҙамлашты. Шулай итеп, ул эре помещикка әйләнеп китте. Хеҙмәтселәре һәм крәҫтиәндәре менән йомшаҡ мөғәмәлә булды, туҡмау, язалауға юл ҡуйманы. Губерна буйынса эш сәфәре менән сыҡҡан саҡтарында башҡорттар менән аралашты, үҙен һәр ваҡыт ябай тотто, икмәк – тоҙлоҡ башҡортса өйрәнеп алып был телдә аралашырға тырышты. Һуңыраҡ башҡорт телен тәржемәсеһеҙ ҙә аңлай башланы. Ябай башҡорт халҡы. уны һәйбәт түрә итеп күреп, яратты, һәр саҡ ярҙам итеп торҙо, ихлас һыйланы, иң ышаныслы башҡорттарҙы ғына ылаусы –күсер итеп ҡуйҙы. Башҡортарҙың бола күтәргән саҡтарына ла эләкте, бер –нисә тапҡыр һәләкәттән ҡотолоп ҡалды. Урындағы халыҡтың төрлөһө бар икәненә инанды: уҫалдарын, башкиҫәрҙәрен, аҡыллыларын, тыйнаҡтарын, яҡшыларын, насарҙарын, ышаныслыларын, ышанысһыҙҙарын күрҙе. Изге күңелле, ғилемлеләре менән уртаҡ тел тапты. Яҙа – йоҙа ғына белһә лә башҡорт – рус һүҙлеге төҙөп маташты. Юлда барғанда күсерҙән йылға – күл, тау – йырын, урман – аҡлан исемдәрен һорашты, ер – һыу атмамаларын яҙып алды, халыҡ йырҙарын йырлатты, ҡуйын дәфтәренә оҙон һәм һалмаҡ йырҙарҙың тарихтарын теркәне, мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты. Бына шулай, яҙмаға – яҙма, мәғлүмәткә - мәғлүмәт өҫтәлде. Шуны төшөндө ул: ерле халыҡ йәки аборогендар ябай һәм ярлы булыуҙарына ҡарамаҫтан эске доньялары бай, тәбиғәт менән килешеп һәм ишелеп йәшәй икән дә баһа!. Был халыҡтың солоҡсолары, мәғдәнселәре, һунарсылары, күп һөнәр эйәләре бар. Батырҙары - ысын баһадирҙар: көрәштә булһын, алышта – еңелерлек түгелдәр. Шуларҙың береһе: тархан Алдар Иҫәнгилде бар булмышы менән Алпамышаға оҡшап торған бер дәү уҙаман. Үрге Нуғай утарынан көнбатышҡа ҡарай 8-10 cаҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан, Ҡана йылғаһы буйындағы үҙ ҡышлауында йәшәп ята. Күп тапҡырҙар осрашты Петр Иванович бөрйәндәрҙең был арҙаҡлы ил ағаһы менән. Уның русса иркен һөйләшкәненә бер аптыраһа, башҡорт тарихын яттан белеүе икеләтә ғәжәпләндерҙе.

- Башҡорттарҙың яҙма тарихы бармы ул, хөрмәтле тархан ?

- Бар ине, үткән күтәрелештәрҙең береһендә янып юҡҡа сыҡҡан.

- Шуны миңә яҡынса булһа ла һөйләй алмаҫһығыҙмы ? – Рычков ҡағыҙ - ҡәләм алып яҙырға әҙерләнгәйне ,килеп сыҡманы. Тархан әйтеп яҙҙырып торорға ризалашманы:

- Русса белһәм дә еренә еткереп һөйләй алмаҫмын, тип ҡурҡам.Беҙҙең тарихыбыҙ оҙон, башҡорттар был ерҙәрҙә элек – электән йәшәйҙәр. Янып юҡҡа сыҡҡан “ Башҡорт тауарихы “ китабында был турала мәғлүмәттәр етәрлек ине. Ҡыҙыҡһынып бер – ике ҡат уҡып сыҡҡайным – нимәлер иҫтә ҡалған, нимәһелер онотолған инде. Был китапта, мәҫәлән, бөрйәндәрҙең ошо ерҙә әүәлдән йәшәгәндәре яҙылған ине. Был турала беҙҙең ырыу шәжәрәләрендә лә әйтелә. Тәүтормош осоронда уҡ бында, ҙур – ҙур төркөмдәргә тупланып, халыҡтар йәшәгән, мәмерйәләрҙә ҡыш сыҡҡан. Мәҫәлән ” Урал “ эпосында был ерҙәрҙә бөрйәндәрҙән алда берәү ҙә йәшәмәгәне әйтелә...

Был юлы ла иркенләп һөйләшеп ултырырға форсат теймәне, тарханды ниндәйҙер эш өсөн алып сығып киттеләр. Бына ошоларҙы уйынан үткәреп ултырҙы Петр Рычков. Тағы Ҡыҙрас Муллаҡай старшинанан һорашып күп кенә мәғлүмәттәр алды. Материалдары арыуыҡ булып йыйылып киткәс фәнни эш менән мәшғүл булырға ҡарар итте һәм “ История Оренбургской губернии “ тигән китап өҫтөндә эшләй башланы. Килеп сығырмы икән тип ҡурҡыңҡыраһа ла килеп сыҡты был монография. Тағы Красильниковтың ланд – картаһыны таянып, өҫтәп мәғлүмәттәр ҡушып, системаға һалып, яҙғанына төрлө аңлатмалар биреп “ Топография Оренбургской губернии “ тигән ҙур ғына күләмле фәнни хеҙмәтен яҙып ташланы. Бер саҡ Петербургта булған сағында тотто ла үҙ ҡульяҙмаһын танылған олуғ ғалим Ломоносовҡа ебәрҙе. Оҙаҡ тотмай, Михаил Васильевич яуабын ебәреп, уның топографияһына ыңғай баһа биргән. Дәртләнеп китте Рычков бындай баһаны уҡығас. Ломоносовтың һүҙен тыңлап, бер – ике дана баҫтырып, Рәсәй Академияһына тапшырҙы. Илле бишенсе йылдың май айында Академияның ғилми советы тикшереп хупланы, китап итеп баҫтырып сығарырға тәҡдим итте. Түбәһе күккә тейҙе йәш ғалимдың, бынан да ҙур шатлыҡ буламы икән ул китап яҙыусыға! Фәнни хеҙмәтен ул Ырымбур ҡалаһының исемен аңлатыуҙан башланы:”... Оренбург имеет имя, сложенное из турецкого слова “ орь “ и из немецкого “бург”... Впрочем, надлежит знать и сие, что Оренбургская губерния, с пожалования городу Оренбургу привилегии, состояла под разными званиями, а именно: сначала при статском советниге Кирилове, называли и писали ее Известною, а потом уже Оренбургскою экспедициею. В бытность во оной господина тайного советника Татищева была она именована Оренбургская комиссия, которое звание продолжалось по 1744 год, а того году марта 15 дня, по именному ж указу, состоящемуся в Правительствующем сенате за подписанием ее императорского величества собственные руки, повелено именовать ее Оренбургскою губерниею, и вышеупомянутый господин действительный тайный советник и кавалер Неплюев ( бывший тогда еще тайным советником ), по тому ж высочайшему указу , определен во оную первым губернатором...”

Алдар тархан етәкселегендәге боланы битараф күҙлектән сығып былай тип яҙҙы: “... Второй бунт называется Алдаровский или Кусюмовский, который начался в 1707 году, в декабре месяце, под предводительством Алдара и Кусюма . Говорят, якобы причина к оному бунту произошла от нерассудных поступков бывшего в Уфе Александра Сергеева, который неумеренною строгостию требовал с них лошадей и выдачи беглых, в их жилищах укрывавшихся, и будто б несколько старшин башкирских на одном у себя обеде до смерти запорол. В сие замешание не только вся Башкирь поголовно, но и уездные татары, мещеряки и другие иноверцы совершенно уклонились и многие тысячи людей побили, а жила все выжгли. К городам же к Уфе, Бирску и Мензелинску, сильные приступы чинили, и до самой Казани, токмо за тридцать верст не дошедши, отколь они едва отбиты изрядными учреждениями тогдашнего Казанского губернатора Кудрявцева, который живущих в Казани татар жен и детей забрав в аманаты, прочих всех выслал против оных злодеев, и ими, тако ж и другими наряженными и позволенными от него партиями , оные башкирцы внутрь Башкирии прогнаны.”

Ысынбарлыҡты,нисек булған – шулай яҙырға тырышты ул, китап килеп сыҡты, шикелле. Хәҙер инде уға фән ҡапҡалары асыҡ, Хоҙай һаулыҡты ғына бирһен, тәжрибә тупланды, мәғлүмәттәр күп, тағы әллә күпмеһе архивта көтөп ята. Иренмә: яҙ ҙа яҙ, яҙ ҙа яҙ !

Ғаиләһенә килгәндә бында ла матурлыҡ һәм тыныслыҡ хөкөм һөрә. Петр Ивановичтың доньяһы ялтырап тора, ҡайҙа ҡарама – тәртип. Бер болғанмай һыу ҙа тонмай, тип әйткән башҡорт мәҡәлендәгесә, ғаилә карабына ҡаты тулҡынлы һыуҙарҙы кисергә тура килде бер ваҡыт. Был тулҡындар карапты арҡырыһынан янтайта һуҡты, ләкин ҡолата алманы. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ҡатыны, дүрт бала әсәһе Анастасья Петровна, ҡапыл вафат булып ҡуйҙы. Донья емерелгәндәй булып күренде уға, оло ҡайғыһын күтәрә алмаҫтай тойолдо. Бер саҡ, йөрәге һыҙлауына түҙә алмай, эсештереп алып китте. Балаларының бәғерҙәрҙе яндырғандай һүҙһеҙ ҡараштарын бер көн күреп ҡалып, үҙ – үҙен ҡулға алды. Көндөҙөн хөкүмәт эшенә күмелеп үткәрһә, оҙон кистәрҙе һәм төндө яҙыу – һыҙыу эштәре менән мәшғүл булды. Балалар ни үҫеп етеп кеше булдылар, һәр береһе үҙ юлын тапты был тормошта. Уларҙың үҙ мәшәҡәттәре, үҙ эштәре. Ата йортонан берәм – һәрәм осоп китеп бөттөләр.Ул арала ҡырҡ йәше лә тулып үтте. Хөкүмәт биргән өйҙөң биш – алты бүлмәһен көн дә кис аршинлау теңкәһенә тейә башланы. Өйләнергә тура килде. Икенсе ҡатыны егермеһе тулған Елена Чирикова Сембер помещигы Дмитрий Чириковтың ҡыҙы. Атаһы Преображенский полкының отставкалағы капитан – поручигы. Ҡайныһы помещик булһа, кейәүе лә помещик. Бер ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Өйләнеп бер йыл да үтмәне Петр Иванович таштан үҙенә өй һалдырып инде. Алты бүлмәле, бейек нигеҙле был йорт, күкрәк киреп әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Өйҙөң иң иркен бүлмәһе – зал - ҡунаҡ ҡабул итеү урыны. Шунан ҡайтышырағы йәш ғалимдың эш бүлмәһе. Яҙыу – һыҙыу эшенә бөтә уңайлыҡтары бар: ошонда уҡ библиотека, камин, ҙур, яҡты тәҙрәләр көньяҡҡа ҡарап баҡҡандар. Эшенән дә, хужаһынан да ҡәнәғәт ул, ҡатыны тураһында нимәлер әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Тап ике тиҫтә йылға йәш булған ҡатыны Анастасья бик аҡыллы булып сыҡты, мыжымай ҙа, ҡамасауламай ҙа, юҡтан бушҡа көнләшеп тә бармай - күҙгә генә ҡарап тора. Эштән рәткә һуңлап ҡайтҡанда ла иҫе китеп бармай, шулай кәрәк булғандыр, тип ҡабул итә.

Наши рекомендации