Федор Иванович батша заманы 3 страница

Был көнө хужа ял итһен , тип һағауылдар берәүҙе лә үткәрмәне. Иртәгәһе көнө төш яҡынлашҡан мәлдә генә үлек кәүҙәгә тап булдылар. Хужаның үлеме берәүҙе лә тетрәтмәне.

Берәүҙәр - ҡартайып үлде, тип, икенселәре - килеп киткәндәр башына етте,тип ҡысҡырыштылар, һөрәнләштеләр ҙә - шуның менән вәссәләм.

Күренекле шәхесте мосолман йолаһы буйынса атҡарып, матур итеп һуңғы юлға оҙаттылар. Ер-әсә үҙ ҡосағына - ғүмер буйы ергә, тәхеткә талашып, бихисап әҙәмдәрҙең ғүмерен киҫкән, фани донъяның рәхәтен-михнәтен тулыһынса татыған тағы бер “байғошон” ҡабул итеп алды.

Эйе, был донъяла ғүмерҙе генә һатып алып булмай, уны оҙонайтырға ла бер сара юҡ. Әгәр ундай мөмкинлектәр булһа, хандар, байҙар әллә күпме кешенең ғүмерен һатып алып оҙаҡ ваҡыт йәшәрҙәр ине. Тик Алла өсөн булған бар бәндә тигеҙ, ул бер нәмәне лә әҙәм затынан һорамай.

Күсем хандың үлеме тураһындағы хәбәр бөтә Себергә таралды. рустарға ла килеп етте.

Себер ханы Күсем үлеү менән уның ханлығы юҡҡа сыҡманы. Күсем хандың өлкән улы үҙен хан итеп иғлан итте. Уның төп шөғөлө түбәндәгенән ғибәрәт булды: көс аҙ булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең сик буйындағы ерҙәренә сапҡын ойошторорға, Урал аръяғында көн күргән һәм Рәсәйгә ҡушылған башҡорттарҙы, урыҫтарҙан тартып алып, Себер ханлығына бойһондорорға.

Ә себер ханлығы эсендә күҙгә эленер башҡорт ҡәбиләләренән Табын, Һеңрән, Мәкәтин ырыуҙары ғүмер һөрә. Улар ханлыҡтан ысҡыныу яғына ауышып бөткәндәр ине инде, тик уңай мәлде көтөп йөрөйҙәр.

Эште рустар үҙҙәре боҙҙо. Төмән воеводаһы Лука Щербатов стрелецтарын Ҡара Табын олоҫо үҙәге булған Игебахтинға һөжүм итергә ҡушып ебәрҙе. Стрелецтар Игебахтинға баҫып инәләр, талайҙар, бала-сағаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсир итеп алып китәләр һәм һаталар. Юлда күбеһе үлә, мәсхәрәләнә. Себер башҡорттары менән Ирәмәл, Урал, Ирәндек тауҙары араһында, Ағиҙел-Һаҡмар аралығында йәшәгән башҡорттар менән бәйләнештәре өҙөлгәне юҡ. Бөрйәндәр менән бәйләнеш хатта тығыҙыраҡ, буғай.

Был юлы ла Игебахтин илселәре Иҫкебейгә килеп еттеләр, хәлде аңлаттылар. Ҡатындарының һәм балаларының әсирлеккә төшөүҙәрен иҫкә төшөрөп, күҙ йәштәрен түктеләр.

- Бей аға! - тип һүҙ башланы илселәрҙе етәкләүсе Мостафа, - беҙ Төмәнгә һөжүм итергә йыйынабыҙ, ярҙамға 100-150 сая егеттәрҙән торған төркөм бирегеҙ! Мал менән түләрбеҙ.

- Ярҙам итербеҙ, әлбиттә, тик мал хаҡына түгел, тәүҙә башҡорттар исеменән батшаға шиҡәйәт -ялыу яҙып ҡарайыҡ, бәлки файҙаһы тейер. Яу менән барыуҙы әлегә туҡтатып тороғоҙ!

Шиҡәйәт шул көндө үк яҙылды һәм Сапсал ямына тапшырылды.

Ғәжәп хәл: Ялыу Федор батшаның үҙенә нисектер барып еткән. Батша Өфө воеводаһы Михаил Нагойға тейешле саралар күрергә ҡуша. Ә Төмән воеводаһына “әсирҙәрҙе кисекмәҫтән ҡотҡарығыҙ, һатылғандарын - кире ҡайтарығыҙ”, тигән депеша ебәрә. Щербатов, чинын юғалтыуҙан ҡурҡып, был ваҡиға булманы, тип алдаша, шулай ҙа әсирҙәрҙе ҡотҡарып ебәрә.

Бындай боролош Төмәнгә һөжүм итеү уйынан башҡорттарҙы һыуындырып ҡуя. Ҡан ҡойош бер-ни тиклем ваҡытҡа туҡтап тора.

Ошонан һуң ваҡиғалар ағымы тағы үҙгәреп китә. Али хан, бер - ни тиклем уйланып йөрөгәндән һуң, рустарға бойһонорға була һәм ошо турала хат яҙып, Төмәнгә ҡустыһын һәм абруйлы Миңлебай абзыны һөйләшергә ебәрә. Тупаҫ рус воеводаһы матур итеп һөйләшеү урынына Күбәй-Моратты һәм Миңлебайҙы әсирлеккә алып, зинданға яба. Бындай шарттарҙа Али хан һөйләшеүҙе туҡтатырға мәжбүр була һәм Төмәнгә сапҡын яһап илселәрҙе ҡотҡарыу уйы менән яна башлай. Сәйәсәт өлкәһендә үҙен аҡыллыраҡ итеп тотҡан тотҡан Өфө воеводаһы Михаил Нагой киреһенсә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә. Уйламағанда Али хандың улы Ишем менән таныша, Өфөгә ҡунаҡҡа саҡыра. Матур итеп ҡаршылай һәм уның менән йомшаҡ мөғәмәлә була. Мәскәүҙе күреп килергә тәҡлим итә.

Мәскәү Ишемгә бик оҡшай, шуға күрә ул, ҡайтып тормайынса, был ҡалаға ике ҡатынын, балаларын, һаҡсыларын, байрағын алдыртырға уйлап, бер төркөм армайҙарын Себергә ҡайтарып ебәрә. Был төркөмгә Өфө воеводаһы үҙенең ике илсеһен - Өфө баяры Гаврила Артемьев менән керәшен татары Рудак Федоровты ҡушып ебәрә. Улар йәш ханды Мәскәүгә ҡушылырға өндәргә тейеш булалар.

Был төркөм тәүҙә Ҡара-Табын олоҫона йүнәлә һәм олоҫ старшинаһы Үтәмеш Аҡбаровты таба. Улар мәрхүм Күсем хан улдарының ҡайҙа икәнен һорашалар һәм табалар. Ләкин Төмән воеводаһына үсеккән Али хан Өфө илселәрен ҡабул итмәй кире ҡайтарып ебәрә. Шул көнө ул Төмән өйәҙенең Кынырск ҡалаһына һөжүм итә. Төмәндең яңы воеводаһы Матвей Годунов ҡаланы нығытҡан була, шул арҡала һөжүм итеүселәр ҡалаға инә алмай кире боролалар. Годунов, көс йыйып алып, ғәскәр башлығы Изьядиновты Али йәйләүен эҙләп табып баҫырға сығарып ебәрә. Ишем йылғаһы буйындағы Шамши урманында таба ул йәйләүҙе. Ҡараһа: йәйләүҙе һаҡлаусы көс юҡ, хан ғәскәре Тара ҡалаһына һөжүм ойошторорға киткән икән.

Изьядинов йәйләүҙе тар - мар итеп ташлай. Али хандың һәм Азимдың ғаиләләрен әсиргә алып Төмәнгә килтерә. Был турала ишеткән Али хан Төмәнгә һөжүм итә, ләкин уңышҡа ирешә алмай. Һуңғы алышта үҙе әсирлеккә эләгеп, ҡалған ғүмерен таш зинданда үткәрә.

Шулай итеп, Себер башҡорттарының Табын, Ҡара Табын, Мәкәтин һәм Һеңрән ҡәбиләләре, ханлыҡ бөтөнләй емерелгәс кенә, Рәсәй составына инәләр.

Бүлек

Тәхеттә Борис Годунов

Рәсәй тәхетенә Борис Годунов оҙон - оҙаҡ юлдар үтеп кенә килә алды һәм ҙур илдең ауыр йөгөн үҙ иңдәренә һалды.

Рәсәйҙе нисек алға ебәрергә? Нисек был маҡсатҡа ирешеп була? Ниндәй юлды һайларға? Бына ошо һорауҙар бөгөнгө көндә уны борсой.

Яңыраҡ крепостной крәҫтиәндәргә ҡағылған указ сығарҙы: уларға үҙ помещигын алмаштырыу хоҡуғын бирҙе. Ошо указ арҡаһында күпме кешене төрмәнән, һөргөндән ҡотҡарҙы. Насар эшләнеме ни? Юҡ, әлбиттә.

Халыҡ ярлы йәшәй, наҙанлыҡ көслө. Уныһын нисек хәл итергә? Крепостнойлыҡ системаһын бөтөрөп булмай бит инде! Бөтөрҙөң икән,ти. Ул ваҡытта кем помещикка эшләй, дәүләт кемгә таянырға тейеш?

Тәхеткә ултырыу церемонияһында патриархҡа ҡарап, башҡаларға ишеттерерлек итеп ошондай һүҙҙәрҙе әйткәйне: “Бог свидетель сему, никто не будет в моем царстве нищ и беден. И сию последнюю рубаху разделю со всеми”.

Годунов аңлай, хатта үтә күреп тора: күп баярҙар уға ҡаршы. Сәйнәп төкөрөрҙәр ине - хәлдәре етмәй. Угличтағы цареевич Дмитрийҙы Годунов үлтерткән, тигән хәбәрҙе баярҙар тарата. Шулай булғас, улар менән көрәшеү - яҙыҡ эш түгел. Тормош - көрәш. Әле Романовтарҙың икәүһен монахҡа әйләндереп, монастырға япты, уңайы тап килде. Ҡаршы сыҡҡандарҙы һындырыу өсөн, һөргөнгә ебәреүҙе ҡулланырға тура килер.

Борис Годунов, аҡ күлдәк-ыштандан көйө, ялан аяҡ, ағастан эшләнгән эскәмйәлә уйланып ултыра. Тышҡа күҙ һалды.

Яңы ғына ҡояш сыҡты, уның нурҙары төрлө төҫтәге быялалар аша бүлмә эсенә төшөп ялтырай. Тышта апрель, көндәр йылына башланы.

Тышта көндәр ялтырауыҡ, кәйефтәргә ыңғай тәъҫир итә торған мәл, әммә батшаның күңеле ялтыр түгел, кәйефе юҡ, йөрәге сәнсеп тик тора.

Бына ун көн инде Борис Федорович йоҡлай алмай ыҙалай, йә ҡабырғаһы ҡыҫа, йә йөрәге сәнсә. Һаман тәҡәт таба алмай ыҙалай ул.

- Борюшка! - ул ҡатынының йоҡоло тауышын ишетте, - тағы йоҡлай алмай һыҙланып ултыраһыңмы әллә? Булмаһа, торайым да лекарь саҡыртайым.

- Кәрәкмәй, Марья! Лекарь саҡыртыуҙан файҙа булмаҫ! Йөрәгем һыҙлай минең, йөрәгем! Күңелем тыныс түгел. Ә уны дауалап булмай!

- Әйт миңә, ҡәҙерлем, ниндәй уй-ҡайғылар йөрәгеңде телгеләй - бәлки еңеләйер. Ир менән ҡатын араһында шатлыҡ- ҡайғы уртаҡ булырға тейеш, Борюшка.

Марья Лукьяновна тороп ултырҙы, киң ағас эскәмйәнән яланғас аяҡтарын төшөрҙө.

- Борюшка, кил әле бында! Башыңды тараҡ менән тырнап - тарап алайым. Һал әле башыңды минең тубыҡҡа!

Рәсәйҙә ағас тараҡ менән баш тарауҙы бөтәһе лә ярата. Батша башын ҡатынының тубығына һалды:

- Атайымдың башында бер бөртөк сәс булманы, - тип һөйләп алып китте Мария, - бәлки, шуғалыр, көрәктәй һаҡал йөрөттө. Мин бәләкәй саҡта: “Ҡыҙым, һаҡалды тарап ебәр әле”, - тип әйтә торғайны. Ҙур ағас тараҡ менән тараһам - йоҡлап китә ине. Шул ваҡыттар матур бер мәл булып иҫтә ҡалған.

- Әйт әле, Марьюшка, кешеләрҙе язалап ҡайтҡандан һуң, атайың үҙен нисек тота торғайны? Лукъян Скуратов-Бельский менән бөтә Рәсәйҙе ул заманда ҡурҡыта торғайнылар. Язалағандар араһында бергә ашап эсеп, ҡосаҡлашып, дуҫ булып йөрөгәндәр бихисап ине. Мин беләм! Намыҫ һәм выждан ғазабы уның күңелен ҡайыҙламанымы икән?

- Дәүләт өсөн тырышты атайым, батша өсөн. Нишләп уны выждан ғазабы ыҙалатырға тейеш әле?

- Күреп йөрөнөм, шуға һорайым. Ҡайһы бер көндәре өс-дүрт кешене язалап ҡуя торғайнылар. Тәненә ҡыҙҙырылған тимер баҫыу, баштүбән аяғынан аҫып ҡуйыу, тән иттәрен ҡыҫҡыстар менән йолҡоп алыу - барыһын да ҡулландылар.. Инде хәле бөтһә, йәки һөйләшә алмай башлаһа - йә аҫып, йә башын өҙә сабып, эште тамамларҙар ине. Шуға һорайым: ҡайным эштән ҡайтҡас, йоҡлай ала торғайнымы?

- Һәйбәт йоҡлай торғайны. Арып ҡайтһа - ашап та тормай, ятып, башын яҫтыҡҡа терәүе була - йоҡлап та китә торғайны.

- Ә минең холҡом икенсе. Бер төрлө әйтеп, икенсе төрлө эшләһәм - үҙ-үҙемде эстән ҡайыҙлайым. Йоҡо алмай, үҙемә-үҙем урын таба алмай тик йөрөйөм.

- Һин, һөйөклөм, әллә ни күп уйланма - ғалим түгелһең! Әгәр һин ҡылған эш дәүләткә файҙалы икән, ниндәй юл менән эшләнгәне мөһим түгел. Тик заговорҙан һаҡлан! Беренсе заговорҙы иҫләйһеңме?

- Иҫләмәгән ҡайҙа ул!

- Миңә шуны бер ҙә еткерә һөйләмәнең, Боренька. Һорай башлаһаң - ҡул һелтәй ҙә ҡуяһың.

- Нимәгә ул һиңә? Бындай ваҡиғаның бер ҡыҙығы ла юҡ, Машенька. Ул ваҡиғаға күп ваҡыт үтте инде. Ярай, белгең килгәс тыңла улайһа! Эш былай булды: Иван Федорович Мстиславский мине ҡунаҡҡа саҡырғайны. Шуйскийҙар шунда, өйҙән сығармайынса, мине үлтереп һалырға кәңәш тотҡандар. Минең күҙәтселәрем был ҡара эште һиҙемләп, ҡунаҡҡа бармаҫҡа тәҡдим яһанылар. Был юлы мин кәңәшселәрҙең һүҙен тыңламаным. Һаҡсыларҙы күберәк эйәртеп, кәрәкле күрһәтмә биреп, саҡырылған өйгә киттем. Байрам өҫтәлендә ниҙәр генә юҡ: диңгеҙ аръяғынан килгән ашамлыҡтар, емеш-еләк, төрлө һут, фигуралы рус ҡаластары, вино, араҡы. Ә иң уртала, көмөш һауытта, бөтөн көйө бешерелгә сусҡа балаһы. Мин уныһын-быныһын ауыҙ итеп ултырам, үҙем уйлайым: белергә ине - ҡайһы яҡтан миңә үлемесле ҡурҡыныс янай икән. Әллә берәй эсемлеккә ағыу һалырҙармы? Әллә сәнскеләп үлтерергә тырышырҙармы? Уйланып ултырам, ләкин белгертмәйем. Бындағы ҡаҙ, тауыҡ, сусҡа иттәрен, балыҡтарҙы ауыҙ иткәндән һуң, бер - нисә төрлө бутҡаға сират етте. Шунда уҡ кеүәҫ, медовуха, вино, араҡы - күпме теләйһең - шул тиклем йотаһың! Өй хужаһы Мстиславский бер ни һиҙҙермәй, йүгереп йөрөп һыйлай.

- Ай, әттәгенәһе, төп һүҙ ағышынан ситләшеп, ашамлыҡ менән эсемлек һөйләп алдың да киттең! Һине нисек арбарға тырыштылар һуң? Шуныһын тиҙерәк әйт!

- Тороп тор әле, эҙмә-эҙ һөйләгем килә. Уйлап ултырам: ҡайҙан янай икән был ҡурҡыныс, ҡасан башлана? Белеп булмай. Һыр бирмәйем, ашап-эсеп тик ултырам. Шул ваҡыт Иван Воейка, минең иң ышаныслы хеҙмәтсем, килеп ҡолаҡҡа шыбырланы: правитель, аңғарып ултыр! Кладовойға саҡырһалар - төшмә! Шунда һинең йәнеңде алырға самалап көтәләр. Өй хужаһы тиҙҙән, үҙенең алтын - көмөштәрен күрһәтер өсөн, һине шунда саҡырып төшөрөргә тейеш.

Ашап-эсеп туйынғас, залға шуттарҙы, карликтарҙы саҡырҙылар. Улар бейеп-ырғып йөрөй башлағайнылар, Иван Федорович мине келәтенә саҡырҙы, байлығын күрһәтергә булды был.

- Нимә тип саҡыра инде ул - төлкө ҡойроҡло ҡарт бүре?

- Әйтә: Борис Федорович, миндә һирәк иконалар бар. Кешелә булмаған бер-нисә китап һаҡлана. Шуларҙы ҡарап сығайыҡ әле! Берәүгә лә күрһәткәнем юҡ, ти был. Теләһәң китаптарҙың береһен бүләк итәм, ти баяғы мөртәт.

- Шунан, шунан һин ҡайһылай иттең?

- Уйлап ултырам: барырғамы, юҡмы ? Бармаһам - ниндәй сәбәп табып шылып китергә була? Әллә өҫтәл артында ҡалырғамы? Әллә, тегендә стрелецтар ғына төшһөнмө! Улай ҙа булмай! Бында ҡалһаң - ағыу һалырҙар, ҡайһылай ҙа ҡотолормон тимә!

- Келәтенә төшөп сыҡтыңмы әллә, Борюшка?

- Юҡ! Улай булманы! Дүрт стрелецты алдым да келәткә йүнәлдем һәм барып етмәҫ борон, боролоп тышҡа сығып киттем. Мстиславскийға: “Батша менән осрашыуға һуңлап барам”, - тип аңлаттым. Тышта көтөп торған тән һаҡсылары менән бергәләп ҡайтырға сыҡтыҡ.

- Ә тегендә нисек булған? Яуыздарҙы тота алғандармы? - Марьяның тауышы ҡалтырап китте.

- Минең стрелецтар Мстиславский бабайҙы ҡуша алып, аҫҡа төшкәндәр. Шунда бысаҡ менән берәү көтөп торған. Ҡулға алғандар тегене.

- Шунан, язаһын алдымы ул мөртәт?

- Мин батшабыҙ Федор Ивановичҡа был турала еткерҙем. Язаға тарттырырға кәрәк,тип әйттем. Ул: “Мстиславскийҙарға теймә! Һин һаман ҡан көҫәйһеңме”, - тип уны язаларға мөмкинлек бирмәне. Шулай ҙа Иван Федоровичтың сәсен алып, монастырға ябырға батша һуңыраҡ саҡ ризалыҡ бирҙе. Ярай, булды, Мариша, ҡана торайым!

Мария Лукъяновна иренең сәсен тарауҙан туҡтаны. Эрәһенән тороп киткән иренә һорауҙарын дауам итте:

- Әллә тағы һинең йәнеңде алырға теләүселәр бармы? Булһа - әйт! Икәүләшеп берәй юлын табырбыҙ! Һин уҡый белмәгәс - китап тотмайһың инде. Ҡайҙа әле кисә тотоп ултырған китабым? Әһә, бында, яҡында икән. Ошо “Ветхий завет” китабында алама кешеләргә ҡағылған урындары бар. Унда былай тип яҙылған: “Боҙоҡ кешеләр менән ҡатнашмағыҙ! Улар юлынан йөрөмәгеҙ! Уларға ышанмағыҙ! Ундай кешеләрҙең иң яратҡан шөғөлө - боҙоҡлоҡ. Уйы: шул боҙоҡлоғо аша әҙәм балаларын һәләкәткә илтеү. Әҙәм балалары ашамай-эсмәй тора алмаған кеүек үк, күңеле боҙоҡтар этлек эшләмәй тора алмай. Ундайҙар кешегә зыян эшләй алмаһалар - йоҡлай алмайҙар. Һине ниндәй ауыр уйҙар борсой һуң, Боря, әйт!

- Иҫләйһеңме, Мариша, мәрхүм Федор Иванович, ауыр тупрағы еңел булһын, батша булып йөрөгән ваҡытында өс туған һеңлеһен Риганан Мәскәүгә ҡайтартты. Ливон королеваһы Мария Владимировна тураһында әйтәм, фамилияһы - Старицкая. Шуның үҫеп килгән бер ҡыҙы бар. Исеме - Евдокия. Иҫләйһеңме шуны ?

- Эйе, иҫләйем. Шунан? Әллә шул ҡыҙға өйләнергә самалап йөрөйһөңмө? Шельма! Өйләндертмәйем, хет үлтер!

- Юҡ, улай түгел!Шулар минең күңелде хафаға һалды бит әле.

- Аһ-аһ, нишләп улай булып китте? Әллә улар тураһында берәй насар һүҙ ишеттеңме? Әллә һиңә ҡаршы баш күтәрергә самалайҙармы?

- Үҙенән әллә ни зыян һиҙелмәй, дөрөҫөрәге - юҡ һымаҡ. Тик һуңғы ваҡытта эргәһендә билдәһеҙ шәхестәр өйөрөлә башланы. Баяғылар Мария Владимировнаға: “Һеҙ, йәки һеҙҙең ҡыҙығыҙ Евдокия Рәсәй батшаһы булып ултырырға тейеш, һеҙҙең генә ҡанығыҙ - ысын батша ҡаны”, - тип шыбырлайҙар икән. Мария Владимировнаның һөйәре Федор Тютчев та миңә ҡаршы булған дворяндар менән ҡатнаша. Бына шул икәү менән нимә эшләргә белмәйем. Минең дошмандар бына шуларҙы байраҡ итеп тотоп, иреңде тәхеттән бәреп төшөрөүҙәре бик ихтимал! Уларға эйәрергә генә торған елғыуарҙар бихисап.

- Сәстәрен алдыртып, төптәрәк урынлашҡан берәй монастырға икеһен дә бикләтеп ҡуй! Ни тиклем тиҙерәк ҡыбырлаһаң - шул тиклем үҙеңә тынысыраҡ буласаҡ, - тип Мария, ҡаты ғына әйтеп, иренә йүнәлеш биреп ҡуйҙы. - Әгәр һин ни эшләргә белмәһәң - тыңла! Бында ятҡан икенсе бер китаптан өҙөктәр уҡыйым әле. Унда һиңә ҡағылған урындары етәрлек. Уҡыйыммы ?

- Уҡы!

Мария китапты ынтылып алдына һалды.

- Китаптың исеме “О государстве”. Бер бүлеге былай тип атала: “Каким образом государь должен исполнять свое слово”.

- Ярай, дауам ит! Тыңлайым.

- Уҡыйым. Маҡсатыңа ирешеү өсөн ике юл бар: яҙылған ҡанундар буйынса йәки йыртҡыстарса. Дәүләт башында тороусылар ике ысул менән дә эш итә белергә тейештәр. Бер юлы ул арыҫлан да, төлкө лә була белһен. Әгәр арыҫлан булып ҡына эш башҡарһа - хәйләкәрҙәр ҡуйған ҡапҡанға эләгеүе мөмкин. Төлкө ысулын ғына һайлаһа - дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡ. Гел генә ялтарыуҙың да бер осо буласаҡ.

Наши рекомендации