Рәсәй тәхетендә - Елизевета Петровна 2 страница

Был юлы юл мажараһыҙ һәм ыңғай булды. Кесе Жус ханы илселәрҙе матур итеп ҡабул итте. Рус дәүләтенә бойһонорға ризабыҙ, тип ярлыҡ - грамота яҙҙы. Хатта аҡ батшаға тоғро буласаҡмын, тип ант итте. Ләкин хан бер ҡатлы кеше булмай сыҡты, ә киреһенсә хәйләкәр һәм мәкерле ине. Ҡабат - ҡабат вәғәҙәләр бирһә лә, Рәсәйгә баш эйеп барманы, вәғәҙә бирә лә киреһен эшләй. Был ҡылығын күпселек солтандары хуплай, сөнки әлегә Рәсәй менән дуҫ йәшәмәйенсә булмай. Һуғыш - маҙар сығып китһә, көсләнеп һәм нығынып алған был илгә ҡаршы тора алмауың ихтимал. Икенсе яҡтан, баш эйге лә килмәй, үҙеңсә йәшәүең һәйбәт. Генерал - губернатор Неплюевты ғына күпме тапҡыр төп башына ултыртты Әбелхәйер хан. Рус карауандарын талауҙы дауам итте ул, үҙе белмәмеш тә - күрмәмеш булды. Юлда эләккән кешеләрҙе әсир итеп алып, һатып ебәрергә ярата. Шул эштән мул ғына аҡса төшә уға. Башҡорттар менән дә, ҡалмыҡтар менән дә низғәләште, сапҡындар ойошторҙо. Быларҙың бөтәһе лә мал, байлыҡ йыйыу өсөн эшләнде. Әбелхәйер хан - Жағылбай ырыуынан. Бөрйәндәрҙең дә Яғылбай ырыуы бар. Бер саҡ солтандарының кәңәшен тотоп бөрйәндәрҙең Яғылбай ырыуынан кәләш алып ташланы был хан. Шулай итеп, яғылбайҙарға кейәү, бөрйәндәргә ҡоҙа булып китте ул. Бына ошо ваҡыттан башлап башҡорттар менән ҡаҙаҡтар татыу йәшәй башланылар. Әлбиттә, ниндәйҙер талаш - тартыштар, бәхәсле мәсьәләләр ҡайһы саҡ килеп сыҡҡыланы, әммә улар тик тыныс юл менән, ҡымыҙ, буҙа тәпәндәре, бал мискәләре эргәһендә хәл ителделәр. Тыныслыҡ иң тәүҙә ябай халыҡҡа кәрәк, улар хәҙер барымта - ҡарымтанан ҡурҡмай иркенләңкерәп йәйләй һәм ҡышлай башланылар, үҙ - ара алыш - биреш иттеләр. Әбелхәйер ханды маҡтанылар һәм рәхмәттәр әйттеләр.

Бына шул ханды ү л т е р г ә н д ә р!

Ҡыр - ҡаҙаҡтар араһында ошондай хәбәр ҡуйырғандан - ҡуйыра: Әбелхәйерҙең башына Барак солтан еткән, шулай булған, былай булған һәм башҡалар.

Ғүмер буйына бер - береһен яратышманы улар. Нишләптер бигерәк тә Барак солтан Әбелхәйерҙе күрә алманы, йәне һөймәне. Тевкелев ишетеүенсә, үткән бер һайлауҙарҙа Барак Кесе Жусҡа хан булырға ынтылып ҡарай, һайлау исемлегенә үҙен керетә. Ләкин был уйы килеп сыҡмай ҡуя. Әбелхәйер солтанды хан итеп һайлап ҡуялар. Барак солтан уйлауынса, Әбелхәйер бик һауалы, тәккәбер әҙәм, маҡтауҙы ғына ярата. Ашап - эсергә, күңел асыуға ғына ынтылып тора. Бына шулай итеп яманлай торғайны Барак солтан үҙ ханын. Бер ҡаҙаҡ аҡһаҡалы әйткәнсә, ниндәй түрә ашап - эсеп, маҡталып ҡына йөрөргә яратмай. Әҙәм балаһына һәр ваҡыт нимәлер етмәй. Байлыҡ йыйған өҫтөнә тағы йыя, кәрәкме ул байлыҡ, юҡмы - уныһы онотола. Нәфсеһен тыя белмәгән - үҙен һәләкәткә илтә. Байлыҡ булһа - властҡа ынтыла, властҡа эләкһә - тағы байлыҡ йыя. Шул арҡала дуҫтары менән дошманлаша, уларҙы ғүмерлеккә юғалта. Ҡайһы берәү ил хужаһы булып ултырһа - яңы ерҙәргә күҙ ташлай, уны, ниндәй юл менән булһа ла, үҙенә ҡулға төшөрөргә ынтыла. Ер баҫып алыу һәр ваҡытта ҡан ҡойошҡа килтерә. Кем кеше ҡанына мансыла, ул үҙ ғүмерен ҡыҫҡарта. Даны ла , абруйы ла булмай ундай кешенең. Үҙ илен һаҡлаған, халҡы өсөн янғандар ғына данға лайыҡ булалар, батыр булып халыҡ хәтерендә уйылып ҡалалар. Батырҙарын халыҡ ярата, бер ваҡытта ла онотмай, йырҙар, ҡобайырҙар, бәйеттәр сығарып иҫләйҙәр уларҙы.

Барак солтан күргеһе килмәһә лә, Әбелхәйер хандың арыуыҡ ҡына ыңғай яҡтары бихисап булды. Далаһын яратты ул, халҡына тоғро булырға, антын боҙмаҫҡа тырышты. Яу сапҡан осраҡтарҙа кеше арҡаһына йәшенмәне, берәй ҡалҡыу урынға менеп ҡарап ҡына тик торманы, ә үҙе беренсе булып алышҡа ташланған баш һуғышсы булды. Үҙ заманында бик күп баштарҙы сабып төшөрҙө ул. Һай, көслө һәм дыуамал ине заманында! Һуғыштарҙа йәнен аяманы, тау тәкәһе - ҡулжа кеүек йылғыр булды, аҙағына тиклем алышты, барыбер бирешмәне. Бәлки, көслө һәм дыуамал булған өсөн дә тере ҡала килгәндер. Күпме тапҡыр уны үлтерергә тырышып ҡаранылар, нисә тапҡыр ҡаманылар - йылғыр һәм оҫты ҡылыссы булыуы арҡаһында тере ҡалып йәшәүен дауам итте. Ысынбарлыҡта Әбелхәйер хандың үлеме ҡараҡалпаҡтар менән туранан - тура бәйле.

1748 йылдың йәй миҙгеле.

Шулай бер көн хан, нөгөрҙәрен эйәртеп, дала ҡыҙырып, тирә - яҡты ҡараштырып ҡайтырға була. Көн ахырында Олоҡаяҡ буйында ҡуналҡаға туҡтайҙар былар, самалары - бер аҙ ял итеп алып ошонда ҡунырға һәм иртә менән тороп юлды дауам итергә. Ашарға ултырырға йөрөһәләр, алыҫтан бер төркөм халыҡ пәйҙә була. Һыбайлылар, арбаға егелгән аттар, йәйәүлеләр ҡайҙалыр күсенеп китеп баралар. Нөгөрҙәр тегеләрҙең ҡаршыһына сығып белешәләр һәм ханға килеп хәбәр итәләр: Кесе Жусҡа, йәғни Әбелхәйер ханға бойһонған ҡараҡалпаҡтар ҡасып китеп Барак солтанға ҡушылырға баралар икән. Хан ҡараҡалпаҡтарҙы туҡмай - туҡмай кире борорға ҡуша. Тегеләре хәлдәренән килгәнсе ҡаршылыша, кире ҡайтҡылары килмәй. Шау - шоулы ыҙғыш башланып китә. Яҡынлап килгән Барак солтан талаш - тартышты ишеткәс тә эштең ниҙә икәнен һиҙеп ҡала һәм ҡараҡалпаҡтарҙы яҡлап, ҡарсығалай осоп яуға керә. Әлбиттә, күп булмаған хандың нөгөрҙәре оҙаҡҡа бармай ҡыйратыла. Ханды солтандыҡылар уратып ала. Әбелхәйер дошманына бирешмәй алыша, яҡыныраҡ килгәндәрҙең башына етеп тик тора. Бына алтынсыһының йәне ҡыйылды. Шул саҡ кемдер арттан оҙон һөңгө менән сәнсеп Әбелхәйерҙе яралай. Ул атынан ҡолап төшә. Шул ваҡыт Барак атынан ырғып төшөп, хәнйәр менән сәнскеләп ханды үлтереп ташлай.

Был шомло һәм әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр дала буйлап бик тиҙ тарала. Әбелхәйерҙең улдары Нурали, Хәжиәхмәт, Эрали көс йыйып Барактың төйәгенә һөжүм итәләр, ләкин солтанды табып үс ала алмайҙар, тегенеһе күсе менән ҡуша ҡасып киткән була һәм Оло Урҙа арьяғына барып урынлаша. Тағы шундай хәбәр ишетелде: Барак солтан жунғарҙар менән берләшеп Кесе Жусҡа оло яу менән килер өсөн хәрби көс йыя икән. Самаһы - үҙен хан итеп күтәртеү. Ҡара әле! Был солтан ҡайҙа булһа ла тик ятыуҙы белмәй икән дә баһа! Мәғәнәһеҙ һуғыш асып, үҙ халҡына бәләләр өҫтәргә уйлай түгелме был һуғышҡаҡ ?

Кесе Жус бейҙәре лә йоҡлап ятмай. Улар Әбехәйерҙең оло улын Нуралиҙе йәһәтләп хан итеп аҡ кейеҙҙә күтәрҙеләр. Ошо уҡ ваҡытта, килеп сыҡҡан форсатты файҙаланып, Хиуа турәләре Кесе Жусҡа, ошо уҡ урынға, Әбелхәйер мәрхүмдең сыбыҡ осо туғаны Батырғәле солтанды хан итеп һайлайҙар. Шулай итеп, бер урынға ике хан һайланған булып сыға. Тимәк, тиҙҙән далала оло яу ҡубасаҡ, хан урыны өсөн көрәшеп ҡандар ҡойоласаҡ, баштар киҫеләсәк! Үҙ - ара орош ҙурайып китеп күрше генә ятҡан Ырымбур губернияһын да үҙ эсенә ялмап алыуы бик ихтимал. Быны яҡшы аңлаған Неплюев Нуралиҙы хан итеп танырға кәрәк, тип батшабикәгә хат яҙа. Тиҙҙән рус батшаһы һәм Сенат бер төптән Нуралиҙың хан булыуын раҫлайҙар һәм уны яҡлар өсөн, бәлки ҡул аҫтында тотор өсөндөр ҙә, Неплюевҡа биш рота хәрби көс бүлеп, далаға, Нурали эргәһенә ебәрергә ҡушалар. Дала халҡы өсөн туптары, шартлатҡыстары, утлы ҡоралдары булған һәм баштан аяҡ ҡоралланған биш йөҙ кафырҙың пәйҙә булыуы берәүҙәрҙе ҡурҡытты, икенселәрҙе аптыратты, өсөнсөләрҙе ҡыуандырҙы. Дала өсөн был бик ҙур хәрби көс бит ул!

Тап бына ошо боролош ваҡытында батшабикә Тевкелевҡа далаға барырға ҡушты. Нурали хандың ант итеү тантанаһында ҡатнашҡаны генерал - майорҙың иҫендә ғүмерлеккә ҡалды. Эйе, батшабикә тап Тевкелевты Рәсәй илселеге башлығы итеп ебәрҙе. Маҡсаттары шул: Нуралины олуғ Рәсәй бадишаһы исеменән К е с е Ж у с х а н ы итеп теркәргә һәм ошо уңай менән оло байрамы үткәрергә! Барҙы, һөйләште, эшен яйға һалды, шунан һуң иркенләп ҡунаҡ булып ашап - эсеп ятты мырҙа - генерал.

Тантана - церемония Ырымбурҙан алыҫ булмаған ерҙә, Яйыҡ йылғаһы буйында үтте. Нурали хан 400 атлынан торған урдуғаһы менән билдәләнгән урынға алданыраҡ килеп ятты. Артынса ағай - энеләре, ҡустылары Хужәхмәт һәм Эрали, башҡа туған - тумасалары килеп кем ҡайҙа урынлашып бөттө. Уларҙан һуң старшиналар, солтандар килеп етте. Һәммәһе - ике йөҙҙән ашыу аҫыл ирҙәр йыйылды бында.

Ырымбур генерал - губернаторы Неплюевтың бик “ фырт “ ҡына килеп төшөүен шунда булған халыҡ бик ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Көймәле коляскаһын илле кешенән торған конвойы уратып алған. Конвойҙан башҡа тағы биш йөҙләгән гренадерҙары, офицерҙәре, санауниктары бар. Генерал - губернаторҙың тантаналы килеп төшөүе, эре ҡыланыуы, Нурали ханды һурып үбеп алыуы - үҙе бер ҡыҙыҡ тамаша ине. Төпөшөрәк кәүҙәле йәш кенә хандың ынйылар менән ҡаймаланған затлы камзулы, биш ат хаҡына торошло ҡәмәре йылтылдап торһа, Неплюевтың алтын погондары, аксельбанттары, оҙон кәүҙәгә килешле генә ултырған хәрби формаһы әллә ҡайҙарҙан ялтырап тора. Ялтыр ҡара итеге ҡояш нурҙарына сағылып - сағылып китә. Сал керә башлаған сәсе, мыйығы һәм бакенбардаһы хәрби форманың тағы бер өлөшө кеүек күренә.

Тантананың бөтә китемен Рәсәй дәүләте тулыһынса үҙ елкәһенә алды. Һуңлаңҡырап, үҙ конвойы менән, Тевкелев та килеп етте. Халыҡ уны үкереп,” ура “ ҡысҡырып ҡаршы алды. Нисек кенә булмаһын батша кешеһе, батша һарайынан. Йыйында Тевкелев менән Неплюев иң ҡәҙерле ҡунаҡтар булды, улар хөрмәтенә йөҙләгән тост әйтелде. Ниндәй генә ярыштар үтмәне был йыйында: ялан аяҡ йүгереш, ҡолғаға менеү, көрәш, ат сабышы, джигитовка. Европалағы һымаҡ ике һыбайлының тупаҡ һөңгө менән алышы, тағы эсеү буйынса ярыш. Иң матур үткән һабан туйҙары ары торһон. Ҡаҙаҡтар алып килгән күстәнәстәр: ҡорото, балы, майы, һимеҙ ҡуй иттәре, ҡымыҙы, айраны рустар килтергән араҡы, шарап, һыра менән сиратлашып ауыҙ - морондарға яғылды, йөҙләгән биҙрә сәғәт һайын тиерлек бушап торҙо. Бер - нисә тиҫтә урындағы ҡаҙандар бер бушап, бер тултырылып барҙы. Тантана асылған көнө ҡаҙансыларҙан да шәберәк һәм күберәк йүгергән әҙәм булмағандыр. Төнгә ҡарай ҡаҙаҡтар домбра сиртеп үләң әйтеүсене тыңлаһалар, икенсе яҡтан гренадерҙар хор менән халыҡ йырҙарын һуҙҙылар. Бигерәк тә ҡаҙаҡтар һыйҙан ныҡ ҡәнәғәт ҡалдылар: кем әле ошоға тиклем олоғара йыйын йыйып буштан - тәккә һыйлағаны булды ? Булманы, әлбиттә. Ә бына урыҫ ханбикәһе аҡсаһын йәлләмәгән, бынамын тигән һый әҙерләткән. Эсеп алған урыҫтарҙың бер - береһен ҡосаҡлап үбешеүҙәре генә оҡшап етмәне ҡыр - ҡаҙаҡтарға, мосолмандарға ирҙәрҙең үҙ - ара үбешеүе ҡырағай күренеш һымаҡ күренә, сөнки уларҙа бындай ғәҙәт юҡ. Уныһы, ярай, табын матурлығына ҡағылмаған ваҡ мәсьәлә. Ә табындарҙа ҡош һөтөнән башҡа бөтә ашамлыҡ - эсемлектәр булды, бөтәһе лә алмашлап батшабикәне маҡтап телгә алдылар, уның һаулығына шарап һауыттарын күтәреп бушаттылар. Бында нимә күпме киткәнен Неплюевтан башҡа әҙәм белмәгәндер ҙә , иҫәпләмәгәндер ҙә. Генерал - губернатор Сит ил эштәре коллегияһына биргән отчетында төрлө эсемлектәрҙән башҡа һыйыр, быҙау, сусҡа түшкәләре, күпме тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, күркә иттәре, бал, май, шәкәр, сало, тары ярмаһы, он - икмәк, йомортҡа, тоҙ күпме сарыф һәм тәләф ителгәнен - барыһын да теүәлләп һанын - һанға, башын - башҡа,тинен - тингә тап килтереп яҙып бирҙе.

Бына ошо ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, фекер туплап, яй ғына дала буйлап алға ынтыла генерал - майор Тевкелев. Юлдары уны тағы ла далаға тартты. Нурали хан менән осраша алһа, уйы - башҡорттарға ҡаршы уны ҡотортоу. Әгәр уларға ҡаршы һуғыш башлаһа - тағы ла яҡшыраҡ була инде. Нурали ханға теге ваҡытта эсеп - ашағанын ҡоҫторорға ваҡыт етте. Эйе, Нурали хан ҡасҡан башҡорттарға ҡаршы кисекмәҫтән яу асырға һәм уларҙы әсир итергә тейеш. Тағы ҡаҙаҡ ханына йыл һайын 600 һум аҡса түләп торасағын әйтеп ебәрҙе батшабикә, шунан былай тип өҫтәне: әгәр ябай ҡаҙаҡ башҡортто әсир итеп тапшырһа - елән, ойоштороусыларына аҡса буласаҡ. Мөлкәттәрен талап алһындар, ә әсирҙәрҙе рус властарына ҡаҙаҡтар тапшырырға бурыслы. Елизавета Петровна был юлы ла аҡсаһын йәлләмәне, ханға, феодал - солтандарға таратыр өсөн ун мең һум аҡса бүлде. Аҡсалы һандыҡты йөҙ кешенән торған конвой оҙатып бара. Теге юлы килгәндә саҡ үлтермәнеләр, был юлайы тыныс булыр һымаҡ тойола. Ханға барып еткәс тә, генерал формаһын сисеп ташлап, камзул, түбәтәй. аяғына галошлы ситек кейеп алырға самалай. Улар менән хәлдән килгәнсә татарса һәм йылымыҡ һөйләшергә кәрәк булыр. Кешене үҙеңсә ыңғайлатам тиһәң, иң тәүҙә эс - бауырына инергә кәрәк һәм вөғәҙә иткәнеңде, нисек кенә ауыр булмаһын, үтә!

Нурали хан Тевкелевты асыҡ йөҙ менән, “ ой, ширағым бой ,” нисек килеп еттегеҙ,тип ҡаршы алды, һый - хөрмәтен йәлләмәне, Ваҡ - тәйәк эштәр тураһында фекер алышып бөткәс, Тевкелев төп йомошто асып һалды һәм башҡорттарға ҡаршы орош ойоштороу мотлаҡ, тип ҡат - ҡат киҫәтте. Хан уйға ҡалды, иртәгәһе көнө солтандарын йыйып айырым кәңәшләште, ул йыйылышҡа нишләптер генерал - майорҙы саҡырманылар. Һеҙ булһағыҙ өндәшмәй тик ултырырҙар, ә беҙгә, асыҡтан - асыҡ һөйләшеп, берәй төплө фекергә килергә кәрәк, тип аңлатты Нурали. Хан - солтандар кәңәшмәһендә нимәләр һөйләшкәндәрҙер, уныһы Тевкелевкә ҡараңғы булып ҡалды, әммә ошо йыйылыштан һуң хан башҡорттарға ҡаршы яу асырға ризалашты. Тевкелев унан хатта ант иттерҙе, вәғәҙәһен, батшабикәгә уҡып күрһәтер өсөн ике телдә яҙҙыртып имзаһын ҡуйҙыртты. Шунан һуң күңеле тынысланып тағы бер тәүлек ҡымыҙ, үҙе килтергән араҡыһын эсеп ятты ла ҡайтып китте.

Ваҡыт уҙа торҙо, һыуҙар аға бирҙе, ә Нурали хан вәғәҙәһен үтәмәй ҙә ҡуя. Түҙеме бөткән Неплюев уны үҙ резеденцияһына, йәғни Ырымбурға саҡырып алып, ҡаты ғына итеп орошоп алырға булды. Петр Рычковтан, йомшаҡ ҡына булған һүҙҙәрҙән торған, хат яҙҙыртты. Йәнәһе, генерал - губернатор ханды ике көнгә ҡунаҡҡа саҡыра. Хан уйға ҡалды: әҙәм балаһына ышаныс юҡ, барып эләкһәң - ҡул - аяғыңды бығаулап зинданға ташлауҙары ла бик мөмкин. Кәңәшләшеп алып, Ырымбурға бер туған энекәше Эралины ебәрергә булдылар. Уға теймәҫтәр, имен - һау кире ҡайтарырҙар, моғайын, тип уйланы ул.

Неплюев Эрали солтанды ҡашын емереп ҡаршы алды, хандың үҙ һүҙендә тормауын туранан - тура ярып һалды. Һөйләгән һайын ярһый барҙы, башҡорттарға ҡаршы нишләп яу башламауын, сәбәптәрен һораны: Ни өсөн Нурали хан башҡорттарҙы туҙҙырып, әсирҙәрен беҙгә һаман тапшырмай ? Нишләп Ырымбурға хан үҙе килмәгән ? Ошо эш үтәлһен өсөн күпме аҡса бүленгәне һеҙгә яҡшы билдәле бит. Бөгөнгө көндә Ырымбурҙың теген мастерское, хәрби форма тегә торған урынға, күпләп елән, камзул тегеү эше менән булыша. Тағы шуны ҡабатлайым: кем дә кем әсир алып килә, шуға - елән, ярҙамсыларына - камзул. Был кейемдәрҙең беренсе партияһын ханға тапшырҙыҡ, ә эш бармай. Рус мәҡәлендәге кеүек - воз и ныне там.

Эрали ағаһы өйрәткәнсә яуапланы:

- Беҙҙең генә көсөбөҙ етмәй бит ул бәйһеҙ дыуамалдарға, хөрмәтле ғәли йәнәптәре. Хан ғәскәр һорай, әлегә биш - алты мең булһа - эште ҡуҙғатып ебәрә алыр инек.

Неплюев асыулы ҡарашын ташланы:

- Һеҙҙең ил айырым мәмләкәт түгеме ни ? Әгәр һеҙҙең илдә рус ғәскәрҙәре һуғышып йөрөй икән, нимәгә беҙгә хан ? Һеҙҙең илдә кем хужа һуң ? Хан үҙе бында булмағас дискуссия асып ултыуҙан бер файҙа ла юҡ. Ә һин ҡайтҡас та әйт: бик ҡаты киҫәтте,тигән. Башҡорттарға ҡаршы сығыу срогы - ун биш көн, юҡ ун көн. Был - приказ! Әгәр хан Рәсәй батшалығының верноподанныйы икәнен онотһа - иҫенә төшөр. Юғиһә, батшабыҙ бик асыуланыр. Килешеү буйынса, һеҙҙең ергә ингән дошманды хан үҙ ҡулы менән тотоп беҙгә тапшырырға тейеш! Уны ханлыҡҡа Рәсәй батшалығы раҫланы, бына шуны бер ваҡытта ла онотмаһын!

Нурали солтан генерал - губернаторҙың асыулы һәм тоҙло - боросло һүҙҙәрен түкмәй - сәсмәй ағаһына еткерҙе. Хан аңланы: был эште артабан һуҙһаң - үҙең һуҙылып ятыуың бик мөмкин. Ханлыҡтан да ҡолаҡ ҡағырһың, бығаулы көйө зиндан иҙәндәренә бағырһың, һуңынан үлеп ҡалырһың. Ханды тотоп алыуға ҡарағанда берәгәй ҡасҡынды тотоуы ҡыйыныраҡ. Ханды еңел генә тотоп алырға була, сөнки уның ҡасан, ҡайҙа йөрөүе һәр кемгә билгеле. Етмәһә, Неплюев Эралиға ҡушып бер күҙәтсе офицерын ебәргән. Йәнәһе - ярҙамға, ысынбарлыҡта - шымсы итеп, әлбиттә.

Нурали ханға губернаторҙың әмерен тиҙ арала үтәүҙән башҡа сара ҡалманы. Солтандары, энеләре менән кәңәшләштеләр һәм ҡарар иттеләр: истәктәрҙе ҡабул иткән жағылбайҙарға яу менән барырға! Бәлки, һуғышһыҙ ғына истәктәрҙе ясыр итеп бирерҙәр.

Тәғәйенләнгән көнө хан, үҙ армайҙарын, һаҡсыларын эйәртеп жағылбайҙарға ҡарай юл тотто. Ошо сәфәрҙең башланмышы Нурали хандың абруйы төшөүгә беренсе баҫҡыс икәнен ул ҡайҙан белһен инде! Белһә - ғүмеренең аҙағы таштан торған төрмә иҙәнендә тамамланырын һиҙемләр ине.

Наши рекомендации