Нимә һуң ул аң? Үҙгәрә торған төшөнсәме? Үҙгәрмәй торғанмы? 1 страница

Бураҡаева М. С. Арғымаҡ. Күңел донъяһына сәйәхәт.

Яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм Бураҡаеваның мемуар-эссе жанрында яҙылған был китабы ете бүлектән тора. Автор аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл һәм ҡот — бына ошо ете изге төшөнсәне йәшәүенең асылы итә алған кеше генә арғымаҡты — үткәндәр аманатына тоғролоҡто һәм яҡты киләсәккә ынтылышты кәүҙәләндереүсе мифологик йән эйәһен эйәрләй алыр, тигән фекер үткәрә.

Баш һүҙ урынына

Туғаным! Минең йәштәшемме, әллә балам йәшендәһеңме, бәлки, ейәндәремдең тиңдәшеһеңдер! Нисә йәштә булһаң да, мин һине бик яратып, яҡын итеп, туғаным, тип өндәшәм.

Туғаным! Дауылдарҙа, бурандарҙа юлдан яҙлығып аҙашҡан кеше кеүек, аптыранып, үҙеңә тынысланыр урын, күңел бушатыр серҙәш таба алмай йөрөгәнеңдә, минең ошо китабымды уҡып сыҡҡас, зиһенең яҡтырып, башыңда сыуалған уйҙарыңдың көйләнеп китеренә, күңелеңдә өмөт осҡоно ҡабынырына ышанғы килә.

Кешене күңел донъяһында барған аңлашылмаусанлыҡ аптырата. Күҙгә күренмәгән ошо донъяла аҡыл менән тойғо, үҙ теләгең менән башҡаларҙың кәңәше, ымһыныу менән мохтажлыҡ, тормош ихтыяжы менән хыялыңдағы ынтылыш араһында һәр саҡ алыш бара. Күңел донъяһы — бөтөн булмышты үҙенә буйһондорған ғәжәп үҙенсәлекле үҙ аллы донъя. Унда эҫе селләлә дауыл ҡубыуы ла, ете төн уртаһында ҡапыл ҡояш балҡып китеүе лә, ыжғыр елдәр ҡоторонған мәлдә, һандуғастар һайрап, кәкүк саҡырыуы ла ихтимал.

Күңел донъяһын аңлауы ла, яйға һалып ебәреүе лә ҡыйын. Әммә тормоштоң именлеге лә, тыныслығы ла тап уның көйлөлөгөнә бәйләнгән. Кеше шуға ла ғүмере буйы ошо эске донъяһын яйға һалырға ынтыла. Бөтөнләй икенсе төрлө, хатаһыҙ, яңылышыуһыҙ, аҙаҡ үкенескә ҡалмаҫлыҡ итеп йәшәп китеү тураһында хыяллана, әҙерләнә, төҙәлә башлау сәғәтен билдәләй, көнөн тәғәйенләй. «Бына, — ти ул үҙенә үҙе, — фәләнсә йәшем генә тулһын, тыуған көнөмдө үткәрәм дә яңыса йәшәй башлайым. Үҙгәрәм. Юҡ, хатта йәшем тулғанды ла көтөп тормайым, ошо дүшәмбенән башлайым», — тип маҡсат ҡуя. Был — тәбиғи. Кеше үҙен аңларға, хаталарын төҙәтергә тырыша, камиллыҡҡа, йәғни әүлиәлеккә, ынтыла. «Үҙен белгән — Әүлиә», — ти халыҡ. Уның фекеренсә, әүлиә-лек — ул үҙеңде тота белеү, күңел донъяһындағы үҙгәрештәрҙе аңлау, кәрәк саҡта үҙең теләгәнсә яйға һалып ебәрә алыу, бер ваҡытта ла яңылышмау, иң аҡыллы, иң камил кеше булыу. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең был теләге ҡоро хыял ғына булып ҡала: улар ғүмерҙәренең аҙағынаса үҙҙәрен үҙҙәре эшкә егеп, ихтыяр көсөн туплай алмай яфалана. Икенселәре иһә, үҙҙәрен ҡулға алып, эске энергияларын уятып ебәреп, ғәжәйеп ҡеүәткә эйә булып алалар һәм еңеүҙәрҙән-еңеү-ҙәргә, уңыштан-уңышҡа өлгәшеп, юғары күтәреләләр. Ундайҙар үҙҙәрен бар иткән Тәбиғәт һәм Кешелек донъяһы, тыуған ил һәм туған тел, моң һәм илһам биргән, төйәкле иткән һәм ҡанат үҫтергән Халҡы алдында бурысын үтәп, киләсәккә яҡты эҙ ҡалдыралар.

Тимәк, үҙҙәренә яҙған ғүмерҙәрен Ысын Кеше булып йәшәп үткәрәләр.

Ә быға ирешер өсөн иң элек үҙеңде аңларға, белергә тырышырға кәрәк. Һәр кеше өсөн иң ауыр бурыс тап ошо ла инде.

Иң мөһиме лә шул.

Үҙеңде ни тиклем яҡшыраҡ белһәң, шул хәтлем маҡсатыңа тиҙерәк өлгәшерһең, аҙыраҡ хаталанырһың. Тәбиғәттән бирелгән һәләтеңде тотош асыу өсөн мотлаҡ булған ике шартты үтәүҙә — тормошоңда иш һәм һөнәр һайлауҙа яңылышмаҫһың. Һөнәреңде дөрөҫ һайлаһаң, алған белемең тәбиғәт тарафынан ҡаныңа һалынған оҫталығыңды артабан үҫтерә барасаҡ, туҡтауһыҙ тәжрибә тупларға, камиллашырға тура юл асасаҡ. Ғаилә ҡороу өсөн ишеңде дөрөҫ һайлаһаң — тормош юлдашың һинең тәбиғәттән килгән холоҡ-фиғелеңде дөрөҫ аңлар, һине үҙенсә үҙгәртеп алырға маташмаҫ, ә нисек барһың — шулай ҡабул итер, һин һайлаған маҡсатты уртаҡлашыр; бер үк хыял менән янырһығыҙ, бер-берегеҙҙең яҙмышына ыңғай йоғонто яһарһығыҙ, татыу ғаилә ҡорорһоғоҙ, тимәк, киләсәк өсөн бәхетле балалар тәрбиәләрһегеҙ.

Үҙеңде яҡшыраҡ аңлаған һайын, сәләмәтлегеңә ыңғай йоғонто яһарлыҡ тәьҫораттар күберәк булыр.
Үҙен аңлаған, үҙ асылын тапҡан кеше оло маҡсат менән йәшәй. Оло маҡсат менән йәшәгәндәр тормоштоң ығы-зығыһынан өҫтөн була. Ә был иһә иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе. Ығы-зығы кешене бөтөрә, сәләмәтлекте ҡаҡшата, ғүмерҙең иң матур минуттарын, хатта йәшәү мәғәнәһен урлай. Халыҡ ойткәнсә, ат тауға һөрлөкмәй, түмгәккә һөрлөгә.

Һеҙгә тәҡдим иткән китабым йәшәү мәғәнәһен билдәләүҙә ярҙамсы булыр, тип өмөтләнәм. Үҙ ғүмерем эсендә осратҡан, аралашҡан зирәк, аҡыллы кешеләрҙең кәңәштәренән, ғүмер ағымында юлыҡҡан фәһемле ваҡиғаларҙан, үҙем өлгәшкән уңыштар һәм башымдан үткән хаталарҙан, ошо хаталар менән көрәшер һәм төҙәтер өсөн уҡылған китаптарҙан, иң мөһиме — халҡыбыҙ аҡылы һалынған тормош һабаҡтарынан тупланды был китап...

Ете бүлектән торорға тейешле был әҫәрҙе АРҒЫМАҠтип атауым осраҡлы түгел.

Арғымаҡ ат юл башлар,
Аҡыллы ир ил башлар, ти халыҡ мәҡәле.

Ә нимә һуң ул АРҒЫМАҠ? Юл башлар атҡа бирелгән был атама берәй нимә аңлатмаймы икән? Ни өсөн серле ете хәрефтән тора? Ни өсөн ул һүҙҙе әйтеү менән, күңел ҡанаты елпенеп ҡуя? Атаманың мәғәнәһенә ныҡлабыраҡ иғтибар итһәк, күңел күҙе менән байҡау яһаһаҡ, ысынлап та, ябай ғына һүҙ түгел АРҒЫМАҠ! Ул һиңә, миңә, халҡыбыҙға, киләсәккә юл башлаусы серле һүҙҙәрҙән хасил булған:

Аң

Рух

Ғәм

Ырыҫ

Моң

Аҡыл

Ҡот

Бына ошо ете төшөнсә беҙгә үҙебеҙҙе аңлауға юл башлар, сөнки ошо ете төшөнсә эсенә һыйған мәғәнәгә эйә булыу арҡаһында Кеше, Кешелек донъяһы, Халыҡ, Милләт барлыҡҡа килгән, һәм йәшәйеш хасил булған. Әммә бөгөнгө көндә ошо төшөнсәләрҙең бер аҙ ҡаҡшауы һиҙелә.

Халҡыбыҙҙың ғәжәп фәлсәфәүи эпостарының береһе «Заятүләк менән Һыуһылыу» ҙа Һыу батшаһы Заятүләккә былай ти:
— Бына һиңә бер АРҒЫМАҠ. Шуның ялына тотон. Иллә-мәгәр һыуҙан сыҡҡанда, артыңа әйләнеп ҡарама.

Бөгөн халҡыбыҙ, Заятүләктең һыуҙан сыгып барған мәле кеүек, хәл иткес осор кисерә. Әммә туҡтауһыҙ артҡа боролоп ҡарау хәүеф тыуҙыра. Әгәр беҙ халҡыбыҙҙың ниндәй мәл кисереүен аңлап, замандан ҡалышмай, алға ынтылһаҡ, үткәндәргә фәҡәт аҡыл, фәһем һәм һабаҡ алыу, үткәндәрҙе бөгөнгөгә хеҙмәт иттереү өсөн ҡайырылып ҡараһаҡ, Арғымаҡтың ялынан эләктереп алып атланырбыҙ. Ул саҡта:

Аңыбыҙ яҡтырыр,

Рухыбыҙ ҡанатланыр,

Ғәмебеҙ уяуланыр,

Ырыҫыбыҙ ишәйер,

Моңобоҙ дәртләнер,

Аҡылыбыҙ зирәкләнер,

Ҡотобоҙ нурланыр!...

АҢ

Халҡыбыҙҙа АҢ тигән һүҙ ике төрлө мәғәнәне иңенә һалган. Әммә ике осраҡта ла АҢ кешенең донъяны танып-белеү кимәленә, шул белемде йәшәйешкә яраҡлаштырып файҙалана алыуына, тәрбиәһенә, намыҫына һәм тоя белеү ҡеүәһенә бәйләнгән.

Беренсе мәғәнәһендә аң — ул аҡыл, зиһен, белем аша үткәнде, бөгөнгөнө, киләсәкте тоташтырыусы.

Икенсе мәғәнәһе күңел тойомо менән бәйле һәм Кешенең Эске донъяһын билдәләй. АҢДАН ҠАНҒА, ҠАНДАН ЗАҢҒА, ти халыҡ. Аң үҙенән-үҙе бар булмай. Ул нәҫелдән нәҫелгә ҡан аша күсә килә. Аң Минең кемгә оҡшауыңа, ҡайһы нәҫелдән булыуыңа, ниндәй мохиттә йәшәүеңә ныҡ бәйле.
Аң ҡан аша күсә килгәс, уны үҙгәртеп буламы?

«Урал батыр» эпосында Урал батыр ағаһы Шүлгәнгә былай ти:

Кешеләрҙе һөйһәң, һин Бергә йәшәп, ил ҡороп, Батыр булам, тиһәң һин, Кешеләргә дошманды Үҙеңә ҡаршы яу һана, Дошман ҡанын күл итеп, Битең йыуыр һыу һана. Кешеләргә яу асып, Буштан бушҡа ҡан ҡойоп, Яуызлыҡты дан һанап, Яҡшылыҡты хур һанап, Олпатланып, маһайып, Кәперәйгән тәнеңдә Рәхәтләнгән йәнеңде, Ҡарайып бөткән ҡаныңды, Үткәнеңде уйлатып, Йөрәгеңде һыҙлатып, Тәнең һыҙлап ҡарайһын, Йәнең һыҡтап ағарһын, Йөрәгеңдәге ҡара ҡан Кибеп ҡабат ҡыҙарһын, Шунда кеше булырһың, Илдә бергә ҡалырһың, Яуҙа батыр булырһың.

«Урал батыр» эпосында әйтелгән фекергә ҡарағанда, холоҡ-фиғелде үҙгәртеү өсөн, насар ҡанды тотош киптереп, яңынан ҡыҙартырға кәрәк. Ғәмәлдә ул мөмкин түгел. Ә үҙгәрергә, үҙенең хаталарын аңлап яңыса йәшәй башларға теләгән кеше ни эшләргә тейеш һуң? Аңды тәрбиә аша үҙгәртеп буламы?
Кешелек донъяһында һәр халыҡта быуындан быуынға күсә килгән, камиллашҡан ҡиммәтле һәм ғәйәт әһәмиәтле тәрбиә ҡанундары бар. Ошо ҡанундар нигеҙендә һәр халыҡ үҙенең киләсәген үҙ традицияларында тәрбиәләй. Шунлыҡтан, күп һанлы милләттәрҙән башлап Филиппин утрауҙарында йәшәгән һәм 50-гә яҡын ғына кешенән торған иң аҙ һанлы тасадайҙарға тиклем үҙ традицияларын һаҡлап килә.

Традицияларҙы тәрбиә менән биреп булғас, бәлки, холоҡ-ғәҙәттәрҙе лә үҙгәртеп булалыр?

Ә холоҡ-ғәҙәттәрҙе тәрбиә менән үҙгәртеп булһа, ни өсөн бер үк ғаиләлә төрлө холоҡло балалар үҫә? Ни өсөн хатта игеҙәк балаларҙың да холоҡтары төрлө була? Уларҙы ҡайһылай ғына тәрбиәләмә — барыбер ҡандарына һалынған холоҡтары үҙ яғына ҡайыра. Ни өсөн бынамын тигән маҡтаулы атай-әсәйҙең балаһы уларҙың йөҙөнә оят килтерерлек холоҡло булып киткән йәки, киреһенсә, балаһының киләсәге хаҡында бөтөнләй борсолоп та бирмәгән атай-әсәйҙәр ғаиләһендә бынамын тигән үҙ аллы кешеләр үҫеп сыҡҡан осраҡтар ҙа бар һуң?

Нимә һуң ул аң? Үҙгәрә торған төшөнсәме? Үҙгәрмәй торғанмы?

Тормоштағы миҫалдарға, хәл-ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ. Иң элек «аңһыҙ» тип аталған хайуандар донъяһынан үҙем күргән һәм ишеткән бер-ике миҫалға туҡталайым.

Балаларымдың атаһы, ирем — Бураҡаев Диҡҡәттең тыуған ауылы Үрге Мотал (Көйөргәҙе районы), «киләсәкһеҙ» («перспективаһыҙ») ауылдар исемлегенә индерелеп, мәңгегә юҡ ителде. 1960—1970 йылдарҙа ауылдың һуңғы кешеләре тырым-тырағай таралышып бөттө. Бер аҙҙары, шул иҫәптән Диҡҡәттең ҡайһы бер туғандары ла, «Холодный ключ» тигән ҡатнаш милләтле ауылға күсеп йәшәй башланы. Уны хатта ауыл тип тә атаманылар, «ферма» тип кенә йөрөттөләр. Беҙ йәйгеһен унда йәшәгән туғандарға барһаҡ, эҫебеҙ бошоп ҡайта торғайныҡ. Үрге Моталдың бынамын тигән традицияһы, үҙенә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, йыр-моңо, урам көйҙәре юҡҡа сыҡҡан. Балалар рус мәктәбендә уҡый, туған телдәрен аңламай, русса ла йүнләп өйрәнмәгәндәр, берәй ҡатмарлыраҡ һорау бирһәң, йә башҡортса, йә русса яуап бирә алмай, «че? » тип күҙгә текләй ҙә торалар. Үҙ әсәһе менән туған телендә аңлашмаған бөтә балаларға хас булғанса, уларҙың да ҡарашында йылылыҡ — күңел нуры сағылмай башлаған. Балалар уйындары, бәләкәйҙәрсә йырлау-бейеү, күңел асыуҙың әҫәре лә ҡалмаған. Тик айырым ғаиләләр генә, ауыл ғәҙәтен тотоп, моталса йәшәп маташалар.

Диҡҡәттең атаһының бер туған ҡустыһы Фәсхетдин Бураҡаев (миңә ҡайнаға була. — М. Б.) менән Ғәлиә еңгәйҙәргә килеп, хәл белеп, ҡунаҡ булып киткеләй инек. Ғәлиә еңгәй гәжәп уңған, эшсән хужабикә. Аш-һыуы мул, түшәк-ҡаралтыһы таҙа, биш балаһы ла бөхтә кейенә, үҙе совхозда алдынғы быҙау ҡараусы.

Йорт алдында бик матур баҡсалары бар. Унда алма төбөнә урындыҡ һалғайнылар. Бер көн урындыҡта ял итеп һөйләшеп ултырабыҙ. Эңер төшөп килә. Көтөү ҡайтҡан мәл. Ҡайнаға балаларына:
— Йүгерегеҙ, ана ҡарағыҙ — һыйыр тағы Мотал яғына һыпыртты, — тип ҡысҡырҙы. (Халыҡ Моталдан күсә башлағас, ҡайнағалар унан һыйыр һатып алғандар икән.)
Фәсхетдин ҡайнаға балаларына йомош ҡушып ебәрҙе лә башлаған һүҙен дауам итте:
— Малды аңһыҙ, тиҙәр. Итерһең уларҙы аңһыҙ! Тәки онотмайҙар Моталды. Бына мин ғүмер буйы мал араһында эшләйем, Ғәлиә егерме биш йылдан ашыу быҙау ҡарай. Малдың аңы тураһында әллә нисә китап яҙырлыҡ. Кеше һымаҡ бит улар. Бөтәһен дә аңлап торалар. Имеш, мал уйлай белмәй, уларҙа ғәҙәт кенә, тиҙәр. Уйлайҙар, ҡайһылайыраҡ уйлайҙар әле улар! Ҡайһы саҡта әҙәм һынлы әҙәм башым менән үҙем аптырап ҡуям уларҙың аңына. Бына ошо һыйырҙы алғаныбыҙға хәҙер өсөнсө йыл, тыуған яғын һағынып ҡайта ла китә. Быҙауын да эйәртеп киткеләй. Хатта бер тапҡыр башмаҡ булып бөткән элекке быҙауын да, йәш быҙауын да эйәртеп алып, өсәүләшеп киткәндәр Үрге Моталға. Үҙебеҙҙең элекке йорт урынына барып, элек һарай торған урында ятҡан булалар көйшәп. «Ҡуңыр буға» йыры буштан сыҡмаған ул, — тип, малдарҙың ҡулдан таныуҙарын, кешенең кәйефен һиҙеүҙәрен, бер һыйырҙан тыуған быҙауҙарҙың төрлө холоҡта булыуҙарын, инәһенең дә, быҙауҙарының холоҡтарына ҡарап, төрлө мөнәсәбәттә булыуын иҫе китеп һөйләне. Хатта имеҙмәй һауған һыйыр һөтөнөң тәме үҙгәреүен дә телгә алды. «Ҡәйнәм килһә, ферма һөтө һалмағыҙ сәйгә, имеҙмәй һауған һыйырҙың һөтө татһыҙ була ул, тигәнгә ышанмай торғайным, олоған килә үҙем тәм айыра башланым», — тип беҙҙең өсөн яңылыҡ асты.
— Фәсхетдин ҡайнаға, һыйырығыҙ, бәлки, Моталға ҡайтып ғәҙәтләнгәнгә генә шул яҡҡа ыңғайлап китә лә баралыр? — тип һорау бирәм. Үҙемдең ниәтем — тағы берәй ҡыҙыҡлы фекер әйтмәҫме тип көтәм.
— Башта мин дә шулайҙыр тип уйлағайным. Юҡ икән. Ул бит ашҡынып, баҡыра-баҡыра, башын болғай-болғай ҡайта. Элекке өй урынына бара, һарай торған ергә килә лә үҙәктәргә үтерлек итеп баҡырып ебәрә... Эйәреп барып күҙәткәнем бар. Хәс тыуған ерен һағынып ҡайтҡан кеше һымаҡ. Уларҙы күҙәтеп, күҙҙәргә йәш тула хатта.

Был һөйләшеүҙә Диҡҡәттең ҡартатаһы Зыяйетдин Бураҡаев та, беҙҙе күрергә тип килгән Әбделхай ҡайнаға ла бар ине. Әбделхай ҡайнаға уның һүҙен йөпләп дауам итеп алып китте:

— Кешенән башҡа бөтә йән эйәһе лә аңһыҙ тигәнгә мин дә ҡаршы ул. һин, Фәсхетдин мырҙам, йорт малын әйтәһең, ә бына ҡырҙағы йән эйәләрен ҡара. Уларҙы ла аңра тип әйтеп булмай бит. Нисек тәрбиәләнәлер аң? Ғәжәпкә ҡалыр миҫалдар байтаҡ. Зыяйетдин ағай, иҫеңдәме, бер йыл ауылға айыу бейетә килгәйне берәү, — тине лә, беҙгә ҡарап, — килен, Диҡҡәт ҡустым, тыңларға форсатығыҙ булһа, һөйләйем? — тип өндәште. (Һоҡланырлыҡ эске әҙәп бар ауыл халҡында!)

— Һөйлә, ағай, һөйлә. Беҙ ундай хәлдәрҙе ҡыҙығып тыңлайбыҙ ул, — тип ҡеүәтләп ебәрҙе Диҡҡәт.

— Элек ауылдан ауылға йөрөп мәҙәк күрһәтеүселәр күп була торғайны. Хәҙер ундай мәҙәктәр ҙә бөттө, яңылары ла юҡ. Айыу етәкләп ауылдан ауылға йөрөүсе бер кеше бар ине беҙҙең яҡта. Үҙе ҡулға эйәләштереп өйрәтеп алғайнымы икән — уныһын һорашҡан кеше юҡ, иллә-мәгәр: «Айыу бейетеүсе килгән!» — тигән хәбәр ишетелеү менән, халыҡ эркелешеп үрге мәсет эргәһенә йыйыла торғайны. Иркен, һыу өҫтө һымаҡ тигеҙ майҙан бар ине унда.

Әбделхай ҡайнағаның, үрге мәсет, тип телгә алыуы булды — Зыяйетдин ҡайным тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. Ике күҙе лә тома һуҡыр ҡалған, туҡһанды үткән ҡайным — Диҡҡәттең ҡартатаһы — кинйә улы Фәсхетдин менән киленендә ине. Күберәк ғүмерен өлкән ҡыҙы Фәтхиә бикәмдә Ермолаевкала үткәрә. Йәй көндәре ауыл тип килеүелер, күрәһең. Зиһене яп-яҡты, хәтере иҫ китмәле яҡшы ҡарт ине ул. Мин тәү килгән саҡта уҡ: «Ҡайһы йылға буйында үҫтең, йәш килен?» — тип һорашып, тыуған ауылымды әйткәс, Иҫәнғолда ,ҙур мәсет, ҡәҙимге билдәле баҙар булыуын телгә алды. Диҡҡәттең һөйләүе буйынса, уның йәш сағын оҙон һомғол буйлы, бөркөт ҡарашлы, тарамыштары бүртеп, тимер сым һымаҡ ҡаты, бөтә тирә-яҡта ғәҙеллек яҡлаусы булып даны таралған бәһлеүән итеп күҙ алдына килтерә инем. Шулай ҙа туҡһанды ҡыуған ҡартты бөршәйеп, бәләкәйләнеп кенә ҡалған бер бабайҙыр тип уйлағайным. Әммә йәш сағындағы гәйрәте әле лә үҙен таныта ине. Бына-бына һикереп тороп, суҡмарын ҡулына алып: «Ни эшләп ташлап киттегеҙ тыуған итәгегеҙҙе, мөртәттәр? Бураҡаевтар нәҫеленән Сурағол карт менән улы Мотал тигән олатайҙарығыҙ нигеҙ һалған бит уға!» — тип ҡысҡырып ебәрер ҙә, атҡа атланып, һайтылдап, Моталын ҡурсаларға сабып та китер һымаҡ ине уның ҡиәфәте. Кем белә, күҙе күрһә, бәлки, әле лә сыҙап ултырмаҫ ине! «Туҡһан йәштә лә былай буй ташламағас, ҡырҡ йәштәрҙә ниндәй булды икән бәһлеүән ҡарт?» — тигән уй үтеп киткәйне, уның ҡиәфәтенә, текә маңлайына, тура һынына карап. Заманында Көйөргәҙе буйҙарында уҫаллығы һәм ҡарунлығы менән яманатлы даны сыҡҡан Шотт баярын судҡа биреп, еңеүгә ирешкән ҡарт тураһында: «Рус телендә сатнатып һөйләшә ине ул!» — тиҙәр ауылдаштары. Баяр тиклем баярҙы еңгәс, ышанырға була. Шотт баяр, Ермолаевкала төҙөткән спирт етештереү заводы өсөн картуф сәсеүлеген киңәйтеү маҡсатында, Мотал ерҙәрен алмаҡсы булған. Зыяйетдин ҡайным Ырымбур судында судлашып, ерҙәрҙе кире ҡайтарып алған.

Наши рекомендации