Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 4 страница

Бына шул килмешәк түрә, халыҡ әйтмешләй, “ ни аллаһыҙ, ни муллаһыҙ әҙәм,” үҙен бында батша итеп тойҙо, үҙе менән ҡуша килгән мишәр ярандары менән генә ҡатнашып гел кәйеф - сафа ҡороп йәшәй башланы.. Исемен дә йүнләп белмәй ҡалды халыҡ, әллә - Ғәбделхаҡ, әллә - Ғәбделваһап булды. Майлап та ҡаранылар, яйлап та ҡаранылар бер ҙә ипкә килмәне был яңы түрә киҫәге, үҙен хаиндарса тотто. “ Һеҙ - эшкинмәгән халыҡ, шуға ярлы йәшәйһегеҙ” тип мыҫҡыл итте. Башҡорттоң байлыҡҡа элек - электән битараф булыуын ул ҡайҙан белһен инде. Был халыҡ - тәбиғәт балаһы. “ Илем, ерем, “ тип Уралына һыйына, тәбиғәтте аңлай, ярата һәм һаҡлай. Кейек кеүек инде: тамағы туйһа: донья түңәрәк, берәүгә лә ҡамасауламай йәшәүен белә. Тик уға ҡамасаулайҙар, уны ҡаңғырталар. Уйлап ҡараһаң иҫең китер: һалым түләү, ил сиген һаҡлау, юлдар, күперҙәр төҙөү, килгән сановниктарҙы, офицерҙарҙы ҡаршы алып ашатып - эсереү, үҙенең санаһы, аты менән ауылдан - ауылға оҙатып йөрөү, ям өсөн аҡса түләү - һәммәһе лә уның елкәһендә. Түҙемле ул башҡорт, бик түҙемле. Тик уны сығарынан сығарырға ярамай. Ундай ваҡытта ул үлһә - үлә, ләкин ярты юлда туҡтамай. Көндәрҙең береһендә сығарҙан сығарырҙай бер ваҡиға булып алды.

Бер көн ҡырҙа эшләп йөрөгән Төлкөсура исемле егет өйөнә ҡайтһа, ишеккә арҡыс - торҡос ҡағылған һайғау осо алып ташланған, арыраҡ бер - нисә ат бәйле тора. Инеп тә өлгөрмәгән - соланда берәү менән төкөшкән, ҡараһа - эстән бер төркөм мишәр сығып килә икән. Байрамдарҙа ғына йәйә торған иң сағыу, иң ҙур балаҫты былар, түңәрәкләп төрөп, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, сығып киләләр. Егет барған да йәбешкән: “ Нимә ҡыланып йөрөйһөгөҙ, был минең балаҫ, хәҙер үк ҡайтарығыҙ миңә. “ Тегеләр:

- Бәлки, һинеке булғандыр, хәҙер старшинаныҡы буласаҡ. Яҫаҡ иҫәбенә алырға ҡушты.

- Был көпә - көндөҙ талау, бирегеҙ минең күҙ терәп торған балаҫты, ҡартәсәйемдең мираҫы ул.

Ошо урында талаш - тартыш китә. Күмәкте бер үҙең еңеп буламы ни ? Төлкөсураны һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, өҫтәүенә мөгәрәпкә ябып ҡуйғандар. Был хәбәр шунда уҡ йәйләүгә килеп етә. Ике дуҫ - Яубаҫар менән Яугилде - ут егеттәр, атҡа менеп туп - тура мишәр старшинаның өйөнә еләләр. Тағы ла талаш - тартыш ҡуба, шулай ҙа бикләнгән Төлкөсураны сығартып алалар. Старшина был башбаштаҡлыҡты Ырымбурға хәбәр итәм, тип янай. Был өсәүгә Атанғол менән Аҙнаҡай ҡушыла. Кәңәшләшәләр. Нисек кенә булмаһын Ырымбурға хат бармаҫҡа тейеш, Шулай итеп, был егеттәр старшинаның йортон һаҡ аҫтына алалар. Эңер төшә башлаған ваҡытта писарь атҡа менеп Сапсал яғына елә. Былар шәйләп ҡалып баҫтырып тоталар, тентейҙәр тегене. Кеҫәһенән килмешәк старшина ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ килеп сыға. Ҡыҫҡаса мәғәнәһе былай: “ Бында бунт башланды, әтрәт ебәрегеҙ!” Асыуҙары ҡайнап торған егеттәр писарҙы шул урында Аллаһы Тәғәлә эргәһенә ебәрергә ҡарар итәләр һәм башҡарып та ҡуялар. Старшина нимәлер һиҙемләй, писарҙы көтә. Тегенеһе тәғәйен ваҡытҡа кире әйләнеп ҡайтмағас, ике яраны менән ҡасмаҡ була, ләкин егеттәр тарафынан тотола. Иртәгәһен халыҡты йыйып, борондан килгән ғәҙәт буйынса һорайҙар: “ был өсәүгә ниндәй яза бирергә була ?” Күпселеге аҫыу яғында, өлкәнерәктәре был язаға ҡаршы: ” ҡыуып ебәрәйек, теймәйек, “ - тиҙәр. Дар ағасы әҙерләп был ауыр эште аҙағына еткереп ҡуялар.

Әммә кеше себен түгел, уның ҡанын ҡойоу Аллаһы Тәғәлә алдында ярамаған эш. Үс алыу ҡаршы яҡтың үсен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Улар ҙа ҡон алырға самалай башлай, эш үлтерешеүгә китә. Бындай ҡондан, әлбиттә, барыһына ла ҡыйын. Старшина менән ярандарының үлтерелеүе яу сығырға оран булып яңғыраны, шикелле. Халыҡ нығыраҡ ҡуҙғып алып китте, сөнки бында тиҙ арала хәрби көстәрҙең килеп етеүе көн кеүек асыҡ.

Яуға әҙерлек бөгөн генә башланманы, бөрйәндәрҙә, үҫәргәндәрҙә, ҡыпсаҡтарҙа йәй буйы барҙы, өҙөлмөне был эш: уҡтар юнылды, һаҙаҡтар әҙерләнде, ҡылыстар сүкелде, һөңгө остары эшләнде. Бөтә был эштәр төпкөл урмандар эсендәге тимерлектәрҙә башҡарылды. Тәғәйен кешеләр алмашлап көн - төн булыштылар. Уларға ярҙам итеүселәр ҙә үҙ эштәрен аныҡ белеп, хәлдәренән килгәнсә тырыштылар. Тимер - томор табыу ылауҙа йөрөгән башҡорттарға йөкмәтелде. Хужалыҡтарҙа арба - саналар нығытылды, дағалар әҙерләнде, кейем - һалым барланды, боҙолмай торған аҙыҡ - түлек йыйыла барҙы. “ Яу “ тип әйтеүе генә анһат. Ундай ваҡытта бөтә илең, иләүең, ғаиләң ҡубарыла, ауырлыҡ төшмәгән кеше ҡалмай. Сараһыҙҙан яу саба башҡорт егеттәре. ,, Бәлки, ҡыҫмаҡ бер аҙ бушап еңеллек килер,“ - тип тырышалар.

Ирҙәрҙең иң аҫылдары тағы ла ҡорға йыйылды. Йыйылыштың һылтауы - Көсөкбайҙың улы тыуыуы, ә маҡсаты икенсе: яуға күтәреләбеҙме, юҡмы ? Төп көн тәртибе буйынса фекерҙәр төрлөсә булды. Күбеһе яу башлау яғында. Ҡасан башларға ? Был һорау һәр кеше башында өйөрөлдө. Яңы ғына ҡорбашы итеп һайланған Атанғол аҡһаҡал һәр старшинанан: “ Әҙерһегеҙме, юҡмы ,“- тип һорап сыҡты. Һәр береһе: “ Әҙербеҙ. “- тип яуапланы. Икенсе мәсьәлә “ яу башына кемде ҡуйырға” ? Быныһы буйынса бәхәс бөтөнләй булманы: бер тауыштан күпте күргән, арыуыҡ йәшәгән Атанғол аҡһаҡал тәғәйенләнде. Эйе, был урынға Ҡараһаҡал яуында ҡатнашып, оло тәжрибә туплаған, хәрби тәртиптәрҙе яҡшы белгән Атанғолдан да уңайлыһы булмаҫ ине. Ул һүҙ дилбәгәһен ҡәтғи һәм ҡыҫҡа тотто:

- Ағай - эне! Туғандар! Мөслиминдәр! Яуҙы бер аҙнанан да артыҡҡа һуҙмайынса башларға кәрәк. Эйе, шулай итһәк, эшебеҙ хәйерле булыр. Минең уйымса, эшебеҙҙе яҡын - тирәләге стандарҙы, заводтарҙы яндырыуҙан башларға кәрәк. - Аҡһаҡалдың тауышы бойороҡ рәүешендә яңғыраны. - Тәүҙә Яубаҫар батыр үҙ кешеләре менән башлай был эште. Шунан һуң Байморат старшина етәкселегендәге бөрйәндәр, ҡарағай - ҡыпсаҡтар, түңгәүерҙәр Вознисин заводын ҡамарға тейеш. Ҡамай , яндыра. Ә Яубаҫар Преображин заводына ашыға, шулай уҡ аңғармаҫтан ҡамап алып, уны нисек итеп көлөн күккә осороуҙы үҙе хәл итә. Көсөкбай төркөмө Покров заводына ҡарай елә һәм уратып ала. Беҙҙең төп бурыс икәү: заводтарҙың көлөн күккә осороу һәм уларҙы һаҡлаған һалдаттарҙы юҡ итеү. Бәлки, Алла бирһә, Батырша хәҙрәт яғынан да берәй ярҙам булыр. Ғәйнәләр - сая халыҡ бит ул, батырлыҡ яғынан бер ҙә беҙҙән ҡалышмайҙар. Иғтибар менән тыңлағыҙ: Көсөкбай батыр йәйләүе штаб урынына була. Штаб менән яу төркөмдәре араһында бер туҡтауһыҙ сапҡындар йөрөп торорға тейеш. Тағы шул һеҙгә мәғлүм булһын: беҙгә, йәғни бөрйән, ҡарағай - ҡыпсаҡ түңгәүерҙәргә үҫәргәндәр, сәнкем - ҡыпсаҡтар, гәрәй - ҡыпсаҡтар, тамьяндар һәм ҡатайҙар киләсәк. Кемгә нимә аңлашылмай ? Һорауҙарығыҙ бармы әллә ?

- Аңлашыла, аңлашыла, әлбиттә. Һорауҙарыбыҙ юҡ.

Һүҙҙе түңгәүерҙәр старшинаһы Аҙнаҡай дауам итте:

- Рәхмәт, Атанғол ағай! Сығышың янаралдарҙыҡы кеүек тыйнаҡ килеп сыҡты. Эйе, хәрәкәтебеҙҙе тап ошо заводтарҙан башларға кәрәк. Ошо заводтар арҡаһында күпме еребеҙҙән ҡолаҡ ҡаҡтыҡ. Бына үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: һуңғы ун йыл эсендә илебеҙҙең көньяҡ - көнсығыш өлөшөндә генә ун дүрт тимер һәм баҡыр иретеү заводтары һалынды. Беҙ хөрмәт менән ҡараған батшабикә Елизавета Петровнаның указы буйынса һәр заводға ҡырҡып бирелә торған ер майҙаны дүрт яҡҡа табан иллешәр саҡрым алыҫлыҡта билдәләнә һәм был ерҙәр мәңгелеккә беркетелә. Ерҙе үлсәгәндә яңылышҡан булып 200-300- шәр саҡрым һәр яҡҡа үлсәп үҙҙәренә беркетәләр. Һүҙ әйтеп ҡара - туҡмалып үлерһең! Эштәр былай барһа бөтөнләй ерһеҙ ҡалыуыбыҙ мөмкин.

Кәңәшмә төн уртаһына тиклем барҙы. Кемдә ниндәй ҡорал һәм көс бар - шулар барланды. Төркөмдәрҙә нисә яусы буласаҡ, шуларҙан тыш аҙыҡ - түлек, кейем - һалым ниндәй миҡдарҙа кәрәк - барыһы ла уртаға һалынды. Башҡа эреле - ваҡлы һорауҙар һәм шикләнеүҙәр буйынса кәңәштәр ҡоролдо; сигенеү юлдары, тарҡалыш булып китһә бәлән - йыйылыу урындары ҡат - ҡат ҡаралды. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр килеп сыҡҡан мәсьәлә бик етди тикшерелде, ҡат - ҡат нығытылды. Иң мөһиме шул: яу кинәт, көтөлмәгән саҡта башланырға тейеш. Һәр кемгә үҙенең ни эшләрен, нисек, ҡайһы яҡта эш итерен, ҡайҙһа сигенерен, һуңынан ҡайһы урында йыйылыуын аныҡ ҡына белеү мотлаҡ.

Йыйылыштың ҡарары ошондай булды: бөрйәндәр граф Карл Сиверстың уларҙың еренә һалған Вознесенский заводын ҡыйратып һалырға тейеш. Ошо ваҡиға башҡаларға яу башланыуын хәбәр иткән ылаң буласаҡ. Әле был завод төҙөлөп тә бөтмәгән, шулай булһа ла эшен башлап тора. Һеҙҙең үҙегеҙгә билдәле: бөрйәндәрҙең иң матур солоҡсолоҡ биләмәләрендә төҙөлә башлағайны ул завод. Тәүҙә Рәсәйҙән күпләп урыҫ крәҫтиәндәрен килтереп тултырҙылар. Улары килә - килеп, урманды ҡырҡып, тәүҙә үҙҙәренә өйҙәр һалыуға тотоноп киттеләр. Бер үк ваҡытта завод домналарын төҙөүҙе лә онотманылар. Тиҙҙән завод эргәһендә ике йөҙләп өйҙән торған урыҫ ауылы ҡалҡып сыҡты. Шул ыңғыйы ялтыр тәреле ағас сиркәү ҙә пәйҙә булды. Ә бит бөрйәндәр был төҙөлөштө күҙәтеп кенә йөрөмәнеләр, сәй - шәкәргә алданып, буҫтау бирәләр, тип төҙөлөштә үҙҙәре үк ҡатнашты: урман киҫте, ағас - таш, утын ташыны. Күмер әҙерләне, ҡайын туҙын һыҙырҙы. Ул эш өсөн, әлбиттә, берәүҙе лә әрләп, тыйып булмай, сөнки һәр беребеҙ: тормошобоҙҙо бөтәйтеп булмаҫмы икән, тип тырышып ҡарай. Тағы һеҙ иғтибар итеп еткермәгән яғы ла бар: шау - шоуға бар йәнлек,кейек, ҡош - ҡорт төпкөлдәргә ҡасып бөттө. Ҡалын урмандар урынына шәп - шәрәгә әйләнгән асыҡлыҡтар барлыҡҡа килде. Ерҙең йәмен ебәреүгә урыҫ крәҫтиәндәре бигерәк күп көс һала: күлдәрҙе шартлатып балыҡ тоталар, шарт та - шорт атып урман кейектәрен күпләп йығалар, тәлмәрйендәрҙе, тьфү - ҡайһылай ерәнгес, тотоп алып ҡурып ашайҙар, күп бөжәктәр юҡҡа сыға. Заводта управляющий үҙе - баш, үҙе - түш, төп завод хужаһын берәүҙең дә күргәне юҡ. Сөнки ул вельможа батша һарайында йәшәп ята, тиҙәр. Сығышы буйынса - немец. Элегерәк, Петр Беренсе заманында, был әҙәм Рәсәйгә килеп, императорҙың ҡыҙы Елизаветаның лакейы булып эшләй башлаған.

- Себерҙә һөргөнгә ебәрелгән вельможа ошомо түгелме ?

- Ошо, ошо, әлбиттә. Эйе, Анна Ивановна осоронда ниндәйҙер “ ҡара эштәре “ асылып Себер ебәрелә был. Ә Елизавета Петровна ваҡытында абруйы, урыҫтар әйткәнсе, фартунаһы күтәрелеп китә. Был батшабикә тәхеткә ултырғас та Сиверсты һөргөндән ҡайтартып ала, батша һарайына урынлаштыра. Тәүге рәттә ваҡ - төйәк эштәр менән генә булышып йөрөгән немец, ҡайһы аралалыр, бай һәм дәрәжәле санауникка әүерелә. Атаҡлы гонштейндар тоҡомонан булған был әҙәм гофмаршал һәм граф, тигән исемле титулдарҙы эләктерә. Оҙағыраҡ һөйләһәм дә тыңлағыҙ, кәрәге тейер: байығып киткәс, Вознесенкий баҡыр заводын һатып алған. Был заводтан башҡа, Ағиҙелдең үрге ағымы яғында йәнә - Петровский, Преображенский, Әүҙән - Петровский заводтары һалынып ята. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ерҙәр заводтар менән тулы: Демидовтарҙың егерме ике заводы, Масаловтарҙың - биш, сауҙагәр Осокиндарҙың алты заводы, тағы: Красильниковтарҙың, Твердышевтарҙың, Мясниковтарҙың тиҫтәләгән заводтары, һауа бысратып, көн - төн төтәп ултыралар. Яу башы ошо Вознесенский заводын ҡыйратып һалыуҙан башланырға тейеш.

9 август таңы. Тәбиғәт иҙрәп йоҡлай, йондоҙҙар тоноҡ ҡына ҡарап йымылдаша. Ҡоштар ҙа үҙ концертын башламаған әле. Йәйҙең елһеҙ, йылы осоро. Ҡояш офоҡтан өҫкә күтәрелеп өлгөрмәгән, ә нурҙары алдан уҡ, үҙ тапҡырындағы күк йөҙөн ялтыр алтын төҫөнә мансып, төн пәрҙәһен асыу эше менән булыша. Үҙәндәрҙә аҡ томандар һуҙылып ятып ял итә. Тик әҙәм балалары ғына ялды белмәй үҙ мәшәҡәттәре менән булышалар.

Байморат етәкселегендәге илле һыбайлы Ырғыҙлы тауына артылды. Аҫта, завод быуаһы арьяғында, ҙур мейестәр теҙелешеп ултыра, әйтерһең алпамышалар сафҡа баҫҡандар. Тирә - яҡта тып - тыныс, сөнки эшсе халыҡ әле уянмаған. Күренеп тора: завод ихатаһы ышаныслы нығытмалар менән уратып алынған. Ҙур ҡапҡалар төбөндә ҡарауыл булырға тейеш. Һаҡсылар мылтыҡ менән ҡоралланғандары һәр кемгә билдәле. Асыҡтан - асыҡ ҡаршы сыҡһаң - ҡырылып бөтәсәкһең. Мылтыҡтарға ҡаршы уҡ - һаҙаҡ менән тороу - еңел түгел. Төптәнерәк уйлаһаң, йән әсей башлай: заводты алыр өсөн мылтыҡтар, туптар кәрәк, йәки бер - нисә йөҙ һыбыйлы ҡапыл баҫып , бүҫеп инергә тейеш. “ Беҙҙең көс самалы, шуға күрә бөтөнләй икенсе юлды һайлау кәрәк,”- тип уйлап алды Байморат һәм ҡыҫҡа ғына итеп әмер бирҙе:” Бишәр кеше ике ҡапҡаға һәм нығытманың дүрт мөйөшөнә ут һала, ҡалғандары ҡапҡа тышына һаҡсыларҙы сығармай тота, уҡ - һаҙаҡтарҙы эшкә ҡуша. Ҡапҡа төбөндә шау - шоуҙы күберәк сығарыу мотлаҡ, ул ваҡытта ҡалған үрт һалыусыларға иғтибар итеүсе булмаясаҡ. Маҡсат берәү: заводтың диуарҙары ныҡлығын ҡапшап ҡарарға, ҡораллы көстәрен белергә һәм тиҙ генә сигенеп юҡҡа сығырға. Урыҫтар - ғауғасыл халыҡ, бында ни булғанын үҙҙәре үк ҡабартып бөтә Рәсәйгә таратасаҡ.

Ҡапҡаларҙа ут ялҡыны күренеү менән нығытма арьяғында шау - шоу ҡупты, һүгенеү, әрләшеү, ҡысҡырышыу - барыһы бергә буталды, шул арала мылтыҡтарҙан ата башланылар, халыҡ яңы йоҡоһонан уяна ине, шикелле. Нығытмаға менеп күҙәтергә маташҡан һалдаттарға был яҡтан уҡтар шыйлап осто. Дүрт мөйөшкә ебәрелгән төркөмдәр, үҙ эштәрен бөтөрөп килә һалып еттеләр. Егеттәрҙең береһе Байморатҡа яҡында ғына завод аттаррының утлап йөрөгәнен еткерҙе.

- Нисә баш йылҡы йөрөй, һанаманыңмы, ҡустым, - тип һораны Байморат.

- Һанаманым шул, яҡынса илленән ашыу ат булалыр, тип уйлайым үҙемсә. Күбеһе йөк аттары икәне күренеп тора.

- Улай булғас һеҙ, биш кешенән торған төркөм, шул яҡҡа осоғоҙ.Аттарҙы өс яҡтан ҡамап, ҡыҫмаҡҡа алып ҡыуығыҙ! Ҡайҙа ҡыуырға беләһеңдер ул ?

- Беләм, Байморат ағай, беләм. Эй, егеттәр! Минең арттан урман ситенә! Аттарҙы йәһәтләп ҡыуайыҡ!

Төрлө урындан ҡап - ҡара булып ут бағаналары күтәрелде. Ут ялҡыны ел ыңғайына ағастан эшләнгән сиркәүгә барып ҡунды. Күренә: уның тирәһендә халыҡ мыжғып алып китте. Завод кешеләре тулыһынса аяҡҡа баҫты, шикелле. Пулялар күпләп был яҡҡа оса башланы. “ Китергә ваҡыттыр, янғынын һалдылар, шау - шоу күтәрҙеләр - әлегә етеп торор,” - тип уйлап алды Байморат һәм шунда уҡ ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалырға сигнал бирергә ҡушты. Артта төтәп, ялҡынланып янған завод ятып ҡалды. Беренсе сирҡаныс булды был сығыш, тәүге улья - йылҡылар, бер ҙә ҡырын китмәҫ, файҙаға булыр. Юлдаштарының йөҙҙәре яҡты, шат, бер - береһенең етешһеҙ яҡтарын һөйләп көлөшәләр. Бына шуларҙы күреп ҡыуанды Байморат. Юлда завод эшселәре ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән утын әрҙәнәләре, туҙ эҫкерттәре осраны. Уларына ла ут төртә - төртә һыбайлылар аҡ томандар эсенә инеп юғалдылар.

Башҡорттарҙың һөжүмен көтмәгән завод управляющийе Иван Гордиевский янып ҡолап төшкөн ныҡытмаларҙы өйөрөлөп ҡарап - ҡарап йөрөнө лә, әллә йөрәге әрнеүҙән, әллә ҡурҡыуҙан, ауырып китте. Ҡултыҡлап өйөнә алып барып ташланылар һәм ағас карауатына урынлаштырып сығып киттеләр. Әллә ниндәй буталсыҡ төштәр күреп бөттө ул урыҡ - һурыҡ йоҡлағанда һаташып. Ләкин управляющий ике көндән һуң бөрйәндәрҙең кире килеп һөжүм яһарын, эскә үк үтеп инеп контор йорттарына ут һалырын, һалдаттарҙы тырым - тырағай туҙҙырып китерҙәрен ике йоҡлап бер төшөндә күрмәне.

Байморат һыбайлыларының Вознесенский заводына һөжүм иткән көндө Ырыҫҡол Ҡоломбәт батыр етәкселегендәге атлы төркөм Преображенский заводына сапҡын яһаны, оло яу булып ябырылды. Быныһы ихтилалдың икенсе осҡоно ине. Был заводтың ҡапҡаһы нишләптер асыҡ ҡалған. Һыбайлылар тотҡарлыҡһыҙ завод эсенә үтеп инде. Юлда осраған һалдаттарҙың йәне ҡыйылды. Уларҙың һирәк - мирәге генә иҫенә килеп мылтыҡтан ата башланы. Мылтыҡ атыусыларға ҡарай уҡтар осто. Йән ҡыйышыу ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы. Ике яҡтан да беренсе яралылар, йән биргәндәр күренде. Эшселәр, өйҙәренән сығып, йән тәслимгә сиркәү яғына йүгерҙеләр. Завод һаҡлаусылары ла, шул яҡҡа сигенә барып, сиркәү эсенә бикләнделәр. Кемдәр бында инергә өлгөрмәй ҡалды һуңғы пуляһына тиклем тоҫҡап аттылар, ләкин үткер ҡылыстар уларҙы йәлләмәйенсә тураҡланы.

Наши рекомендации