Ырыу ҡомартҡылары

Халыҡтарҙыңиң боронғо тарихы тик археологик ҡомартҡылар аша ғына беҙгә билдәле. Археологик әйберҙәр - беренсел тарихи сығанаҡ булып торһалар, икенсел сығанаҡ булып яҙма этнографик һәм лингвистик материалдар, ауыҙ - тел ижады хеҙмәт итә.

Башҡорт тарихын өйрәнеүҙә тағы бер яҙма тарихи сығанаҡ булып башҡорт шәжәрәләре лә тора. Уларҙы башҡорттарҙың үҙҙәренән сыҡҡан өсөнсө тарихи сығанаҡ тип әйтһәк - яңылыш булмаҫтыр.

Ғалим Салауат Галин шәжәрәгә түбәндәгесә характеристика бирә: ,, Шәжәрә - асылда, башҡорт халҡының тарихына бәйле, халыҡтың үҙе ижад иткән иң тәүге яҙма ҡомартҡыларҙың береһе.”

( Салауат Галин. Тел асҡысы - халыҡта. Өфө, 1999, 280 бит).

Шәжәрә ғәрәпсә -,, ағас “ тигәнде аңлата, сөнки күп ваҡытта шәжәрә ептәрен ағас ботаҡтарына оҡшатып , япраҡландырып тоташтырырып яҙғандар.

Ә нишләп ағас һымаҡ итеп тармаҡландырғандар икән, тигән һорау тыуырға мөмкин. Эш шунда: ағас боронғо башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе билдә булған. Тамыры - үткәнебеҙ, олоно - бөгөнгөбөҙ, тармаҡлы ботаҡтары - киләсәгебеҙ. Һәр ағас ни тиклем тамырынан мулыраҡ һут алһа, шул тиклем нығыраҡ, ҙурыраҡ, сыҙамлыраҡ була һәм бындай бәйләнеш ырыу - ҡәбиләләргә лә, айырым халыҡтарға ла, бөтә кешелек донъяһына ла ҡағыла.

Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәне ,,ағас“ һүрәтләнешендә яҙып һаҡланған. Башҡа ырыуҙарҙа шәжәрәләр төрлөсә, атап әйткәндә: проза, шиғыр, хикәйәт, легенда, тармаҡлы таблица, сылбыр рәүешендә бирелгәндәр. Ҡатнаш жанр йүнәлештәрен үҙ эсенә алған шәжәрәләр ҙә бихисап.

Башҡа халыҡтар шәжәрә яҙғанмы ?

Эйе, яҙған. Күп төрки телле халыҡтарҙың үҙ шәжәрәләре бар. Рустар, мәҫәлән, летопись (йылъяҙма) алып барғандар, уны Нестор исемле бер монах башлап ебәргән.

Һәр ырыу, йәки ырыуҙар берлегенән хасил булған һәр ҡәбилә үҙ шәжәрәһен төҙөргә тырышҡан һәм үткенсе кешеләрҙән уны йәшергәндәр, ныҡ һаҡлағандар. Эйе, быуындан - быуынға еткереп һаҡлағандар, нимәнелер өҫтәгәндәр. Шулай итеп, ул ырыу - ҡәбилә тарихына бәйле ваҡиғалар, бигерәк тә нәҫел - нәсәптең таралыуы, ата - бабалар исемлеге теркәлгән ҡулъяҙма ҡомартҡыға әйләнгән. Һуңғы осорҙа шәжәрә әҙәби һәм тарихи ҡомартҡы булараҡ киңерәк өйрәнелә бара.

Һис шикһеҙ, шәжәрә - башҡорт халҡының тарихыны бәйле халыҡтың үҙе тарафынан ижад ителгән иң тәүге яҙма ҡомарҡыларҙың береһе. Һәр бер халыҡтың да тиерлек яҙма әҙәбиәтенең фольклор ерлегендә тыуыуын иҫәпкә алғанда, шәжәрәләр ҙә башта ырыуға ҡағылған ниндәйҙер легендаларҙы, атаҡлы шәхестәрҙе, хатта пәйғәмбәрҙәрҙе индергән ҡулъяҙма икәнен инҡар итеп булмай. Нисек кенә булмаһын, ул - яҙма рәүештә таралған халыҡ ижады әҫәре. Әлбиттә, яҙмаға күсерелгәнгә тиклем Шәжәрә лә телдән - телгә, быуында - быуынға тапшырыла килгән.

Бер шәжәрәнең дә аныҡ авторы юҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, ул - күмәк кешенең ижад емеше. Шәжәрәлә кеше исеме күрһәтелһә лә , ул барыбер автор түгел , ә ҡулъяҙманы күсереп яҙыусы шәхес кенә булып ҡала.

Баштараҡ телдән - телгә быуындан - быуынға һөйләнә килгән шәжәрәләрҙең яҙма ҡомартҡыға әйләнеп китеүен ғалимдар башҡорт араһында ислам диненең һәм шулай уҡ ғәрәп яҙмаһының ныҡлап тарала башлауы менән бәйләйҙәр. Был дөрөҫ фекер. Ул ваҡытта яҙма варианттар XIII быуатта барлыҡҡа килә башлай булып сыға. Шулай ҙа башҡорт ырыуҙарында ислам дине инер алдынан да шәжәрәләр булғаны билдәле. Шулай булғас, ул ваҡытта телдән -телгә күсһә лә, ҡайһы бер етди урындарын дөрөҫ итеп һаҡлар өсөн һүҙ урынына билдәләр ҡуллланыуҙары бик мөмкин тип фараз итергә генә ҡала.

Ҡайһы бер шәжәрәләр ырыуға ҡағылған ниндәйҙер риүәйәттән башланыуы мөмкин. Ул ваҡытта ла ,, был әкиәт “ тип ташлап ҡуйырға ярамай,ә бер өлөшөнә һаҡлыҡ менән ҡарап, ысынбарлыҡты легенданан айырып алыу үҙ - үҙен аҡлар ине.Күп кенә шәжәрәләр ырыу башлыҡтары тарафынан әйтелеп яҙҙырылған. Мәҫәлән, Юрматы ырыуының бер шәжәрәһе Тәтегәс бей һөйләүе буйынса Баҡый мулла тарафынан яҙып алынған.

Ҡайһы бер шәжәрәләр шиғыр формаһында, икенселәре генеологик таблица булараҡ һаҡланған. Араһында легендалар менән тулыландырылғандары ла бар. Бөрйән ырыуы шәжәрәһенең бер вариантында ырыу башлығы Бөрйән бейҙең ейәндәре итеп Урал бей менән Арал бей күрһәтелә. Ошо уҡ ырыуҙың легендаһында Урал бей Яйыҡ буйына күсеп ултырған, ти, ә Арал бей үҙенең төйәгендә ҡалған, тип әйтелә. Арал бей исеме менән эргәһендәге диңгеҙ Арал тип аталған, ә Урал бей исеме менән ул килеп ултырған ерҙәрҙәге тауҙар теҙмәһе Урал атала башлаған, ти.

Шулай итеп, шәжәрәләрҙә башҡорт ырыуҙарының килеп сығышына бәйле мотивтар ҙа бар һәм уларҙы башҡа сығанаҡтар менән сағыштырып өйрәнгәндә шаҡтай файҙалы тарихи сығанаҡ булып хеҙмәт итеүенә шик юҡ.

Рус дәүләтенә ҡушылырҙан алдағы осорҙо сағылдырған, Нуғай хан дәүерендә ырыуҙарҙың йәшәйешен, тормош шарттарын дөрөҫ итеп күрһәткән шәжәрәләр ҙә осрай. Бөрйәндәрҙең бер шәжәрәһендә Бусай тигән Нуғай ханын, халыҡты ыҙалатып тотҡан өсөн, башҡорттар тарафынан Иван Грозныйға тотоп биреүҙәре бәйән ителә. Рус батшаһының Казанды алыуы, башҡорт ырыуҙарының үҙ теләктәре менән аҡ батшаға барып баш һалыуҙары бөтә ырыу шәжәрәләрендә тиерлек сағыла. Был ваҡиғаларҙың дөрөҫлөгө архив материалдары менән дә раҫлана. Миҫал өсөн Бөрйән ҡәбиләһе шәжәрәләренең берәүһен алып ҡарайыҡ. Был ҡәбилә, билдәле булыуынса, дүрт ырыуҙан (тармаҡтан) торған: монаш, ямаш, янсары, баюлы. Ырыубашлыҡтары бер туған ағай - энеләр Монаш, Ямаш, Янсары, Баюлы Бөрйән бейҙең һигеҙенсе быуын нәҫелдәре булып тора. Бына ошо ырыуҙарҙың илселәре ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән ырыуы вәкилдәре менән берлектә Ҡазан ҡалаһына барып ер - һыуға үҙҙәре хужа булыуҙы раҫлаған жалованный грамота алыуҙары тураһында шәжәрәлә аныҡ сағылыш тапҡан.

Беренсе тапҡыр күп шәжәрәләр тупланған китап Р. Г. Кузеев тарафынан йыйылып, уның комментарийҙәры менән тулыланған ,,Башкирские шежер “ (1960) тигән исем аҫтында баҫылып сыҡты. Йыйынтыҡта 25 шәжәрә урынлаштырылған. Был китаптың сығыуы башҡорт шәжәрәләренә тарихи сығанаҡ булараҡ ҡарауға, уларға етди иғтибар биреүгә этәргес көс булыуы көн кеүек асыҡ.

Р. Кузеевтан алдағы тарихсылар, фольклорсылар шәжәрәләргә бик һирәк күҙ һалғандар. Ҡайһы бер тарихсылар ғына, мәҫәлән, П. И. Рычков ,,Астраханской топографияһына инеш һүҙ “ тигән хеҙмәтендә ҡыпсаҡтарҙың шәжәрәһенә етди иғтибар итә.

( Рычков П. И. Введение к Астраханскойтопографии. М., 1774 ).

Ә 1881 - 1883 йылдарҙа М.В. Лоссиевский юрматыларҙың, меңдәрҙең һәм башҡа ырыуҙарҙың шәжәрәләрен анализлай, улар аша халыҡтың үткәндәренә күҙ һала, шәжәрәне ул ,,хроника“ тип атай.

(Лоссиевский М. В. Из неизданных арабских и татарских хроник. ,, Оренбургский листок ,” 1881); Он же: Былое Башкирии и башкир по легендам, преданиям и хроникам. ,, Справочная книга Уфимской губернии. “ Уфа, 1883). Ә Соколов Д. Н. шәжәрәне ,, летопись “ тип исемләй.( Соколов Д. Н. Опыт разбора одгой башкирской летописи. ,, Труды Оренбургской учебной архивной комисси ,” вып. IV, 1898).

XIX быуатта шулай уҡ П. С. Назаров. К этнографии башкир. ,,Этнографическое обозрение.“ том 1, 1890), Алекторов В. Башкиры. (,,Оренбургский листок.“ 1885), Өмөтбаев, Йәдкәр. (Казан, 1897) ниндәйҙер миҡдарҙа башҡорт шәжәрәләренә иғтибар итәләр.

ХХ быуатта крайҙы өйрәнеүселәр С. Мирәсов, В. Йоматов, Р.Г. Кузеев, Б.Х. Юлдашбаев, Г. Б. Хөсәйенов, С.Ә. Галин, Л. П. Потапов башҡорт шәжәрәләрен документаль сығанаҡ итеп ҡарайҙар, уның әҙәби һәм тарихи мираҫ икәнен таныйҙар.

Нимә һуң ул шәжәрә ?

Шәжәрә ул - борон - борондан, ата - бабалар аша телдән йәки яҙма формала күсеп килгән, башҡорт ырыуҙарының иң мөһим ваҡиғаларын сағылдырған, үткән тарихи юлға байҡау яһаған айырым шәхестәрҙең эшмәкәрлеген яҡтыртҡан, быуындар күрһәткән, сәсмәүер, шиғыр, йәки генеологик таблицалар формаһында һаҡланған тарихи - документаль сығанаҡ.

Ҡыпсаҡтарҙың - 9, табындарҙың - 17, меңдәрҙең - 16, юрматыларҙың - 4, үҫәргәндәрҙең - 8 варианттағы шәжәрәләре һаҡланған.Шәжәрәләр нимә тураһында һөйләйҙәр ? Был һорауға яуап табыр өсөн ,, Башкирские шежере “ йыйынтығындағы шәжәрәләрҙең һүҙҙәр менән өҫтәп аңлатҡан өлөштәрен ҡыҫҡаса күҙ уңынан үткәрәйек.

Үҫәргәндәр шәжәрәһендә ырыу башлығы Мөйтәндең Сыңғыҙ ханға барып бей дәрәжәһеалыпҡайтыуытураһындабәйәнитә.( 85 бит).

Кыпсаҡтар шәжәрәһендә был ырыуҙы ниек итеп Сыңғыҙ хан баҫҡынсылары был ырыу ерҙәрен баҫып алып, халҡын тулыһынса һәләк иткәндәре тураһында һөйләй.( 95 бит ).

Бөрйән ырыуы шәжәрәһенең бер вариантында рустарҙың Казанды баҫып алыуы, башҡорттарҙың үҙ теләге менән Рәсәйгә ҡушылыуы яҙылған. ( 127 бит ). Был ваҡиға башҡа ырыу шәжәрәләренең күбеһендә сағылыш тапҡан.

Тағы шуны өҫтәп әйтеү мөһим: XVI - XIX быуаттарҙағы төрлө яҙма сығанаҡтар, шул эстән шәжәрәләр, элекке быуаттарҙағы ауыҙ - тел ижадының һыҙаттарын һаҡлай алған. Атап әйткәндә, әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар, поэмалар быуындан - быуынға, телдән - телгә күсә килеп, халыҡ араһында киң таралыу тапҡан.

Ошо осорҙағы ауыҙ - тел ижадының ысынбарлыҡҡа тап килеүен раҫлаусы документтар ҙа бихисап. Улар - башҡорттарҙың власть органдарына яҙған хаттары, төрлө ярлыҡтар, килешеүҙәр, йыйын ҡарарҙары хөкүмәт закондары һәм күрһәтмәләре.

Ауыҙ - тел ижадының бер бүлеге, йүнәлеше булған халҡыбыҙ йырҙарында ла, мәҫәлән, илебеҙҙең үткән юлы сағылған. Йырҙарҙың бер төркөмө тыуған ил гүзәллеген өҫкә сөйгән ( ,,Урал” йыры), икенселәре, ҡобайырҙар менән бер рәттән, башҡорт батырҙарының көрәшенә һәм эшмәкәрлегенә арналған. Ҡатын - ҡыҙҙарҙың ауыр тормошон һүрәтләгән халыҡ йырҙары ла байтаҡ.

Элек, Октябрь революцияһына тиклем, башҡорттарҙың яҙыуы булмаған, улар наҙан булған тип ,,лаф“ ороусылар ҙа осрап ҡуя. Улай булғас, XIII быуаттың башында ( 1212-1233й. ) Ҡол Ғәли ,,Йософ ҡисса”һын нисек һәм ниндәй телдә яҙған һуң ? Әлбиттә, ғәрәп хәрефтәре менән. Тағы XIII- XIV быуаттарҙа башҡорттарҙың яҙмаһы булыу ы хаҡында ҡәбер таштарына төрки телендә ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған эпитафиялар һөйләй. Ошоларҙан сығып, шәжәрәләрҙең яҙма варианттары күрһәтелгән быуаттарҙа барлыҡҡа килә башлаған булыуы бик мөмкин тип фараз итергә була.

Шәжәрәңде белеү кәрәкме ? Мотлаҡ кәрәк!

Беренсенән, һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Уларҙы белмәү - наҙанлыҡ билгеһе. Икенсенән, башҡорт үҙенең ете ырыуын белергә тейеш. Был ниндәй милләттән икәнеңде асыҡлауға асҡыс. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың, Пермь өлкәһенең, Татарстандың ҡайһы бер райондарында йәшәгән башҡорттар татарса уҡырға мәжбүр ителгәндәр. Улар, шәжәрәләрен белмәү арҡаһында, үҙҙәрен татар нәҫеле икән тип уйлауҙары бик мөмкин, ә белгәндәре үҙ асылына ҡайтып дөрөҫ фекер йөрөтәсәктәр һәм йөрөтәләр.

Ни өсөн шәжәрәләр аҙ һаҡланған ?

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң, муллаларҙың, поптарҙың аҡтар яғында булыу арҡаһында, граждандар һуғышы бөткәс властҡа ҡаршы сығыусылар менән көрәш башланғас, боронғо китаптарҙы юҡ итәләр, сиркәү, мәсеттәрҙе ҡырҡа ҡыҫҡарталар. Унда булған китаптарҙың күбеһен яндыралар, йыртҡылап ташлайҙар. Дини китаптар менән бергә тотош шәжәрәләр ҙә, әҙәби әҫәрҙәр ҙә юҡҡа сыға. Егерменсе йылдар башындағы өлкән быуын был китаптарға дини китапмы, шәжәрәме, әллә боронғо әҫәрме - барыбер берҙәй изге әйбер итеп ҡараған. Шуға ла айырым кешеләр китаптарҙы, шәжәрәләрҙе һаҡлап алып ҡалыу сараһын күргән, нигеҙгә төрөп күмгәндәр, өй ҡыйығы аҫтына йәшергәндәр. Ваҡыт үтеү менән күптәре өлпөрәп туҙып юҡҡа сыҡҡан. Бын шуға күрә шәжәрәләр ҙә, боронғо китаптар ҙа аҙ һаҡланып ҡалған.

Билдәле булыуынса ҡәбилә - ырыуҙарға, ырыуҙар -бер генә ауылды йәки бер - нисә ауылды эсенә алған түбәләргә, түбәләр - ауылдарға, ауылдар - араларға, йәки аймаҡтарға, аралар - нәҫелдәргә бүленгән. Шулай итеп, бер -нисә араны үҙ эсенә алған ауыл йәки ҡасаба тарихын үҙ эсенә алған шәжәрәләр барлыҡҡа килә. Уларҙа ауыл тарихтары сағыла.

Баймаҡ районы II Этҡол ауыл шәжәрәһе лә бер - нисә араны (аймаҡты) үҙ эсенә алған һәм ауыл легендаһы менән ауаздаш булған ҡулъяҙма. Уның икенсе вариантын ошо ауылдың сәсәне Шәһәрғәзи Шаһибал Ғәбдеевтан яҙып алынғайны, ә беренсе вариантын - ата - бабалар генеологияһын - ауыл мәсетенең беренсе имам - хатибы атайым Ишмырҙин Динмөхәмәт Хәйретдин улынан тере сағында яҙып алырға тура килгәйне. Шуның ике вариантын да бәйән итәйек.

БаймаҡрайоныИкенсе Этҡол ауылы шәжәрәһе.

Беренсевариант. II Этҡол ауыл халҡы - Бөрйән ырыуынан. Ауылдың тәүге исеме - Айытҡужа. Ауылға нигеҙ һалыусы Айытҡужа Иҫәнгилдин (ҡыҫҡартып Иҫәкәев тип тә яҙалар) - бөтә Рәсәйгә билдәле булған герой, башҡорт батыры һәм тарханы Алдарбай Иҫәнгилдиндың бер туған ағаһы. Алдар Иҫәнгилдин Азов походының ҡаһарманы. Бөтә башҡорт ғәскәренең командиры булараҡ Петр I менән яҡындан ҡатнашҡан. Бергә - бер алышҡа сығып черкес нәҫеленән булған төрөк батырын еңгән, тағы разведкаға барып ҙур дәрәжәле,,тел” алып ҡайтҡан, батырҙарса һуғышҡан. Бына ошондай батырлыҡтары өсөн Рәсәй батшаһы уға тарханлыҡ дәрәжәһе биргән һәм алтын һаплы ҡылыс менән бүләкләгән. Алдар Әтек ауылында тыуа, бәләкәйҙән ағаһы Айытҡужа йортона күсеп килеп, ошо II Этҡол ауылында ҙурая. Бәлиғ булғас, өйләнеп, Ҡана йылғаһы буйына утар төҙөп, шунда көн итә.

Айытҡужаның өлкән улы Этҡол була. Сылбыр рәүешендә ошолай килеп сыға: Ҡадирбәк Иҫәнгилде Айытҡужа Этҡол.

Айытҡужаның улы Этҡол булыуы архив документтарҙа теркәлеп ҡалған. Унан күренеүенсә Этҡол Айытҡужа уғлына 1816 йылда 88 йәш булған.

( Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Книга вторая и третья. Уфа, 1998, стр. 24).

Этҡолдың улдары: Көсөкҡол, Сәйетҡол, Ишемғол, Ҡунаҡҡҡужа, Солтанғол. Солтанғол улдары: Бәйекәй, Бәлхиә, Йосоп. Бәлхиәнән Ишмырҙа Ғәҙелша Хәйретдин Динмөхәмәт Борис Морат.

Сәйетҡолдан Иҫәнгилде Жаббар Сорағол һәм Аллаяр.

( К о м м е н т а р и й: шуныһы ҡәнәғәтлек бирә - был быуындар теҙмәһе Ә. З. Әсфәндиәров ҡулланған архив документтары менән тулыһынса тап килә.

Бәйекәй үҙенең улдары менән күсенеп барып Моҡасауылына нигеҙ һала. Һуңыраҡ Моҡастан бер - нисә ғаилә Ниғәмәткә килеп ултыра. Бәйекәй Этҡол Айытҡужиндың өлкән улы. Ул 1766 йылда тыуған, уның улдары Сөләймән, Дауыт, Таулыҡай, Мөхәмәтзаман. Этҡолдың кесе улы Солтанғол йәшләй генә вафат була. Унан бер ул - Бәлхиә ҡала. Бәлхейәнең улдары - Баһаүетдин һәи Ищмырҙа. Этҡол ейәне Бәлхиә менән бергә көн итә. Айытҡужа ҡарт вафат булғас ауылды Этҡол тип атай башлайҙар. Һаҡмарҙың түбән ағымында Ямаш ауылына йәнәшә Этҡол утары барлыҡҡа килгәс, быныһын Үрге Этҡол, Икенсе Этҡол тигән исемдәр менән айырып әйтә башлайҙар. Ямаш ауылы Этҡол утары менән ҡушылғас, ул I Этҡол (Түбәнге Этҡол) булып китә.

Хәҙерге ваҡытта ауылда йәшәүсе Әминевта Ниәтшиндар, Әлмөхәмәтовтар Ниәтшә Аллаяр улынан таралған тоҡомдар. Яҡуп мулла тоҡомдары Таһировтар һәм Мансуровтар. Ишмырҙа Бәлхиә улынан Ишмырҙиндар һәм Хәйретдиновтар таралған.

Икенсе Этҡолдан бер төркөм халыҡ күсеп китеп Яҡшығол, Собханғол ( Бөрйән районы ) ауылдарына нигеҙ һала. Сәйетбаттал ауылы ла Икенсе Этҡолдан таралған. Иң беренсе күсеп барып ултырыусы Сәйетбаттал Искужин була. Ауылдың икенсе исеме - Ҡуяндар. Икенсе Этҡолдан Ғәҙелша ауылына Ишемғол менән Ҡунаҡҡужа Этҡоловтар барып ултыра. Уларҙың туғандары Илеш ауылына нигеҙ һалғандар.

Икенсе Этҡол ауылында түбәндәге аралар бар:

1. Татарҙар араһы. Яҡуп мулланың ҡатыны татар милләтенән булған, шуға нәҫелен ,, татарҙар “ тип атай башлағандар.

2. Таулылар араһы. Таулы йылғаһы буйына күсеп ултырыусыларҙа шулай тип атағандар. Улар: Вәлиевтар, Дәүләтбаевтар, Байназаровтар, Ғибатовтар, Мөхәмәтдиновтар.

3. Көҙәндәр: Баймөхәмәтовтар, Ишмөхәмәтовтар, Байтуриндар, Мырҙағәлиндар, Баймурзиндар.

4. Һыртыҡайҙар:Абдуллиндар, Әхмәровтар, Камаловтар.

5. Маңҡалар: Ишбулатовтар, Усмановтар, Хөсәйеновтар.

6. Бүреләр: Ғәбдиевтар, Замановтар, Айытбаевтар, Сибағатуллиндар, Ниәтшиндәр, Әлмөхәмәтовтар, Иҫәнғужиндар, Аллаяровтар. Улар Сура батырҙан таралғандар.

7.Эйәрсен бүреләр: Абдуловтар, Сәфиуллиндар, Хоҙайғоловтар, Баязитовтар, Байтимировтар, Ирғәлиндәр.

8. Ҡырғыстар: Аллаярҙан таралған, ул ат ҡырырға яратҡан. Быуындары: Ниәтшиндар, Дәүләтшиндар,Хисаметдиновтар,Шәрәфетдиновтар,Әминевтар, Йосоповтар, Әлмәхәмәтовтар, Хажиндар , Ғәйнуллиндар.

9.Көсөктәр араһы. Улар Көсөкҡолдан таралғандар: Баҡтыбаевтар, Мөхәмәтҡоловтар, Сафиндар, Ибраһимовтар, Аллаяровтар, Сөйәрғоловтар, Ишъяровтар, Йәғәфәровтар, Мәхмүтовтар.

Тағы ла Серәкәйҙәр, Таусылар, Ҡурҡаҡтар араһы бар.

Иҫкәрмә: беренсе вариант Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы имам - хатибы Динмөхәмәт хәҙрәт Ишмырҙиндан ( 1920-2005 ) яҙып алынды.

Икенсе вариант. Күп йылдар элек ҡаҙаҡтар ҡыҫымы аҫтында ҡалған Әлибәк Айыуғара уғлы ауылдан ситтәрәк булған урынға ғаиләһе менән килеп ултырған. Уның бер ҡыҙы Иҫәнгилде уғлы Айытҡужаға кейәүгә сыға, ул ҡатындан Этҡол исемле малай тыуған. Ошо ун - ун ике йәшлек малайҙы урманға ағас артынан килгән ҡаҙаҡтар урлап алып ҡайта. Ҙурайып егет ҡорона тулғас, егет иленә кире ҡасып ҡайтҡан һәм үҙе менән алып ҡасҡан ҡыҙға өйләнеп, Айытҡужа ауылынан ситкәрәк барып урынлашҡан. Уның төйәген Этҡол утары тип атағандар. Утар менән ауыл яйлап тоташҡан. Айытҡужа ҡарттың вафатынан һуң ауылдың исемен яңыртып Этҡол тип, һуңынан, Һаҡмар түбәнендә тағы бер Этҡол барлыҡҡа килгәс, тәүҙә Үрге Этҡол, шунан Икенсе Этҡол тип атай башлағандар.

Этҡолдың улдары Көсөкҡол, Солтанғол, Сәйетҡол. Сәйетҡолдан Иҫәнгилде. Иҫәнгилде улы - Жаббар.

Жаббар бер саҡ бик байығып киткән. Уның улдары Аллаяр һәм Сурағол, икеһе ике холоҡло булған. Аллаяр ҡырғыс менән ат таҙартырға яратҡан, шуға атаһы уға ,, ҡырғыс “ тигән ҡушамат таҡҡан. Сура өйҙә ултырыуға ҡарағанда урманда йөрөүҙе өҫтөн күргән, кеше менән аралашыуҙы яратмаған, ҡолаҡсынын сумдыра кейеп аҫтан уҫал ҡарап йөрөгән. Ат эйәрләп, суҡмар алып һәр саҡ урманға китер булған, унда 5-6 көн йөрөп ниндәйҙер табыш менән ҡайтыр булған. Сурағол өйҙән сыҡһа, атаһы:

- Ана, бүре сыҡты, хәҙер урманға туғандары араһына китәр инде, - тип әйтеп ултырыр булған.

Аллаярҙан таралғандарҙы ,,ҡарғыстар араһы,“ Суранан таралғандарҙы ,,бүреләр“ тип йөрөтәләр.

Аллаярҙыңулдары: Ниәтшә, Ғәҙелша, Дәүләтша;

Ниәтшә улдары: Әмин, Әмир, Әлмөхәмәт, Мөхәмәтәмин мулла. Әлмөхәмәттән - Мөхәмәтҡужа, унан - Хәмит сәсән;

Мөхәмәтәмин мулланың улдары: Хәжиәхмәт, Шәрәфетдин, Хөсәйен, Солтан, Харис; Хәжиәхмәт улдары: Ғабдулла, Ғәбделғәни, Мәхмүт - бер әсәнән, Зәйнулла, Ғәрифулла - икенсе әсәнән. Ғабдулланан ир бала юҡ.

Ғәбделғәниҙән - Һиҙиәтулла һәм Илъяс; Һиҙиәт улы - Зиннәт; Илъяс улы - Рафаил һәм Рауил; Рауил улы - Мәхмүт, уның улдары Ғәбдрәхим, Бәҙретдин, Хәйрелвара. Хәйрелваранан - Ғәбделварис, уның улдары Ғәбдрәхман һәм Ғәбдрәфиҡ. Бәҙретдиндән - Мазһар, уның улдары Зәйнулла, Билал, Хәмзә, Шөғәйеп, Ғәбделхай; Зәйнулланан ир бала юҡ. Билалдан - Нуриман һәм Әкрәм. Хәмзәнән - Факил, Шөғәйептән - Фәтих, Ғәбделхәйҙән - Тәлғәт;

Этҡолдың икенсе улы Солтанғол, уның бер улы Йосоп, уның улы Яҡуп мулла булған. Ул беренсе булып ауылға мәсет һалдырған. Туғайға өйҙәр тулғас, был урынды ҡыҫыңҡы күреп, Әлибәктең улы Кәрим Таулы йылғаһы тамағына күсеп ултырған. Таулы туғайҙары өйҙәр менән тулғас, халыҡ Рәжәп йылғаһы буйына урам - урам булып ултыра башлағандар. Рәжәп йылғаһы буйындағы урамды ,,Ҡыя урам“ тип, Таулы буйындағыһын ,,Бүреләр урамы” тип йөрөткәндәр. Яҡуп мулла туғайҙа мәсете эргәһендә йәшәп ҡалған. Ҡыя урамда халыҡ күбәйгәс, бында ла мәсет һалғандар.

Яҡуп мулланың ҡатыны татар нәҫеленән булған, шуның өсөн унан таралған нәҫелде ,,татарҙар“ тип йөрөтәләр. Яҡуп мулланың улдары: Мансур, Әхмәт, Таһир; Мансурҙан - Шаһивәли, Шаһимырҙан, Ғәбделлатиф, Фәйзрахман, Әбүзәр;

Шәһивәлиҙән - Көзәйфә, Зиннәт, Һибәт; Көзәйфәнән - Йәноҙаҡ, уның улы- Рәхмәт, уның улы - Рәхимйән.

Яҡуп мулланың икенсе улы - Әхмәт, уның улы - Хөснетдин, уның улдары: Хәбибулла, Ғәбдулла, Вәлиулла, Ғәйзулла, Шәрифулла;

Хәбибулла улы - Ибраһим, уның улы - Усман;

Яҡуп мулланың өсөнсө улы - Таһир, уның улдары: Хәйрулла, Сәхиулла, Әхмәтшәриф, Ғөбәйҙулла; Хәйрулланың улдары: Мәсәлим, Әғзәм, Баязит, ӘҙеһәмМөжәүер; Мәсәлимдән - Ғөзәйер, Зөбәйер, Зәбир.

Жаббар байҙың Сурағол тигән улының улдары: Сыртлан, Ғәбдулла; Сыртландың улдары: Иҫәнғужа, Заман, Мозафар; Иҫәнғужа улы - Дәүләтгәрәй, уның улы - Динислам, уның улы Миҙхәт.

Замандың улы - Ғөбәйдулла, уның улдары: Шәйхиғәлим, Төхвәтулла, Шәйхулла; Шәйхулла улы - Сәхиулла, уның улдары: Ниғмәтулла һәм Шәрифулла.

Ауылдың бер төркөмө ,,Эйәрсен бүреләр“ тип аталған. Ҡайҙандыр ауылға килеп урынлашып йәшәп алып киткән Килмөхәмәт тигән кеше йәйҙең бер көнөндә урманда һарына ашап йөрөгәндәр. Шулай урман буйлап гиҙеп - шылып йөрөгәндә ҡолаҡсында илап ятҡан бер сабый баланы табып алалар. Баланы әүрәтеп оҙаҡ ҡына көтөп ултыралар - ата - әсәһе килмәгән, һөрәнләп тә ҡарайҙар - файҙа булмаған. Ахырҙа: ,,Ташлап ҡалдырһаҡ - асығып үлеп ҡуйыр,“ тип баланы алып ҡайталар. Ҡайтҡас, кеше балаһын урлағандар, тип уйламаһындар өсөн, ә тора - бирә баланы берәүгә лә биргеләре лә килмәгән өсөн, ,,беҙ бүре балаһын эйәртеп алып ҡайттыҡ“ тип тәүҙә баланы йәшереп аҫырайҙар. Уларҙың үҙҙәренең балалары булмаған, шуғалыр табылдыҡ баланы ҡулдарынан ысҡындырғылары килмәгәндер. Теге ваҡытта бала ятҡан ҡолаҡсында һарына ҡаҙа торған мәләү була. Шуға иҫтәлек итеп балаға Мәләүшә ( Мәләү + шаһ - мәләү хужаһы тигәнде аңлата ) тип исем ҡушалар. Тора бирә сер асыла, Мәләүшәгә ,,эйәрсен бүре“ ҡушаматы тағыла. Унан Хоҙайғол тигән исемле ул тыуа. Хоҙайғолдан - Мөлҡаман, Ҡалҡаман, Ғәбделвәли була. Ғәбделвәли улдары: Сәфиулла, Ғәләүетдин. Сәмәрҡән; Сәфиулланан - Минһажетдин, уның улдары: Фазлетдин, Ғәбделхәмит, Ғилметдин, Нуретдин.

Таулылар араһы ошолай таралған: Борон Иҙел буйында урынлашҡан Ишдәүләт ауылынан Икенсе Этҡолға Аҡмәмбәт һәм Аҡназар исемле ике ағай - эне килеп урынлашҡан булған. Аҡмәмбәттең улдары: Имәнғол, Йомағол; Имәнғолдан - Мөхәмәтвәли, уның улдары: Тажетдин, Зәйнетдин, Мөхәмәтдин.

Тәүге икәүҙән тоҡом өҙөлдө.Мөхәмәтдиндең улдары: Ғималетдин һәм Ғәлләметдин; Ғәлләметдиндың улдары: Хәкимйән, Шәкирйән, Сәлимйән, Сабирйән, Ғәлимйән. Хәкимйәндең улы - Аҡмәмбәт, уның улы - Йомағол, уның улы Дәүләтбай, уның улдары: Ғабдулла, Ғибадулла, Абдулла.

Хәкимйәндең икенсе улы - Аҡназар, уның улы Байназар, уның улы - Ситдыҡ, уның улдары: Суфиян, Фәйзрахман, Хәбибрахман, Әхмәтзәки; Суфияндан - Рамаҙан, уның улы - Хәбрахман, уның улы - Нуретдин, уның улы - Фәхретдин.

Көсөктәр араһы Ғәйетҡол улы Көсөкҡолдан таралған. Көсөкҡол улдары: Ирмәк, Аллағош, Үтәш, Килдеғош;

Ирмәктең улдары: Йылҡыбай, Баҡтыбай, Төлкөбай; Йылҡыбайҙан - Мөхәмәтҡол, уның улы - Аллаяр, уның улдары: Динислам һәм Яҡуп; Динисламдан - Йосоп, уның улы - Салауат, уның улы - Рәфҡәт;

Ирмәк улы Баҡтыбай, уның улы - Мөхәмәтшәриф, уның улдары: Ситдыҡ, Сәхиулла; Ситдыҡ улы - Йомағужа, уның улдары Әмир, Дамир, Мөрит.

Ирмәк улы Төлкөбай, унан Сафа тыуа, уның улдары: Мәғәфүр һәм Исхаҡ; Мәғәфурҙың улдары: Зиннәтулла, Ғәлимйән, Ғилман; Исхаҡ улы - Шәрифулла, уның улы - Сабирйән, уның улы Үтәш, уның улы - Ибраһим, уның улы - Арсланғәли, уның улы- Мәхиән, уның улы- Сөләймән, уның улы - Дәүләтбай.

Шулай итеп, үрҙәге ике шәжәрә бер - береһен тулыландыралар , шул яғы менән үҙҙәренә ҡарата ышанысты арттыралар.

Атайым Динмөхәмәт хәҙрәттән яҙып алған тағы бер шәжәрәлә ырыуҙарҙың түбәләргә, ауылдарға, араларға, нәҫелдәргә бүленеше тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр бар. Шуны һәм ҡасандыр яҙып алған ,,Баш бүре“ легендаһын да иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. (Сығанаҡ: Шәхси архив, папка № 3, 12 - 14 биттәр).

Ырыуҙарҙың килеп сығыуы, уларҙың ауылдарға,араларға

(аймаҡтарға) бүленеше тураһында шәжәрә

ИкенсеЭтҡолауылыкешеләре - Бөрйән ҡәбиләһенән. Ҡәбилә ошондай ырыуҙарҙан тора: Монаш, Нуғай - Бөрйән, Ямаш, Янҡары, Байулы - Бөрйән, Яғылбай.

Бөрйән ҡәбиләһенә нигеҙ һалыусы Бөрйән бей булған. Бөрйәндәр тәүҙә ошо яҡтарҙа, шунан Арал диңгеҙе буйында йәшәгәндәр. Бөрйән бей, уның улы - Бикән бей, уның улдары - Урал бей һәм Арал бей була.

Ҡоролоҡтан ҡасып, Урал бей Яйыҡ буйына күсеп ултырған. Ул килгәс, ҡыпсаҡтар ,,Уйлы - Буйлы“ тип атаған тауҙарға, Урал исемен биргәндәр.

Арал бей йәшәгән урынында, Арал диңгеҙе буйында ҡалған. Ул вафат булғас, бер ейәне бей булып ултырған һәм халҡына, башҡа ҡәүемдәрҙән айырылып торһон өсөн, тик ҡара төҫтәге генә ҡалпаҡ кейеп йөрөргә бөйөрған. Шулай Арал ҡәүеме ҡарағалпаҡ халҡы булып киткән.

Күсенгән ваҡытта Урал бей халҡын бүре һуҡмағынан алып киткән. Юлда бер көтөү бүре осрап, тегеләр һуҡмаҡ буйлап алға һыпыртҡандар һәм юҡ булғандар. Ә берәүһе, аҡ төҫтәге өйөр башлығы, күҙ күреме ерҙән күренә -күренә Яйыҡҡа тиклем халыҡты эйәртеп алып килеп, юҡҡа сыҡҡан. Бөрйәндәрҙең бер өлөшө бүрегә табына башлай. Бүрене элек ,,Ҡорт“ тип атағандар. Нәҫелебеҙ баш бүренән башланған , тип еңешкәндәрҙе башы бүре, йәки башы ҡорт = башҡорт, тип атай башлағандар. Балаларына Бүребай, Бүребаш, Бүрейән (Бөрйән, Бурджан), Башҡорт тигән исемдәр биргәндәр. Күп йылдар үткәс ,,Башҡорт“ исемле бер батырҙы Бөрйән ырыуына бей (башлыҡ) итеп һайлап ҡуялар. Шул батыр яҡын - тирәләге ырыуҙарҙы берләштереү эшен башлап ебәргән һәм бер саҡ ете ырыу берләшмәһенең ханы булып торған. Уның ҡул аҫтына ингән ырыу кешеләрен Башҡорт ханы халҡы, һуңыраҡ башҡорт халҡы , тип атай башлағандар.

Башҡорттарҙа ҡәбилә - ырыуҙарға, ырыуҙар - аймаҡтарға(араларға), аймаҡтар - нәҫелдәргә, нәҫелдәр - ғаиләләргә бүленгән.

Мәҫәлән, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы ун ике аранан тора һәм түбәндәгесә атала: йәнәйҙәр, төбәктәр, кәзәкәйҙәр, сеүәтәләр, төрәйҙәр. таҙымдар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, күсәктәр терһәктәр, һайыҫҡандар. Нәҫелдәр күберәк һәм уларҙы һанап бөтөрлөк түгел, тик Байым ауылындағы Байым ишан нәҫелен уҡымышлы һәм данлыҡлы булғаны өсөн иҫкә алып китергә була.

Икенсе Этҡол ауылында тиҫтәнән ашыу аралар бар: таусылар, серәкәйҙәр, ҡурҡаҡтар, таулылыр, татарҙар, көҙәндәр, Һыртыҡайҙар, маңҡалар, бүреләр, эйәрсен бүреләр.

Баймаҡ районы эсендә Түңгәүер ҡәбиләләһенән сыҡҡандар ҙа ғүмер һөрә. Улар аймаҡ урынына ,,түбә“ һүҙен ҡулланалар. Түңгәүерҙәр Баймаҡ районының Әбделкәрим, Ҡыуат, Ишбирҙе һәм сиктәш райондарҙың башҡа ауылдарында донъя көтәләр. Ырыуҙарын улар ошондай түбәләргә бүләләр:

- Туҡһарытүбәһе: Ишбирҙе, Ҡыуат, Вәлит, Әбделнасир ауылдары;

- Нуғайлар түбәһе: Алғаҙы, Янгаҙы ауылдары;

- Мышылар түбәһе: Әбделкәрим ауылы;

- Мишәр - Татлыбай түбәһе: Юлдыбай ауылы;

- Бүкәт түбәһе: Ҡашҡар ауылы;

- Сатан түбәһе: Исҡужа ауылы;

- Түңгәүер түбәһе: Ишембәт ауылы;

Күренеүенсә, түбәләр ауылдарҙан тора. Ауылдар үҙ сиратында араларға бүленәләр. Туҡһары түбәһенә ҡараған Ишбирҙе ауылында ун ара бар:

- Ҡараларараһы: Иҙелбаевтар, Юнусовтар, Моталовтар;

- Милайҙар араһы: Тулыбаевтар;

- Алҡылар араһы: Иҫәндәүләтовтар;

- Ҡотҡандар араһы: Аҡсыуашевтар;

- Шығайҙар араһы: Әхмәтовтар;

- Аластар араһы: Бикҡоловтар, Ишморатовтар;

- Туҙғалталар араһы: Илбуловтар;

- Тырарайҙар ( ҡаикмәктәр ) араһы:Моратовтар;

- Сүкештәр ( ығыштар ) араһы:Ярҡынбаевтар, Сәйетбатталовтар;

- Думбырҙар араһы: Халиковтар;

Ҡаралар араһының шәжәрәһе, мәҫәлән, ошолай башланып китә:

ырыу ҡомартҡылары - student2.ru Мотал Иҙелбай Яҡуп Юныс , Иҙрис, Ғосман тип башланып китә һәм артабан дауам итә.

Ишбирҙе ауылы кешеләре Ҡыуат ауылынан бүленеп сыға. Түңгәүер ырыуының шәжәрәһендә ырыу башлығынан башланған шәжәрә сылбыры ошолай китә: Түңгәүер Ҡаратөлкө Иламан Күстәнә Туҡһары Дәүләтсура Төйән Һөйөндөк Хәсән Ҡыуат.

Хәсән улы Ҡыуат ошо исемле ауылға нигеҙ һалған.

Өлгө итеп күрһәтеү өсөн ағас тармаҡтарына оҡшатып һыҙылған һәм тоташтырылған схема - шәжәрәне урынлаштырайыҡ:

Наши рекомендации