О-о, беҙгә ул бер ни тормай. €

Клуб артында төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙҙарҙы яндырыу урыны бар. Шунда дүрт буш йәшникте тиҙ генә яндырып та ҡуйҙыҡ. Бының өсөн теге апай өсәр һум аҡса тотторҙо. Йәшәйбеҙ былай булғас! Күңел дәртләнеп китте. Шунан икенсе һатыусыға барҙыҡ:

Апай, берәр төрлө ярҙам кәрәкмәйме? — Тағы бер нисә йәшник көлгә әйләнде. Ләззәтләнеп киттек. Кеҫәгә сыңлап тороп инеп ятҡан һәр тәңкә күңелгә май булып яғылды. Әле өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә, бишенсеһенә шулай ярҙам иттек. Ҡараңғы төшкәнсе баҙарҙа йүгергеләнек. Ялҡынға керпектәр ҙә өтөлөп бөттө. Ҡағыҙ яндырғанда көслө ялҡын сәскә лә бәрелде. Ул төтөн еҫенә һеңеп бөтөүебеҙҙе әйтәһе лә түгел. Шулай ҙа беҙ сикһеҙ шат инек. Инде һатыусылар ҡайтырға ғына йыйынғанда, кеҫәләге бар тәңкәләргә кәнфит һатып алдыҡ. Бер төргәк кәнфит килде лә ҡуйҙы! Үәт, исмаһам, шәп булды! Эшкә бирелеп китеп, киске ашты ла онотоп киткәнбеҙ. Тимәк, иртәгә иртәнсәк кенә ризыҡ күрәсәкбеҙ. Әммә былар барыһы ла кәйефте ҡырманы. Беҙ бит тәү тапҡыр үҙ көсөбөҙ менән аҡса эшләнек. Шуға кәнфит алдыҡ. Эйе, һатып алдыҡ, ә Даян ҡушҡанса урлашманыҡ.

Шат йылмайып, тау башындағы ике ҡатлы йортобоҙға ҡайтып та киттек. Үҙебеҙ кәзә бәрәстәре кеүек һикрәнләйбеҙ. Күптән бындай кәнфитте күргән юҡ ине. Шуға ла берәрҙе тәмләп ҡарарға булдыҡ. Их, шул тиклем дә татлы икән! Был хәтлем дә телеңде йоторлоҡ тәмлекәсте тәүгә ауыҙға алыуым.

Алғанын иһә Даянға алып барып бирҙек. Кәнфит тулы төргәкте күргәс, "башлыҡ"тың ауыҙы йәйелеп китте. Һуҙылып ятҡан карауатынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Ну шәп иткәнһегеҙ. Хәҙер урлашырға һеҙҙең дә ҡулдан килә! — Ирендәрен сап иттереп яланы ла, шунда уҡ бер нисә кәнфитте һоғоноп та ҡуйҙы...

Фәрит менән мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Детдом янында йәшәгән әбейҙең өйөнә барып еткәс, таныш еҫ йәнә танауға килеп бәрелде. Күрәһең, әбей балыҡ ҡура.

Шул саҡ һуңғы көндәрҙә беҙҙең менән булып үткән хәл-ваҡиғалар күҙ алдына баҫты. Ниңәлер ошо мәлдә үҙемде ауға килеп эләккән балыҡтай тойҙом.Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды.

Тиҙерәк китә һалайыҡ бынан, — тинем дә, эре-эре аҙымдар менән балалар йортона табан атланыҡ.

Тартып алынды

Тәүге дәрестән бирле Әмилә үҙенә урын таба алмай. Уның бер уйы — нисек тә булһа иртәрәк мәктәптән ҡайтыу. Бының сәбәбе лә бар.

Ильяс, бөгөн кейем бирәләр, — тине ауыҙы йырылып ул. — Төшкә ҡарай өләшә башлайҙар, шуға тиҙерәк ҡайтырға кәрәк.

Ин ҡайҙан беләһең?

Башҡа ҡыҙҙарҙан ишеттем. Хәтәр шәп кроссовкалар алып килгәндәр икән, яңы костюмдар ҙа бар, тиҙәр. — Был хаҡта һөйләгәндә класташымдың йөҙө балҡып китте.

Йбә-әт! Миңә лә берәй йүнле кейем эләкһә ярар ине...

Шуға ла һиңә әйтәм бит. Белеп ҡуй — ауыҙыңды асып йөрөһәң — бер нимәһеҙ ҡалырһың. Хәҙер үк дәрестән һорап ҡайтырға кәрәк. Складҡа тәрбиәсебеҙ менән барабыҙ, беренсе булып сиратҡа баҫабыҙ. Шунан үҙеңә тап килгәнен һайлап алаһың.

Шулай ҙа ул. Тик уҡытыусы ебәрмәҫ...

Ебәрергә тейеш. Нисек булһа ла, алдан өлгөрөргә кәрәк. Әтеү йүнлеһен һайлап бөтһәләр, ҡалыр шунда йә ҡыҫҡаһы, йә оҙоно. Йөрө шунан кеше көлдөрөп. Анау тапҡыр кроссовки алғанда эләкте инде миңә. Ат башындай ҙуры ғына ҡалғайны. Башҡаһы булмағас, алдым инде. Аҙаҡ көлмәгән кешеһе ҡалманы. Анау көндө физкультура дәресендә кроссовки аяғымдан төшөп ҡалды. Юҡ-юҡ, хватит! Инде йүнлеһен, үҙемә ярағанын генә эләктерәсәкмен.

Бына ҡыңғырау зыңғырланы. Биология дәресе башланды. Мин үҙемдең яҡын дуҫым, бер бүлмәлә йәшәгән Фәрит менән ултырам. Беҙҙең класта өс детдом балаһы уҡый: мин, Әмилә, Фәрит. Уҡытыусы яңы тема аңлатҡанға күрә, дәфтәремде алып, барыһын да яҙып барҙым.

Тик Әмилә генә һаман үҙенә урын тапмай, тегеләй-былай борғалана. Миңә ҡағыҙ ташлай ҙа, уға ҡараһаң, "әйҙә, һорайыҡ та ҡайтайыҡ" тигәндәй ымлай. "Юҡ, һорамайым", тигәндәй башымды сайҡайым да, яҙыуымды дауам итәм.

Апай, мөмкинме беҙгә ҡайтырға, — тине ахырҙа Әмилә. — Детдомға медкомиссия килергә тейеш, тәрбиәсебеҙ дүртенсе дәрестән һорап ҡайтырһығыҙ тигәйне.

Юҡ! Дәрес ваҡытында ниндәй медкомиссия ти.

Улай булғас, яҙмайым да, уҡымайым да.

Етәр, Әмилә. Һин бит хәҙер бала түгел. Ана, ҡарале малайҙарға. Бөтәгеҙҙә бер йортта йәшәйһегеҙ, ә холоҡтарығыҙ төрлө. Бына мин Ильяс менән Фәритте өлгө итеп ҡуйыр инем. Дәрестә тып-тыныс ултыралар. Өйгә эште ваҡытында үтәйҙәр, уҡытыусы менән телләшмәйҙәр ҙә. Ә һин ҡыҙ башың менән насар ҡыланаһың. Әйҙә бүтән улайтма, йәме!

Ой-ой-ой! — Әмилә ауыҙын остайтып, көлөп ебәрҙе. — Улар шулай күренә генә, ә үҙҙәре... Бына Фәрит йоҡосоноң йоҡосоһо. Ә Ильяс — эт ялҡауы. Исмаһам, үҙенең кейемен дә йыуа белмәй — гелән апаһынан йыуҙыра.

Ең һин йоҡосо! — Фәрит тә шымып ҡала алманы.

Кешенән көлөргә тиһәң, Әмиләне ҡуш инде, — тине кластағы ҡыҙҙарҙың береһе.

Шуны ғына көткән Әмилә урынынан һикереп торҙо:

— Нимә тинең, сүмес баш? Һин ниңә ҡыҫылаһың, ә? Күптән кәрәгеңде алғаның юҡмы? Минең менән булышҡансы, ана, оҙон танауыңды ҡыҫҡартыр инең. — Теге ҡыҙ ҙа шымып ҡалманы:

Наши рекомендации