Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 8 страница

- Ҡараҡ йәшерә торған урын түгел ул баҙ, бал ҡорттары өсөн тәғәйенләнгән мөгәрәп. Ҡорттарҙы туҙҙырып эш яһарға уйлайһыңмы әллә ? -“Төшөп ҡарап табып ҡуйһалар - эш һәләк бит, - “ тигән уй йәшен тиҙлегендә уның башынан үтте. Шулай ҙа бер ни белдермәйенсә балта менән баҙ ҡапҡасын оҙаҡ ҡына ҡайырғыслап аса башланы, йәнәһе, баҙ күптән асылғаны юҡ. Мырҙағали туңҡайып башын баҙға тыҡты һәм танауын алға һуҙып еҫкәнә башланы.

Шомло тынлыҡ урынлашты. Ниһәйәт, тороп баҫты, ҡағынып алды, шунан хужаға һүҙ ҡатты:

- Ярай, ҡартлас, беҙгә үпкәләмә, ошолай тентеп йөрөргә ҡушалар бит. Ике ҡасҡындың Ағиҙел аша артылғанын шәйләгәндәр. Тағы шул аныҡ билдәле: баяғы икәү, берәүҙең кәмәһенең бауын ҡырҡып алып урлап, Иҙел аша йөҙөп сыҡҡандар һәм ташлап киткәндәр. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең Йылан ырыуы ерҙәрендә йөрөүҙәре көн кеүек асыҡ. Тик ҡайҙа барып баш төрткәндәрҙер - шуныһын белеп булмай. Һуңмы, иртәме: барыбер тотоласаҡтар, шуны аңламайҙармы икән мәхлүк ҡасҡындар. Ә һин ошо тирәгә күҙ - ҡолаҡ булып тор, шәйләһәң - тиҙ генә беҙгә хәбәр итәһең, ишеттеңме мин әйткәнде.

- Әлбиттә, ишетеп торам, ишетмәй ҡайҙа ул. - Нурлығаяндың тауышы бик көр яңғараны. - Сәй эсегеҙ, тип әйтер инем, бер нәмәм дә әҙер түгел. Берәҙәк кешенең ашауы ла ҡоролай - ҡарылай тигәндәй. Өй хужаһы саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы тышҡа уҡ сығып ысын күңелдән, тиҙ сығып китеүҙәренә шатланып, оҙаҡ ҡына ҡарап тороп, оҙатып ҡалды. Тегеләр боролошҡа инеп юғалғас та кире өйгә инеп, тыйыла алмайынса хахылдап көлә башланы. Әле һаман да ябылмаған баҙға башын тығып, шатлығын йәшерә алмайынса, баҙҙағыларҙы өҫкә саҡырҙы. Барыһы ла сикһеҙ шат булдылар. Ҡасҡындар хужаны, хужа ҡасҡындарҙы маҡтаны. Бер аҙ тын алғандан һуң, өҙөлөп ҡалған сәй табынын яңыртып оҙаҡ ҡына ултырып сәй эстеләр. Ятыр ваҡытта ҡунаҡтарҙың өлкәне иртәгә иртә менән юлға сығырға кәрәклекте аңғартты, ҡабул итеп, һыйындырып, ашатып - эсергән өсөн икеһе лә хужаға мең - мең рәхмәттәр әйтеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ятып әүен баҙарына киттеләр. Өй хужаһы ун - ун ике көнгә етерлек аҙыҡ - түлек әҙерләп, йылы кейемдәрен кейҙереп, арыуыҡ араны үткәнсе оҙата барып, әйләнеп ҡайтты. Айырылышҡан мәлдә Нурлығаян Хоҙайҙан ике муллаға ла ҡат - ҡат ыңғайлыҡтар һораны, именлек теләне. Минең өйҙә Батырша менән шәкерте булып китеүен аңланым, һеҙгә ярҙам итә алғаныма сикһеҙ ҡыуандым, тине ул. Юлсылар үҙҙәренең рәхмәттәрен әйттеләр, өй хужаһына оҙон һәм рәхәт тормош теләнеләр һәм ғүмер буйы бер - береһен яҡындан белгән туғандар кеүек бик йылы айырылыштылар. Бер - нисә тәүлек урмандағы кәбәндәрҙә ҡуна - ҡуна, ҡалын булмаған ҡарҙы йырып килеп, Зәй йылғаһы буйына еттеләр. Был яҡтағы ауылдарҙың береһендә Батыршаның остазы йәшәй, ул - Ғәбдерахман ахун, Тайһуйған ауылынан. Ни булһа ла булыр, тип ошо ауылға ҡарай юл тарттылар, Урман ситенә еткәс, Батырша ахунды табып, һөйләшеп килергә юлдашын ебәрҙе. Ахун кеше аяғы һил булғас ҡына өйгә инерһегеҙ, тигән. Хәҙер ҡараңғы төшкәнде көтөргә тура килә инде. Көттөләр, инделәр, ҡабул итте, тик Ғәбдерахман ахундың йөҙөндә бер ҙә шатлыҡ сатҡыһы һиҙелмәне, ҡыуып та сығарманы: шуныһына рәхмәт. Ғәҙәттәгесә хәл - әхеүәл һорашышып алғас, ҡайнар сәй эсеп йылындылар, өҫтәлдә булған ниғмәт менән тамаҡ туйҙырҙылар. Ахун, йонсоған мосафирҙарға өндәшмәй генә оҙаҡ итеп ҡарап торҙо ла, йоҡларға ҡушты. Иртәгәһе көнө артабан ни эшләргә икәнен уйлашып, берәй ҡарарға килерен әйтте һәм бола сығарып ныҡ яңылышып йөрөйһөгөҙ, тип өҫтәне.

Таң атты. Мул ғына итеп тағы һыйланып алдылар. Әҙәм күҙенә күренмәҫ өсөн, ахун мәсеткә барып урағансы, йоҡо бүлмәһендә ҡалдылар. Бына ҡыштырлап хужа ҡайтып инде һәм туп - тура йоҡо бүлмәһенә инеп һүҙҙе һорауҙан башланы:

- Нисек йоҡланығыҙ, мөьминдәр ? Әллә ауыр уйҙар тулҡынында серем итә алмай йонсоноғоҙмо ? Тыныс йоҡлағас - яраған. Йә, тураһын әйтегеҙ әле: минең һеҙгә ярҙамым ниҙән ғибәрәт, Баһадиршаһ ?

- Хәҙрәт, күҙҙе һеҙгә генә терәп килгәйнек, ышанып. Беҙгә ошо ҡышты имен - һау ҡайҙалыр ҡышлап сығыу. Яҙға аяҡ баҫһаҡ - Урал арьяғында юғалыр инек. Ярҙамығыҙға мохтажбыҙ.

- Мин был өйөмә һеҙҙе һалып ҡуя алмайым, белеп ҡалһалар - ахун икәнеңде оноторҙар һәм, Аллам һаҡлаһын, һеҙҙең менән ҡуша бәйләп алып китерҙәр.

- Улайһа, хәҙрәт аҡыллы кәңәш менән ярҙам итегеҙ беҙгә, мосафирҙарға! Тотҡон итеп тапшырһағыҙ ҙа, үлтереп һалһағыҙ ҙа - һеҙҙең ихтиярҙа, беҙ ни бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ бит инде.

- Йәшереп аҫырарға башым икәү түгел, һеҙҙе эҙләү был тарафтарҙа ла дауам итә. Аҡсаға ҡыҙығып тотоп бирергә теләүселәр күп булыр. Баһадиршаһ! Һине танымаған кеше юҡтыр был яҡтарҙа. Шуға күрә, мәҙрәсәлә шәкерт рәүешендә лә, йә мейес яғыусы итеп тә ҡалдырып булмай. Бүре лә иҫән, һарыҡ та тере булырҙай итеп уйлап эшләргә генә ҡала. Ә бына һеҙ урынлашҡан бүлмәлә ҡалыу бик хәүефле, килгән - киткән кешем күп минең. Бигерәк аяҡ аҫты урын был ер.

- Ҡайһылай итәйек һуң, хәҙрәт, берәй сараһын табып булмаҫ микән ?

- Ҡапыл ғына нимәлер өҙөп әйтеп булмай әле, уйлашырбыҙ, кәңәшләшербеҙ. Әлегә темеҫкенеп, йә шымсы булып йөрөүселәрҙең күҙенә салынмаҫ өсөн һеҙҙе мал өйөнә күсереп торорға булдым. Ике - өс тәүлек шунда йәшәп алырһығыҙ. Шул арала берәй юлын уйлап табырбыҙ. Мал өйөнә абыстай менән минән башҡа берәү ҙә инеп йөрөмәй. Тағы йәшенеүсегә бер - нисә уңайлығы бар. Соланынан тура иркен һарайға, унан аша бәҙрәфкә инеп - сығып йөрөргә мөмкин. Бер кем дә күрмәйәсәк, сөнки бөтәһе лә ҡыйыҡ аҫтында. Һарай ҡапҡаһы тик эстән генә бикләнә, берәү ҙә йүгереп барып, туҡтамаҫтан инеп китә алмаҫ. Соланының икенсе ишеге аша йорт соланына тура үтергә була, уныһы ла ике яҡлап бикләнә. Шунан абыстай һеҙгә ашарға ташыр. Ә һеҙ һарай эсенән сыҡмай ғына, шундағы көндәлек эштәрҙе башҡарып, күңел йыуатырһығыҙ! Кистәрен уҡыштырып ултырырға китаптарҙы үҙем индерермен.

Ике - өс көн түгел, ун көндән ашыу йәшәргә тура килде мал өйөндә. Шуныһы ҡыуыныслы: бында йылы, сыуалы бар, ваҡ - төйәк кенә сыбыҡ - сабыҡ яҡ - тиҙ генә йылынып китә. Урындығы иркен, ҡапма ҡаршы ике стенаны тоташтырған. Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн: абыстай аш - һыуға маһир булып сыҡты. Бишбармаҡ, бәлеш, бутҡа, тауыҡ һурпаһы, ҡатыҡ, айран, төрлө үләндәр һалынған сәй - барыһы ла алмашлап инеп торҙо. Ошо арала өй хужаһы бисараларҙың йыртыҡ - бортоҡ кейемдәрен тулыһынса алмаштырҙы. Ун икенсе көндө, күҙ бәйләнә башлаған ваҡытта, ахун урта йәштәрҙәге бер ир менән килеп инде:

- Егеттәр, бер ерҙә ҡышлаҡ урыны һеҙгә таптыҡ. Таныш булығыҙ: был минең ҡустым Ғәбделхарис, Иҫке ауылда тора. Өйө иң ситтә. Был бөтөп барған Иҫке ауылдан да тынысыраҡ урын һеҙгә булмаҫтыр. Тышта ат егеүле тора, йыйынығыҙ, кеше темеҫкенеп йөрөмәҫтәй ергә күсенәйек әле.

Ысынлап та Иҫке ауыл бик тыныс урында урынлашҡан булып сыҡты. Мосафирҙар Ғәбделхаристың мал өйөндә урынлаштылар һәм шунда ҡыш сыҡтылар. Эҙләп килеүселәр ҙә, хәүеф - хәтәр ҙә булманы. Күңел тыныслығы булғанғамы, әллә хужаның яғымлылығы арҡаһындамы, был ҡыш тик яҡшы хәтирәләр генә булып иҫтә ҡалды.

Яҙ етте. Зәй һыуҙары, ҡотороп ағып, тынысланды. Асыҡ урындарҙа яҙғы ҡарҙар йоҡара барып күләүектәргә әйләнде. Умырзаялар тау битләүҙәрен ҡаплап алды, яҙ сәләмен килтерҙе, наҙҙарын таратты. Бар тәбиғәт йоҡоһонан уянып китеп ер өҫтөн хәтфә үлән менән ҡапланы. Ҡоштар һайрауын тыңлаған һайын тыуған яҡ иҫкә төшә, йөрәк һыҙлай. Артабан барып ҡоларҙай тәғәйен урын да юҡ. Ғаиләһе менән ни булғанын белмәй Батырша. Иҫән - һауҙар микән, әллә ултыртып ҡуйҙылармы ? Балалары ҡайҙа, ҡайһы тарафтарҙа тереклек итә икән ? Һорауҙарҙың береһенә лә яуап юҡ. Бер көнө ул Яхьянан:

- Кире боролоп ҡайтайыҡмы әллә,- тип һорай ҡуйҙы. Тегенеһе ҡапыл ғына ризалашты, хатта ҡыуанып китте:

- Ҡайтайыҡ, хәҙрәт, ҡайтайыҡ. Ни булһа ла булыр, отолһаҡ та, ҡотолһаҡ та тигәндәй. Кеше тупһаһын күпме тапарға була ?

- Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, йәнә пашпурт алыу мөмкинлеге лә юҡ, йәнә бер туҡтауһыҙ йәшенеп йөрөп тә булмайҙыр инде. Шуныһы ла бар: кеше икмәген ашап ятыу хатта ҡыйын. Тағы ғаиләнең хәлен белмәү - мейене көн - төн ҡайната башланы.

Мосафирҙар йыйынышып, өй хужаһына мең рәхмәттәр әйтеп, бер аҙ аҙыҡ һалып алып ҡайтыр яҡҡа ҡарай юл алдылар. Ағиҙелде сығыу ҙа бәлә тыуҙырманы, сөнки Иҙелдең кәмәләр менән тулы ваҡыты. Ағиҙел арьяғына сығыуға аҙыҡ та бөттө. Нишләйһең: Яхья юлда осраған ауылдарға инеп аҙыҡ алып килә, остызын кеше араһына ебәрергә ҡурҡа, таныһалар - эш һәләк, тип уйлай. Бер көнө аҙыҡ артынан киткән Яхья юҡҡа сыҡты. Бер тәүлек дауамында көтөп ятыу бер файҙа ла бирмәне. “ Ай - һай, тотолғандыр инде ул, улай булһа - бәлән баш - аяҡ, был тирәнән тиҙерәк тайырға кәрәктер, тип Батырша юлды артабан бер үҙе дауам итте. Аслы - туҡлы барған кешенең юлы ыраймы ни ? Көс - хәл менән Әҙекәй ауылына етә алды. Бында Сөләймән Дивай старшиналыҡ эше менән мәшғүл булырға тейеш. Миһырбанлы кеше һымаҡ күренә ине, бәлки ярҙам итер, үҙ ҡанаты аҫтына алыр. Тыуған ауылына ҡайтһа, Яныш старшина шул урында тотоп биреп тантана итәсәк. Шулай булырын белә тороп нишләп уның ҡармағына ҡабырға! Тик ҡараңғы төндә, кеше ҡаңғыртып, ишек шаҡып йөрөү килешмәҫ. Булмаһа, мәсеткә инеп ҡунып сығайым, артабан күҙ күрер. Мәсеткә кергәнде ҡараңғы юҫыҡта берәү ҙә аңғармаҫ әле. Бына шулайыраҡ уйланы Батырша. Ошо мәсеттә ҡуныу арҡаһында барыр юлы өҙөлөр, тип кем уйлаған. Бөтә кеше күрәҙәсе түгел бит. Бер тимер киҫәге алып, әллә ни ныҡ та булмаған күгәнде шаҡарып ырғытты ла инде, мөйөштә ятҡан яҫтыҡты шәйләне һәм шуға башын һалыр - һалмаҫтан йоҡлап та китте, ныҡ арып - талыуҙан бер - ни белмәй әүен баҙарына батты.

Иртә менән мал ҡыуған берәү күгәндең ысҡынып, йоҙағы менән ҡуша һәлберәп торғанын күреп ҡалып, тәүҙә тәҙрә аша эскә күҙ һалған. Мөйөштә йомарланып ятҡан кешене төҫмөрләп, бур төшкән тип уйлап, ул сығып ҡасмаһын өсөн ишекте тыштан терәткән дә халыҡты йыйырға керешкән. Тыштығы шау - шоуға Батырша уянып китте. Бер - нисә кешенең ишеккә ҡарай атлағандарын күреп ҡалып, ишек асылған ыңғайы бер - икәүһен һөрә төртөп сығып урманға ҡарай йүгерҙе был. Артынан өс - дүрт һыбайлы ҡыуа төштө һәм уратып алып тотоп алдылар...

Каземат камераһы эсендә көн иткән Батырша бына ошоларҙы күҙ аллап ултырҙы, шунан һуң, был ваҡиғаларҙы батшабикәгә төбәлгән хатнамәһенә өҫтәп керетеп, артабан бәйнә - бәйнә яҙыуын дауам итте. Ошо яҙыу - һыҙыуҙы оҙағыраҡҡа һуҙырға тырышты тотҡон, сөнки, беренсенән, ошолай мәшәҡәтләнеп ултырһаң - ваҡытттың үткәнен һиҙмәй ҡалаһың, икенсенән, үткәндәрҙең яҡты көндәрен ҡабаттан иҫләп алыу ниндәйҙер көс биргән кеүек. Ә ул яҡты көндәр, иң беренсе нәүбәттә, ғаиләһе, балалары менән бәйләнгән. Уңды ул ҡатынынан: үҙе баҫалҡы, үҙе уҡымышлы: аяттарҙы ул көйләп, еренә еткереп уҡығанда - ҡайһы бер муллаларың ары торһон. Һылыулығы күҙҙе ҡыуандырһа, егәрлеге - хужалыҡты нурға күмде. Тиктормаҫ Зөлбохар ихатаны ла , өй бүлмәләрен дә тулы тәртиптә тотто: өй алды баҡсаһын сәскәләргә күмде, тик йылынған һыуҙарҙы ғына һипте, көн һайын ҡый үләндәрен утап торҙо. Эше бөтһә - уларға оҙаҡ ҡына ҡарап ултыра торғайны. Бына ошо ғәҙәти көндәр, матур бер төш кеүек, мейелә яғылып ҡалған. Бәхетле һәм мул йәшәүгә әҙәм балаһы бик тиҙ өйрәнә икән. Бындай ваҡытта доньяң теүәлләнә, ҡайҙалыр, кемдер михнәт күрә, йә ас - яланғас йөрөйҙөр, тигән уйҙар инеп тә сыҡмай башҡа. Ас хәлен туҡ белмәй, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Ҡыҙыҡ: баҡсала эшләп йөрөгән саҡтарында шул сәскәләре менән һөйләшеп алырға ярата торғайны ҡатыны. Балаларына ҡыҙыҡ был, һорайҙар: “ Инәй, нишләп сәскәләр менән һөйләшәһең ? Улар барыбер бер ни ҙә аңламайҙар бит! Әсәләре: “ Эй, балалар, улар барыһында аңлайҙар, хатта үҙ - ара һөйләшеп ултыралар, тик беҙ генә ишетмәйбеҙ. Сәскәләр һеҙҙең һымаҡ уҡ тере йәндәр: шытып яралалар, үҫәләр, сәскә аталар, ҡороп үләләр. Уларҙың ғүмере бик ҡыҫҡаҡ, шулай ҙа ҙур файҙа килтерәләр: бал ҡорттарын, һеҙ белмәгән башҡа төрлө бөжәктәрҙе туйындыралар, ҡороп бесәнгә әйләнһә - малыбыҙ көйшәй. Уларға ҡарап һоҡланып үҙебеҙҙең кәйефтәребеҙ күтәрелә һәм шул кәйеф көн дауамында һаҡлана.”

Батыршаның уй - фекере тотолған көн ваҡиғаларынан һуңыраҡҡа күсте. Өмөт бағлағайны ул Сөләймән старшинаға - өмөтө аҡланманы. Старшина йомшаҡ һөйләште, әммә ҡатыға ултыртты, этап буйынса йәһәтләп ебәреп ҡотолоу сараһын күрҙе. Һаҡ аҫтында Ырымбурға оҙатты. Батыршаның тотолғанын үҙ күҙҙәре күреп бик ҡыуанды генерал - губернатор. Үҙе һорау алып һындырырға самалағайны Неплюев - килеп сыҡманы. Меҫкен хәлендәге “ кисәге “ боласы ҡурҡып - өркөп барманы, үҙен батырҙарса тотто. “ Мин тик батшабикә менән һөйләшергә теләйем, шуның эргәһенә ебәрегеҙ, - “ тип бер үк һүҙҙе ҡабатлап тик торҙо. Бер ниндәй ҙә яуап алмаҫын һиҙгән генерал - губернатор:

- Бөгөн - 12 август. Һинең кисәге көндән башлап Ырымбур төрмәһендә буласағың тураһында рапорт Сенатҡа китте, яҙмышыңды улар хәл итәсәк,-“ тип Батыршаға әйтеп сығып китте. Ошо көндән башлап артабан оҙатыласаҡ көн аралығында Батыршаны берәү ҙә бимазаламай, һорау алыуҙар бөтөнләйгә туҡтатып торҙолар. Йән аҫырарлыҡ ашатып торалар.

Ә 9 сенябрь көнө: “ Тотҡондо Санкт - Петербургҡа Йәшерен Канцелярия ҡарамағына көслө һаҡ аҫтында оҙатырға, “ - тигән Сенаттың указы Ырымбурға килеп еткәндән һуң уны мул ғына итеп ашатып - эсерә башлайҙар. Бар эштәр капитан Волковский етәкселегендә башҡарыла. Ул тотҡондо башҡалаға оҙатырға тәғәйенләнгән икән. Этапты ойоштороу өсөн генерал - губернатор канцелярияһы аҡса бүлә. Батырша өсөн башы ябыулы арба әҙерләнә, күлдәк - ыштан, кәпәс - түбәтәй, тун, бейәләй һатып алына. Ул тере һәм теремек көйө башҡалаға барып етергә тейеш. Быға капитан Волковский башы менән яуап бирә, тотҡон юлда ҡасып китһә, йә берәй сәбәптән үлеп ҡуйһа - капитандың башы төрмәлә серейәсәк. Уның кеҫәһендәге инструкцияла был турала бик аныҡ яҙылған. Бына ошондай ваҡ - төйәк мәшәҡәттәр менән тағы айға яҡын ваҡыт үтеп китте.

Ниһәйәт, 10 сентябрь көнө конвой, Ырымбурҙан сығып, башҡалаға ҡарай юл алды. Оҙатып барыусылар - атлы драгундар һәм казактар, уларҙан башҡа капитан, унтер офицер һәм капрал. Һәммәһе етмеш хәрбиҙән торған ҡарауыл. Батырша эргәһендә, көймә эсендә, даими дүрт һаҡсы. Алмашлап көнө - төнө күҙ яҙҙырмаҫтан һаҡлайҙар быны.

Юл ахыры Санкт - Петербург булһа ла уға етә алмай туҡтарға тура килде. Яҙмыш һәм тәҡдир тигән нәмә ил хужаларының күрһәтмәләренә бойһонмай икән. Һыуыҡ тейеүҙәнме, әллә ел һуғыуҙанмы, әллә юл һуғыуҙанмы Батырша ауырып китте. Юл һуғыуы ла бик ихтимал. Ырымбурҙан Һамарға, унан Арзамасҡа, унан Муромға, унан Владимирға, унан Мәскәүгә ай буйы һикәлтәле юлдарҙан һиңкеп - ырғып барып ҡара әле! Үлеп ҡуйһа - эш һәләк, шул бер башың менән яуап бирәсәкһең. Был хәл конвой етәкселәрен ҙур хафаға һалды. Көс - хәл менән Мәскәүгә килеп етеп ауҙылар һәм Мәскәүҙең үҙендә ҡалдырырға, тигән ҡарарға килделәр. Бер аҙ тын алғас Йәшерен канцелярияның ҡушыуы буйынса тотҡондо Шлиссельбург төрмәһенә күсерҙеләр һәм һорау алыуҙы башланалар. Бында ла Батырша батшабикәгә генә әйтер һүҙем бар, тип яуап биреүҙән баш тартты, аудиенция һораны. Уға: “ Елизавета Петровна ауырый, әйтер һүҙҙәреңде аҡ ҡағыҙға яҙып бир, беҙ алып барып тотторорбоҙ,”- тип вәғәҙә бирҙеләр. Ышанды Батырша, ышанмай ҙа ҡайҙа бараһың ? Шуға күрә тырышып - тырмашып әйтергә теләгәндәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә башланы.

Тотҡон менән төп тәфтишсе Александр Турченинов эшләй. Ул - крәшин татары. Телен онотмаған әле, тик күп һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнә алмай. Дөрөҫ итеп яҙып, тәржемә итер өсөн эргәһендә тылмас ултыра. Ильяс Моратов, тип өндәшәләр был утыҙы ла тулмаған йәш ир - егеткә. Батырша эргәһендә йөрөгән берҙән - бер мосолман, үҙен бик ябай тота. Башҡортса таҙа һөйләшкәненә аптырап, Батырша уның кем,ҡайҙан икәнен, тәүге осрашҡанда уҡ, ҡыҙыҡһынып һорағайны.Уның ысын күңелдән яуап биреүе, бөхтәлеге Батыршала был кешегә ҡарай ышаныс уятты. Күңеле һиҙә: насар әҙәм түгел был, Мәскәүҙә урыҫтар араһында йөрөһә лә - боҙолмаған. Үҙен бик итәғәтле итеп тота, асылып һөйләшеп бара, фиғел - холҡо аша әллә ҡайҙан башҡорт икәнлеге күренеп, ҡысҡырып тора. Бер саҡ Турченинов ҡайҙалыр барып килгән арала Батырша үҙе Ильясҡа һорауҙар биреп ташланы, тегенеһе аптырап торманы бирелгән һорауҙарға аныҡ һәм ҡыҫҡа итеп яуап бирҙе:

Наши рекомендации