Федор Иванович батша заманы 5 страница

Шуйскийҙың әсиргә алынғанын ишеткән баярҙар думаһы поляктарҙы һуғышһыҙ - ниһеҙ Мәскәүгә, Кремлгә керетте һәм Польша короле Сигизмундтың улы Владиславты Рәсәй батшаһы итеп иғлан итте.

Тик Рәсәйҙә тынлыҡ барыбер урынлашманы, киреһенсә оторораҡ яҡҡа боролоп китте. Халыҡ, поляктарға ҡаршы көрәшеү маҡсатында, ополчение отрядтары төҙөй башланы. Прокопий Ляпунов, Трубецкий етәкселегендәге отрядтар поляктарға ҡаршы һуғышҡа сыҡты, ләкин генераль бәрелештә еңелде.

Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Козьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендә Икенсе ополчение төҙөлдө. Был ғәскәр Мәскәүҙе баҫып алып, артабан да уңышлы һуғыштар алып бара торғас, поляктарҙан илде тулыһынса азат итте. Мәскәүҙе ҡурсылауҙа башҡорттар ҙа ҡатнашты.

Походтан һуң бөрйәндәр ошондай хәбәр алдылар: 1613 йылдың 11 июлендә Земский собор ун ете йәшлек Михаил Романовты Рәсәй батшаһы итеп һайлаған. Яңы һайланған батшаның атаһы Филаретты поляктар әсирлектән азат итеп, ҡайтарып ебәргәндәр. Филарет Романов, Иван Грозныйҙың сыбыҡ осо туғаны, патриарх итеп һайланған.

Ошо ваҡыттан башлап рус дәүләте ике Романов тарафынан идара ителә башланы. “Болғаныш” дәүере бына ошолай тамамланды.

Бүлек

Бөрйәндәр илендә

Бөрйәндәрҙең бейе Иҫкебей яҡын-тирәләге күп ваҡиғалар тураһында ишетеп-белеп йөрөй. Башҡорт ерендә рустар ҡалалар, ҡәлғәләр төҙөйҙәр. Һәйбәт яғы бар: сауҙа үҫә, аралашыу күбәйә. Насар яғы шул: ҡала - ҡәлғәләр башҡорттарҙы ҡул аҫтында тотоу терәгенә әйләнде, Һәр береһендә хәрби командалар тотола һәм улар йыл һайын күбәйә бара. Өфөнән урап ҡайтҡас та бына шулар тураһында уйланып ултыра ине әле ул.

Тышта тоноҡ ҡына ир-ат тауышы ишетелде:

- Еңгә! Тархан өйҙәме?

- Өйҙә булырға тейеш. Яңы ғына ошонда йөрөй ине - инеп киткәндер,тим.

Был тауышты танып тора Иҫкебей. Ҡоломбәттеке ул.

Ишек төбөндә дәү кәүҙәле Ҡоломбәт күренде.

- Әссәләмәғәләйкүм, хөрмәтле тархан! Инергә мөмкинме ?

- Үә ғәләйкүмәссәләм, Ҡоломбәт ҡустым! Үт был яҡҡа, яҡынлап ултыр!

Ҡул бирештеләр, биттәрен һыйпап алдылар.

Ҡоломбәт хәҙер - мең башы булып йөрөй, Иҫкебей үҙе тәғәйенләп ҡуйҙы, сөнки ышаныслы егет. Мәскәүгә барып ҡайтҡанда ла үҙен һанатманы. Юлда асыҡманы лы, һыуһаманы ла, мыжыманы ла. Икенсе яҡтан өс туған ҡусты килеп сыға. Шуныһы ла бар: үҙеңдекенә теләһә-ниндәй йомошто тертләмәй, ҡурҡмай ҡушырға була.

- Өфөнән нисек йөрөп ҡайттың, Иҫкебей ағай?

- Ҡапылдә һәйбәт әле. Юлда артыҡ ауырлыҡтар сыҡманы.

- Өфө яғындағы урмандар алтынланғандыр инде? Көҙ килде бит.

- Эйе, ул яҡта ла япраҡтар ҡойолоп бөтөп бара.

- Яҫаҡты мәшәҡәтһеҙ тапшыра алдығыҙмы һуң ?

- Йәһәт тапшырҙыҡ был юлы. Тик шуныһы: йәнлек тиреләрен ташып йөрөгән ваҡытта, күрмәй ҡалғанбыҙ, бер нисәһенә “айыу майы” һөртөп өлгөргәндәр. Осона сығып булманы. Ундағы санауниктар бер аҙ нығынып алһа - мутлашыуға, алдауға, талауға, урлашыуға тиҙ өйрәнәләр бер-береһенән отоп. Шулай итеп, байлыҡ йыялар тегеләр кеше елкәһендә.

- Ағай, ҡалала йәшәгән урыҫтар күбәйгәндер инде. Улар күпме икән?

- Күбәйгәндәр, әлбиттә. Өфө ҡәлғәһе төҙөлә башлаған мәлдә, биш - алты дворян, йөҙҙән ашыу стрелец һәм пушкарҙар булған, тиҙәр. Шуларҙы йөҙгә ҡабатлаһаң - хәҙерге һан уртаса дөрөҫ килеп сыға.

- Башҡа олоҫтар ҙа барғандыр инде?

- Барғандар, әлбиттә, нишләптер бөтәбеҙгә лә бер тирәлә барырға ҡушалар, ҡабул итеүселәргә шулай уңайлылыр, күрәһең. Үҙең уйлап ҡара: беҙҙең Нуғай даруғаһында ғына утыҙ олоҫ. Себер даруғаһында - 25, Казандаҡында - 17, Юсала - 5. Һәммәһе - 77 олоҫ. Шуға күрә яҫаҡты ҡабул итеү аҙнанан ашыу ваҡыт бара. Үҙегеҙ имен-һау торҙоғоҙмо?

- Аллаға шөкөр! Имен - аманбыҙ әле.

- Ҡоломбәт ҡустым! Ҙур ғына йомош төшөп тора әле үҙеңә. - Иҫкебей тамаҡ ҡырып алды. - Ҡайһылай итеп осрашып һөйләшеп алырға инде, тип уйлап ултыра инем - үҙең килеп индең, ҡайһылай шәп булды!

- Тыңлайым, Иҫкебей ағай!

- Минең игеҙәк малайҙар һиңә таныш бит инде. Урал менән Ирәндекте әйтәм. Икеһенә лә ун алты йәш тулып үтте.

- Беләм ул малайҙарҙы! Мәскәүгә барып әйләнгән йылы тыуҙылар. Үҙең ике тауҙың исемдәрен сабыйҙарға ҡуштырғайның.

- Эйе, тап шулай. Ошоға тиклем ҡартаталарының өйөндә белем алдылар. Ябай ғына әйткәндә, әлеп-пей-тей-сейҙы һәйбәт беләләр. Хәл барҙа - артабан уҡытырға иҫәп бар ине. Үҙең күреп йөрөйһөң: арабыҙҙа уҡыған абыҙҙар юҡ иҫәбендә. Ошо малайҙарҙы Бохара өлкәһендәге Сәмәрҡандҡа ебәреп, уҡытырға ине.

- Бәрәкалла! Һөнәрле ир үргә оса, һөнәрһеҙе - күлгә оса, тигән мәҡәл дә бар бит әле, Иҫкебей ағай.

- Эйе. Белемле - уҙыр, белемһеҙ - ятып туҙыр, тип тә әйтәләр. Ирәндек ситкә китеп уҡырға шатланып риза булды. Ә бына Уралдың бер ҙә барғыһы килмәй.

- Нишләп? - Ҡоломбәт аптырай биреп ҡуйҙы.

- Ниәте икенсе. Мине, ти, олоҫ өйөнә писарь ярҙамсыһы итеп ҡуй! Урыҫса яҙырға, уҡырға саҡ ҡына беләм, артабан өйрәнергә кәрәк. Беҙгә урыҫса белгән старосталар, старшиналар күп кәрәк! Үҙең дә олоғайҙың, тора-бирә һине лә алмаштырырға ваҡыт етеүе мөмкин, тип шаяра.

- Урал ҡусты үҙе теләгәс - нисек ҡаршы бараһың инде! Ниәт ғәмәлдән артыҡ, тиҙәр. Ыңғайына булдыңмы шунан?

- Эйе, булдым, ризалыҡ бирҙем. Ә бына Ирәндекте Сәмәрҡандҡа улып барып, урынлаштырып ҡайтырға кәрәк ине. Ҡустым! Ошо эште башҡарырға һинән дә ҡулайыраҡ кеше юҡ! Биш-алты ҡораллы егеттәрҙе эйәртеп, барып әйләнә алмаҫһыңмы?

- Барам, ағай, барам! Нишләп бармай ти! Бер һүҙһеҙ барам! Ҡасан сығырға кәрәк һуң?

- Ике көндән. Мыштырларға ваҡыт юҡ!

- Әле егеттәр ҡайҙа ? Күренмәйҙәр түгелме ?

- Йомран тоторға, тип сығып киткәйнеләр. Шунан, килештекме, ҡустым ?

- Ярай, ағай, килештек. Улайһа - ҡайтайым, ышаныслы егеттәр менән һөйләшәйем, әҙерләнәйем.

Ике көндән һуң, Ирәндек Иҫкебей уғлын оҙатып барыусы атлы төркөм Урта Азияға ҡарай юл алды. Ирәндек, Сәмәрҡанд мәҙрәсәһенә уҡырға ҡалып, бер-нисә йылға бөрйәндәр иленән юғалды.

Ә игеҙәктәрҙең икенсеһе - Урал тыуған ауылы Тарауыл да ҡалды. Китмәүенең сәбәбе бар: ауылда берҙән-бер урыҫ нәҫеленән булған писарь Юрий Воровскийҙың ҡыҙы Софья менән дуҫ булып йөрөй, ярата ул ул ошо һары сәсле ҡыҙыҡайҙы. Софья үҙе башҡортса тап-таҙа һөйләшә, Уралды русса һөйләшергә өйрәтеп алды, хәҙер инде уҡырға-яҙырға өйрәтә башланы. Егет Софьяның атаһы Юрий Ивановичтың ярҙамсыһы булып китте, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы ике телдә тултыра, кәрәк булһа - тәржемәи эш менән дә шөғөлләнеп ала. Воровский һүҙҙәренә ҡарағанда, Аллаға шөкөр, тәржемә эше матур ғына килеп сыға икән.

Шулай тормош мәшәҡәттәре эсендә йөрөй торғас, ике йыл ваҡыт “һә” тигәнсе үтеп китте. Урал Софьяға өйләнде, айырым өй һалып сыҡты. Өйҙө ауылдан ситтәрәк матур сиҙәмле ергә ултыртты ул. Эргәһенә өй һалыусылар табылды. Был ерҙә Яңы Тарауыл ауылы хасил булды.

Яңыраҡ ҡайныһы Воровский писарлыҡ эшен кейәүенә тапшырҙы, үҙе ял итергә булды, ахрыһы, бәлки, йыбанып та киткәндер.

Бер көнө, бөтөнләй көтмәгәндә, Ирәндек имен-аман көйө ҡайтып төштө. Ҡыуанысынан Иҫкебей, бәләкәй көсөк тауышы сығарып илап алды, уға ҡатыны ҡушылды. Ҙур шатлыҡты бүлешер өсөн, туған-тумасаларын мәжлескә йыйҙы аталары, шунан өйҙән- өйгә күсеп ҡунаҡ итешеү китте.

Бер аҙнан һуң, Иҫкебей сәй мәжлесенә Урал улын, Софья киленен сәй мәжлесенә башҡа туғандарынан айырым саҡырҙы. Ишек алдында ҡаршы алды Ирәндек Уралды.

- Нишләп бер үҙең? Суфыя ҡайҙа? - тип һораны Ирәндек.

- Ауырлы бит, ауырып тора әле ул. Шуға килә алманы.

- Шулай мы ни? Улай булғас, һиңә, Суфыяға, әгәр иҫәпкә алһағыҙ, бер тәҡдимем бар: ҡыҙ бала тыуһа - Гөлнарат, тип исем ҡушығыҙ, малай булһа - Баймаҡ, тип. Был исемдәрҙе ҡараҡалпаҡтарҙа булғанда ишеттем мин, яңғыраштары матур, икенсенән, был яҡтарҙа ундай исемдәр осрамай. Гөлнарат - ҡарағай сәскәһе, тигән мәғәнәлә йөрөй. Нарат - беҙҙеңсә ҡарағай ағасы. Ә Баймаҡ - быйма баҫыусы тигәнде аңлата. Икенсе мәғәнәһе - йүнсел.

- Инегеҙ, нишләп ишек төбөндә туҡтанығыҙ, - тип тауыш бирҙе әсәләре, - сәй эсеп ултырғанда һөйләшер инегеҙ!

Сәй мәжлесенә ултырҙылар.

Ирәндек абыҙ сәй алдынан әрүәхтәргә бағышлап, аят уҡырға булды. “Бындай матур итеп, көйләп аят уҡый белгән муллалар бында бик һирәк, тик нишләптер күңеле ҡырға тарта”, - тип уйлап алды Иҫкебей. Ошонан һуң ул үҙ ҡулы менән ҡымыҙ ҡойоп таратып бирҙе, ил яңылыҡтарын һөйләп алды һәм үҙ мәшәҡәттәре менән булышырға сығып китте. Артабанғы әңгәмә ике йәш кеше араһында дауам итте.

- Шулай итеп, һин Юрий Ивановичтың ҡыҙын да, эш урынын да алдың инде, - тип йылмайҙы Ирәндек. - Ҡайның ҡырын күҙ менән ҡарамаймы һиңә ?

- Юҡ! Урыҫтар араһында ла һәйбәт кешеләр бар икән, үҙеңдекендән артыҡ! Эш урынын ҡайным үҙе көсләп бирҙе. Өлкәнәйеп тә китте инде бер яҡтан.

Килеп ингән Иҫкебей һүҙ аҙағын ишетеп ҡалды.

- Һин, Урал улым, писарь булып оҙаҡ ултырырға уйлама, тиҙҙән старшина итеп ҡуясаҡбыҙ, - тип аңҡартты Иҫкебей. - Үҙ урыныңа писарь эҙлә һәм өйрәт! Тағы, Бөрйән ырыуы башы вазифаһында мине кем алмаштыра? Һин, әлбиттә.

- Нишләп мин дә мин. Ирәндек тә бар бит!

- Ирәндек тағы ситкә китергә самалай, һиңә әйтмәнеме әле?

- Юҡ әйтмәне. Ирәндек! Атай ысынды һөйләйме?

- Эйе, атай дөрөҫтө әйтә, - тип Ирәндек һөйләп алып китте. - Көнсығыш илдәренә сәйәхәткә сығып китергә булдым мин. Белемемде артабан арттырырға иҫәбем бар. Урта Азияның уҡымышлы һәм бөйөк ғалимы Ибн Сина бер ыңғайҙан табиб та, астроном да, билдәле шағир ҙа булған. Настрадамус исемле табиб күрәҙәселек менән шөғөлләнгән һәм уның әйткәндәре гел тап килгән - шуныһы ғәжәп. Шуның тәғлимәттәрен ныҡлап өйрәнәһе бар, барыһын да белге килә. Бында үҙемде ҡыҫыңҡы урында торғандай тоям.

- Үҙең беләһең, Ирәндек! Ауыртмаған яғыңа ят! “Тырышҡан - табыр, эшләгән - ҡабыр”, тигәндәй, ер тырнамаған тауыҡтың тамағы туймай, күңеле булмай ул. Һинең һымаҡ уҡымышлылыр китаптарҙа соҡсонмаһа - күңелдәре туҡ булмайҙыр, күрәһең.

- Уныһын дөп - дөрөҫ әйттең, Урал. Хәҙерге белем нигеҙе - дини белемде алдым. Ләкин мине фән, табиблыҡ эше ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Оҫта табиб мәлһеҙ үлемдән дә ҡотҡара ала. Беҙҙең яҡтарҙа, ошо Урал тауҙарында, күпме дарыу үләндәре үҫә. Кем таный? Таныған әҙәм балаһы һирәк. Иң еңел тип һаналған киҙеүгә ҡаршы ла көрәшә белмәйбеҙ. Урал тауы бөтмәҫ-төкәнмәҫ дарыу үләндәренән, ағастарынан, емештәренән тора. Күп кеше беҙҙә яҙлы -көҙлө һыуыҡ тейҙереүҙән ауырый. Әгәр һаҡлана белһәң, алдан уҡ һаҡланып йөрөһәң- ауырымаҫҡа була. Андыҙ менән Үгәй инә үләнененән дарыу эшләй белһәң - күп кенә ауырыуҙан ҡотҡара. Тик дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк. Уйлағаның юҡмы, нишләп бөрйәндәр үпкә ауырыуы менән ауырымай? Әйтәм: сөнки ҡымыҙҙы күп ҡулланабыҙ.

- Минең, мәҫәлән, саҡ ҡына һыуыҡ башланһа - тамағым шешә. Уны нисек дауалап була ?

- Иҫеңдә ҡалдыр, Урал. Әгәр тамаҡ шешһә: бер өлөш ҡайын япрағы, ике өлөш мәтрүшкә алаһың! Ҡайнар һыуға һалаһың да ярты сәғәт тотаһың! Шуның менән көн дә ашағандан һуң өс-дүрт тапҡыр тамаҡты сайҡатаһың! Дүрт көндә шеше ҡайтасаҡ.

- Ҡайһылай ябай ғына килеп сыға дауаланыу, - тип аптыраны Урал, - иҫләп ҡалайым әле, миңә бик кәрәк бит!

- Тағы бер ысул бар, - тип дауам итте Ирәндек, - йүкә сәскәһен бер өлөш, болан күҙе сәскәһен өс өлөш итеп алаһың һәм ҡайнар һыуға һалып тотаһың. Шуның менән тамаҡты сайҡатаһың!

- Ҡайнымдың быуындары һыҙлай. Уны нисек дауаларға була?

- Тегәнәк тамырынан, аҡтамыр үләненән, юшан үләненән төнәтмә эшләп эсәһең! Тик был үләндәрҙе алдан әҙерләргә кәрәк.

- Аңлашылды, Ирәндек! Рәхмәт. - Урал бер аҙ фекер туплап торҙо. - Әйт әле миңә: китергә булған уйыңды атайға әйткәс - асыуланманымы ?

- Асыуланманы, хатта бөтөнләй ҡаршы ла килмәне. Күңелең ҡырға тартҡас - кит! Тик телеңде, илеңде онотма, мосолман донъяһына файҙа килтереп йөрө, тине.

- Ҡайһы яҡтарға юл тоторға уйлайһың ?

- Суриәгә, шунан Мысыр иленә.

- Ниндәй ҡыҙыҡ табырға уйлайһың ул сит - ят ерҙәрҙә, -тип аптырап һораны Урал, - ул яҡтар беҙҙең яҡ менән бөтөнләй бәйләнмәгән бит.

- Бәйләнгән. Мәҫәлән, Алтын Урҙа ваҡытында Мысырға йыш ҡына башҡорттар ҙа барып юлыҡҡан. Шундайҙарҙың береһе - Ғилметдин Санжар әл-Башҡорди Мысырҙа әмир, беҙҙеңсә ил батшаһы булып торғанлығы билдәле. Тағы бер башҡорт Насретдин әл-Насыри шул илдә күренекле ғалим, әҙип булып танылған. Ләкин күп шиғырҙары, сәсмә әҫәрҙәре билдәһеҙ. Бына шуларҙы табып, илебеҙгә ҡайтарырға ине. Был башҡорт тарихының бер өлөшө һәм ул мәңгелеккә юғалыуы мөмкин.

- Ай-һай! Уйҙарыңды тормошҡа ашыра алһаң ярай ҙа һуң...

Ике бер туғандар ҡояш батҡансы һөйләшеп ултырҙылар. Был әңгәмәләшеүҙең һуңғы тапҡыр икәнен икеһенең дә күңеле һиҙмәй ине әле.

Иртәгәһе көндө Ирәндек абыз яҡшы атҡа атланып, оҙон һәм мәшәҡәтле юлдарҙан торған сәфәргә сыҡты. Бөтә ауыл менән оҙаттылар уны. Атҡа менгән егет - елкенсәк бер - нисә саҡрым эйәрә барып, оҙатып ҡуйҙы.

Ирәнлек китеүгә ай ярым ваҡыт үткәс, Уралдың улы тыуҙы. Аҡ йөҙлө, йәшел күҙле малай төҫө менән күберәк әсәһе яғына тартҡан ине.

- Атайым мине старшина итәм, ти. Бына ҡайҙа старшина ята ул, - тип йәш атай булған Урал үҙ алдына һөйләнде. Мулла яңы тыуған сабыйҙың ҡолағына “исемең Баймаҡ булыр”, тип өс тапҡыр ҡысҡырҙы, аяттарын уҡыны.

Улы тыуғандан һуң Уралдың эшендә бер-ни тиклем үҙгәрештәр булып алды. Улары шунан ғибәрәт: атаһы Иҫкебей уны старшина итеп ҡуйҙы. Ул эштә өйрәнеп кенә бөткәйне, бейлекте уға тапшырҙы. Шулай итеп, Урал Иҫкебей уғлы бөрйәндәрҙең ырыу башы булып китте. Софьяны писарь итеп, Ҡоломбәт ағайын старшина итеп тәғәйенләне. Шул арала Софьяның ата- ңәсәһе бер- бер артлы гүр эйәләре булып ҡуйҙы..

Иҫкебей ҡартты ла эшһеҙ тыныс ҡалдырманылар. Аҡһаҡалдар йыйыны уны Бөрйән олоҫо аҡһаҡалдарының “ҡор башы” итеп һайланылар.

Ә Баймаҡ ике өй араһында йөрөп үҫеп килә. Ҡартатаһы бер ҡолон эйенселәгәйне уға. Шуны, нисектер ҡулға эйәләтеп алып, ҡолон көйөнсә менеп йөрөй, шайтан!

Көндәрҙең береһендә Софья иренә тәғәйенләнгән сурғышлы пакет тотторҙо.

Ҡағыҙҙа һәр ырыуҙан Мәскәүгә йөҙ иллешәр һыбайлы ебәрергә ҡушҡандар. Маҡсат: Мәскәүҙе Польша һәм Щвеция илбаҫарҙарынан азат итеү. Иң аҫта ике ҡултамға:

Глава “Совета всея Руси”, правитель

Дмитрий Пожарский.

Товарищ главы всея Руси, член боярской думы

Кузьма Минин.

Тағы бер ҡағыҙҙа Өфө воеводаһының күрһәтмәһе:

- Хәрби төркөмдәрҙе тулыһынса ҡоралландырырға һәм етерлек провиант менән тәьмин итергә;

- Августың беренсе яртыһында Өфөгә килеп етергә;

Ҡоломбәт старшин йыйылма отрядтың башы итеп үҙенең улы Әүәлбайҙы тәғәйенләне һәм егеттәр, әҙерләнеп бөтөп, Өфө-Мәскәү яҡтарына ҡарай юлға сыҡтылар.

Рус хөкүмәтенә башҡорттар тарафынан хәрби ярҙам күрһәтеү бына ошолай һәм ошо ваҡыттан башланып китте.

Мең һуғышсынан торған Урал аръяғы башҡорттарының ополченинһы Өфө аша Мәскәүгә яҡынлап, Ҡасим ҡалаһы татарҙары отрядына ҡушылдылар һәм рус ополчениеләре менән бергә илбаҫарҙарҙы илдән ҡыуыуҙа тос өлөш индерҙеләр.

1612 йылдың 22 октябрендә ополченецтар Китай - городты, 26 октябрҙә Кремлды поляк һәм швед илбаҙарҙарынан тулыһынса азат иттеләр.

Бүлек

Баймаҡ старшина

Башҡорттарҙа яҙ һәм көҙ көндәре йыйын йыйыу борондан килгән йолаға әйләнгән. Кәрәк ваҡытта һәр ауыл йәки ырыу уны үткәрә ала. Бер-нисә ырыу вәкилдәре ҡатнашҡан йыйылыштар ҙа була. Уныһы - “ҡоролтай” тип атала һәм биш-алты, ун йылға бер үткәрелеп, бөтә ырыуҙарҙарға ҡағылған дөйөм мәсьәләләр ҡарала.

Тап бына ошондай яҙғы йыйындың береһен үткәрергә самалай Баймаҡ старшина. Ҡайһы ерҙә үткәрергә? Бына шул турала уйланып ултыра старшина. Ә йыйында бик мөһим мәсьәлә ҡараласаҡ: яңы урынға күсеп донъя ҡороу.

Баймаҡ старшинаның тәҡдиме бар: ҡыҫыңҡы тау - таш араһынан сығып, далаға тартым яҡҡа күсергә ине. Шул уйҙы йыйындан хуплатып - күсеп китеү. Әлбиттә, кем теләй, тик шул эйәрә. Кем теләмәй Ҡана, Ағиҙел буйҙарында ҡалһын әйҙә! Ҡайһы яҡтарға күсенергә белә ул, арҡыры-буй ҡарап сыҡты. Таналыҡ йылғаһының урта ағымы тирәһендә, Ирәндек буйында шәп урындар бар, шул яҡҡа күсергә ине.

Наши рекомендации