Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 3 страница

- Ә ниңә һуң башҡорттар ураған һайын баш күтәргәндәр ? Тағы нимә етмәгән, нимә оҡшамаған ?

- Аҡ батша ваҡытында бер ниндәй бола булмаған, сөнки ул батша бер ваҡытта ла “ килешеүҙе “ боҙмаған, башҡортто ҡыҫмаҡламаған. Унан һуңғы батшалар ғына эште боҙғандар, башҡорт иҫәбенә йәшәргә самалағандар, яҫаҡты арттырғандар, ерҙәрҙе баҫып ала башлағандар, көсләп суҡындырыу башланып киткән. Бына ошо сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡҡан да инде боларыш, талаш – ҡуҙғыш.

- Күп кешене суҡындыра алғандар микән, ә ? – Бикбулат ҡартатаһына яҡыныраҡ шылып ултырҙы.

- Мин элегерәк күп тә түгелдер, тип уйлап йөрөй торғайным – яңылышҡан булғанмын икән. Яман хәбәр тиҙ йөрөүсән, шуға күрә быныһы ла билдәле булды миңә. Утыҙ бишенсе - ҡырҡынсы йылдарҙағы ихтилал баҫтырылғандан һуң 10 меңдән ашыу башҡорт көсләп суҡындырыла.

- Ә суҡындырылған башҡорттар ҡайҙа һуң ? Беҙҙең арала күренмәйҙәр түгелме һуң ?

Ҡарт “ ыһ “ тигән ауаз сығарып , ауыр тын алды ла, артабан дауам итте:

- Үҙең уйлап ҡара: нисек итеп суҡындырылғандарҙы мосолмандар араһына кире ҡайтарып ебәрәһең инде ? Улай булһа баяғылар кире исламға күсеп ҡаңғырырҙар ине. Урыҫтар эште былай итеп ойоштора: суҡындырылғандарҙы крепостной крәҫтиән төркөмөнә күсерәләр һәм уларҙы урыҫ байҙарына таратып бирәләр. Шунан ни, ир – атты мәрйәләренә өйләндерәләр, ә ҡатын – ҡыҙҙы христиән динлеләргә кейәүгә бирәләр. Шулай итеп, ике - өс быуындан һуң баяғылар, теләйме – теләмәйме, урыҫлашып бөтәләр инде. Крепостной башҡортарҙы Ырымбур яғындағы урыҫ дворяндары хужалыҡтарында файҙаланғандарын күреп – ишетеп йөрөнөм. Белеүемсә, ул меҫкендәрҙе Мәскәү, Сембер, Ҡазан һәм шундай бихисап ҡалаларға алып киткәндәр. Уйла әле: шунан да аяныслыраҡ яҙмыш булыуы мөмкинме ?

Ҡартатаһын иҫенә төшөргәндән һуң Бикбулат тороп ултырҙы, ҡиблаға ҡарай әйләнеп, ҡартатаһының яҡты рухына аят уҡыны, баҡыйлыҡҡа күскән дуҫ – иштәрен, туған – тумасаһын иҫкә алды, үҙенә һәм башҡа тотҡондарға түҙемлек теләне. Ошонан һуң тамам тынысланды. Мине бынан ысҡындырмаҫтар инде. Ғәйеп тапмаһалар атайымды, бәлки, ҡайтарып ебәрерҙәр, шулай килеп сыҡһа - шәп булыр ине, тип фекер йөрөттө.

Артабан тотҡондар хәле тағы ла ҡатмарланды. Яйыҡ арьяғына ҡасып китеп , бәйләнеш өсөн тип ҡайтҡан Сәйетҡол юлда казактарға тап була. Ул Ялан Этҡолдың бер туған ағаһы. Тотолманы, беренсе юлы ҡасып ҡотола алды. Ирәндектә ҡасаҡ булып бер ай тирәһе йөрөп ҡалды - тотолоп ҡуйҙы. Йән аяулы, әлбиттә, ҡурҡышынан белгән – күргәндәрен бәйнә - бәйнә һөйләп бирәҙе. Шулай итеп, ептең осо һүтелә башлай. Берәр ҡат һорау алып бөткәс тә уны йәһәтләп Ырымбурға оҙаталар. Бында килгәс тә тегендә һөйләгәнен ҡабатлай, протоколға “ һәммәһе дөрөҫ яҙылды “ тип имза ҡуя. Кемдәр Исмәғил йәйләүендә ҡоролтайҙа ҡатнашҡан, кем етәкселек иткән, кем нимә һөйләгән, кем өндәмә хаттарҙы таратҡан - һәммәһен дә бәйнә - бәйнә һөйләп бирә был. Рухи көсһөҙлөгө өсөн кешегә бер нимә лә әйтеп тә орошоп булмай инде, ни тиһәң дә - йән ҡәҙерле, ә ғүмер берәү генә. Уны кем нисек үтә: гел генә һин уйлағанса, һин ынтылғанса, һин теләгәнсә генә килеп сыҡмай икән шул был тормошта!

Беренсе тапҡыр бөтә тотҡондарҙы тәфтишсенең бүлмәһенә бергә йыйҙылар. Сәйетҡолды иң һуңынан индерҙеләр. Власта тороусыларҙың маҡсаты берәү генә: тотҡондарҙы күҙләштерергә, һындырырға, йәһәтләп эште тамамлап ҡуйып, язаға тарттырырға. Һуңғы ингән тотҡондо Андрей Второв уртағараҡ, үҙе ултырған өҫтәлгә яҡыныраҡ баҫтырып ҡуйҙы. Үҙе, ҡәнәғәт йөҙ менән, ҡулдары бығауланған төркөм яғына боролоп башын сөйҙө лә, һорау алыуҙы тағы башлап ебәрҙе:

- Ну, Саитка. әйт әле: был басурмандар һиңә танышмы ?

- Таныш, таныш, ваше благородие. Бына ошоноһо – Бикбулат старшина, эргәһендә уның атаһы Алҡыш ҡарт, артабан сотник Исмәғил, - тип һанап китте ул, барыһы ла таныш, үҙебеҙҙең ағай – эне. – Сәйетҡолдың һәр әйткән һүҙен тәржемә итеп торалар, шунда уҡ протокол яҙылып бара.

- Кем бунтты башланы ?

- Бикбулат старшина башланы. Минең белеүемсә, ул ҡәһәрле Брагинды үлтереүгә ҡотортто, ойоштороусыһы ла ул. Исмәғил йәйләүендәге йыйылышты ла ул, Бикбулат старшина, йыйҙы һәм алып барҙы.

- Һин үҙең, Саитка, ҡатнаштыңмы был собраниела ?

- Эйе, ҡатнашырға тура килде. Ул турала түкмәй - сәсмәй барыһын да һөйләп бирҙем мин.

Тәфтишсе Второв Бикбулат старшинаға әйләнде:

- Йә, старшина, һин был һүҙҙәргә ҡарата нимә әйтәһең ? Танышмы һиңә был басурман ? Уның һүҙҙәрен йөпләйһеңдер ул ?

- Сәйетҡолды таныйым, йәштән шыйыҡ һәм шыймалаҡ кеше булды, ләкин ул һөйләгәндәр барыһы ла буш һүҙ ! Мин, “ Брагинды үлтерегеҙ, “ тип берәүҙе лә ҡотортманым. Ҡабатлап әйтәм: Кемдәр ғәйепле - улар ҡайҙалыр ҡастылар. Ә йәйләүгә Исмәғил сотник ҡунаҡҡа саҡырҙы. Иҫләүемсә, унда ул - был хәбәр булманы, шаярышып - көлөшөп ултырҙыҡ. - Старшина асыулы күҙ ҡарашын Сәйетҡолға төбәне.

- Врешь, каналья! Бөтә бунттың башы һиндә. Ә был яҙыу кемдеке тип уйлайһың ? Бында һинең имзаң тора, яҙыуы ла һинеке, нисек баш тартырһың икән, сволочь!

Бикбулаттың күҙенә үҙе яҙып таратҡан хаттарҙың береһен килтереп терәнеләр. Төрлө уйҙар йәшен тиҙлегендә башында буталды. Башҡаса ныҡышып, еңешеп тороуҙың файҙаһы булмаҫын аңланы ул. Күңеле менән был элмәктән бер ваҡытта ла ҡотолмаясағын һиҙҙе. “ Бөттө баш былайға киткәс! Э-эх, яңылыштым бит! Бер башлағас - икеләнмәҫкә кәрәк ине, өҙмәй - ҡуймай артабан дауам итергә кәрәк булған да бит! Улай яҡшыраҡ та булыр ине, бәлки. Үлһәң дә, һаҫыҡ зинданда түгел, дошман менән асыҡ алышта һәләк булаһың .“ Бына шулай уйланы ул һәм тотҡондарға ҡарап былай тине:

- Ағай - эне! Мине ғәфү итегеҙ, зинһар! Ошондағы язаларға дусар булып тороуығыҙҙа минең дә ғәйебем барҙыр, күрәһең. Сыҙарға башҡаса әмәл ҡалмағанға күрә ҡуҙғырға тура килде. Башҡаса танмағыҙ, минән һуң бөтәһен дә нисек булған шулай һөйләп бирегеҙ! Ғәйебемде уңайһыҙланмайынса асығыҙ, үпкәләмәйәсәкмен. Нисек кенә килеп сыҡһа ла - мин ҡотола алмаҫмындыр инде. Күберәген миңә һылтағыҙ, бәлки, хәлдәрегеҙҙе еңеләйтерҙәр, ә бәлки, тере ҡалырһығыҙ, Алла бирһә.- Шунан Второвҡа әйләнеп:

-

Бунтты мин башланым, мин Брагинды үлтерергә ҡуштым,- тип теҙеп алып китте,- башҡалар бында ғәйепле түгел, ә каналья - мин түгел - һин, сөнки...

Һүҙҙәрен әйтеп бөтөрә алманы ул, Второвтың эйәк ҡағыуы булды - иҙәнгә шаҡарып һалып туҡмай башланылар. Старшина, күпкә барманы, иҫтән яҙҙы. Һөйрәкләп алып сығып киттеләр. Ошо кис ул туҡмалыуҙарҙы күтәрә алмайынса, йән биреп туҡмалыуҙарҙан һәм был ғазаплы тормоштан бөтөнләйгә ҡотолдо.

Бүлек

О н

Бөрйәндәрҙең иләүенә карателдәр ябырылды. Ҡайҙа ҡарама һалдаттар, атлы казактар. Тау инженерының башына еткәндәр ҡасты - ҡотолдо.Ә бына күпселеге ҡатын - ҡыҙҙан, бала - сағанан торған ил ҡапыл ғына өйөн ташлап, мал - тыуырын эйәртеп сығып китә аламы ни ? Ҡорал тотҡан башҡорт ир -егеттәре лә күҙгә эленмәй хәҙер. Берәүҙәре ҡасты, икенселәре йәшенде, өсөнсөләре карателдәргә ҡушылып бергә йөрөргә мәжбүрҙәр. Һуңғыларына ныҡ контроль ҡуйылған. Рөхсәтһеҙ бер аҙым атларға хоҡуҡтары юҡ. Йәшенеп кенә ҡотолорҙай ҙа әмәл күренмәй. Көн дә тейерлек карателдәр һәр өйҙө тентеп торалар, һәр ауыл, һәр йәйләү күҙәтеү аҫтында. Бында подполковник Исаковтың командаһы менән 1300 һалдат һәм казактан торған Бахметов командаһы хәкимлек итә. Маҡсаттары билдәле: шиклеләрҙе тоторға, ҡасып барғандарҙы кире ҡайтарырға, башлап йөрөүселәрен беренсел һорау алып ғаиләләре менән ҡушарлап Ырымбурға ебәрергә, мал -тыуарҙарын, мөлкәттәрен баҫып алырға. Һәр ерҙә туҡмап, язалап башҡорттарҙан ҡон алыу башланды. Үс алыу менән ҡон алыу араһында айырма ҙур: үсте бер - нисә кешенән алырға була, ә ҡон алыу киң масштабта меңәрләгән кешене үлтереп үс алыуҙы аңлата.

Байморат, Бикбулат старшинаның улы, атаһын ҡулға алған көндө үк аңланы: был тиклем хәрби көс тиктомалға ғына килмәгән, ә ҡырып һалыр өсөн. Атаһы, Бикбулат старшина: төп ғәйепте бер - нисә батырға һылтап илде ҡотҡара алырбыҙ, санауниктар килеп тикшерерҙәр ҙә ҡайтырҙар, тигәйне, яңылышҡан икән. Ырымбур власе ашығыс рәүештә Бөрйән олоҫон хәрби көс менән тултырҙы. Ҡурҡмай - өркмәй генә бәҙрәфкә барып әйләнерлек тә мөмкинлек ҡалманы. Тағы шуныһы аптыратты: ҡулға алынған башҡорт старшиналары һәм йөҙбаштары урынына ситтән килтереп властарға тоғро булған мишәрҙәрҙе тәғәйенләй башланылар. Байморат барыһына ла төшөндө: ҡасмаһа - атаһы кеүек тоҙаҡҡа эләгәсәк, Ырымбурға һаҡ аҫтында оҙатыласаҡ, ә унан ошоға тиклем берәүҙең дә имен - аман ҡайтҡаны булманы.

Ырымбурға тотҡон итеп оҙатылған сотниктарҙың ҡустылары, уландары менән шыпырт ҡына һөйләшеп, унлаған ғаилә арбаларҙа, ун бишләп уҡ - һаҙаҡлы ир - ат һыбай таң һыҙылмаҫ борон Яйыҡҡа ҡарай тырым - тырағай таралыңҡырап юл тарттылар. Ауыр булһа ла Ирәндек аша тура, һәр төркөм үҙҙәре генә белгән юлдарҙан үрмәләнеләр. Алдан һөйләшкән буйынса, Төйәләҫ йылғаһы буйында, һабантуйҙар үткән төбәктә осрашып, артабан бер төркөм булып юлды дауам итергә тейештәр. Ирәндектең тау - таш аралын , ҡара урмандары үтеп тигеҙлеккә сыҡҡас та билдәләнгән урынға барып етеп имен - аман осраштылар, хәүеф - хәтәргә юлыҡманылар әле, Аллаға шөкөр. Көндөҙ сит - яттарға күренеп йөрөмәҫ өсөн ял итергә ҡарар иттеләр. Арыған булғандар икән, тәгәрәшеп йоҡлап киттеләр. Эңергә ҡаршы юлды артабан дауам иттеләр. Төн буйы барҙылар. Бына Яйыҡ йылғаһына күп тә ҡалманы,уны имен - һау кисеп сыҡҡанда шәп инде - артабан тот ҡойроғоңдо!

Атаҡ! Был ни булды ? Аңғармай ҙа ҡалдылар, әллә ҡайһы арала, әллә ҡайҙан карателдәр килеп сығып урата башланылар: “ Бросайте оружие, сдавайтесь ,“ - тип ҡысҡырышып бөтөнләй ҡыҫмаҡҡа алдылар. Бер аҙ аптырабыраҡ ҡалған Байморат иҫенә килде, бөтәһенә лә ишетелерлек итеп ҡысҡырып егеттәренә бойорҙо:

- Алға йомолоғоҙ! Суҡмарҙар менән эш итегеҙ, уҡ - һаҙаҡтан файҙа юҡ!

Ун биш - егерме аҙым алыҫлығында теҙелеп инеп килгән драгундарға ынтылды суҡмар тотҡандар. Ярты - йорто суҡмар күтәргәнсә карателдәргә барып та төртөлдөләр. Ҡул һуғышы әллә ни оҙаҡҡа һуҙылманы, ике яҡтан да аттан бер - нисә һыбайлы ҡоланы. Аттар буталды, шулай ҙа драгундар был бәләкәй генә төркөмдө арбаларҙан айырып алып, мылтыҡтарын саҡтырып эшкә ҡуша алмағанға күрә, ҡылыстарын һурып алып уңлы - һуллы башҡорт егеттәрен сапҡыларға тотондолар. Башҡорт егеттәренең күҫәктәре лә уңлы - һуллы шыйлап торҙо. Тиҙ арала уларҙың яртыһынан күберәге, ҡулса эсендә һуғыша - һуғыша йәндәрен фиҙа ҡылды. Башҡаса ҡаршы тороуҙың файҙаһыҙ икәнен күреп тере ҡалғандар берәм - һәрәм күҫәктәрен ташлап бирелергә мәжбүр булдылар. Күҙ асып йомған арала башҡорттарҙан һигеҙе, драгундарҙан дүртәүһе һәләк булды, тағы бер - нисә үлемесле яралы ерҙә ята. Драгундар төркөмө лә әллә ни ҙур булмаған икән, һәммәһе - өс тиҫтә. Алыш бөткәндән һуң былар, ярай әле, йыртҡыстарса ҡыланманылар. Тулыһынса ҡоралһыҙландырҙылар һәм үҙҙәре менән бергә үлектәрҙе, яралыларҙы йыйып арбаға һалырға ҡуштылар. Мәшәҡәттәре бөткәс кире боролорға ҡуштылар. Ылау, күңелһеҙ генә, ҡайтыр яҡҡа боролоп, бер - бер артлы теҙелеп алып ҡуҙғалды. Ирәндеккә килеп еткәндә ҡараңғы төшә башлағайны. Бөтәһе лә йонсоған, аттар арыған, кешеләр талсыҡҡан. Ошоға тиклем өндәшмәгән, ҡурҡыштарынан тауыш - тын сығармаған бала - саға асығыуҙан, бигерәк тә һыуһап илаша башланы, уларға мышнашып ҡатын - ҡыҙ ҡушылды. Драгундарҙың командиры капитан Моисеев күреп килә: драгундар үҙҙәре ат өҫтөндә йонсоп ойоп, йоҡлап яҙып ат өҫтөндә килә, шуға күрә ул бер ҙур булмаған аҡланды күреп боролоп инергә ҡушты. Аттарҙы туғартып, тәртәләрен күтәртеп бәйләтеп, арбаларҙы бер - береһенә тоташтыртты. Ҙур ғына түңәрәк хасил булды. Бөтә тотҡондарҙы шул түңәрәк эсенә индереп ҡарауыл ҡуйҙы. “ Из круга не выходить, иначе - пуля, “- тип ҡаты ғына иҫкәртте. Әммә ҡаҙан аҫып нимәлер ҡайнатырға, һыуға барырға, сыбыҡ - сабыҡ йыйып алып килергә рөхсәт бирҙе. Бөтә был эштәр ныҡ һаҡ аҫтында башҡарылды. Арбала ятҡан тағы бер ҡаҙан драгундар ҡулына күсте. Улар аҡландың бер ситенә ҡаҙан аҫып ут яғып ебәрҙеләр. Уттар яҡтыһына ҡараңғылыҡ бер аҙ сигенгәндәй тойолдо. Анау тиклем һалдаттар барҙа ҡасыу тураһында уйлау түгел, тәрәнерәк тын алырға ҡурҡып тораһың! Аттар ғына, кешеләрҙең болғанышына битараф булып ҡалды, туғарылып тышауланғас, ситкәрәк утлауға ебәрелде. Иртә менән тотоп алырға уңай булһын өсөн береһенең дә йүгәнен ысҡындырып алып торманылар. Аттар утлап йөрөй, кешеләр йыйылышып ни менәндер мәшәҡәтләнәләр. Ситтән ҡарап торһаң, берәй олуғ санауник ҡырға, тәбиғәт ҡосағына, ҡунаҡ саҡырған икән, тип уйларһың! Драгундар ҙа тотҡондарҙы яфаламанылар. Бәлки командирҙары шулай ҡушҡандыр! Тамаҡ туйҙырып алғас та яйлап һөйләшеүҙәр баҫыла барҙы, тиҙҙән, бер пар һаҡсыларҙан башҡа, бөтә лагерь йоҡоға талды. Бөтә ерҙә тыныслыҡ хөкөм һөрә, “ шылт” иткән тауыш та ишетелмәй. тик ары - бире ниндәйҙер төн ҡоштарының тырылдағаны, сипылдағаны, ҡайҙалыр бик алыҫта эт өргәне ҡолаҡҡа салынып китә. Бындай һиллектән ике арбала ултырып алған ике һаҡсы тәүҙә ултырып, шунан ятып иҙрәп йоҡлап киттеләр, уларҙы алмаштырыусылар ҙа булманы. Көн - төн шәүлә ҡыуып, ат өҫтөнән төшмәҫтән йөрөгән һалдаттарға ла арыу һәм йонсоу, күрәһең, еткәндер инде. Тәбиғәттең йылы, саф һауаһы тәнгә сихәт, йәнгә рәхәтлек бирә. Күк йөҙөндә ҡуйы ҡара болоттар яй ғына йөҙә, улар аша йондоҙҙар ҙа күренмәй, һары ай ҙа ергә, һүрән генә итеп булһа ла, яҡтылығын һипмәй.

Иртән тороп, ул - был итеп, аттарҙың тышауҙарын сисеп, килтереп эйәр ултырта башлаған ваҡытта ҡауға ҡупты. Биш ат юҡҡа сыҡҡан. Тотҡондарҙы барлай башланылар. Шул асыҡланды: Байморат, уның ҡатыны һәм әсәһе, ҡустылары: Эткүсем менән Илембәт ғәйеп булғандар. Бер ғаилә тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. Ғәжәбе шул: ҡасҡандарҙы эҙәрлекләмәнеләр, бындағы тотҡондарҙы ла ҡыйырһытманылар. Әллә командирҙары кеселекле әҙәм булды, әллә - яуаплылыҡтан ҡурҡты, белмәҫһең! Ҡасҡалаҡтар тураһында - ләм - мим. Тотҡондарҙы, килтереп еткереп, ауылдарына тараттылар, башҡа ҡасмаҫҡа ҡуштылар. Тик шуныһы: полковник Исаков үҙҙәренә ҡаршы киҫтәндәр менән сыҡҡандар араһынан икәүҙе үҙе һайлап алып Ырымбурға йәһәтләп оҙатты. Дошмандарҙың да йомшарған саҡтары була икән дә баһа!

Бикбулат улы Байморат карателддәрҙән төндә ҡасып ҡотолғандан һуң ғаилә ағзаларын урман төпкөлөндәге йәйләүҙәргә бүлеп таратып сыҡты. Һәм беренсе тапҡыр еңел тын алды ул. Хәҙер уға, үҙ йомоштары менән йөрөгәндә, берәү ҙә ҡамасауламаясаҡ. Ҡустыһы Илембәт менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп уй - фекерҙәрен беректергәндән һуң, олатаһының дуҫы Аҙнаҡай старшинаға юл тоттолар.Уныһы, күптән көткән ҡунаҡтай, асыҡ сырай менән юлсыларҙы ҡаршы алды һәм ҡыҫҡа ғына ял итеп, ҡымыҙ эсеп алғандан һуң, тирә яҡтағы башҡорт старшиналары менән бәйләнеш тотор өсөн уларҙы тағы атҡа атландырҙы.Үҙенән, һағауыл булһын, тип бер - нисә егетте бағауыл итеп эйәртеп ебәрҙе. Бикбулат старшина юҡ осорҙа яуға әҙерлек эшен тикшереүҙе, ойоштороуҙы Аҙнаҡай старшина үҙенә йөкләргә булды. Кем булһа ла был эш менән шөғөлләнергә тейеш бит!

Йәй уртаһында тағы бер ваҡиға булып алды. Һайланып ҡуйылған Бикбулат старшина урынына ситтән килтерелгән бер мишәр бер - ниндәй йыйылыштың ҡарары булмайынса старшина булып килеп ултырҙы. Яңы түрәгә халыҡ, әлбиттә, һағайып ҡараны. “ Түрә булһаң - башлы бул, емерелмәҫ ҡашлы бул,” тип ҡабатлай торғайны Алҡыш Һөйөндөк йыйылыштарҙа. Бикбулат халҡы менән уртаҡ тел табып эшләне. Берәүҙе лә ҡыйырһытманы, байлыҡҡа ла битараф булды, быныһы нисек булыр икән ? Аҙна ла үтмәне был старшинаның кире кеше икәне асыҡланды. Халыҡ менән игелекле итеп һөйләшә белмәй, аҡһаҡалдарҙы ололау, улар менән кәңәшләшеү юҡ. Тәүге көндән үк байлыҡ йыйып ҡалыу яғын ҡайыра башланы. Кеше өйөндә матурыраҡ булған әйберҙе күреп ҡалһа - шуны үҙенә алырға тырыша: инәлә, ялбара, тәки ала. Аҡсаһын түләү башына ла кереп сыҡмай. Бите - йөҙө ҡыҙарыр тимә. Саҡ ҡына яңылышһаң - сыбыртҡы менән һуҡтыра, арҡыры һүҙ әйтһәң - зинданға йәки мөгәрәпкә ябылаһың!

Наши рекомендации