Айҙа Болон яланы - түңгәүерҙәр ерендә.

Борондан ата-олатайҙарҙан күсеп килгән ғөрөф-ғәҙәт буйынса һәр башҡорт ырыуы йыл һайын үҙ йыйынын үткәрә.Бындай ырыу йыйындарынан башҡа ете ырыу йыйындары дүрт - биш йылға бер үткәрелеп тора. Йыйынға Бөрйән, Тамъян, Үҫергән, Түңгәүер, шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың өс ырыуы: Ҡарағай ҡыпсаҡ, Бошман ҡыпсаҡ һәм Ҡара ҡыпсаҡ ҡатнаша. Һәммәһе ете ырыу килеп сыға.

Элекке ваҡыттарҙа башҡорттар йыйындарҙы Тарауыл яланында үткәреп килгәндәр, хәҙер бында уҙғаралар, сөнки был ялан - урта төштә, Ялан- түңгәүерҙәр ырыуы ерендә урынлашҡан. Бараҡал һыуынан өҫтәрәк, Әлимсат менән Ҡондорош йылғалары буйында ятҡан ялан ул. Бик матур аҡландарҙан торған ер. Элегерәк, түңгәүерҙәр ошо тирәгә күсеп ултырғас та шуларҙың береһе ошонда килеп сығып:

- Ай ҙа болон! Һай ҙа болон! Ниндәй матурлыҡ! - тип ҡыуанып киткән, имеш тигән һүҙ йөрөй. Бәлки, ысын да булғандыр, кем белә инде?

Эйе, донъялар нисек кенә үҙгәреп тормаһын, ете ырыу вәкилдәре, һирәк - һаяҡ булһа ла, ошо иркен һәм матур яланға йыйылып донъяуи мәсьәләләрҙе уртаға сығаралар.

Ә бына юрматылар үҙ ырыуы йыйындарын Торатауҙа, меңдәр - Имәнҡала эргәһендә үткәрәләр. Имәнҡаланы хәҙер Өфө тип атайҙар.

Ете ырыу йыйылышыр булһа, һәр ырыуға сапҡын ебәреп аңғартып сығалар. Уйламағандан дошман баҫһа, бейек тау башындағы бесән бәйләнгән дәү бағанаға ут төртәләр. Кем күрә - ашығыс ярҙамға килергә бурыслы. Үҙҙәре лә ут төртөп артабан хәбәр итергә тейештәр.

Һуңғы ун дүрт йыл эсендә ете ырыу бергә йыйылғаны булманы. Һуңғы тапҡыр башҡорт вәкилдәре Мәскәүгә барып ҡайтҡан йылы Тарауыл яланында үткәйне, шуның менән вәссәләм. ,, Йә мин башламайым, йә башҡалар йыйылып алайыҡ тимәйҙәр,” - тип эстән генә уйлап ҡуйҙы Баймаҡ старшина.

Ошо ун йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр булып үтте. Башҡорт еренең төрлө мөйөштәрендә ҡалалар, ҡәлғәләр ҡалҡып сығып тора. Уса, Бөрө ҡалалары ҡалҡып сыҡты. Урал артындағы ерҙәрҙә, Исәт, Тинес, Мейәс йылғалары буйында бер-нисә тиҫтә ҡәлғәләр төҙөлдө.

Өфөнө генә алайыҡ: ҡәлғә булып төҙөлә барып, ҙур ғына ҡалаға әйләнде. Башҡорттар яһаҡты яҡынға алып барып түләү өсөн ошонда ҡәлғә төҙөргә һорағайнылар - рустар ҡыуанды ғына. Улар өсөн Өфө - эре терәк пунктына әйләнеп китте. Өфө воеводаһының үҙ ғәскәре бар, ҡайҙа ҡушалар - шунда бик тиҙ барып етәләр улар. Ситтән хәрби көс килгәнен көтөп тороу кәрәкмәй.

Воеводаның тағы бер мөһим вазифаһы бар: башҡорттарҙан күҙ яҙлыҡтырмайынса ҡул аҫтында тотоу.

Шулай итеп, Өфө ҡәлғә-ҡала барлыҡҡа килде, уның артынса Өфө өйәҙе ойошторолдо. Был өйәҙ бик ҙур, уға Казан, Нуғай, Уса, Себерҙең ҡайһы бер өлкәләре инә. Өлкәләрҙе урыҫтар, монголдар дәүерендәге кеүек “даруға” тип атайҙар. Өфө өйәҙе Мәскәүҙәге Казан һарайы приказына бойһона. Бынан тыш Тубыл, Верхотур өйәҙҙәре бар. Улары Себер юлы приказына бойһоналар. Бөтә ошо өйәҙҙәрҙә батша хөкүмәте тимерлектәр тотоуҙы тыйҙы. Кем тимерлектә ҡылыс, һөңгө, хәнйәр эшләй - яуаплылыҡҡа тарттырыла. Нисек тимерлектәрһеҙ йәшәйһең? Өйгә, ихатаға тимерҙән эшләнгән бихисап эш ҡоралдары кәрәк түгелме ни?

Тирмә алдындағы түмәрҙә 64 йәшлек Баймаҡ старшина бына ошолар тураһында уйланып ултыра. Яңыраҡ Һаҡмар буйына йәйләүгә күстеләр. Һа-ай! Ғүмер тигәнең тиҙ үтә икән!

Яңы урынға, Таналыҡ буйына күскән көн кисә булған һымаҡ иҫтә уйылып ҡалған, ә ун дүрт йыл беленмәй генә үтеп киткән икән дә баһа! Килеп ултырған утарҙы бындағы йылға хөрмәтенә “Таналыҡ” тип атанылар. Ҡайһы берәүҙәр Баймаҡ утары, тип әйтергә өйрәнгәндәр. Утар ике исем менән йөрөй. Утарҙың йәнәшәһендә Арыш йылғаһы аға. Таналыҡҡа барып ҡушыла ул.

Бына ошо Арыш йылғаһы аръяғындағы әрәмәлектә йәшерен тимерлек эшләй. Урыны билдәле кешеләр өсөн генә “сер” түгел, ҡатын-ҡыҙ бала-саға, тимерлеккә бәйле булмаған әҙәм бөтөнләйгә белмәй уны. Унда алмашлап ике кеше бер туҡтауһыҙ бил бөгә. Кәрәкле әйберҙәрҙе: эш ҡоралдарын, арба тәгәрмәстәренә ҡулса, саналарға табан, салғы ашлау, ат һабаны, тырмаһы эшләү - барыһы ла ошонда башҡарыла. Тимерселәр үҙ эштәрен беләләр һәм тырышып башҡаралар, килемдәре лә бар.

Баймаҡ старшина тимерлекте үҙе ойошторҙо: донъя көтөр өсөн бик кәрәк бит! Шуға ҡыуана ул. Әле үҙе йәйләүҙә ултыра, ә уйҙары Таналыҡ буйындағы утарҙа, тимерлектә. Улдарына ла ҡыуана: өлкәне, Бәҙретдин айырым донъя көтә, ыҡсым ғына өй һалып сыҡтылар. Кесе улы Аҙнағол менән бергә торалар. Килене - Әминә. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерәләр. Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, йәйләүҙәре матур Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, Таналыҡ утарынан утыҙ саҡрымдай алыҫлыҡта, шикелле. Тик ҡарсығы юҡ. Хөмәйрә бер йыл элек гүр эйәһе булып ҡуйҙы, шул арҡала күңелдә бушлыҡ.

Май айының уртаһы. Яҙ миҙгеленең иң йәмле ваҡыты.

Старшина башын күтәреберәк ҡарап, тирә-яҡҡа күҙ йүгертеп алды. Бөтә ағастар йәшел шәл ябынған, муйыл аҡ сәскә атып, хуш еҫ тарата. Ҡоштар һайрауы өҙөлмәй, көн буйына бара. Ҡатын- ҡыҙҙар аҡланда үҙ эштәре менән мәшғүл, аҫылған ҡаҙандар тирәһендә өйөрөләләр. Артабаныраҡ, аҡлан ситендә, бер төркөм балалар сыр-сыу килеп уйнайҙар. Был яҡта ҙурырыҡ малайҙар сәпкә уҡ атып ярышалар. Тормош көндәгесә ғәҙәти ағым менән китеп бара. “Һай, донъя! Башыңа ауырлыҡтар төшһә - барыбер үткәрәһең инде,- тип уйлап алды старшина, - яҙмыш - Хоҙай ҡулында, ә бына уны ҡайһылай үтеү - үҙеңдән тора”.

Тирмәнән Аҙнағол килеп сыҡты:

- Атай! Көн һалҡынайып китте, нишләп яурыныңа берәй кейем һалып ултырмайһың? Өшөмәйһеңме? - тип һораны ул.

- Өшөгән юҡ әле! Бына үткән ғүмерҙе баштан үткәреп, ваҡыт уҙғарып ултырам әле ҡарттарса.

- Ҡарт итерһең һине! Беҙҙең ыңғайға, аттан төшмәй, көндәр буйы йөрөйһөң. Һинең кеүек һау кеше һирәктер. Етенсе тиҫтәне ҡыуып бара атайым, тиһәң - билләһи, ышанмаҫтар!

- Аллаға шөкөр, улым! Әлбиттә, һаулыҡ - байлыҡ. Мин инде йәшәрен-йәшәгәнмен, ашарын-ашағанмын, бына һеҙгә, балаларға, килендәргә, туған-тумасаға һаулыҡ бирһен!

Ат тояҡтары тупылдағандай тауыштар ишетелеп ҡалды. Баймаҡ старшина үҙе ултырған түмәренән тороп, танырға теләгәндәй, уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйҙы. Танып булмай.

Ике йәш һыбайлы туранан-тура аҡ тирмәгә сабып килеп туҡтанылар. Аттарҙан төштөләр.

- Әссәләмәғәләйкүм, хөрмәтле старшина! Мөһим йомош менән килдек, Баймаҡ ағай, һиңә сәләм-хат килтерҙек. Хат тик старшиналар өсөн тәғәйенләнгән. Уҡығас та - барыһы ла аңлашылыр.

- Рәхмәт, егеттәр! Туҡтап сәй эсеп китегеҙ!

- Туҡтай алмайбыҙ! Рәхмәт!

- Булмаһа, ҡымыҙ һемереп китегеҙ! Аҙнағол! Ҡымыҙ һалып бир әле йәһәт кенә!

Егеттәр торған көйө ҡымыҙ һемерҙе ләр ҙә, аттарына атланғандан һуң хушлашып, килгән яҡтарына ҡарай боролоп, ағастар араһына инеп китеп, күҙҙән юғалдылар.

- Аҙнағол!

- Әү!

- Кил әле бында! Уҡып сыҡ!

Аҙнағол хатты асып, ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған һүҙҙәрҙе уҡып алып китте:

“Хөрмәтле аҡһаҡал! Көнбатыштағы ярты айға оҡшаған яланға ҡунаҡҡа саҡырабыҙ! Ваҡыты: йомадил әүүәл айының беренсе көнө. Һеҙгә билдәле булған ике аҡһаҡалға был турала еткерегеҙ! Һаҡмар буйындағыларға аңғартығыҙ!”

- Кемдәргә аңғартырға кәрәк, атай?

- Иғтибар менән тыңла: Ҡана йылғаһы буйында Иҫәнгилде тархан йәйләй. Шуға хәбәр итергә тейешбеҙ. Тағы Нуғай юлы тарханы Ишмөхәмәтте тап һәм ошо һүҙҙәрҙе еткер. Юл ыңғай Сыңғыҙҙарға аңғарт: Яҡшымбәт, Биҡҡол, Имәнҡол йәйләүҙәренән икешәр кеше ебәрһендәр! Аңланыңмы?

- Аңланым, атай! Ҡасан сығырға? Бөгөн үкме?

- Иртәгә юллан. Бөгөн юлға әҙерлән! Йомош-юлға бер-ике иптәшеңде эйәртеп ал! Хатты тағы берҙе уҡып сыҡ та утҡа яҡ! Шулай кәрәк...

Айҙа Болон яланына барыр өсөн Ҡондорош йығаһын кисеп сығырға кәрәк. Йылға аръяғында, күктәге ярты айға оҡшап, тыныс ҡына йәйрәп ята ул. Бындағы ерҙәр - түңгәүерҙәрҙеке. Был яландан арыраҡ ерҙә Үҫәргән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Түңгәүер ырыуҙарының сиктәре осраша.

Тын ғына ятҡан ялан төшкә ҡарай йәнләнә төштө, сөнки көн үҙәгенә ҡарай саҡырылған ырыу вәкилдәре килеп етте. Оҙаҡҡа һуҙмай йыйынды башларға булдылар.

Йәше буйынса иң өлкәне булараҡ йыйынды асыу эше Баймаҡ старшинаға бирелде. Ул ҡотлау һүҙен әйтте лә йыйынға рәйес һайларға кәрәклекте әйтте. Йыйынды етәкләүсе һәм алып барыусы итеп бер тауыштан Нуғай даруғаһы тарханы Ишмөхәмәт Дәүләтбаев һайланды. Ул алғараҡ сыҡты ла һүҙ башланы:

- Туғандар! Мөслиминдәр! Ҡәрҙәштәр!

Бөгөнгө йыйын - йәшертен йыйылыш. Бында йыйылышып кәңәш тотҡанды оҙон ҡолаҡтар белергә тейеш түгел. Һунарҙа йөрөнөк, тигән хәбәр менән ҡайтығыҙ! Икенсенән, Иҫәнгилде тархандан һеҙгә күп сәләм. Ул, өлкән кеше, ауырып киткән. Шул арҡала бында килә алманы. Бында килергә сыҡҡас та уға һуғылып киттем. Ҡайтҡанда һуғылып, бында нимә һөйләшкәнде тарханға еткереп китермен, тип уйлайым.

Ағай - эне! Ошо ун етенсе быуат башланғандан бирле башҡорт ерҙәренә, халҡына тынғы юҡ. Талайҙар! Ерҙәрҙе талайҙар! Баш күтәреп кенә үҙебеҙгә иғтибар иттермәһәк - булмаҫ. Башҡа сара юҡ! Икенсерәк сәбәптәр ҙә етерлек. Ниндәй сәбәптәр һуң?

Беренсенән, урыҫтарҙың ҡотҡоһона бирелеп, башҡорт ерҙәренә рөхсәтһеҙ Жунһариянан күсеп килгән күсмә халыҡ - ҡалмыҡтар урынлаша башланы. Ер өсөн ике халыҡ араһында дау ҡупты. Аптырағас, урыҫ дәүләтенән ярҙам һораныҡ, талашты тыныс юл менән хәл итергә кәрәк, тинек. Ярҙам иттеме? Юҡ, ярҙам итмәне. Киреһенсә урыҫ хөкүмәте ҡалмыҡтар яғына ауышып, ер өсөн көрәште тыя. Өфө воеводаһы: “Ер башҡорттоҡо түгел, ә Рәсәй батшаһыныҡы, кем ҡалмыҡтарға ҡаршы сыға, шул үлем язаһына тарттырыла” тигән бойороҡ яҙып таратҡан. Был Аҡ батша менән төҙөгән килешеүҙе тупаҫ рәүештә боҙоу икәне күренеп тора. Хәҙер бихисап ерҙәр ҡалмыҡтарҙа ҡалды.

Икенсенән, урындағы санауниктар ябай халыҡты ныҡ ҡыйырһыта. Быныһы барығыҙға ла мәғлүм, сөнки үҙегеҙ бер туҡтауһыҙ күреп йөрөйһөгөҙ.

Өсөнсөнән, һалымдар артҡандан-арта. Был турала әйткән һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалыусы юҡ.

Дүртенсенән, урыҫ дәүләте тарафынан ерҙәребеҙ тартып алына. Унда нығытмалар, ҡәлғәләр төҙөү бара. Кемдән һаҡланыр өсөн, йәки кемгә һөжүм итер өсөн ҡәлғәләр төҙөлә? Яҡын-тирәлә бер- ниндәй дошман күренмәй ҙә баһа! Тимәк, улар беҙҙән һаҡланыу өсөн, беҙгә һөжүм яһар өсөн төҙөлә.

Ошо арала Себер һәм Казан юлы башҡорттары баш күтәрергә әҙерләнә. Уларға Уса, юлында йәшәүселәр ҡушылырға торалар.

Бөгөн беҙ бер мөһим мәсьәләне хәл итергә йыйылдыҡ: яуға ҡушылабыҙмы, әллә юҡмы? Һеҙ шуға нисек ҡарайһығыҙ? Халыҡ шаулашып алып китте:

- Ҡушылырға кәрәк, күп өндәшмәй йөрөнөк!

- Санауниктарҙың кәмһетеүҙәре йәнгә тейҙе - ҡушылайыҡ!

- Яуға күтәреләйек.

Бер төптән “яуға ҡушылырға”, тигән ҡарар ҡабул ителде.

Йомғаҡлау һүҙен Ишмөхәмәт тархан былай тип бөтөрҙө:

- Шуны белегеҙ: Себер даруғаһында етәкселекте Һары Мәргән үҙ өҫтөнә ала. Ихтилалды ул башларға тейеш. Беҙҙең бурыс: яу башланған ерҙәргә сая егеттәребеҙҙе ебәреп ярҙам итеү! Һорауҙар бармы?

- Юҡ.

- Улай булғас, таралайыҡ, эштәребеҙ күбәйеп тора.

Баймаҡ старшина улы Аҙнағол менән беренселәрҙән булып ҡуҙғалдылар. Старшинаның ике һағауылы улар артынан төштө. Йылайыр йылғаһына тиклем юл һарҡыу булды. Йылайыр, шунан Ҡуһа йылғаларын кисеп сыҡтылар. Урал һыртына ҡарай менән башланылар.

- Был ерҙәр ҙә түңгәүерҙәрҙекеме? - тип Аҙнағол атаһына һорау бирҙе.

- Эйе.

- Атай! Беҙҙең эш нимәнән башланырға тейеш, - тип тағы һорау менән Аҙнағол атаһына өндәште.

- Мин дә шул турала уйлап килә инем әле. Баҡһаң, һин дә шуны уйлайһың икән.

Улым! Мин инде өлкәнәйгәнмен, етмеште ҡыуып барам. Ат менеп, уҡ атып йөрөй торған ваҡытым уҙған. Шулай ҙа ситләшмәйәсәкмен. Яу сыҡһа - ярҙам итермен. Нисек ? Бына шул турала уйлап барам әле мин. Аҙнағол һин, минең вариҫ булараҡ, шуны мейеңә киртеп ҡуй: Нуғай даруғаһы башҡорттары үҙҙәре баш күтәрмәй, ә баш күтәргәндәргә ярҙам итеп ҡатнаша ғына.

Көрәш башлар алдынан уға әҙерләнергә кәрәк. Күпләп уҡ-ян, һөңгө, ҡылыс, хәнйәр, суҡмар кәрәк. Тимерлек булмаһа - һуғыш ҡоралдарын эшләп булмай. Шуға күрә тимерҙән ҡоралдар эшләүҙе ағайың Бәҙретдингә йөкмәтергә торам. Уныҡыларға был эш күптән таныш.

Тағы яҡшы аттар кәрәк. Ат булғас, йүгәнһеҙ, эйәрһеҙ, айылһыҙ булмай. Кейем - һалым, аҙыҡ - түлек хәстәрләү эше лә тора. Был эштәрҙе мин үҙ өҫтөмә алырмын. Ә һиңә эштең иң яуаплыһы эләгәсәк: сая егеттәрҙе йыйып, яуға әҙерләү. Шуны иҫеңдә тот, улым: һинең эш йәшертен алып барылырға тейеш! Яуға киткәндәрҙе кеше белмәй ҙә, күрмәй ҙә ҡалһын! Һәр береһе үҙ сәбәбен табып, әйтеп йәйләүҙән ,, ысҡына “ алһа - шәп булыр ине. Оҙайлы булған “сәйәхәткә” йәки ҡырға “уҡырға” китеүселәр күбәйергә тейеш була инде. Бына ошо эштәр менән һиңә булышырға тура киләсәк, Аҙнағол. Ишетеп бараһыңмы?

- Ишетеп барам, атай! Тырышырмын.

Артабанғы юлды һөйләшмәйенсә үттеләр, сөнки һәр кем уйҙар тулҡынына сумды. Яуҙан кем тере, кем үле ҡайта бит әле! Яуға сығыу бер ҙә ҡыҙыҡ йәки ҡыуаныслы эш түгел, әлбиттә.

Һаҡмар буйына еттеләр.

Тәбиғәттең иң хозур мәле. Ана, йырҙарҙа йырланған Һаҡмар һыуы, аҡ томанға төрөнөп, яй ғына ағып ятыуын дауам итә. Был йылға һыуын кемдәр генә эсмәгән? Иран ҡәбиләләре, ҡыпсаҡтар, массагеттар, даихтар - улар бөтәһе лә төрки телдә аралашҡан Сак ҡәбиләһенән сыҡҡан ырыуҙар. Шунан монгол - татарҙар, нуғайҙар...

Ә бындағы йылға - тауҙарҙың мыжғышып, йә һуғышып,йә ярашып ғүмер һөргән әҙәм балаларында бер-ниндәй эштәре юҡ. Меңәр йылдар үтер, бәлки, ниндәйҙер ырыуҙар бөтөр, юҡҡа сығыр. Ә ғорур тауҙар ҡала торор, йылға һыуҙары аға торор, сөнки улар тик тәбиғәт ҡанундары буйынса ғына тереклек итәләр.

Бүлек

Наши рекомендации