Сергей Рыбаков ,, тау башҡорттары “ араһында
Башҡортхалыҡижадын өйрәнеүселәр араһында халыҡ йырҙары менән ҡыҙыҡһынып, уны өйрәнеүгә һәм нотаға һалыуға күп көс һәм ваҡыт сарыф иткән Сергей Гаврилович Рыбаков (1867-1921) айырым урын алып тора. Ул - танылған музыкант - этнограф һәм ғалим.
Рыбаков С. Г. Һамар ҡалаһында тыуған. 1891 йылда Петербург университетының тарих - филология факультетын һәм шунда уҡ Римский - Корсаков класы буйынса консерватория тамамлай. 1892, 1894 йылдарҙа Рыбаков хәҙерге Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондарында, икенсе төрлө итеп әйткәндә, ,, тау башҡорттары “ йәшәгән урындарҙа була, уларҙың йыр мираҫын өйрәнеп йөрөй, йөҙәрләгән йырсы һәм ҡурайсы менән осраша. Музыкант - этнограф башҡорт халҡының ижади һәләтенә ҙур баһа бирә, йырҙарҙа тормош ысынбарлығы сағылыуын билдәләй. Башҡорттар ҙа Рыбаковты ябайлығы өсөн ихтирам итеп ҡалалар.
Рыбаков яҙып алған йыр һәм көйҙәр араһында ,,Ашҡаҙар,” ,,Тәфтиләү,” ,,Буранбай, ” ,,Сибай,” ,,Таштуғай,” ,,Ғилмияза,” ,,Ҡаһым түрә“ кеүек киң таралған мәшһүр йырҙар бар. Ә бына 1812 йылғы Ватан һуғышын сағылдырыусы ,,Бостаҡ,“ ,,Ҡалмантай“ тигән көйҙәр тик уның яҙмаһында ғына һаҡланып ҡалған.
С. Г. Рыбаковтың төп хеҙмәте ,, Музыка и песни уральских мусульман“ (1897) тип аталған хеҙмәте. Унда ноталары менән бергә ике йөҙҙән ашыу йыр һәм көй тупланған. Һәр йырҙың ҡыҫҡаса тарихы, йырсылар һәм ҡурайсылар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирелгән.
Рыбаковтың китапҡа яҙған баш һүҙен башҡорт йырҙары тураһында етди һәм тәрән итеп әйтелгән тәүге ғилми хеҙмәт тип атарға нигеҙ бар. Ул башҡорт халыҡ йырҙарына ҙур баһа бирә, уларҙа иркенлек һәм киңлек бар тип билдәләй. Икенсенән башҡорттар араһында композиторлыҡ һәм шағирлыҡ һәләтенә эйә булған ҡурайсыларҙың һәм йырсыларҙың күп булыуына һоҡлана. Исхак ауылы ҡурайсыһы Толонғужа Ғөбәйҙуллинды Икенсе Этҡол баҙарында осратып ҡурайҙа уйната һәм ҙур баһа бирә. Шулай уҡ Ҡана ҡурайсыһы Иван Лоҡманов (исемен руссалаштырғандарҙыр, күрәһең), Мииндеғол йәйләүенән Лоҡман Ишморатов һәм башҡа ҡурайсыларҙан уйнатып, музыкант - этнограф шунда уҡ көйҙәрҙе ноталаштырып яҙып алған.
Рыбаков фекеренсә, башҡорттар музыка өлкәһендә бай фантазиялы халыҡ, шуға күрә һәр быуын үҙенең йырын ижад итә.
Башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен, уларҙың йөкмәткеһенән сығып, Сергей Гаврилович биш төркөмгә бүлгән:
1) батырҙар һәм күренекле шәхестәр тураһындағы йырҙар (,,Байыҡ” ,,Абдрахман,” ,,Буранбай,”,, Сибай “ һ. б. ) ;
2) хайуандарға һәм тәбиғәткә арналған йырҙар ( ,, Ҡара юрға, “ ,, Ашҡаҙар,” ,, Һырдаръя,” ,, Артылыш “ ) ;
3) ҡоштар тауышына оҡшатып сығарылған көйҙәр;
4) бейеү көйҙәре ( ,,Ҡарабай,” ,,Суҡ муйыл,” ,,Ҡарабай “ );
5) башҡа халыҡтарҙан үҙләштерелгән көйҙәр ( ,,Перовский,” ,,Манеж” һ.б.)
Ҡоштар тауышына оҡшатып сығарылған көйҙәр С. Г. Рыбаковта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Хәҙерге Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе Мансур исемле егет үҙенең оҫталығын йыр белгесенә күрһәтә. Ул төрлө ҡош - ҡорт тауыштары сығарып көйләй. Бер аҡҡош, бер ҡыр ҡыр ҡошо биҙгәләк булып һайрай, бер күгәрсен булып гөрләй был егет. ,, Был тауыштар ысынлап та ҡоштарҙыҡына оҡшаған, - тип яҙа Рыбаков, - шул уҡ ваҡытта көй асыҡ ишетелә ине.
Ҡыҫҡаһы, Рыбаковтың ,, Музыка и песни уральских мусульман “ исемле хеҙмәте башҡорттарҙың йыр мираҫында гүзәл ҡомартҡы ул.
Тағы ,,О народных песнях татар, башкир и тептярей“ тигән мәҡәләһендә өс халыҡтың классик йырҙарына анализ бирә.
Ғүмеренең һуңғы йылында музыкант - этнограф ,,50 песен татар и башкир“ исемле йыйынтыҡ әҙерләп, 16 татар йырҙарынан торған торған беренсе өлөшөн баҫтыра, икенсе өлөшөн баҫтырырға өлгөрә алмай ҡуя. Был өлөшөндә 44 башҡорт йыры менән бер рәттән мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар яҙылған була, әммә улар ҡулъяҙма көйөнсә ҡала.
С, Г. Рыбаков ,,По Уралу среди башкир“ тигән очеркы аша халыҡтың йәшәйешен, мәҙәниәтен, йыр поэзияһын тулыраҡ итеп күҙ алдына килтерергә була, сөнки ул халҡыбыҙҙың тормош - көнкүрешенә ҡыҫҡаса характеристика бирә, аҡ батша Иван Грозный дәүеренән алып тарихҡа ҡыҫҡаса экскурс яһай. 17-18 быуаттарҙан алып башҡорттар күп тапҡырҙар самодержавияға ҡаршы көрәшкә күтәрелеп, йөҙәр меңләп ҡорбандар биреп үҙҙәренең ҡәбиләләрен көсһөҙләндергәндәр, шуға күрә Пугачев яуынан һуң был халыҡҡа, йәғни башҡорттарға, Рәсәйгә баш эйеүҙән башҡа сара ҡалмай , тип билдәләй автор. Тик башҡорттар татар телендә һөйләшә тип яҙыуы ғына ысынбарлыҡҡа тап килмәй, әлбиттә.
Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә С. Г. Рыбаков бындағы йәмле тәбиғәткә һоҡланып, уны ҡағыҙға төшөрөргә, яҙып алырға тырышҡан.
,,Ҡурай - башҡорт музыка инструменты“ исемле статьяһында ул Башҡортостан тәбиғәтен, ҡурайын, мәҙәниәтен һүрәтләй.
Сергей Рыбаковтың яҙыуынса, уның уҡытыусыһы, билдәле композитор Н. А. Римский - Корсаков ураған һайын уҡыусыларына: Рәсәй илендә йәшәгән рус булмаған халыҡтарҙың йырҙарын өйрәнегеҙ, яҙып алығыҙ, нотаға һалығыҙ һәм баҫтырып сығарырға тырышығыҙ, тип ҡабатлай торған булған. Ошо һүҙҙәрҙе онотмаған ул һәм мөмкинлек сыҡҡанда тип Урта Азияға, шундағы халыҡтың йыр - моңдарын яҙып алырға тигән уй менән юлға сыҡҡан, әммә әллә ни оҙаҡ йөрөй алмаған. Чимбай, Кунграт, Хивала булғандан һуң ауырыу йәбешеү арҡаһында йәһәтләп кире әйләнеп ҡайтырға тура килгән. Юлсыға ҡоро һәм эҫе һауа килешмәгән, шикелле. Петербургта йәшәүселәр Балтиканың дымлы һәм һалҡынса һауаһына өйрәнгәндәр. Ҡыш үткәс, был юлы, ҡустыһы Петяның кәңәшен тотоп, Уралға, ,,тау башҡорттары” араһында йөрөп, ауыҙ - тел ижадын, йырҙарын яҙып алырға булды фольклорсы.
Июнь башында ағалы - энеле ике фольклорсы Петербургтан сығып китеп, ай аҙағына ҡарай Верхнеуральскигә килеп еттеләр. 1884 йылдың 25 июнь көнө Сергей Рыбаков, ҡустыһы Петр, халыҡ уҡытыусыһы Гусев оҙатыуында, кусер яллап, Верхнеуральскиҙән Орскиға ҡарай өс һәйбәт саптар ат егелгән көймәлә юлға сыҡтылар. Юл Урал аръяғы башҡорттары йәшәгән ерҙәрҙән үтә икән. Андрей Гусев һүҙгә әүәҫ әҙәм булып сыҡты. Тәүҙә ҡунаҡтарҙың юл хәлдәрен, көнкүрештәрен һорашты, нисә йәштә икәндәрен белеште. Яуапты Петр бирҙе:
- Ағайым Серегаға 33 йәш тулды , мин унан дурт йәшкә бәләкәймен, етмеш беренсе йылда тыуғанмын, шулай ҙа ағайым менән бергә уйнап үҫтек, йәш аралары беленмәй ҙә торғайны, - тип һөйләп алып китте Петя, - ағайым Серега мине гел иркәләтте, бәлә һалһам - йыуата торғайны. Ә һеҙгә нисә йәш, Александр Степанович ? Төҫөгөҙгә ҡарап нисә йәш икәнен өҙөп кенә әйтеп тә булмай!
- Ҡырҡым тулып үтте минең, егеттәр, ғүмерҙең яртыһынан күбеһе йәшәлде инде. Балаларым икәү, әле уҡып йөрөйҙәр, һуңлаңҡырап өйләндем, шуға ҙурайып өлгөрмәгәндәр әле. Ҡатыным - өй хужабикәһе.
Сергей тағы һорау бирҙе:
- Башҡортсаға һеҙ кемдән өйрәндегеҙ, Андрей Степанович, әллә дәрестәр алдығыҙмы ?
- Ҡайҙан дәрес алыу булһын инде, шул башҡорт малайҙары менән бергә уйнап йөрөп өйрәндем инде. Әсәйем дә минең башҡортса иркен һөйләшә. Шунһыҙ булмай.
Ҡояш батҡан ыңғайы эңер төшә башланы. Көймә тау битләүенә менеп етте лә түбәнгә ҡарай шәберәк тиҙлектә китте.
- Ана, теге тау битләүенә күҙ һалығыҙ әле! - Гусев алға ҡарай бармағын төрттө. - Күрҙегеҙме ? Ташбулат ауылы ул. Ауылда ҡунайыҡмы, әллә - тәбиғәттәме ? Шул мәсьләгә нисек ҡарайһығыҙ ?
- Тәбиғәттә, әлбиттә. - тип яуап бирҙе Сергей, тик һыу буйы булһа - шәп булыр ине.
- Ошо һарҡыуҙы төшөп бөтһәк, йылғаға килеп төкөйәсәкбеҙ, шунда туҡтарбыҙ. Ауылға тиклем өс саҡрымдай ара ҡала.
Юлсылар шишмә буйындағы бер матур аҡланды табып туҡтанылар. Рыбаковтар сәй ҡуйған арала Гусев аттарҙы һуғарып ағасҡа бәйләне һәм бесән сабып алдарына алып килеп ташланы, төтөнлөк ҡуйҙы.
Арыған юлсылар оҙаҡҡа һуҙмайынса тамаҡ ялғап алдылар ҙа урынлашып ятып ҡаты йоҡоға талдылар.
Иртәгәһе көнө иртә менә тороп йыуыныуға аттар егелеп өлгөрҙө. Ҡуҙғалдылар. Сергей Рыбаков тирә - яҡҡа күҙ һалды. Тауҙар иле, тау артынан тау сығып тик тора. Юл йә үргә ҡарай тартыла, йә түбәнгә ҡарай борола. Шундай мөһабәт тауҙарҙы, ҡара урмандарҙы Рыбаковтарҙың ошоға тиклем күргәндәре юҡ ине әле. Ә тәбиғәттең матурлығы иҫ киткес. Китаптарҙа яҙылған әкиәт донъяһына тиң, тип ҡарап, уйлап барҙы Сергей.
Көймә ҡылтырҙай - ҡылтырҙай Ташбулат ауылының кәкере урамдарының береһенә барып инде. Андрей Степанович үтеп барған бер йәш башҡорт егетен сәләмләне лә:
- Ҡустым, әйт әле, Степаныч өйҙәме икән, - тип һораны һәм ыңғай яуапты алғас та аттарҙы шул яҡҡа борҙо.
Иген игеү менән шөғөлләнгән крәҫтиән Козлов өйҙә ине. Уның өйө ҙурлығы, төҙөклөгө һәм йоҡа таҡтанан торған ҡыйығы менән башҡорт өйҙәренән ҡырҡа айырылып тора.
Өй хужаһы танышын һәм уның юлдаштарын ҡуш ҡуллап ҡаршы алды, өҫтәл әҙерләтте һәм үткенселәрҙең үтенесе буйынса ҡурайсы Ҡараҡаевҡа малайын ебәрҙе. Ҡурайсы өйөндә булмай сыҡты, ике - өс саҡрымдағы йәйләүҙә икән. Ат ебәреп алдырырға тура килде. Киске 8-9 тирәһендә көткән ҡурайсы килеп етте. Әммә православиегә ныҡ бирелгән хужабикә үҙенең өйөнә мосолман кешеһен индереүгә ризалыҡ бирмәне. Ҡурайҙы ҡаршы яҡта урынлашҡан төҙөк һәм таҙа булған башҡорт өйөндә тыңлап, яҙып алырға тура килде. Тиҙҙән ҡурай тауышын ишетеп берәм - һәрәм башҡорттар инә башланы. Уларҙың ҡайһы берҙәренең портретын Петр төшөрөп ултырҙы. Ул эшләнгәндәрен күрһәткәндән һуң тегеләр: ,,Ай - һай, яҡшы һүрәт килеп сыҡҡан, урыҫ маладис,“ тип ғәжәпләнеүен белдерҙеләр. Нота яҙыуына ҡарап, Сергейҙың яҙылған көйҙө һыҙғырып күрһәтеүен тыңлап тағы ғәжәпләнделәр улар.
Артабан Тамъян - Түңғәүер олоҫо үҙәге булған Әбйәлил (хәҙер Асҡар) ауылына ҡарай юл тоттолар. Төш тирәһендә юлда туҡтап ял итеп алдылар. Ауылға ингәс тә тура мәктәпкә ҡарай елделәр, ләкин Гусевтың күптәнге танышы, ауыл уҡытыусыһы, Белоретҡа киткән булып сыҡты. Мәктәп ҡарауылсыһы юлсыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып самауыр сәйе менән һыйланы, күсер менән бергәләп аттарға бесән сабып килтерҙе, бындағы яңылыҡтарҙы һөйләй - һөйләй йоҡларға урын әҙерләне. Ауыл халҡы йәйләүгә күсеп өлгөргән, шуға күп өйҙәр буп - буш торалар икән. Урамда кеше лә , мал - тыуар ҙа, эт - бесәй ҙә осратмаҫһың! Ҡараңғылыҡта шылт иткән тауыш та юҡ, тик ары - бире олоҫ идараһы ҡарауылсыһының ағас туҡмағын һуғып алыуы ғына был тынлыҡты боҙа ине.
Иртәгәһе көнө юлды артабан дауам иттеләр. Юл тауҙар араһынан, уйһыулыҡтар, туғайҙар аша барҙы, Ҡыҙыл йылғаһын кискәндән һуң, өс һуҡмаҡлы ат юлы бер боролоп, бер тураға тартып бушап ҡалған бер - нисә башҡорт ауылдары аша тартылды.
Сергей оҙатып йөрөүсенән тауҙар тураһында һорашты, исемдәре бармы - юҡмы - шуларҙы белеште, шунда уҡ яҙып алып барҙы.
- Был яҡтарҙа Ирәмәл тауы бөтә һәм Ирәндек тауҙары башлана, ә Урал тауҙары артта ҡалды. Был ике тау параллель һуҙылышып ятҡандай. Баймаҡ ауылы эргәһендә бер - береһенә ныҡ яҡынлашалар. Ул тирәлә Таналыҡ йылғаһы аға, шуның ҡөнсығыш яҡ ярына Ирәндек, теге яҡ ярына Урал тауы килеп етеп тора. Ана, алдағы тау ,,Ҡырҡты“ тип атала, сөнки ике яғынан да Ҡыҙыл йылғаһы уны ҡырҡып сыға. Ирәндек тауы көнъяҡҡа ҡарай Ырымбур далаларына тиклем һуҙыла. Әйткәндәй, ошо тауға арналған йырҙар ҙа бар, үҙегеҙ һорашырһығыҙ әле, Сергей Гаврилович, башҡорттар, моғайын, уйнап, йәки йырлап күрһәтерҙәр һәм яҙҙырырҙар.
- Александр Степанович, әйтегеҙ әле, һеҙҙең яҡта ла ошондай тауҙар ятамы әллә ?
- Ята, әлбиттә, ләкин Ирәндек минең тыуған ауылымдан егермеләп саҡрым алыҫлыҡта төнъяҡтан - көнъяҡҡа ҡарай һуҙылған. Яҡты көндә зәңгәрләнеп күренеп тора, Талҡаҫ күле эргәһенән Баймаҡ ауылы яғына ҡарай тартыла. Үҙәне буйлап Таналыҡ исемле йылға аға. Ә минең ауыл Уралтау итәгендә урынлашҡан. Тау түбәләренең береһе ,,Аҡтау“ тип атала, сөнки унда ҡасан барһаң да түбәһендә аҡ томан ята. Икенсеһе - Көнтөшмәҫ тауы, уның төнъяҡ битләүенә бер ваҡытта ла ҡояш төшмәй. Мин йәш ваҡытта шунда бесән саба торғайным. Бер һүҙ менән әйткәндә - айыуҙар ояһы.
- Айыу менән осрашҡанығыҙ булдымы әллә, - тип ҡыҙығып һораны Сергей, - булһа - һөйләгеҙ әле!
- Айыу менән бер - нисә тапҡыр осрашырға тура килде. Мин һунар итергә ярата торғайным, Үҙебеҙҙең яҡтың урман - тауҙарын элегерәк арҡыры - буй күп гиҙҙем. Бер ваҡыт шулай һунарҙа йөрөйөм. Яҙға тартым ваҡыт икәне иҫемдә ҡалған. Таҙҙар яланы аша Ҡөнтөшмәкә ҡарай үрләнем. Үр оҙон, сама менән 7-8 саҡрым тирәһе булалыр. Ял итеп алырға тип ҡорораҡ урын эҙләп тирә - яҡҡа күҙ ташлаһам - ҙур ғына өң күреп ҡалдым. Ниндәй өң был, тип яҡын барыуым булды, баяғы өңдән һоро айыу сығып килмәһенме ! әйләндем дә ҡастым, юлға төшөп алып артабан һыпырттым. Өс - дүрт саҡрымдай үтеп артыма әйләнеп ҡараһам - айыуым ағаслыҡ араһынан тура тартып минең менән йәнәш йүгерә, уҙып китте бер саҡ һәм ҡайҙалыр инеп юғалды.
27 июнь көнө Ҡырҡты тауы, артабан Ирәндек буйлап сәйәхәтте дауам иттеләр һәм Ҡыҙыл йылғаһына килеп етеп ялға туҡтанылар. Тамаҡ ялғап алыр өсөн усаҡ яҡтылар, сәй ҡайнаттылар, ашап алдылар. Тағы ҡуҙғалдылар.
- Әкиәт донъяһы бында, - тип һоҡланды Петр, - ана, күк тауҙар теҙмәһенә ҡарағыҙ, ниндәй мөһабәт күренеш! Исемдәре барҙыр инде ?
- Исемдәре бар, әлбиттә, ләкин мин белеп етмәйем. Ә дөйөм алғанда, бына ошо тауҙар теҙмәһе - Ирәндек тауҙары тип атала.
- Исеме нимә аңлата икән, - тип һорауын биреп һүҙгә ҡыҫтырылды Сергей.
- Башҡорттарҙа ошо тауҙурға ҡағылған бер легенда бар, - тип һөйләп алып китте уҡытыусы Андрей Степанович, - тыңлағыҙ, үҙем нисек ишеттем, шулай һөйләйем:
- Ҡасандыр элекке заманда бер һаран бай булған. Хеҙмәтселәрен эшләтеүен - эшләтә, тик хеҙмәтенә бер ҙә түләгеһе килмәй икән тегенең. Аҡса алыр көн етһә - талаш - тартыш башлана ла китә ,ти. Быларҙан аҡса бирмәй нисек ҡотолоп була икән ? Уйлап йөрөй торғас, юлын таба был: эшләтә - эшләтә лә аҡса алыр көн етер төндә хеҙмәтсеһен балаҫҡа урап, бәйләп һала ла йылға буйына ташлата икән. Исемһеҙ тауҙың иң бейек түбәһенең бер ҡаяһында шундай дәү бөркөт оя ҡороп урынлашҡан булған, шул уралған көйө, ҡыбырлай ҙа алмайынса бәйле ятҡан кешене күрһә, күтәреп алып китә лә балаларына бирә икән. Кеше булмаған саҡтарҙа балапан менән балайәнгә йә бүре, йә төлкө, йә ҡуян, йә һарыҡ тибеп алып ҡайтып ашата был. Бер -ике тапҡыр һыу буйына бәйләп ташланған егеттәрҙе тибеп алып ҡайтып, ас нәкәттәрен туйҙырған икән был уҫлаптай ҡош. Бына тағы баяғы бөркөт Ирәндек исемле бәйле егетте күтәреп килтереп ояһына ташлаған. Нисектер бәйләнгән бауын бушатҡан егет, ҡулдарын сығарып, бөркөттөң ике аяғынан матҡып тотоп ала, теге ҡош ҡурҡыштан ҡанаттарын йәйеп күтәрелеп китә лә бер килке осоп йөрөй, хәле бөтә барып бер ваҡыт ергә яҡынлаған икән, егет ҡулдарын ысҡындырып ебәрә лә имен - һау көйө ергә килеп төшә. Ирәндек ҡотолоп ҡайтҡан тауҙар теҙмәһен ошо исем менән атай башлағандар, тиҙәр.
- Андрей Степанович, һеҙҙең был һөйләгән әйберегеҙ әкиәткә тартым түгелме, - тип һорап ҡуйҙы Сергей Рыбаков, - бөркөт ҡайһылай ғына ҙур булмаһын - әҙәмгә көсө етмәйҙер инде ?
- Әлбиттә, шулай, Сергей Гаврилович, бәхәсләшмәйем. Тик легендалар аша халыҡтың көнкүрешен һиҙемләргә була, ҡайһыныһы - ысынбарлыҡты ла үҙ эсенә алып ҡуя. Бына ошонан илле саҡрымдай артабан, Ирәндек тауыныың аръяғында, ,,Яугүл “ тигән күл ята. Шул күл янында башҡорттар менән ҡаҙаҡтарҙың яуы булған, тиҙәр, шуға күрә исеме ,, Яукүл икән. Уның икенсе исеме лә бар ,, Күлтабан .“ Ҡоро йылдарҙа баяғы күл кибеп юҡҡа сыға, төбө, йәки башҡорттар әйтмәксе, табаны күренеп күтер булып ята. Шул арҡала икенсе исеме хасил булған. Мин бер йылы шунда барып, юғалған күлде күреп ҡайттым. Быныһы - ысынбарлыҡ, әлбиттә.
- Тимәк, тауҙың исеме - кеше исеме менән аталған була инде! ,,Ирәндек“ һүҙенең башҡортса берәй мәғәнәһе барҙыр бит, - тип төпсөндө Сергей.
- Башҡорт телендә киреһенсә бер мәғәнәһе лә юҡ, ә иран теленә әйләндерһәң - мәғәнәһе килеп сыға. Эш былай: күсмә башҡорт ырыуҙары эргәһендә эфталит тип аталған иран телле ҡәбиләләр булған. Улар бер осор, беҙҙең эраның башында был тирәлә Уралда йәшәп алалар. Ошо тауҙы улар ,,Иран тауы“ тип атайҙар. Уларса Иран - ҡәбилә исеме, ,,даг“ - ,,тау” тигәнде аңлата, ,,Ирандаг“ тигән атама килеп сыға инде. Бөрйәндәр был һүҙҙе йомшартып Ирәндеккә әйләндергәндәр.
- Һеҙгә, Александр Степанович, китап яҙып сығарырға була, тприхтан күп мәғлүмәттәрҙе беләһегеҙ, тик үҙегеҙҙә йәшереп йөрөтәһегеҙ икән! - тип көлөмһөрәне Петр шаяртып.
Мин китап яҙа башлаһам - балаларымды кем уҡытыр ? Улар миңә өйрәнгәндәр, күҙгә генә ҡарап торалар. Тексәйеп нимәлер яҙып ултырғансы, уҡытыуың йәки ҡырға сығып һунарсылыҡ итеүең мең артыҡ.
Тауҙар, үҙәндәр буйлап эңер төшөүгә юлсылар Темәс ауылына килеп еттеләр һәм Гусевтың танышы Иван Степанович Петровҡа ҡуналҡаға туҡтанылар. Хужабикә Катерина Степановна аптырап ҡалманы, килеп инеүселәрҙе әллә ҡасандан бирле көтөп торғандай, йылы ҡаршы алды, сәй әҙерләне һәм өй хужаһының әлегә өйҙә булмауын, йәйләүҙән - йәйләүгә әйберҙәр һатырға сығып китеүен бәйән итте. Сәй мәжлесенән һуң Сергей үҙен ҡыҙыҡһындырған төп һорауҙы бирергә ашыҡты:
- Катерина Степановна, был ауылда йырсылар ҡурайсылар бармы ? Кемдәр улар ? Иртәгә улар менән осрашып булыр микән ?
Хужабикә Ташбулаттағы урыҫ әбейе кеүек ,,ах“-,,ох“ килмәне, басурмандарҙы өйгә индермәйем, тип тә ҡаңғырманы, ә мөләйем генә йылмайып исем - атамаларын һанап алып китте, хатта ҡурайҙа уйнаған ҡатын - ҡыҙҙарҙың булыуын да әйтте. Бер егет төрлө ҡош булып һайрай белә тип Рыбаковты ғәжәпкә ҡалдырҙы һәм һүҙен былай тип бөтөрҙө:
- Иртәгә һеҙ тороуға урындағы старшина ишек алдына килеп торор, бөгөн үк уға аңғартып ҡуйырмын, бер ҙә шикләнмәгеҙ. Әлегә ял итегеҙ, барығыҙға ла тыныс йоҡо!
Сергей уянып тышҡа сығыуға атының эргәһендә йөрөгән, милли кейемдәге кеше йүгереп килеп:
- Старшина второй Бурзянской волости Сулейманов, - тип рапорт бирҙе һәм булған йомоштарҙы үтәргә әҙер тороуын әйтте. Андрей Степанович алдараҡ өлгөрөп кемдәр килгән, ни өсөн йөрөйҙәр - шуларҙы бәйнә - бәйнә аңғартҡан булған икән. Петербург биргән ҡағыҙҙың асылын да аңлатҡан. Петербург күстәнәстәре менән байытылған иртәнге сәй мәжлесе ваҡытында фекер алышыу барышында шул асыҡланды: ҡурайсылар әлегә ауылда юҡ, шуға күрә Сөләймәнов старшина килгән ҡунаҡтарҙы өсөнсө көнгә ҡарай йәйләүгә ҡунаҡҡа саҡыра, шунда яҡын -тирәлә булған ҡурайсылар менән осрашыу ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә ала. Әлегә ҡош булып һайраусыға әйтелгән, хәҙер генә килеп етәсәк.
Шул арала оҙонтороҡ буйлы егет пәйҙә булды. Катерина Степановна уға төпкө бүлмәгә инергә ҡушты ла Сергей Гавриловичҡа ,,үтегеҙ“ тигәнде аңлатып ишараланы:
- Һеҙгә әйткән егет ошо инде, ул ҡоштар булып һайрауға ныҡ оҫта. Йә, Мансурка, Петербургтан килгән ғалимға аҡҡош тауышын сығар әле! Уңайһыҙланма, Мансурка, күрһәт оҫталығыңды!
Өйҙәгеләрҙең бөтәһе лә төпкө бүлмәгә инеп, тыңларға әҙерләнделәр.
Бер аҙ уңайһыҙланып тапанып торҙо ла Мансур ,,торойҡ - торойҡ“ тигән торҡолдаған тауыштар сығара башланы, шул уҡ ваҡытта тамаҡ төбөнән асыҡ ҡына ниндәйҙер көй ишетелә башланы, шунан аҡҡош ҡаңғылдауын, күгәрсен гөрөлдәүен, ниндәйҙер берҡыр ҡошоноң, биҙгәләк булһа кәрәк, һайрауын һүрәтләндерҙе. Былар бөтәһе лә бик үҙенсәлекле һәм дөрөҫкә оҡшағайны. Композитор һайрау барышында ишетелгән көйҙө нота станына урынлаштырыу менән мәшғүл булды һәм икенсе дәфтәр алып, бындағы ваҡиға ағышын шулай уҡ аҡ ҡағыҙ битенә төшөрҙө.
27 июнь, баҙар көнө, иртә менән Андрей Иванович был ауылдан 20 саҡрым аралыҡта урынлашҡан Икенсе Этҡол ауылына барырға ҡунаҡтарҙы күндерҙе. Беренсенән, Гусевҡа әсәһенең хәлен белеп китергә кәрәк, икенсенән, ауыл баҙарында ҡырҙан килгән ҡурайсыларҙы табыу мөмкинлеге бар.Унда, үҙенең шәхси йортонда, ауылдың ,,Новостройка“ тип аталған яғында юлсыларҙы оҙатып йөрөүсе халыҡ уҡытыусыһы Гусевтың әсәһе күптән ғүмер һөрә икән. Ҡунаҡтар шул йортта туҡтанылар. Һәр ерҙә таҙалыҡ һәм бөхтәлек күҙгә ташланып тора. Әсәһе, һүҙгә лә, эшкә лә шәп ҡарсыҡ, өҫтәл әҙерләүгә кереште.
- Хәмит ҡурайсы өйҙәме икән ? - тип һораны Гусев әсәһенән.
- Өйҙә юҡ ул, ҡайҙалыр сығып киткән, мировой судья булғас - шул эше буйынса йөрөйҙөр, - тип яуап бирҙе ҡарсыҡ.
Хәмит ҡурайсы менән осрашыу өмөтө шулай юҡҡа сыҡты.
Тамаҡ ялғап алғаста, был төркөм ауыл баҙарына йүнәлде. Рәжәп менән Таулы йылғаһы ҡушылған ерҙең уң яр яғындағы тип - тигеҙ яланда, тура һырт тапҡырында баҙар гөрләй. Биш - алты урыҫтан башҡаһы бында тулыһынса башҡорттар ҙа башҡорттар. Гусев, лавкаларҙың береһендә Темәстә йәшәүсе Катерина Степановнаның ире Иван Степанович Петровты күреп ҡалды һәм уға яҡынлап эргәһендәгеләр менән таныштырҙы. Петров Өфөлә тыуып - үҫкән, бында килеп урынлашыуына күп йылдар үткән. Күсмә ҡырҡтартмасы булып йөрөй. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был яҡтарҙа бер урында ғына лавка асыуҙан бер файҙа ла юҡ, шуға күрә баҙарҙан - баҙарға, ауылдан - ауылға йөрөп һатыу итергә тура килә.
Гусев баҙар уртаһындағы күтәренке ергә баҫып, башҡорт телендә:
- Бында ҡурайсылар бармы ? Булһа - минең эргәгә килегеҙ, “ - тип ҡат - ҡат һөрән һалды.
Берәү табылды, шикелле, яҡынланы.
- Ты курайсы ? - тип һораны Сергей Гаврилович.
- Эйе, мин - ҡурайсы
Һөйләшеү башланған ыңғайы халыҡ төркөмө йыйыла башланы.
- Хорошо играешь ?
- Как не хорошо! Мало - мало умеем.
Тыңлап торғандарҙан берәү өҫтәп яуап бирҙе:
- Хай, куда не хороша, первы ҡурайсы.
Сергей һорауын дауам итте:
- Как звать, откуда ?
- Тулунғужа Ғубайдуллин мин, деревня Исхаҡ.
- Ну, пойдем со мной ко мне в избу.
Композитор Рыбаков ҡурайсының матур һәм яғымлы, оҙон һәм һағышлы көйҙәрен төшкә тиклем яҙып ултырҙы. Төшкөһөн тамаҡ ялғап алғандан һуң көйҙәрҙе ноталау кискә тиклем барҙы. Сәғәт киске 9 тирәһендә Ғөбәйҙуллин үҙ хеҙмәте өсөн аҡсаһын алып ҡайтып китте. Ауылы алыҫта түгел икән, ике - өс саҡрымдай атлаһаң - барып етәһең.
Тағы таң атты. Андрей Степанович үҙ аттары менән Темәскә китергә әҙерләнеү сәбәпле, яңы аттар яллап, юлсылар был ауылдан 45 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Гәрәев приискыһына ҡарай юлға сыҡтылар. Унда хужаһы граф Роттермонд рөхсәте менән фабриканы ҡарап сыҡтылар. Башҡорт һәм урыҫ эшселәренең ниндәй ауыр шарттарҙа эшләүҙәрен күреп аптыранылар. Бында урман да, фабрика йотоу сәбәпле, юҡҡа сыҡҡан, хатта был тирәлә үләндәр үҫеүҙән туҡтаған.
Артабанғы юл - тағы Темәскә. Петровтарҙың өйөнә барып етеп, сәй эсеп тын алыуға тупһала ҡурайсы көтөп торғанын әйттеләр. Сергей тышҡа сыҡты, һеҙ кем һәм ҡайҙан тип һораны. Тупһалағы башҡорт:
- Ҡурайсы Бирғәле, деревня Күсей. Пришел играть к начальнику из Петербурга, - тип яуапланы.
- Где будем играть ?
- Где хошь.
- Найдешь свободную избу ?
- Найду, начальник. Искать пошел.
Яңы төҙөлгән, әлегә берәү ҙә тормаған өйгә Рыбаков, ҡурайсы Бирғәле, өй хужаһы бергәләп инделәр һәм тағы шул уҡ ҡурай сығарған тауыштарҙы нотаға һалыу башланды һәм эңер төшөүгә тамамланды.
Ҡуналҡаға ҡайтһа - Сергейҙе Петр тупһала көтөп тора:
- Һине юғалтып торам, ағай, киттең дә баттың, иртәгә йәйләүгә ҡунаҡҡа барырҙы оноттоңмо әллә ?
- Юҡ, онотманым, әлбиттә, тик беҙҙе алып барырҙай үҙ экипажы менән оҙатып йөрөүсе күсер кәрәк.
- Уныһын Иван Степанович йүнләп өлгөрҙө инде. Тик экипаж түгел, ә талдан үрелгән арба - плетенка киләсәк. Күсер Кираметдин Ишморатов беҙҙе алып бара. Әйткәндәй, ул беҙҙе артабанғы башҡорт олоҫтары буйынса ла алып йөрөргә ризалыҡ бирҙе. Үҙем уның менән күҙмә - күҙ һөйләщтем. Ярай, ял итәйек...
Йәйләүгә яҡынлағас та иң тәүҙә эттәр абалап ҡаршы алды.
- Старшинаның тирмәһе ана-а-а ултыра, эргәһендәге буш тирмә ҡунаҡтар өсөн, - тип аңғартты Кирам.
Эт өрөүен ишетеп старшина тышҡа сыҡты ла, һыңар ҡулын ҡашына ҡуйып күҙәтә башланы, күреп ҡалды, таныны, ҡаршы йүгереп килеп матур итеп ҡаршы алды.
Рыбаковтар бында аш мәжлесенә әҙерләнеү һәм үткәреү тәртибен күрҙеләр. Килеп төшкән ыңғайы аяҡ өҫтө ҡымыҙ менән һыйланылар. Әйберҙәрҙе ҡунаҡ ҡабул итеү тирмәһенә урынлаштырҙылар. Тирмә иҙәне ҡиммәтле келәмдәр менән йәйелгән , бер мөйөштә ҙур яҫтыҡтар, юрғандар өйөлгән. Ҡунаҡ тирмәһенән старшинаның тирмәһенә күстеләр, унда уҡ сәй мәжлесе ойошторолдо. Унан сығыуға бешеп сыҡҡан һарыҡ итен ҡатын - ҡыҙҙар ҙур ҡаҙандан алып торалар ине. Һалма һалдылар һәм ул бешеп сығыуға йәйләүҙәге ир - атты ҡунаҡҡа әйттеләр. Бишбармаҡтың тәүҙә итен, щунан һалмаһын ҡул менән тотоп ашанылар. Һоғондорошоу ғәҙәте ҡунаҡтарға бигерәк мәҙәк тойолдо. Һуңынан һурпа эсеү китте. Унан һуң сәй эсеү менән тамамланды.
Тағы бер көн кискә ҡарай ауышты. Иртәгәһе көнө торғас та Сергей Рыбаков бындағы халыҡтың ҡунаҡты ҡаршылау һәм үткәреү тәртибен дәфтәренә төшөрҙө.
Икенсе көнө юлсылар, Сөләймәнов старшинаның йәйләүен ҡалдырып, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Миндеғол ауылына ҡарай юлға сыҡтылар. Ағиҙел аръяғында урынлашҡан был ауыл буш булып сыҡты, бындағылар Мәсем тауы яғына йәйләүгә күскән икән. Шунда барырға тура килде. 18 саҡрымда ятҡан Мәсем тауына барған юл гел үргә ҡарай тартылды, был араны яй ғына, өс сәғәт дауамында үтергә тура килде. Тиҙҙән, тау итәгендәге иркен аҡланда урынлашҡан аҡланда, йәйләү күренде. Бындағы башҡорттарҙың тирмә урынына бүрәнәнән аласыҡтар эшләп ултыртыуҙары Петербург сәйәхәтселәренә ҡыҙыҡ булып күренде. Бында урядниктың килеп сығыуы ҙур файҙаға булды. Уның ярҙамы менән 13 йырсы һәм ҡурайсыны йыйып, йырлатып, уйнатып ҡарап яҙып алып булды.
Артабанғы юл йүнәлеше - 40 саҡрымда ятҡан Кананикольский заводы. Ауылға яҡынлашҡанда уҡ тирә - яҡ тәбиғәте кәйефте төшөрөрҙәй, сөнки завод тирә - яҡ урманды ашап бөткән һәм эшләүҙән туҡтаған, бер ниндәй тау эштәре бында алып барылмай. Ҡана ауылында ҡурай уйнаусы бер бөртөк кенә булып сыҡты. Ул - завод ҡарауылсыһы, еҙ ҡурайҙа уйнаусы Иван Лоҡманов. Бесән ваҡыты булыу сәбәпле Сергей Рыбаков ҡурайсы Лоҡмановты әллә ни оҙаҡ тотманы. Көйҙәр араһынан бигерәк тә композиторға ,,Сыңрау торна“ көйө оҡшаны, көй эсендә торна торҡолдауы асыҡ ишетелеп ҡалғандай булды, бына шуныһы уға өҫтәмә бер матурлыҡ биреп биҙәй ине.
Эңергә ҡарай был тирәлә берҙән - бер татар ауылы булған Юлыҡҡа ҡарай юл тоттолар. Урман эсендә ҡараңғы тиҙ төштө.Күрәһең, киске намаҙ ваҡыты еткәндер. Кираметдин аттарҙы туҡтатып намаҙға баҫты , шул арала тауҙар артынан ай нуры һибелде, артынса үҙе лә килеп сыҡты һәм шыйыҡ болоттар араһынан яй ғына йөҙә башланы. Ошо тынлыҡта доғаларҙы көйләп уҡыған тауыш ҡына бөтә ғәләмгә сәселде. Сергей Рыбаков тын алырға ла онотоп, доғалағы бөтөнләй ят һәм һағышлы көйҙө тыңланы ла тыңланы. Аҙаҡтан былай тип яҙҙы:
,, Но вот мое внимание пробудили торжественно - красивые, слегка мелонхолические звуки: это Киримка запел мусульманскую молитву, так как в эти минуты поднимался на горизонте громадный багровый диск луны. Чем - то величавым повеяло от такого неожиданного момента: после предыдущей полной темноты и затишья в природе, - когда, казалось, вся жизнь замерла, - появление ночного светила вливало новую струю жизни в природу и как бы говорило о порядке и гармонии, которые постоянно поддерживаются в окружающем строе вещей. Мелодич певца звучала торжественно - красиво и была полна какой - то затаенной душевной тоски. Я не ожидал, что мусульманство пособно создавать такие величавые и красивые, полные внутренного смысла религиозные мелодии, что я имел возможность проверить после и на других образцах. “
(С. Г. Рыбаков. По Уралу среди башкир. Кн: ,, Башкирия в русской литературе .“ Том 3, с. 221 ).
Петр Рыбаков та ваҡытын бушҡа үткәрмәй, материал йыя. Шуларҙың һөҙөмтәһе әҙәби хеҙмәттәргә әүерелә. Петр Гаврилович пероһы аҫтынан ,,Ночь“ (,, По Уралу среди башкир“), ,, Давлетхан“ исемлебашҡортлегенда - риүәйәте, ,, Татарчонок Кулахмет “ хикәйәһе баҫылып сыға. Петр Рыбаков - бер - нисә пьеса авторы ла. Уның ,,Старшина Буранбай“ исемле комедияһы Урал аръяғы башҡорттары тормошо менән туранан - тура бәйле.
Һамар ҡалаһында тыуған Петр тәүҙә Троицкиҙә белем ала, артабан Өфө гимназияһында уҡый. Ошонан һуң Петербургҡа барып университетының юридик факультетына ,,ирекле тыңлаусы“ булып яҙыла һәм 1900 йылда был уҡыу йортон тамамлай.
Бишенсе бүлек