Проект эшенә ниндәй критерийҙар ҡуйылырға мөмкин һуң?

- эштең йөкмәткеһенә ҡарата: актуаллек, проблеманың нигеҙләнеше

- мәғлүмәти тулылыҡ

- эштең тәрән, төплө алып барылыуы, ентекле анализ

- логик эҙмә-эҙлелек

- практик әһәмиәте

- башҡарылыу сифаты

- эштең индивидуаллеге: эшкә үҙ аллы һәм ижади ҡараш

- эштә ҡатнашыу кимәле

- эштең перспективаһы: һөҙөмтәләрҙе ҡуллана алыу мөмкинлеге

- дауам итеү мөмкинлеге

- дизайн

- дискуссияға әҙерлек

- һорауҙарға яуап бирә алыу

Проект эштәре тураһында һүҙ алып барғанда, уҡытыусы ролен дә асыҡлайыҡ.

Проект эшмәкәрлеген ойошторғанда, уҡытыусынан, уның эш этаптарында төрлө ролдәргә инеү тиҙлегенән күп нәмә тора. Бындай эшмәкәрлектә иң мөһиме – уҡытыусы тарафынан уҡыусының ижади фекерләүен һәм социаль һәләттәрен үҫтереүе. Быны тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыусының уҡыусынан өҫтөн булыуын оноторға кәрәк була.

Уҡытыусыға эш барышында осраясаҡ бөтә төр ҡыйынлыҡтарҙы ла күҙ уңында тоторға, уҡыусыларға ярҙам итергә (маҡсат һәм бурыстар ҡуйырға, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләргә, һайлай һәм уны дәлилләй белергә, үҙ аллы эшләргә, башҡалар менән теге йәки был һорау буйынса кәңәшләшергә, төҙәтмәләр индерергә, объектив баһаларға) кәрәк буласаҡ.

Шулай уҡ проект барышында уҡытыусыға проблемалы семинарҙар, асыҡ консультациялар, семинар-консультациялар үткәрергә, интерактив методтар ҡулланырға кәрәк.

Әммә уҡытыусы был эшмәкәрлектә үҙ аллы консультант булырға кәрәк. Ғәҙәттә, уҡытыусы подсказкаларҙан арына алмай. Был йәһәттән уҡытыусы үҙен нисек тота ала һуң? Иң киң таралғандары – фасилитатор, модератор һәм тьютор.

Фасилитатор – инглиз телендә “еңелләштереү, ярҙам итеү” – төркөмдө теге йәки был эш биремен башҡарыуға әйҙәүсе, өндәүсе. Фасилитаторҙың төп бурысы – төркөмдө алып барыу түгел, ә төркөм эшенә булышлыҡ итеү. Төркөм эсендә эшләү ҡағиҙәләренең үтәлешенә иғтибар итергә тейеш, йәғни төркөмдә эште шундай итеп ойошторорға ярҙам итә - эш барышында һәр ҡатнашыусының фекере тыңлана, иҫәпкә алына, уҡыусы эште теләп башҡарырға ынтыла. Дөйөмләштереп әйткәндә, аралашыу, әңгәмәләр ярҙамында фасилитатор төркөмдөң эшенә булышлыҡ итә.

Модератор – итальян “йомшартыу, тотоп ҡалыу” – дискуссиялар ойоштороусы һәм үткәреүсе. Бында модератор өсөн иң мөһиме – дискуссия барышында уның фекере түгел, ә иң тәүҙә дискуссия процесы икәнлеген аңлауы. Дискуссия барышында модератор, әгәр һөйләүсе ситкә китә икән, уны бүлдерергә, сығыш яһаусының нимә әйтергә теләүен асығыраҡ сағылдырыу өсөн төрлө өҫтәмә һорауҙар бирергә, билдәләнгән мәсьәлә буйынса ғына дискуссияның барышын тәьмин итә. Дөйөм алғанда, модератор уҡыусыларҙың иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын ошо тема менән бәйләй белергә тейеш.

Тьютор– инглиз “тәрбиәсе, наставник” – уҡытыусы-консультант, куратор, наставник, уҡыусыға үҙенең белем алыу процесын ойоштороуға ярҙам итеүсе. Ғәҙәттә, тьюторҙар уҡыусыларҙың үҙ аллы фәнни-уҡыу эштәре менән етәкселек итәләр. Тьютор дәрестәрендә уҡыусылар тьютор менән формаль булмаған шарттарҙа эш барышы тураһында һөйләшәләр, фекер алышалар. Был дәрестәр практикум, консультация йәки семинар рәүешендә үткәрелергә мөмкин. Тьюторҙың бурысы – уҡыусыға был проект эшенән тулы ҡәнәғәтлек алырға, эш барышында киелп тыуған һорауҙарға яуап бирергә, аҙаҡҡаса уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын һүндермәү.

Проект эшмәкәрлеге барышында уҡыусыларҙың түбәндәге һәләттәреформалаша, үҫешә:

Проект эшенең шарттары Метапредмет Дөйөм предмет
Маҡсат һәм проблема Проблемаларҙы күрә, был проблеманы хәл итеү өсөн маҡсат һәм бурыстар ҡуя белеү Информацияны күрһәтеү өсөн кәрәкле саралар ҡуллана, эште планлаштыра белеү,
Практик һөҙөмтәләр алыу кәрәклеге Алынған белемдәрҙе ҡулланыу Яңы информация йыя һәм анализлай белеү, билдәле бер өлкәлә белемдәрҙе тәрәнәйтеү
Педагогик ситуациялар Ҡапыл килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү, стандарт булмаған хәл итеүҙәр тәҡдим итеү Эште ойоштороу, актив рәүештә белем алыу, практик бурысты танып белеү йәки тикшеренеү бурысына әйләндереү
Танып белеүгә мотивация Проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын ҡулланышҡа индереү Төрлө сығанаҡтарҙан алынған белемдәрҙе дөйөмләштереү
Коллектив эшмәкәрлек Төркөмдәрҙә эшләү, командаға етәкселек итеү, төркөмдөң осрашыуын, дискуссияларҙы ойоштороу, хәл итеүҙәр Сағыштырыу, анализ, дөйөмләштереү, классификация эшләү
Аралашыу Хеҙмәттәшлеккә, аралаша белеү, тактҡа өйрәнеү, дискуссия алып бара, башҡаларҙың фекерҙәрен тыңлай белеү Информацияны ишетә, һорауҙар ҡуя, дәлилләй, телдән һәм яҙма рәүештә фекерҙәрҙе сағылдыра белеү
Эшмәкәрлек ирке Яуаплылыҡ, эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо Предмет-ара категорияларҙы үҙләштереү, үҙ эшмәкәрлегеңде билдәләнгән маҡсат-бурыстарға ярашлы контролдә тотоу һәм баһалау
Эшмәкәрлек һөҙөмтәһен презентациялау Башҡарылған эш буйынса отчет эшләү Эште төрлө формаларҙа тәҡдим итеү, анализлай белеү
Рефлексия Объектив үҙ баһа биреү, көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы билдәләү Танып белеү һәм шәхси рефлексия формаларын үҙләштереү

Проект эшенең документтарын әҙерләү

Проект эшенең төп документтары булып уның паспорты һәм портфолио тора.

Портфолио (проект папкаһы) презентацияла тәҡдим ителгән мөһим компоненттарҙың береһе. Ул үҙ эсенә проект эшенең паспортын, эш планын, график, схемаларҙы, фотографияларҙы һ.б. документтарҙы алырға мөмкин. Шулай уҡ тикшеренеү, анализ һөҙөмтәләре, отчеттар, эскиздар, сценарийҙар, черновиктар булырға мөмкин. Портфолионың төп бурысы – эштең барышын, этаптарын күрһәтеү. Грамоталы төҙөлгән портфолио эште объектив баһаларға, һәр уҡыусының үҫешен, уңыштарын күрергә мөмкинлек бирә. Портфолио төҙөгәндә бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Яуаплыны билдәләп ҡуйыу ҙа бик яҡшы.

Проект эшенең паспорты уҡыусылар тарафынан (уҡытыусы ярҙамында ла мөмкин) әҙерләнә. Паспортта нимәләр күрһәтелә һуң?

- проект эшенең исеме;

- ниндәй предмет сиктәрендә алып барылды?

- Класс;

- Маҡсат һәм бурыстар;

- Проект төркөмөнөң составы;

- Ваҡыты, сроктар;

- Проект эшенең етәксеһе, консультанты;

- Проект төрө;

- Проект һорауҙары;

- Аннотация

- Эш һөҙөмтәләре;

- Проект эшенең этаптары

- Кәрәкле ресурстар, материалдар.

Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Эш дәрестең бер-нисә минутынан алып аҙна йәки айҙарға тиклем алып барылырға мөмкин. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү еңелдән түгел, эште үтәп сығыу уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныс, ғорурлыҡ тойғоһо уятыуы менән дә мөһим. Уҡыусылар төрлө сараларҙа ышаныслы сығыш яһай башлайҙар, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар. Ижади фекерләү, дөрөҫ телмәр уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныуҙы арттыра. Мәктәптәрҙә баланың рухи үҫешенә, үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп маҡсаты булырға тейеш.

2013 йыл – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған проект эше паспортына бер өлгө .

1. Проект эшенең исеме: “Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең ҡулда”.

2. Проект “Башҡорт теле” дәресендә синыфтан тыш дәрес булараҡ алып барылды.

3. Класс: 3

4. Маҡсат: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнеү.

Бурыстар: 1) тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һаҡсыллыҡ ҡараштары, уны бысратмау, ҡәҙерләү, йәшелләндереү тураһындағы белемдәрҙе нығытыу;

2) монологик телмәрҙе үҫтереү;

3) туған тәбиғәттең гүзәллегенә һоҡланыу, матурлығын аңлау төшөнсәләрен биреү, тыуған ер тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

5. Үткәреү ваҡыты: 4 октябрь 2012 йыл

6. Проект эшенең етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

7. Проект төркөмөнөң составы: 12 кеше

8. Проект төрө: презентация

9. Аннотация: Проект эше уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса

өҫтәмә белемдәр алыуына йүнәлтелгән.

10. Проект һорауҙары:

- нимә ул тәбиғәт?

- уны ниндәй өлөштәргә бүлеп йөрөтәләр?

- йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт бер-береһенән нисек айырыла?

- үҫемлектәр һәм хайуандар кешеләргә ни өсөн кәрәк?

- һирәк осраусы үҫемлектәр һәм хайуандар ниндәй китапҡа теркәлә?

Проблемалы һорауҙар:

- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса көнүҙәк мәсьәлә булып нимә тора?

- йылғалар һәм күлдәр нилектән бысрана?

- һауаның бысраныу сәбәптәрен әйтегеҙ.

11. Проект эшенең этаптары:

Этаптар Эш йөкмәткеһе
Әҙерлек Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү
Ижади төркөмдәр булдырыу
Проект эшенә материалдар әҙерләү
Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү
Планлаштырыу Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау
Проектты эшләү Әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу
Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү
Презентация Башҡарылған эште тапшырыу
Эште баһалау Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау

12. Кәрәкле ресурстар, материалдар: һүрәттәр, тәбиғәткә бәйле әйтем һәм мәҡәлдәр, һынамыштар, “Тәбиғәтте өйрәнеү” дәреслеге, шиғырҙар, уҡыусыларҙың иншалары.

13. Эш һөҙөмтәләре. Уҡыусылар тәҡдим иткән слайдтар, ижади эштәр.

Наши рекомендации