Матур ӘҘӘбиӘт стиле 5 страница

Фонетик кимәлдәге үҙенсәлеккә килгәндә, йәнле һөйләү элементлы тулы китапса әйтелеште эсенә алған интонация һөйләмдәрҙең мәғәнәүи йөкмәткеһенә буйһона. Гәзит-публицистик стилдең лексик-фразеологик составы уның төп вазифалары менән билдәләнелә: информатив һәм өгөт-нәсихәт. Шуға бәйле лексик план да ике йүнәлештә була: тура мәғәнәләге лексика һәм баһалы лексика.

Ирек, демократия, прогресс, иҡтисад, мәҙәни һәм мәҙә­ниәт, социаль-иҡтисади, сәйәси һәм социаль тотороҡлолоҡ, социаль яҡлау, рухи ҡиммәттәрҙең әһәмиәте кеүек дөйөм төшөнсәле лексика, бигерәк тә ижтимағи-сәйәси яңғырашлы һүҙҙәр киң ҡулланыла. Алда әйткәнебеҙсә, стандартлашҡан телмәр берәмектәре, үҙенсәлекле алым булараҡ төрлө тип­тағы фразеологизмдар йыш файҙаланылалар. Быуат табы­шы, быуат ваҡиғаһы, дуҫтарса йунәлеш, батырҙарса һәләк була, белем усағы, әсе тир тамсыһы һ. б. кеүек ғәҙәти булмаған һүҙбәйләнештәр ҙә урын ала.

Морфология һәм һүҙьяһалыш кимәлендә гәзит-публици­стик стилдә күбеһенсә изафет структуралы һүҙбәйләнештәр­ҙең, йыйнау мәғәнәһендәге күплектәге исемдәрҙең, ҡылым­дан яһалған һүҙҙәрҙең йыш файҙаланыуы күҙгә ташлана: студенттар, берекмәләр, кәңәшмәләр; кешелек йәмғиәте, кабинет системаһы, әхлаҡ ҡағиҙәләре, бөйөк маҡсаттар, ғаилә ғорурлығы; исем ҡылым формалары йыш ҡулланыла: сыбыртҡы шартлауы (күсмә мәғәнәлә тәрбиә сараһы), уҡы­тыу эштәре, белемде камиллаштырыу, тәрбиә биреү, бүлмә­ләргә урынлаштырыу, компьютер селтәрҙәре һ. б.

Урыҫ теленән һәм урыҫ теле аша ингән халыҡ-ара һүҙҙәр нигеҙенән яһалған рациональ тәҡдим, декоратив, электрлаш­тырыу, демократлаштырыу, пропагандалау, социалистарса тибындағы һүҙҙәр, интерфакс, АҠШ, БМО, НАТО, РФ, БР, районо, роно, райфинанс кеүек ҡыҫҡартылған һүҙҙәр сағыш­тырмаса әүҙем ҡулланыла.

(Синтаксик кимәлгә килгәндә, шуны әйтергә кәрәк: гәзит публицистикаһы стиленә ябай синтаксик төҙөлмәләр хас, һөйләмдә һүҙҙәрҙең кире тәртибе (инверсия) әүҙемлек күрһәтә, әммә ундай һөйләмдәр фразаның логик үҙәге була; шиғри синтаксик элементтар (риторик һорау, анафора, эпи- фора, градация һ. б.) файҙаланыла; ул төр шиғри элементтар өгөт-нәсихәткә ҡоролған әҫәрҙәрҙә осрай, тағы йәнле һөйләү стиленен синтаксик элементтары файҙаланыла (эллипсис, өҫтәлмә (присоединение), һорау-яуап формаһы һ. б.).

Гәзиттәрҙә мәҡәләләрҙең исемен ҡуйыуға ныҡ иғтибар ителә. Мәҡәлә исемдәре, бер яҡтан, уҡыусыларҙың иғтиба­рын тартып торорға бурыслы булһа, икенсе яҡтан, уҡыусы­ны мәҡәлә йөкмәткеһенең төп асылына йүнәлдерергә тейеш. Мәҡәләнең исемен сағылдырыуҙың тел саралары төрлөсә: улар, иң элек, мәҡәләлә, белдереүҙә (хәбәрҙә) ҡуйылған маҡсатҡа бәйләнгән. Мәҫәлән, «Йәшлек» газетаһынан миҫалдар: «Тормоштары мөбәрәк, күңелдәре түңәрәк», «Ихтирам да, абруй ҙа арта», «Уҡытыусыбыҙ әйҙәй беҙҙе» һ.б. «Башҡортостан» гәзитенән: «Оло йорттоң хужаһы», «Рәсәйҙә иң алдынғылар», «Шәкәр­һеҙ ҡалмаясаҡбыҙ», «Бирҙе донъя кәрәкте», «Мәскәүҙән делегация килмәксе» һ.б. Мәҡәләләрҙең исемдәре битараф (нейтраль) тел саралары менән дә, баһалы (хис-тойғоло) һүҙҙәр менән дә, үҙгәртелгән һәм үҙгәртелмәгән фразеологик берәмектәр һәм башҡа шу­ның шикелле тарҡау төҙөлмәле һөйләмдәр менән дә бире­лергә мөмкин. «Башҡортостан» гәзитенең төрлө һандарынан алынған миҫалдар: «Биргәнгә — күп, алғанға аҙ» тигән исем «Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп» мәҡәленән үҙгәртеп алынған, «Таусылар өй туйлаясаҡ» халыҡ телендәге «өй туйлау» әйтеменән.

Телдең лексик-фразеологик, морфологик-синтаксик сараларын һайлау һәм ҡулланыу гәзит публицистикаһының жанр үҙенсәлегенә тап килергә бурыслы. Мәҫәлән, хроникаль хәбәр икегә бүленә: 1) хроника (ниндәй ҙә булһа берәй яңылыҡ тураһында ҡыҫҡа ғына информация); 2) бәләкәй информация (ҡыҫҡа мәҡәләләр), ул ентекләп тасуирламай, ә интервью, отчет, юл тәьҫире хаҡында ҡыҫҡа мәҡәлә, һүрәт­ләмә, библиографик белешмә һ. б. тураһында белдереү яһай. Шуға күрә улар йыйнаҡ, ҡыҫып яҙылған булалар, дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәр һәм терминологик лексика әүҙем файҙаланыла.

Репортаж үҙендә ҡәтғи документаллекте, объектив­лыҡты хис-тойғо, күркәм һүрәтләү алымдары менән бергә бәйләй. Теле, стиле менән баш мәҡәләгә тартым була һәм унда дәүләт алдында, халыҡ-ара тормошта мөһим булған материалдар, мәсьәләләр ҡуйыла. Репортаж — бер үк ваҡыт­та директив һәм публицистик әҫәр. Шуға күрә унда, бер яҡтан, баш мәҡәләгә оҡшаш телмәр ҡалыбы характерлы булһа, икенсе яҡтан, эмоциональ-экспрессив алымдар ҙа файҙаланыла.

Теле һәм стилистик һыҙаттарының төрлөлөгө менән очерк айырылып тора. Очерк үҙе айырым бер жанр булараҡ публицистика менән матур әҙәбиәт стилдәре араһында тора. Очеркта авторҙың «мине» ҡатнашыуы ла тойомлана. Фель­етон менән памфлетта сатира һәм ысынбарлыҡҡа сати­рик мөнәсәбәт нигеҙ итеп алына, кире баһаға өҫтөнлөк бирелә. Шунлыҡтан уларҙа хис-тойғо биҙәге менән экспрес­сив саралар киң файҙаланыла.

Гәзиттәге һәр жанрҙың эсендә теге йәки был хәл төрлө саралар менән сағылдырыла. Ул яҡтан ҡарағанда мәҡәләләр ҙә төрлө-төрлө: баш мәҡәлә, әҙәби тәнҡит, пропаганда, фәнни-популяр мәҡәлә һ. б.; очерктарҙың төрлөһө бар: сәйәси, етештереү, көнкүреш, фельетон, памфлет һ. б. Ундай күп планлылыҡ тел-стиль сараларын «күп тауышлы» яһай: унда китап һүҙҙәре лә, рәсми һүҙҙәр ҙә, йәнле һөйләү һәм ябай телмәр һүҙҙәре лә осрай.

Гәзит публицистикаһы жанрҙарын, бөтәһенән элек, йөкмәткеһе яғынан ҡарау зарур, сөнки йөкмәтке ысынбар­лыҡҡа булған мөнәсәбәтте, факттарҙы һайлап алыуҙын һәм яҡтыртыуҙың ысулын сағылдыра. Жанр — тотош бер төркөм әҫәрҙәрҙең үҙенсәлекле мәғәнәүи тотҡаһы. Икенсе яҡтан, жанр — шул тотҡаны тормошҡа ашырыусы структур һәм сти­листик билдәләрҙең йыйылмаһы ул. Жанр — ысынбарлыҡ материалын ойоштороу формаһы, телмәр материалы фор­маһы ла ул. Гәзиттең бөтә жанрҙары ла гәзит публицисти­каһының стиле системаһына берләшһәләр ҙә, һәр жанр теле, стилистикаһы йәһәтенән үҙенсәлекле һәм төрлө.

Стиль үҙенсәлеге автор образы һәм уның яҙғанына булған мөнәсәбәте дөйөмлөктәр менән билдәләнә. Гәзит публицис­тикаһында журналист — әҫәрҙе тыуҙырыусы һәм уның авто­рының «мин»е бер-береһенә тулыһы менән тап киләләр. Ләкин автор «мин»ен тормошҡа ашырыу формаһы төрлө жанрҙа төрлөсә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, баш мәҡәләлә журналист ойошманың вәкиле булараҡ сығыш яһай (ул авторҙың коллектив һыны (образы), ә очеркта байтаҡҡа индивидуалләштерелгән, конкретлашҡан була; шулай ук фельетонда ла автор образы үҙенсәлекле.

Тел материалын туплау һәм яҙыуҙың дөйөм стилистик тоны автор һыны (образы) менән билдәләнә. Мәҫәлән, ре­портажда йәнле һөйләү лексикаһын киң сағылдырыу күркәм тасуирлау сараһы булараҡ автор образы менән бәйләнгән. Баш мәҡәләлә дәүләт уҡыусыға коллектив пропагандист, өндәүсе итеп мөрәжәғәт итә: унда айырым шәхси мәсьәләләр түгел, ә дөйөм ижтимағи әһәмиәте булған, халыҡ-ара мөһим проблемалар яҡтыртыла. Шуға күрә унда телдең асыҡ инди­видуаль һыҙаттары булмай. Баш мәҡәләнең теле ялҡынлы, хис-тойғоло, дәртле публицистика теле була.

Гәзиттең төрлө жанрҙарында тура һәм ситләтелгән тел­мәрҙең икеһенең береһе төрлө дәрәжәлә файҙаланыла. Мәҫәлән, тура телмәр очеркта геройға ҡылыҡһырлама биргәндә йыш ҡулланыла һәм һүрәтләүҙе йәнләндереп ебәрә. Интервьюла һәм репортажда тура телмәр йыш файҙала­нылһа, геройҙы тасуирлағанда һирәгерәк урын ала. Мәҡәлә, рецензия һымаҡ жанрҙарҙа тура телмәр ҡулланылмай, унда авторҙың ситләтелгән телмәре өҫтөнлөк итә.

Автор телмәре, баҫылған материалдың жанрына ҡарап, төрлө вариантта булыуы мөмкин.

Дөйөм алғанда, гәзит публицистикаһы үҙенең сағыу һәм ялҡынлы булыуы менән айырылып тора, унда тос мәғәнәле тел берәмектәре, экспрессив-модаль мәғәнә биреүсе форма­лар файҙаланылыусан, тағы ла мәҡәләләрҙә китапса телмәр менән йәнле һөйләүҙең бер-береһенә үтеп инеүҙәре осрай, ундай алым стилистик иркенлеккә, теге йәки был күренеште сағылдырыу сараларын төрләндереүгә, йыйнаҡлыҡҡа, асыҡлыҡҡа, еңел аңлауға хеҙмәт итә.

МАТУР ӘҘӘБИӘТ СТИЛЕ

Матур әҙәбиәт стиле башҡа функциональ стилдәрҙән ныҡ айырыла. /Әгәр башҡа стилдәрҙең бөтәһе лә ғәҙәттәге аралашыу бурысын үтәһә, матур әҙәбиәт стилендә тел фекерләү формаһы ғына булып түгел, ә художестволы һүрәтләү элементы булып та сығыш яһай. /

Матур әҙәбиәт стиле үҙенең стилистик саралары һәм мөмкинлектәре менән киң диапазонлы булыуы менән айырыла. Телдең әҙәби һәм әҙәби булмаған формалары (мәҫәлән, ерле һөйләштәр, жаргондар), башҡа бөтә стилдәрҙең алымдары матур әҙәбиәт стилендә ысынбарлыҡты образлы ҡабул итеү һәм һүрәтләү маҡсаттарында ҡулланыла.

Матур әҙәбиәт стиле башҡа функциональ стилдәрҙән тел-һүрәтләү сараларының киң мөмкинлектәрен оҫта һәм тулы файҙаланыуы менән айырыла. Конкрет әҙәби әҫәрҙә был һүрәтләү сараларының ҡулланылыу кимәле һәм үҙенсәлектәре яҙыусының шәхси оҫталығы менән дә тығыҙ бәйләнештә була.

Матур әҙәбиәт стилендә, образлы һүрәтләү маҡсаттарынан сығып, телдең башҡа бөтә функциональ стилдәре лә ҡулланылырға мөмкин. Маҡсаттан сығып, бер әҙәби әҫәрҙә төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙең стиль алымдары файҙаланыла ала. Миҫал өсөн Ф. Иҫәнғоловтың «Арыш башағы» романында төрлө стиль үҙенсәлектәрен ҡулланыуҙы алырға мөмкин.

Халыҡ йәнле һөйләү телмәренең стиль үҙенсәлектәре

Бисә-сәсә түҙҙе-түҙҙе лә, ахыр килеп, тел сарларга кереште:

— Был бай һаман йорт нығыта ла йорт нығыта. Кәләш алырға уйламай ҙа. Олоғайып бара түгелме һуң?..

— Урыҫ араһында күп йөрөгәс, урыҫ фиғеле кереп бөткәндер, күрәһең, үҙенә...

— Эйе шул. Урыҫ байыһа — өй һала, башҡорт байыһа — бисә ала, тигәндәр бит боронғолар ҙа...

— Унда старостаның Гөлсәғүрәһе көрһөнә-көрһөнә һарғая...

— Ысын булһа, Ырымбур яғында аның мәрйә бисәһе бар имеш тә йәмәғәттең ҡәһәренән ҡурҡып, алып ҡайтмай тора имеш, тип һөйләйҙәр...

— Эй-й, мин дә ишеткәйнем. Әле мәрйәһе бер татар байының ҡыҙынан татарса өйрәнеп ята, ти. Шунан Аллаяр аны татар ҡыҙы тип алып ҡайтмаҡсы, ти… (14—15).

Халыҡ ижады стиленең үҙенсәлектәре

Йырлайыҡ та йырҙың, һай, һәйбәтен,

Һөйләмәйек байҙарҙың ғәйбәтен...

Һөйләмәһәк уларҙың, һай, ғәйбәтен —

Әхирәттең беҙгә йәннәте... (16).

Башҡорт теленең диалект үҙенсәлектәре

— Беҙ Ҡасим менән дуҫ булыштыҡ, енкә. Быларҙы ул миңә урмантан яһап апҡайтҡан. Мин аңа ҡулъяулыҡ сигеп бирәм. Бына был ҙур шәшке — Ҡасимҡа. Мыныһы — үҙемә... Мына был бәләкәстәре - бәләкәстәргә... Матурҡайҙар бит, еңкә? (110).

Был өҙөктә Сәлимәнең телмәрендәге еңкә (әҙәби телдә еңгә), урмантан (әҙәби телдә урмандан), Ҡасимҡа (әҙәби телдә Ҡасимға) формалары башҡорт теленең көньяҡ диалекты урта һөйләш (ҡатай башҡорттары) телендәге үҙенсәлектәрҙе сағылдыра. Бынан тыш, апҡайтҡан, аңа, шәшке, мыныһы, мына формалары һөйләү телмәре һәм диалекттар өсөн хас. Ғөмүмән алғанда, Фәрит Иҫәнғоловтың әҫәрҙәрендә геройҙарҙың телмәр үҙенсәлектәренә яҡшы иғтибар бирелә.

Иҫкергән телмәрҙең стиль үҙенсәлектәре

— Ул ҡазаны мин көткәйнем. Хоҙай тәғәләне рәнйетә төштөң шул. Шайтан ҡотороғо менән кафыр фиғеле алып, әллә ниндәй ен арбаһы яһаның бит. Етмәһә, рамазан-шәриф айында Өфөгә барып, әллә ниндәй дәһри заттар менән ҡул бирешеп йөрөнөң. Хәйер бирһәң, бәлкем хаҡтәғәлә ярлыҡар ҙа ине. Ә һин урыҫтай булып, шәриғәтте онотоп, ураҙала өй һалдырырға керештең (170).

Был өҙөктә Ғайфулла мулланың телмәре әҙәби тел өсөн хас булмаған иҫкергән ғәрәп-фарсы һүҙҙәре менән сыбарланған: хоҙай тәғәлә, кафыр, фиғел, рамазан-шәриф (ай исеме), дәһри зат (аллаһыҙ кеше), хаҡтәғәлә һ. б.

Тарихи-хроникаль стилдең үҙенсәлектәре

Февраль революцияһынан һуң — 1917 йылдың икенсе яртыһында — башҡорт милли хәрәкәте айырыуса көсәйеп китте. Ырымбурҙа һәм Өфөлә Беренсе һәм Икенсе башҡорт съездары булып үтте. Уларҙа Башҡорт өлкә шураһы төҙөлдө. Съезда бары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр генә ҡатнаша алды. Шура милли ерлектә үҙаллылыҡ талап итә ине. Уның барлыҡ талаптары бары мөлкәтле кешеләр күҙлегенән генә сығып төҙөлгәйне (142).

Эпистоляр стилдең үҙенсәлектәре

«Ҡәҙерле атай, инәй, Шәрифулла туғаным! Минән һеҙгә бик күп һағынышлы сәләм. Үҙемдең иҫәнлекте белдереп, һеҙгә лә сәләмәтлек теләп ҡалам...» (158).

Публицистик стилдең үҙенсәлектәре

“Әгәр һин аҡ бандаларҙан таланып, бөлөп ҡалған булһаң, әгәр граждандар һуғышы һинең хужалығына зыян килтергән булһа, әгәр һинең ҡатының һәм балаларың ас-яланғас, ауырыуҙар икән, байға һәм алпауытҡа барма, һин унан бер нәмә лә ала алмаҫһың... Һин коммунистарға-больщевиктарға бар... Үҙегеҙҙең ауыл Советына бар, мин фәҡирмен, миңә ярҙам кәрәк, тип әйт. Улар һинең хәлеңде шунда уҡ аңлап алырҙар ҙа ярҙам итерҙәр... Аҡ бандалар тарафынан аяуһыҙ таланған башҡорттар, “Башкирпомощ” ҡа килегеҙ!...” (216).

Ошондай стиль күплеге һәм төрлөлөгө нигеҙендә әҙәби телде өйрәнеүселәрҙең ҡайһы берҙәре матур әҙәбиәт стилен функциональ стилдәр рәтенә индермәй. Киреһенсә, ошо үҙенсәлек – төрлө стилдәрҙең алымдарын ҡулланыу – образлы һүрәтләү менән бергә матур әҙәбиәт стилен башҡа стилдәрҙән айырып тора. Матур әҙәбиәт стиленең төрлө стиль алымдарын файҙаланыуы стилдәрҙе бутау тип аңларға ярамай, сөнки һәр бер сара әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып ҡулланыла.

Матур әҙәбиәт стиленә тәрән метафоралыҡ, фонетиканан алып синтаксисҡа тиклем телдең бөтә кимәлдәре берәмектәренең дә образлылығы хас. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образлылыҡты көсәйтеү өсөн, шулай уҡ әҫәрҙең эстетик тәьҫирен арттырыу маҡсатында синонимика, антонимика, күпмәғәнәлелек, фразеология һымаҡ телдең бай мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланыла.

Шулай итеп, художестволы стиль иң бай һәм ҡатмарлы стиль һанала.

Матур әҙәбиәт стиле төшөнсәһе бер төрлө генә түгел. Уның эсенә тел төшөнсәһе менән яҙыусы стиле инә. Яҙыусы теле тигәндә теге йәки был әҫәрҙең тексында файҙаланылған һәм унда билдәле бер вазифа үтәгән тел берәмектәре күҙ уңында тотола. Яҙыусының күркәм әҫәренең стиле — әҫәр тексындағы телмәрҙең күркәм стиле элементтарының, уның образдар системаһының сағылышы һәм тормошҡа ашырылыуы ул.

Күркәм әҙәбиәт стиле әҙәби телдә айырым урын алып тора, сөнки ул күркәм образ тыуҙырыу һәм уҡыусыларҙың аңына, тойғоһона тәьҫир итеү өсөн дөйөм халыҡ теленең бөтә сараларын файҙалана.

Күркәм әҙәбиәт стиленен үҙенсәлектәренә, беренсенән, аралашыу һәм эстетик функцияларҙың берҙәмлеге ҡарай. Ул күркәм әҙәбиәттең ике яҡын бурысы: һөйләү генә түгел, ә уҡыусыға тәьҫир итеү менән дә билдәләнә. Икенсенән, күркәм әҙәбиәттә төрлө функциональ стилдәрҙең тел сарала­рын файҙаланыу; унда киң рәүештә троптар, фигуралар һәм башҡа һүрәтләү-тасуирлау саралары ҡулланылырға мөмкин; өсөнсөнән, тағы авторҙың үҙ образы, уның идеяһы, эстетик ҡарашы ла урын ала.

Күркәм әҙәбиәт— ысынбарлыҡты танып белеүҙең үҙен­сәлекле сағылышы ул. В. В. Виноградовтың һүҙҙәре менән әйткәндә, художестволы әҫәрҙә дөйөм халыҡ теле саралары хис-тойғо, һын һәм эстетик яҡтан үҙгәрешкә дусар ителә. Яҙыусының бурысы — һүрәтләнгән факторҙарҙы күркәм- социаль яҡтан дөрөҫ аңлап тасуирлау.

Күркәм образлылыҡ, һүҙҙәрҙең тәрән йөкмәткеһе һәм күп мәғәнәлелеге, һынлы конкретлылыҡ, нескә хис-тойғо биҙәк­ле һүҙҙәр күркәм телмәр стиленен эске һыҙаттарын билдәләй. Күркәм телмәрҙә бөтә тел саралары, стилистик алымдар әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуға буйһондо­ролған. Автор ҡулланылған теге йәки был тел сараһының һәм стилистик алымының маҡсатҡа ярашлылығы әҫәрҙең төп идеяһы менән билдәләнә.

Наши рекомендации