Рәсәй тәхетендә - Елизевета Петровна 3 страница

Үҙ иленән йән тәслимгә ҡасып барыусы бөрйәндәр ҙә алда ни булырын - белмәйҙәр ҙә, һиҙемләмәйҙәр ҙә ине. Тик шуныһы билдәле: был юлдар далаға тарта. Ҡасаҡтарҙың барған йүнәлеше - көньяҡ - көнсығыш, күҙ терәр кешеләре ҡаҙаҡ ырыуы - жағылбайҙар. Яйыҡты кисеп сыҡҡандан һуң, алһыҙ - ялһыҙ күсенеп китеп барыуға аҙна булды. Ялһыҙ көйө тик алға ынтылдылар, урыҫ карателдәре, бөрйәндәр уларҙы ҡыҫҡартып “ караттар “ ,тип атайҙар, арттан ҡыуып килеп етеп ҡуймаһындар, тип ҡурҡтылар. Ошо сәбәп арҡаһында екке аттар арып йонсоно, ураған һайын уларҙы алмаштырып егергә тура килә. Аттарға еңелерәк булһын тип, ҙурыраҡ йәштәге балалар, бисә - сәсәләр, арбаларға тотоноп, даланы йәйәүләп үлсәйҙәр. Һай, ҡаҙаҡ далаһы! Осо - ҡырыйы күренмәй, йә ярылып ятҡан һуҡмаҡ юҡ. Бындағы бөтә юлдар ҙа дала төбөнә тарта. Ҡайҙа ҡарама тап - таҡыр, кейек йәшенер урмандары ла күренмәй. Һирәкләп дымлы үҙәктәре,тоҙло һыуҙары осраштырып ҡуя, тик улар даланың күренешен бер нисек тә үҙгәртмәйҙәр. Бөрйәндәр унда - бында һыҙғырып ултырған, яҡынайһаң ҡапыл юғалған бесәй ҙурлыҡ йомрандарға, эре кеҫәртке - йыландарға ғәжәпләнеп ҡарап үтәләр.

- Урал тәбиғәтенә еткән ер бармы икән доньяла, - тип ауыр тынлыҡты боҙҙо Илекәй тархан, - бында ни бар донья тик һоро төҫтән тора икән! Шулай түгелме, Сураш ҡустым ?

- Шулай инде, шулай, Илекәй ағай! Үҙем дә шул турала уйланып килә инем әле. Бындағы ерҙәр гел ҡомдан тора икән дә баһа! Ҡояшына тиклем аяуһыҙ ҡыҙҙыра, ҡаҙаҡтар бындай урындарҙа ҡайһылайтып йәшәйҙәр икән ? Илекәй ағай! Ырыуҙаштарыбыҙ бик арыны, хәлдәре бөттө. Аттар бигерәк йонсоно, мал - тыуар саҡ шылышып килә. Туҡтап ял итеп алмаһаҡ булмаҫ. Ана, алдараҡ үҙән ята , шикелле, йәшкелт үлән күҙгә салынғандай.

- Хәлдән тайҙыҡ шул. Ярай, булмаһа, туҡтайыҡ, ял итәйек. Һаман уйланып киләм: баштарыбыҙҙы, ғаиләләребеҙҙе, туған - тумасаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ, тип мең бәләгә ҡалдыҡ шул. Инде ни хәл итәһең! Туҡтап ял итәйек, тип ҡысҡырайым әле. Эй, бөрйәндәр! Тыңлағыҙ әле! Анау алдағы ышыҡҡа боролоғоҙ! Ял итмәй булмаҫ. Тирмәләрегеҙҙе йәһәтләп ҡороғоҙ!

Боролдолар. Туҡтанылар. Аттарҙы туғарып утлауға ебәрҙеләр. Арттан эйәрә килгән мал - тыуарҙы ыҡсымыраҡ итеп яҡынға өйҙөләр һәм ике ҡарауылсы ҡуйҙылар. “ Өйөрҙә йөрөп өйрәнгән аттар бер ҡайҙа ла китмәҫ, ныҡлап һыйыр малын яҡшы ҡарағыҙ, улар туҙып китеүсән,-“ тип тархан ҡат - ҡат киҫәтте ике егетте.

Ҡаҙандар аҫылды, уттар яғылды, арбаларҙағы ҡаралтыларҙы тирмәләр эсенә ташынылар. Тирә - яҡҡа төтөн һәм ит еҫе таралды. Арыған балалар тәүҙә һыуға йомолдо, ит бешкәнен көтмәй икмәк һорап алып, унан - бынан кимерҙеләр ҙә әүен баҙарына күстеләр. Бигерәк ауыр икән был юл! Ҡыштырлап, ырғып - һикереп барған арба өҫтөндә ултырғандарҙың тәненә тыныслыҡ бирмәй: ҡалтырата, һиңкетә. Һоро ҡом саңы тамаҡҡа ултыра.

- Сураш ҡустым! Һин ҡайҙа! - Илекәй тирә - ғына ҡаранып алды.

- Мин бында, тархан. Яҡынлап киләм.

- Бына нәмә: биш - алты һыбайлы тирә - яҡты байҡап килһендәр әле. Күңелебеҙ, исмаһам, бөгөнгә тыныс булыр. Тағы шуны уйлап торам: төнгә ҡарай ҡарауылдар ҡалдырыр кәрәк, шулай иткән дә генә тыныс йоҡлап булыр, ахырыһы. Һин нисек уйлайһың, ҡустым ?

- Ҡарауылһыҙ булмаҫ, сит ер бит. Ҡарауылды дүрт яҡҡа, дүрт нөктәгә ултыртырға уйлап торам. Һәр төркөмдә өсәр егет булыр!

- Ярай, яҡшы. Тик төркөм башлыҡтары итеп уяуыраҡ егеттәрҙе ҡуй! Сит- ят дала, һағыраҡ булыу ҡамасауламаҫ.

- Былай дала тыныс күренә. Егеттәр уңға - һулға ҡайырылып ике яҡты ҡараштыра - ҡараштыра барып әйләнделәр, бер - ниндәй шипкерт беленмәгән кеүек, тинеләр. Бөгөнгә ҡарауыл төркөмдәре башлыҡтары итеп Ҡалмаҡай, Аҡьегет, Ырыҫбай һәм Ишәй батыр тәғәйенләнде. Хәҙер тамаҡ ялғап алырҙар ҙа үҙ егеттәрен эйәртеп билдәләнгән урындарына барып урынлашырҙар. Аттары эйәрле көйө тора әле уларҙың. Алмаш кәрәк булмаҫ, үҙҙәре шулай теләй. Көндөҙ ат өҫтөндә йоҡлап барырбыҙ әле, тинеләр.

Бер - ике сәғәттән һуң шағыр - шоғор килеп күсенеп китеп барған туплан тынып ҡалды. Арып арманһыҙ булған халыҡ унан - бынан ҡапҡылап ял итеп алыу яғын ҡараны, оҙаҡҡа һуҙмайынса йоҡоға талды. Кемдер тирмәләр эсен һайланы һәм шунда ҡунаҡланы, кемдер арбаға ятып йоҡоға талды. Бөтә тирә -йүн тып - тыныс. Тик унда - бында ғына һыйырҙарҙың ышылдауы, аттарҙың бышҡырып ебәреүе генә дала тынлығын өҙә. Халыҡ тыныс йоҡлай, сөнки ышаналар: уларҙың тыныслығын баһадирҙарға тиң булған һаҡсылар ҡурсылай. Улар торғанда берәү ҙә белгертмәй генә үтеп китә алмаҫ, сөнки егеттәрҙең күҙҙәре үткер, ҡолаҡтары һаҡ, үҙҙәре йылғыр. Күҙәтәләр, тыңлайҙар, ҡарайҙар. Ҡайһылай ғына булмаһын үҙ ерең, үҙ Уралың түгел бит инде. Сит аймаҡ, хәүеф - хәтәр булмағайы, бына шуныһы һағайта.

Йәй төнө ҡыҫҡа. Иртәнге дүрт тулып үтеүгә таң һыҙылды. Әле күтәрелеп өлгөрмәгән ҡояш, үҙе күренмәһә лә, офоҡто яҡтыртып, өҫкә ҡарай нурҙарын һуҙҙы. Бөрйәндәрҙә таң яҡтыһы Ирәндек тауҙары түбәһенән һыҙатлана. Ә бындағы офоҡ дала кимәлендә булғас, ҡояш аяҡ аҫтынан ҡалҡҡан һымаҡ тойола икән. Ғәжәйеп донья инде, һәр яҡтың үҙ рәүеше, матурлығы, үҙенсәлеге бар, улар һанап бөтөргөһөҙ.

Таң һарыһы беленде. Нишләптер аттар яғынан ҡуптырҙаған тауыш сыҡҡан кеүек, тыңлай башлаһаң - бер - ни һиҙелмәй.

Ишәй батыр нисек кенә тырышмаһын, аҙналар буйы аттан төшмәгәнгәме, таңға табан йоҡо баҫа башламаһынмы! Ҡалған батырҙар ҙа тәғәйен урындарында ултырышҡандар.” Юҡ, йоҡоно былай ултырғанда - еңмәй булмай ,“- тип ул ҡулдарын һелккеләп алып, аттар яғына ҡарай атланы. Өйөр үҙен тынғыһыҙыраҡ тота кеүек тойолдо батырға. Әллә берәй кейек - маҙар яҡынлап тынғыһыҙлай микән ? Ҡараһа - аттар яйлап - яйлап ҡына ситкә, далаға ҡуҙғала башлағандар! Был ни хәл ? Ниндәй күҙгә күренмәҫ кейек ҡурҡытты әле өйөрҙө ? Туҡта - туҡта, өс һыбайлы төҫмөрләнә түгелме ? Аттарҙы ҡыуалай башлағандар бит бәдбәхеттәр! Оранды ҡысҡырмай булмаҫ, ахыры:

- Тарауыл! Тарауыл! Егеттәр, тарауыл! Беҙҙең аттарҙы ҡыуалар! Аттарға менегеҙ! Малды ҡурсылағыҙ,-“ тип ҡысҡырҙы ла үҙенең атына менә һалып уҡтай атылды. Артынан ике һағауылы эйәрҙе. Бөтәһенең дә киҫтәне әҙер. Бурҙар табышһыҙ көйө был тирәнән ысҡыныу яғын ҡаранылар. Күҙ асып йомғанса ҡайҙалыр юҡҡа сыҡтылар. Арттарынан ҡыуа төшмәҫкә булдылар, бәлки, артабаныраҡ ҡыуғынсыларҙы тоҙаҡ көтәлер, белеп булмай. Ҡауға нисек тиҙ башланды, шулай тиҙ баҫылды. Артабаныраҡ ҡарауылда тороусылар, аттарына менеп сабып килеп еткәндә, эш уларға ҡалмаған ине.

Халыҡ уянды. Ошо ваҡиғаны ишеткән ҡаты - ҡыҙ: “ Был тирәнән тиҙерәк китәйек, үҙебеҙгә һөжүм яһарҙар,-“ тип шаулашып алып киттеләр. Илекәй тархан түҙмәне. Халыҡты тынысландырырға теләп “ ай, әттәгенәһе,-“ тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм көслө тауыш менән дауам итте:

- Йәмәғәт! Ағай - эне! Ауырлыҡтың күбеһенә түҙҙек, әҙенә түҙә алмай башланығыҙмы әллә ? Тыңлағыҙ әле мине: кисә өс егетебеҙ, бына ошонда туҡтаған ыңғайы, ҡыр - ҡаҙаҡтар бәһлеүәне Серкә батыр йәйләүенә ҡарай артабан китте. Улар был юлдарҙы яҡшы беләләр. Унда барып етеп, төн йоҡоларын йоҡламай кире бында сапҡандар. Бына һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ҡыуаныслы хәбәр менән ҡайтып төштөләр. Ошо ер “ Тасбатҡан,” тип атала икән. Серкә батыр ошо ерҙән ҡуҙғалмай торһондар, тип әйтеп ебәргән, сөнки ул арҡадаштары менән ошонда уҡ килеп етеп, беҙҙе ҡаршы алырға тейеш. Ҡаҙаҡ батырының аймағына өс сәғәтлек юл ҡалған. Шуға күрә ҡаңғырышмай ғына тамаҡтарығыҙҙы туйҙырып алығыҙ, иртәнге һалҡында малдар ҙа утлап туйынып алһын! Шунан һуң ғына артабанғы юлға әҙерләнерһегеҙ! Һеҙ ул - был итеүгә ҡаҙаҡ дуҫтар ҙа килеп етер, шунан ҡуҙғалырбыҙ, Алла бирһә!

Ҡояш офоҡтан өҫкә үрләй башлаған ваҡытта даланың икенсе осонан бер бәләкәй төркөм һыбайлы күренде. Үҙҙәре бер туҡтауһыҙ баш кейемдәрен болғайҙар. Уларға ҡаршы бер - нисә һыбайлы сапты. Ҡаршы сабыусылар Бүкәй Төләш әкәне, тағы өс ҡаҙаҡты эйәртеп килеп еттеләр. Аттарынан төшөп күрешеп сыҡтылар, аяғөҫтө торған көйө ҡымыҙ менән һыйланып алдылар. Шунан һуң Бүкәй Төләш күңелдәрҙе иреткәндәй һүҙҙәрен әйтеп сығыш яһаны:

- Тамырҙаштар! Истәктәр! Моғайын, иҫләйһегеҙҙер: Жағалбай ырыуы - Серкә батыр аймағы. Беҙҙең ырыу күрше аймаҡтар менән бергәләп истәк тыуысҡандарыбыҙҙы күптәнән көтәбеҙ. Еребеҙ иркен, һыйыныр урындар етерлек. Малдан тапатмайынса иң матур ерҙәрҙе һеҙҙең өсөн тотоп торабыҙ. Бергә - бергә ғүмер итербеҙ әле, Алла бирһә. Туған - тумаса булып йәшәргә насип итһен! Шуны белегеҙ: һеҙҙән дә яҡын бауырҙаштарыбыҙ юҡ был тирәлә.

Бындай йылы һүҙҙәр бөрйәндәрҙең күңеленә майҙай батты, йөрәктәргә балдай яғылды, ҡайһы берәүҙәр шатлыҡтан илап - һыҡтап алдылар. Бына хәҙер юл ахыры билдәле, ҡолас йәйеп ҡаршы алып торалар! Ауыр юлдан арыған мосафиргә тағы ни кәрәк ?

Тағы ҡубарылышып, тейәнешеп юлға сыҡтылар. Бөтәһенең дә күңеле көр, һүҙ бутҡаһы бешерә - бешерә, шаяра - көлә дауам иттеләр ҡалған юлды. Төшкә ҡарай ҡасаҡтар тәғәйен ергә барып еттеләр. Даланың матур ғына бер мөйөшө булып сыҡты туҡтаған ер. Ҡарағыҙ әле! Бында ла йәмле урындар бар икән! Эсер һыуы, мал утлар үләне, ҡылғаны, әрәмәлеге бар. Яҡында ғына ҙур булмаған бер күл ялтырай, һыуы таҙа күренә. Тирмәләр ҡороп йәйләр урындары иркен. Тик сит ер, нисә әйтһәң дә - сит ер инде. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тигәндәй бөрйәндәрҙең күңеле Урал урмандарында. Яңы ерҙә ерегеп китеп булһа - ҡайһылай яҡшы булыр ине лә ул. Хәл юҡ, яҙмышың ҡайҙа ғына ташлаһа ла йәшәргә кәрәк. Яңы ерҙәргә , яңы кешеләргә яраҡлашыу файҙаға ғына буласаҡ. Даланың да үҙ ҡанундары, үҙ тәртиптәре бар. Шуларҙы белеү генә етмәй, ә үтәү мотлаҡ. Мәҫәлән, ҡолас йәйеп, үҙ туғанындай күреп, ҡабул итеп торған олоҫ хужаларын ҙур рәхмәт йөҙөнән саҡырып алып һыйлау фарыз. Был уйҙар Илекәй тархан башында ята. Күсенеп килгән башҡорттар төркөмөнөң етәксеһе, йәки, ҡаҙаҡтар әйтмешләй, төп хужаһы - ул, шуның өсөн бөтә ойоштороу эштәре лә уның елкәһендә һәм яуаплылығында. Әлегә тирмәләрҙе ҡороп, тын алып, ғәҙәти донья мәшәҡәттәренә кире әйләнеп ҡайтып, ҡымыҙ, ҡорот, май - ҡаймаҡ йыйып әҙерләнергә генә ҡала. Саҡырыласаҡ ҡунаҡтарҙың бәйәләре бейек, шуға күрә хөрмәте лә юғары кимәлдә булырға тейеш.

Тағы ике аҙна самаһы ваҡыт үтте, иркен ерҙәргә күҙ һалып сыҡтылар, малдарға утлау ерҙәрен билдәләнеләр, һәүетемсә йәшәп киттеләр. Күҙ - баш алдыҡ, шикелле, тип тархан үҙенсә йомғаҡ яһаны ла бер төркөм батырҙарын эйәртеп, жағалбайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырырға китте. Бөрйән ырыуы илселәрен ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр тегеләр, шунда уҡ һый - хөрмәт күрһәтә баланылар, әллә алдан уҡ әҙерләнеп торғандар инде ? Илселәр Жағылбайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙылар, үҙҙәре ҡунаҡ булдылар, көр кәйефтәр менән әйләнеп ҡайттылар. Ҡунаҡ ҡаршыларға бер аҙна ваҡыт ҡалды, әҙерләнеп өлгөрөргә кәрәк. Бына бер саҡ эштәр күбәйеп китте. Тәүҙә тархандың аҡ тирмәһен тәртипкә килтерҙеләр: йыуҙылар, йыштылар, эсле - тышлы өҫтәп биҙәнеләр. Булған һауыт - һабаны ялтыратҡанса ҡом менән ышҡынылар, йөрөгән ерҙәрен йыйыштырҙылар, сүп - сарҙан таҙарттылар. Башҡа тирмәләрҙә лә тәртип булдырҙылар. Артыҡ - бортоҡ әйберҙәрҙе сығарҙылар, ҡалғандарын бөхтә генә итеп йыйып һалдылар. Оло ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ бер - ни булырға тейеш түгел. Бүләккә бирә торған малды, һуя торғандарын инселәнеләр. Әсе бал, ҡымыҙ, ҡорот, май - ҡаймаҡ әҙерләү эше йылдамыраҡ китте. Ҡунаҡҡа ҡырғыҙҙарҙың иң затлы кешеләре саҡырылды: старшиналар, бейҙәр, аҡһаҡалдар, батырҙар. Ҡара иҫәп буйынса һәммәһе иллеләгән кеше киләсәк. Кем ҡунаҡҡа килерен Серке батыр үҙе хәл итә, теге ваҡытта шулай һөйләшеп килешкәйнеләр.

Йома көнө атҡа атланған, ҡайһы берҙәре дөйә менгән ҡәҙерле ҡунаҡтар тәғәйен ваҡытҡа килеп төштөләр. Килгән ҡунаҡтар һаны көткәндән өс тапҡыр күберәк булып сыҡты, Ҡат - ҡат һананылар, 158 ҡунаҡ килгән икән. Килгәндәрҙе дәрәжәләренә ҡарап унлаған тирмәләргә бүлделәр. Һәр тирмәгә 15 - 16 ҡунаҡ тап килде. Илекәй тархандың аҡ тирмәһенә ҡырғыҙ - ҡаҙаҡ аймағының иң эатлылары инеп урынлашты. Тәүҙә доға ҡылдылар, матур теләктәрен әйттеләр. Шунан һуң ғына мәжлес хужаһы Илекәй тархан мәжлесте асты һәм ҡунаҡтарға төбәп һүҙен әйтте:

- Хөрмәтле үә һиммәтле ҡунаҡтар! Бауырҙаштар! Һеҙҙе саҡыра барғанда һыйланып, бер - беребеҙҙе аңлашып - кәңәшләшеп, уртаҡ тел табып ултырышыу яҡынлашыуҙың тәүге аҙымы булһа, бөгөнгө мәжлес - икенсеһе булыр. Был бөгөнгө йыйылыш ябай мәжлес түгел, ә тамам дуҫлашыу, туғанлашыу, берегеү мәжлесе. Һәр эштең башы, аҙағы була, тигәндәй, ҙур бәлә арҡаһында илебеҙҙе ташлап, һеҙ ҡуш ҡуллап ҡабул иткәнгә күрә, ошонда килеп урынлаштыҡ. Аҙағы хәйерлегә булһа ярар ине. Беҙ ни һеҙгә, хөрмәтле ҡунаҡтар, мең рәхмәттәр әйтеп, хоҙайҙан оҙон ғүмер теләйбеҙ. Төклө аяғығыҙ менән, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Әйҙәгеҙ, аҙыҡ - ниғмәттәрҙән ауыҙ итегеҙ, хушығыҙ!

Икмәк - тоҙҙан ауыҙ иткәндән һуң, Серкә старшина тороп баҫты һәм гөрөлдәк тауыш менән былай тине:

- Илекәй тархан! Арҡадаштар! Аҡ тирмәнең аҡ яғаһы беҙҙең өсөн ҡайырылып асып ҡуйылған икән, был үҙе үк беҙҙең дуҫлыҡтың бер билгеһе икәнен күрһәтеп тора. Ошо дастархан алдында ант иткәндәй әйтәм: һеҙҙең менән яманлашҡан - беҙгә дошман, һеҙҙең менән аманлашҡан - беҙҙең менән дуҫлаша һәм аралаша. Беҙ - ике ҡәүем, бер ата балалары икәнебеҙҙе онотмайыҡ. Һеҙ бында юлбаҫар булып килмәнегеҙ, ә яҡын дуҫ - туған булып йөҙләндегеҙ. Алла бирһә, ошонда мәңгелеккә ҡалығыҙ, таштай батығыҙ! Амин!

- Һүҙең өсөн рәхмәт, Серке батыр,- тип Илекәй тархан бер - ике һүҙ әйтте лә ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтай башланы.

Мәжлес күңелле генә башланып китте. Һәммәһе һый - хөрмәткә йомолдо. Бөрйәндәрҙең әскелтем солоҡ балы ҡунаҡтар күңеленә бигерәк тә хуш килде. Балды, ҡымыҙҙы кинәнеп һемерҙеләр. Күңелдәр күтәрелә барҙы, ҡандар ҡыҙҙы. Йә бөрйәндәр, йә ҡунаҡтар алмашлап бер - береһенә маҡтау һүҙҙәре әйттеләр, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп алдылар, шау - гөр килделәр. Дастарханда ятҡан турам - турам иттәр, ҡальялар, ҡаҙылар юҡҡа сыға торҙо, урынына килә торҙо. Ус аяһы ҙурлыҡ һалмаларҙы ҡул менән тотоп һоғондолар, кәсәләр менән һурпаһын күтәреп эстеләр.

Илекәй тархандың баш һелкеүе булды Әмин, Сураш, Әмин, Аҡьегет, Ырыҫбай, Байдәүләт аяғүрә баҫып, яҡында ғына ятҡан ҡурайҙарын ҡулдарына алып “ Урал “ көйөн һыҙғыртып уйнап ебәрҙеләр. Шул саҡ Ҡолмаҡай, Собханғол, Байыш ҡурайсыларға яҡынлап теҙелеп торҙолар ҙа тәрән итеп тын алғандан һуң башланылар.

Яҡшы аттарға менеп, ҡулына алып

Уҡ - һаҙаҡҡай мигән ҡоралын.

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

Аҡ тирмөнең эсен илаһи моң солғап алды, тышҡа ашыҡты, һауаға күтәрелде, һәр - береһенең йөрәген семетеп ялманы. Бынамын тигән ир - аттарҙың күҙҙәрен сылатты, күңелдәрен нескәртте, әйтеп аңлатмаҫлыҡ аһәң йөрәктәргә үтеп инде. Эстәге кеүек, тирмә тышында ла тәрән тынлыҡ урынлашты.

Илекәй тархан сыҙаманы, күңеле тулды, йәшләнгән күҙҙәрен һөртә - һөртә, аяғүрә тороп һалдаттарса турайып баҫты, башҡалар ҙа шулай эшләнеләр һәм ҡатып ҡалдылар. Тарихи “ Башҡорт гимны “ шулай итеп бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырҙы. Ә йыр артабан дауам итте:

Күгәреп тә ятҡан Урал тауы -

Атай - олатайҙарҙың төйәге.

Ерен - һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Уралым һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Наши рекомендации