Орама ауылы хаҡында.

Ораманың ауылының шәжәрәһе

Ошо шәжәрәмде мин Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына, ысын мәғәнәһендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты , Сталинград һуғышынан яраланып, һыңар күҙен юғалтып иҫән ҡайтып та Учалы районының "Они вернулись с победой" китабына ла индерелмәгән, ҡартатайым Шәңгәрәев Сөләймән Ҡыҙырғали (1898 - 1968) улының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. Ҡорама ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 92 ауылдаштарыбыҙ ҡатнаша, шуның 50-һе яу яландарында ятып ҡала, насип булғас 42 яугиргә әйләнеп ҡайтырға яҙған. Бына ул ҡайта алмағандар араһындағы ошо шәжәрәләге туғандар :

1.Ҡәипов Әлҡәф Ғәбдрәхмән улы,

2.Ҡәипов Әхтәм Ғәбдрәхмән улы,

3.Ҡәипов Ишбирҙе Билал улы,

4.Мостафин Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы,

5.Мостафин Мәулитбай Йомабай улы,

6.Мостафин Мөждәбә Ғүмәр улы,

7.Мостафин Нәжип Солтан улы,

Мостафин Язар Солтан улы,

9.Мостафин Сәитғәли Ҡорбанғәли улы,

10.Мостафин Сәлих Бикмөхәмәт улы,

Фатҡуллин Фуәт Шаһибал улы

Ә был исемлектәге яугирҙәр Еңеү менән ҡайттылар:

1.Исхаков Сөләймән Оморҙаҡ улы,

2.Ҡәипов Миҙхәт Билал улы,

3.Мостафин Ғүмәр Йомабай улы,

4.Мостафин Мөжәуир Дәуләт улы,

5.Мостафин Мөхәррәм Дәуләт улы,

6.Мостафин Хашим Юлмөхәмәт улы,

Шәңгәрәев Сөләймән Ҡыҙырғәли улы.

Ҡорама ауылында 1998 йылда үткәрелгән " Һаумыһығыҙ ауылдаштар!" байрамында ауылдың аҡһаҡалы Фәтих бабай Нафиков сәхнәгә сығып ошо һүҙҙәрҙе әйткән ине:

"Ҡорама ауылына нигеҙ һалыусы Ҡорама кантондың нәҫелен бөгөнгө көндә дауам итеүсе берҙән бер ғаилә - Сәғиҙулла Шәңгәрәевтың ғаиләһе", - тип. Ошо көндән башлап ауылдың тарихын өйрәнеү һәм шәжәрәбеҙҙе төҙөү теләге тыуҙы, был бик ҙур этәргес булды.Атайыбыҙҙан үҙеңдең кантон нәҫеленән икәнеңде белә инеңме тигән һорауға, ошолай яуап бирҙе." Ауыл ҡарттары, күберәген Әхмәтвәли бабай, һуңынан уның улы Фәтих ағай һөйләй торғайны. Тамырҙарыбыҙ Айшан менән Тайшандан киткән тип. Ҡорамала ике Сөләймән булды, береһен ҡаҙаҡ Сөләймән тинеләр, ә атайымды- Сөләймәнде "кантон Сәләймән"тинеләр. Шул уҡ ваҡытта Хәҙисә апайымдың ҡушаматы бар ине "кантон малайы" тигән, сөнки күберәк утынға ул йөрөнө,ә мин Заһиҙулла ҡустыны өйҙә көтөп ҡала инем. Тик совет йылдарында кантондар, батша офицерҙары тураһында һөйләү тугел, һорашырға ла оялдыҡ, ҡыйманыҡ". Әхмәтвәли бабай Нафиков ваҡытында ауылдың иң абруйлы, уҡымышлы кешеһе ине, күп кенә йылдар ауылдың муллаһы булды.Ул ауылдың тарихын да яҙып барған. Ата - олатайҙарҙан ҡалып, нәҫелдән- нәҫелгә күсеп килгән, борондан яҙып барылған ҡомартҡы һәм ауылдың шәжәрәһе лә унда һаҡланған булған. Тик 70-се йылдарҙа ул яҙмаларҙы кемдер алып тора ла кире ҡайтармай...

Шәжәрәне өйрәнеү һәм яҙыу барышында үҙенең олатаһының исемен белмәуселәр ҙә осраны , бик күптәргә хас күренеш ине был. Сәбәптәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, был халҡыбыҙ өсөн ят, бик насар күренеш. Сөнки ата- бабаларыбыҙ беҙгә , "һәр башҡорт үҙенең кәмендә ете быуынын белергә тейеш",- тигән васыят ҡалдырған. Шәжәрә төҙөп, уның менән халыҡты таныштырыу, быуындар бәйләнешен тергеҙеүгә булышлыҡ итә, сөнки төрлө сәбәптәр менән фамилиялары үҙгәреп, бер береһен белмәгән яҡын туғандар була, белгәндәре лә нисек , кем яғынан икәнен белеп еткермәйҙәр. Ә иң мөһиме - йәштәргә нәҫел нәсебен өйрәтеп, ырыуҙаштарына, туғандарына, ата- әсәһенә ихтирам тәрбиәләүҙә,уларҙа намыҫсанлыҡ,үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ үҫтереүҙә.

Барын-Табын ырыуы шәжәрәһен 1900 йылдарзың башында Кәрим ауылы кешеһе Ғосман хәҙрәт яҙып ҡалдырган, ә 1922 йылда Мулдаҡай ауылының Дуғым аймағынан Гаязетдин Бәҙретдин улы (1883 йылда тыуған) уны күсереп , яңы мәғлүмәттәр төҫтәгән. Шәжәрә былай башлана:" Элек беҙҙең төп бабабыҙ Бохара шәрехендән бей Барун Ҡара шейх булған. Шуның өсөн бәғзе бүлекләребеҙҙе " Барун башҡорто" тип йөрөткәндәр. Беренсе- Ҡара шейх, икенсе- Дәули шейх, өсөнсө- Ҡотло шейх, дүртенсе- Мунғаҡ, бишенсе- Хажи Буға, алтынсы - Мунсәм, етенсе - Жәнсәм, Һигеҙенсе - Асанби, туғыҙынсы - Турғай." Беҙҙең Уралдың көньяҡ битендә йәшәүсе башҡорт ағайҙар щул Турғай балаларынан таралып киткәндәр...- тип яҙа Р. Расыров үҙенең яҙмаларында. "Турғайҙың Иҫәнбәт тигән улының өс улы булған. Береһе - Ҡәмбәр, икенсеһе - Күкәм, уның тармағы-Атанай, Ҡаракеше, өсөнсөһе- Тәңребирҙе. Ҡәмбәрҙән таралғандар: беренсеһе - Аҡсуранан - Ҡамайс тархан, икенсеһе- Туҡсура."

Шәжәрә сама менән 1430-1920 йылдарҙы эсенә ала. Һәм ул асылда ошо төбәктәге ата - олатайҙарҙың тарихына бәйләнгән.

орама ауылы хаҡында.

Рәүиз сказкаларын ентекләп тикшергән Ә.Әсфәндияров бына ошондай мәғлүмәт бирә: "Туңғатар ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта яңы Ҡорама ауылы барлыҡҡа килгән. Уға 4-се кантон начальнигы, 14 -се класс чиновнигы, Муйнаҡ ауылынан сыҡҡан Ҡорама Муйнаҡов ( 1760-1828) нигеҙ һалған." 1811йылғы Рәүиз сказкаһында Ҡорама Муйнаҡов Малай Муйнаҡ ауылында теркәлгән, ә бына 1834 йылда әлеге "Яңы" тигән Ҡорама ауылында күренә. Тимәк , ауылдың иҫкеһе лә булған. Сөнки ошо ауылдың аҡһаҡалы Кәрим Сагитовтың ауылда балаларында үҙ ҡулы менән яҙған яҙмаһы һаҡланған,тағы Рәүф Насыровта күсермәһе барлығын беләбеҙ.(ж.Ағиҙел №9 1999. стр 170).Бына ул: "Ҡорамала беҙ быуат ярым йәшәнек. Уға тиклем беҙҙең олатайҙар бөгөнгө Силәбе өлкәһе Уйск районы Ларин ауыл Советының Бужын исемле ауылында йәшәнек. Йыраҡлығы 8 саҡрым. Был булған 1700- се йылдарҙа, - тип." Ләкин Бужын ауылының 1811-се йылғы Рәүиз сказкаһында Кәрим олатайҙың олаталары Бужында теркәлгән , ә инде 1859 - сы йылда Ҡорама ауылында бер аймаҡ булып Бужын урамында әлеге көндә лә тамырҙары, нәҫелдәре йәшәй. Ә бына Ҡорама Муйнаков 1819 йылға тиклем 4-се кантон начальнигы булып торған.Тимәк яңы Ҡорама ауылы 1820 йылдарҙа барлыҡҡа килгән тип әйтергә була, Кәрим олатайҙың әйтеүе буйынса ла.

Ҡорама кантондың балалары:

1. Юртовой старшина һәм кантондың ярҙамсыһы, 14 класслы чиновник Ураз Курамин - 1785й, уның улы Ирғәли- 1813й.

2.Юртовой Есаул Ишнияз -1798йылда тыуған, уның өс ҡатыны- Нәзифә, Наза, Ҡотлобикә һәм уларҙың балалары-Шәриәз (1813), Юнус (1820), Шаһиәхмәт (1828), ҡыҙы Заһиҙә.

3. 14 класслы чиновник Шаһигәрәй Курамович Каипов-1828й., ҡатыны Айһылыу, уларҙың улдары Сәфәрғәли (1847), Ҡыҙырғәли (1849) һәм ҡыҙҙары Дәуләтбикә (1854), Ҡорғамбикә (1857).

Данлыҡлы фән эшмәкәре Әнүәр ағай Әсфәндияров үҙенең китаптарында Ҡорама кантонды Ҡара- Табын өйәҙе старшинаһы, Пугачев восстаниеһенең актив етәксеһе, тархан Рәсүл Этиммәсевтарға тоташтырып ҡуя. Беҙ бында хаталыҡ киткән тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки ололарҙың һәм атай - олатайҙарымдың һөләүҙәре буйынса, Р.Насыровтың яҙмаларын өйрәнгәндән һуң, тағы һуңынан Өфө архивтарындағы Рәүиз сказкаларын (1811, 1834, 1859) ентекләп өйрәнгәндән һуң ошоларҙы асыҡланыҡ : Буғайҙың өс улы булған- Йомаҡай, Айшан, Тайшан. Айшандан Ҡәйеп тыуа, Ҡәйептең улдары - Муйнаҡ, Ҡунаҡбай, Зөлҡәрнәй, Ҡолһары, Байһары һәм Ҡоламан. Быны Рәуф Насыров та яҡлай. ( "Ете һыу башы" , стр. 74 схема 18). Ә Муйнаҡтан 14 класслы чиновник, потомственный дворянин, кантон системаһы барлыҡҡа килгәндән бирле 1819 йылға тиклем 21 йыл 4 -се кантон башлығы булған Ҡорама һәм икенсе улы Алама тыуа.

Ләкин уның ярҙамсыһы, йорт старшинаһы Төхфәтулла Үтяев начальнигы өҫтөнән доностар яҙып , урынын баҫып ала. Төхмәт (урындағы һөйләш буйынса), ришүәттәр алып , енәйәтселәрҙе тикшереүҙән, хөкөмдән, бик күптәрҙе ғәскәри хеҙмәттән ҡотҡарған, яуыз турә булып халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған. Ришүәт бирмәүселәрҙе төрмәгә яптырыусы, ҡул- аяҡтарына бығау һалдырыусы, астан интектерусе бер яуыз әҙәм булып танылған ул. Төхмәт кантон 17 йыл буйы ошолай ҡыланып, ришүәтселек өсөн 20 тапҡыр хөкөмгә тарттырыла, ләкин үҙе властарга бирелеп, төрмәнән ҡотола. Төхмәт кантон кантонлыҡты Ҡораманан ситкә хәҙерге Силәбе өлкәһе Уйск районының Төхмәт ауылына кусерә (Никольскигә).Губернатор Сухтерин Төхфәттең боҙоҡлоҡтарын иҫбат итеүе мөмкин түгел тип ҡуя. Шулай булһала халыҡ асыуынан ҡурҡып , һәр ваҡыт яҡлап ҡалып булмай тип , 1832 йылда Сенат ҡарары менән шәхси дворян титулы һәм званиелары тартып алынып, үҙен ғүмерлеккә Себергә ебәрәләр ( ЦГИА РБ фонд Г2 Об1 д. 1681 №12) . Силәбе өлкәһенең Уйск районының Төхмәт ауылы ( хәҙерге Никольск) шул кантондың тыуған төйәге булырға тейеш. Ә Ҡорамаларҙың икенсе өлөшө, Кәримдән Йомабаев Ғәлимйән һөйләүе буйынса, казактар яғынан ҡасып килгән. Кантон башлығы уларға шундағы һаҙлыҡты ( Асыны- Р.Н.) файҙаланырға биргән. Улар аймаҡ-аймаҡ булып ултырған. Бында хәҙер Бужын аймағы, Манаш, Уртасуҡ, Соҡораҡ (Соҡорҙан алынған), Урьяҡ аймаҡтары бар. Ауыл уртаһынан Ғәйней йылғаһы ағып ята.

Аймаҡтарҙағы исем - фамилиялар теҙмәһе 1859 йылғы Х Рәүиз сказкаға нигеҙләнеп бирелә. Соҡораҡ аймағында -Ҡорама кантон һәм уның улдары зауряд есаул икенсе улы Ишнияз , уның Ишнияздың улдары Шарияз,Юнус,Шаһиәхмәт, беренсе улы Ураҙ (1821 йылда Ырымбур губернияһының указы буйынса Ураз икенсе Ураз ауылына кусерелгән һәм шул ауылға нигеҙ һалған һәм шуны дәлилләп яҙа Ә.Әсфәндиәров "История сел и деревень" китабында), өсөнсө улы Шаһигәрәй Каипов; отставкалағы походный старшина Ҡолой Ҡолһарин һәм уның улдары Абдулкәрим , Мөхәмәтрәхим, Әбдулкәбир, Әбделхәй; Зөлҡәрнәйҙең балалары - Ғәбиҙулла,старшина ярҙамсыһы Ниғмәтулла , Ғәйнулла (Фаткуллиндар); Аламаның балалары - зауряд сотник Сәйфетдин Аламин, зауряд есаул Баһаутдин Аламин (Каиповтар), Ҡунаҡбайҙың балалары - указлы мулла Ҡотлоҡадым Ҡунаҡбаев (Мостафиндар) һәм Һаҙый Ҡунаҡбаевтар, аҙансы Ҡарантай Ҡотлоюлов, Иҫәнгол Айнулов (Тунгатаровтар);

Айырмалы Шаһигәрәй Каипов тураһында. Оренбург губернаторы Перовскийҙың Ырымбур ҡалаһы Неплюев хәрби училищеһе подполковник Марковка яҙған хаты (1838 йылдың 16 авгусынан) нигеҙендә башҡорттарҙың 20 юғары чинлы офицерҙарының һәм чиновниктарының балалары училищегә ҡабул ителә. Бына шул балалар араһында беҙҙең олатайыбыҙ 10 йәшлек Шаһигәрәй Ҡорама улы Каипов та бар. Ҡыҙырғәленән минең олатай Сөләймән Шаһигәрәев- Шәңгәрәев(1898- 1968) тыуған, уның улдары Сәғиҙулла менән Заһиҙулла Шәңгәрәевтар.

Список кандидатов

из Башкирского и Мещеряковского войска,

назначенных к поступлению в Оренбургское Неплюевское военное училище

( Навеки с Россией стр. 265-266)

  Имена и прозвания   лета Чьи дети
3-го башкирского кантона Гимазетдин (Бикметовы Дети есаула
Мавлежалялетдин)  
4-го загородного Шагингарей Каипов Чиновник 14-го класса
5 - го башкирского Магафур Макаев Зауряд сотник
       

Урге як аймағында- Ҡотоевтар (Нафиковтар);

Урта суҡ аймагында - Ишкенә Сагитов һәм уның улы писарьТляукәбел Ишкинин (Муратшиндар),зауряд есаул Яныбай Дәүәбилев, зауряд сотник Илбәк Дәүәбилев, указлы мулла Сәхәүетдин Курамшин.

Бужында - Сәғит Бахтияров (Сагитовтар, Бахтияровтар), Нәсир Кажакаев (Ильсовтар, Ишниязовтар ,Тагировтар), Таҡтамыш һәм Атьетәр Бажиновтар;

Шишмә буйында - Бәпәни Китмәкәев(Папаниндар);

Манаш аймағында- Зәйнулла Мәшәкәев, Тураман Кабылов, Хәмзә Монасипов һ. б.

Ҡужай ауылы Ҡорама менән йәнәш булғандар.Йәйләүҙәре лә бер ерҙә- Урал яғындағы Һартүр тауында һәм Ямаҙы яландарында. Ике ауыл Ҡускильденең ике улынан- Айшан менән Тайшандан- киткән, тигән мағлүмәт бар. "Улар ике туғандың балалары ."Был лаҡапты Ғосман шәжәрәһе лә нығыта, - тип раҫлай Р. Насыров..

"Ҡортҡасыҡтың ( Туңғатарҙың атаһының) Ҡускилде тигән улы булған,- тип яҙа ул.- Ҡырғыҙ Кук кулмән ырыуынан урлап килтерелгән бер йөкле ҡатындан булғандыр бер ир бала. Был балаға Буғай тип исем биргәндәр. Буғайҙың өс улы була:Йомаҡай, Айшан, Тайшан..."(Икеһен дә Көмәс тауы битендә ерләгәндәр тип һөйләй торғайны олораҡ кешеләр. "Тамьян шишмәһе өҫтөндә бер мәмерйә - таш ҡыуығында , ҡәбер таштары ла, Әләмдәре лә булған . Был була 1610 - 1616 йылдарҙа", - тип өҫтәп китә Спартак Ильясов үҙенең китабында "Барын - Табын хәтере ").

Был осорҙа барын- табындар ерҙәренең Сыбаркулдән алып Үрге Яйыҡ крепосына тиклем һуҙылғанлығы мәғлүм. Профессор Ә.Әсфәндияров , Урал аръяғы волостарында 1740 йылда ғына ла 537 ауыл ( 3899 йорт) яндырылған, тип яҙа. Ә.М.Ғафаровтың иҫәпләүенсә, 1734-1740 йылдарҙа Башҡортостанда 7000 ауыл яндырылып, 60 мең кеше һөргөнгә оҙатыла, бихисап ҡатын-ҡыҙ, балалар ҡоллоҡҡа һатыла. Был хәтлем хәсрәттәрҙең иң куп өлөшө барын - табындарға , улар менән аралашып йәшәгән ҡыуаҡан һәм ҡара табындар иңенә төшкән.

Шулай ҙа, Х1Х быуат һуҙымында, халыҡты иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, барын- табындар саҡ ҡына хәлләнә төшә. Тик 1834 йылда 33 йортта 214, 1859йылда- 57 йортта 451кеше булған. (1920 йылда 745 кеше 156 йортта йәшәгән). Ҡорамалар - ярым көтөүселәрҙән. 33 йорттан 30 кибеткә йәйләүҙәргә күсә торған булған. Йәйләүҙәре ауылдан йыраҡ тугелҠолонҡайтан Урал тауының башына етеп, йылғалар Алтмыш ҡолан һәм Йәмәҙе буйҙарына еткән. Ҡорамалар 33 йортта 250 ат, 100 һыйыр, 300 һарыҡ, 15 кәзә малы тотҡандар. Иген бөртөклөләрен 1040 бот сәскәндәр 214 кешегә. Троицк ( Өстамаҡ) өйәҙенә ҡараған башҡорт ауылдары 1832 йылға тиклем 4- се кантон тип исемләнгән. 4- се кантон 1832 йылда икегә буленеү сәбәпле, кантондың беҙҙең төбәк ауылдары ингән өлөшө 4 -се Тау аръяғы кантоны тип йөрөтөлә башлаған. 1855йылда кантондың иҫәп һаны үҙгәртелеп, ул кантон системаһы бөтөрөлгәнгә тиклем 7- се кантон тип исемләнеп йөрөтөлә.

Башҡорт ырыуҙарынан әлегә хәтлем барындарҙың тарихы бик әҙ өйрәнелгән. Урал аръяғында был ырыу юғалыр хәлгә барып еткән. Ҡорама кантон тураһында мәғлүмәттәр бик әҙ, Рәуиз сказкалар ғына бер аҙ ярҙам итә бирҙеләр. Юғиһә тик ошо кантонды урыҫса һәм уҡый яҙа белмәгән тип яҙмаҫтар ине. Нисек итеп инде 14-се класслы чиновник итеп, кантон башлығы итеп ҡуйырҙар ине. Ул ваҡыттарҙа ауылдарҙың исемен унда йәшәүсе иң юғары чинле кантон чиновниге йә булмаһа дин әһеле исеме менән йөрөтөлгән. Ҡорама Муйнаҡов 14- се класслы чиновник булған. Был чинды губернатор бирә алмаған, уны йә сенат, йә батша юғары белемле, йә гимназияны бөткәнгә аттестатында грек теле күрһәтелгәндә генә биргәндәр. Ә башҡаларға 2 йылдан алып 12 йылғы хәтлем тәүҙә канцелярист булып эшләгәндән ҙуң ғына бирелгән. 1825 йылда кантондар буйынса барыһы 76 кеше генә класлы чиновник булған. (ЦГИА РБ д. 526). Зауряд чиндар урта звено булып һаналған, класслы чиновниктарға һәм армия офицерҙарына дворян дәрәжәһе биргәндәр. Улар кантондар менән идара итә алғандар һәм дәрәжәләрен нәҫел буйынса тапшыра алғандар.(2ПСЗ т. 14 №12385, параграф 79).

Беҙ И. Гвоздикова менән дә ,Ә.Әсфәндияров һәм Р.Насыров менән да бәйләнештә булдыҡ.Улар әйтеүенсә ,"1830 йылдарға тиклем булған кантондар ныҡлап өйрәнелмәгән",- тип өҫтәнеләр.

Шуныһы ҡыуаныслы бик һуңлап булһала ниһәйәт беҙҙең Ҡорама ауылында ла быйыл 2015-се йылдың 27 авгусында "Шәжәрә" байрамы үтте. Быуындар бәйләнеше тергеҙелә, туғандар табыла һәм асыҡлана. Тик был башы гына әле. Йәштәрҙең нәҫел нәсебен өйрәнеүе бик ҡыуаныслы хәл.

Алтыншина (Шәңгәрәева)Н.С. 12 ноябрь 2015.

(Шәңгәрәев Сөләймән Ҡыҙырғәли улының ейәнсәре)

Наши рекомендации