Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение

Сентябрь.

Сентябрь – көҙҙөң беренсе айы. Һауа көндән –көн һалҡыная бара. Ағас япраҡтарына ла һары төҫ ҡуна башланы. Бер аҙҙан «әбейҙйр сыуағы» ла башлана.

Күп тә үтмәҫ, ҡанатлы дуҫтар ҙа йылы яҡтарға китә башлар. Шул тиклем ылыҫ араны нисек арымай үтәләр улар? Ғалимдар тикшереп белгәндәр: ҡоштар һауала осоп барғанда бер аҙ йоҡлап та алалар икән. Йоҡоға талған ҡоштар, юлды юғалтмаҫ өсөн, көтөүҙең уртаһында осалар.

1. Найдите прилагательные. Подчекните их.

Илем Башҡотостан. Янғантау.

Янғантау – ғәжәп бер тау ул. Ул Салауат районында Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Бына ике йөҙ йылдан ашыу ул бөтә кешене таң ҡалдыра, йылыһы менән кешеләрҙе дауалай. Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҡайнар пар сыға. Улар кеше организмы өсөн бик файҙалы икән. Шуға күрә бында «Янғантау» шифаханаһы төҙөлгән.

Контроль диктант.

Ҡыш.

Бына декабрь килеп етте. Ҡаты һыуыҡтар башланды. Ҡайһы бер көндә һалҡын елдәр иҫә, буран күтәрелә. Беҙҙә ҡыш уҫал була шул.

Урманда ҡайындар, уҫаҡтар яланғас ҡалған. Ҡарағайҙар, шыршылар ғына йәшел кейемдәрен һалмаған.

Буран көндә кейектәр ҙә күренмәй. Тейен ағас ҡыуышында сәтләүек яра. Төлкө, ҡуяндар ҡар аҫтында йәшеренгән. Айыу күптән йылы өңөндә йоҡлай.

Йорт хайуандарына һалҡын ҡыш ҡурҡыныс түгел. Уларҙың һарайҙары йылы,аҙыҡтары ла етерлек.(60 һүҙ.)

1.Текста ҡылымдарҙы табып, аҫтына һыҙығыҙ.

2.Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ.

3.Айыу, тейен, декабрь һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртегеҙ.

Изложение

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

Урманда Ҡыҫҡағойроҡ исемле ҡуян балаһы йәшәгән. Әсәһе һәр ваҡыт уға: Әгәр берәйһе менән дуҫлашһаң, дуҫыңдың ҡәҙерен бел, тип әйткән. Ҡыҫҡағойроҡ быға көлгән. Ә ниңә, ул да минең ҡәҙеремде белһен, -тигән, һәм, кем менән булһа ла дуҫлашырға теләп, урман буйлап йүгергән. Уға терпе осраған.

Терпе, әйҙә, дуҫ булайыҡ!

Әйҙә.

Улар дуҫлашып киткән. Бергә уйнарға, ҡурҡыныс килһә, бер-береһен яҡларға һүҙ бирешкәндәр, ти.

Бер көндө ҡуян балаһы терпене һынап ҡарарға уйлаған. Ул ҡапыл ҡысҡырып ебәргән:

-Терпе дуҫ, ҡотҡар, мине төлкө баҫтыра!

Терпе, быны ысын тип уйлағанда, энәләрен тырпайтып, һөжүмгә әҙерләнгән. Тик төлкө күренмәгән. Ҡуян балаһы быны күреп, рәхәтләнеп көлгән. Дуҫын маҡтаған:

-Минең өсөн үлергә лә ризаһың икән, яҡшы, - тигән ул. Терпе быға шатланмаған, сөнки дуҫының ҡыланышы оҡшамаған уға.

Орфография:кеше исеме һәм хайуан ҡушаматтарының дөрөҫ яҙылышы, ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.

Анализлау өсөн һорауҙар: Ни өсөн әкиәт «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар» тип атала? Әсәһе Ҡыҫҡағойроҡҡа нисек булырға тип өйрәтә? Ҡыҫҡағойроҡ ни эшләй? Уға урманда кем осрай? Кем менән дуҫлаша?Ни өсөн терпегә дуҫының ҡыланышы оҡшамай? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Уҡыусылар тексты өлөшләтә бүләләр, уларға исем бирәләр. Эш һөҙөмтәһе бергәләп тикшерелә.

План: 1. Ҡыҫҡағойроҡ әсәйе менән һөйләшә. 2. Ҡыҫҡағойроҡтоң дуҫ эҙләп урманға сығып китеүе. 3. Терпегә дуҫының ҡыланышы оҡшамаған.

Терәк һүҙҙәр: берәйһе менән, һүҙ бирешеү, һынау, ысын тип уйлаған, ҡыланыш.

Контроль диктант.

Тәбиғәт йоҡонан уяна.

Ҡояш көндән-көн нығыраҡ йылыта, ҡарҙар ирей. Өй түбәләренән, аҙбар ҡыйыҡтарынан тамсылар тама. Тау биттәре асылды.Тәүге бәләкәй йырғанаҡтар күренде.

Тәбиғәт көндән-көн йәнләнә бара . Соҡорҙарҙан шаулап ҡар һыуҙары аға. Тирә-яҡҡа тупраҡ еҫе тарала. Саф һауа тамаҡты ҡытыҡлай. Тау битләүҙәрендә үләндәр йәшәрә. Тәүге сәскәләр ҡалҡып сыҡты. Сыйырсыҡтар һәм һабан турғайҙары һайрай. Яҙ көнө бөтә нәмә яңынан йәшәй башлаған кеүек була.

(Һәр һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табып, аҫтарына һыҙығыҙ.)

Һорауҙарға яуаптар:

- Һиңә нисә йәш?

- Һин нисәнсе йылда тыуғанһың?

- Һин ниндәй айҙа тыуғанһың?

- Әсәйеңә нисә йәш?

- Ул нисәнсе йылда, ниндәй айҙа тыуған?

- Атайыңа нисә йәш?

- Ул нисәнсе йылда, ниндәй айҙа тыуған?

- Һин нисәнсе класта уҡыйһың?

- Һин ун беренсе класты нисәнсе йылда тамамлайһың?

Контроль диктант.

“Йүкә-бал биреүсе”.

Йүкә ағасы июнь айында сәскә ата. Ул сәскә атҡанда һауала тәмле бал еҫе аңҡый. Йүкә –бал биреүсе иң яҡшы үҫемлек. Башҡортостанда ул бик күп үҫә. Республикала йүкә 600 мең гектарҙан ашыу майҙанды алып тора. Бал ҡорттары, сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып, бик күп бал йыялар. Башҡортостан балы бөтә донъяла дан ҡаҙанған.

Һөйләмдең эйә һәм хәбәрен билдәләгеҙ.

Йүкә һәм сәскә һүҙҙәре һөйләмдең ниндәй киҫәктәре булып килгәнен һәм уларҙың килештәрен билдәләгеҙ.

6 класс – 41–се бит «Эсер һыу хаҡында хәстәрлек».

Балыҡ тотоусолар өсөн күлдәр – сикһеҙ байлыҡ. Тик шул байлыҡ юҡҡа сыҡмаһын, күлдәр һәр саҡ таҙа булһын өсөн, даими хәстәрлек күрергә кәрәк. Мәҫәлән, бер ваҡыт Ҡандракүлдең балығы бөтә башлағайны. Ләкин урындағы йәмәғәтселек, Башҡортостан балыҡ комбинаты эшселәре һәм инженерҙарының тырышлығы менән Ҡандраның балыҡ запасы тулыландырылды.

Эсер һыу хаҡында хәстәрлек күргәндә генә ул саф, таҙа көйөнсә кешеләргә меңәр йылдар буйы хеҙмәт итә ала. Һыуҙарҙың таҙалығы өсөн көрәш бер ҙә туҡтамаҫҡа тейеш. (72 һүҙ)

6 класс өсөн контроль эштәр

Контроль диктант.

Өфө.

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул тау башында ултыра. Ҡала эргәһенән Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары аға. Өфө – ҙур һәм матур ҡала. Элек башҡорттар Өфөнө Имән ҡала тип атаған. Өфөлә Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, М.В. Нестеров исемендәге художество музейы, халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың Йорт-музейы бар. Ҡалала алты театр эшләй, ундан ашыу юғары уҡыу йорто бар, мәктәптәр, техникумдар, училищелар бик күп. Ағиҙел ярының иң бейек урынына Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған. Дуҫлыҡ монументы бар. Өфө ҡалаһы һаман матурлана, үҫә.(65 һүҙ.)

1.Сифаттарҙы табып, аҫтарына һыҙығыҙ.

2.Һәр һөйләмдең эйә менән хәбәрен табып, аҫтына һыҙығыҙ.

Контроль диктант.

Ҡыш.

Бына декабрь килеп етте. Ҡаты һыуыҡтар башланды. Ҡайһы бер көндә һалҡын елдәр иҫә, буран күтәрелә. Беҙҙә ҡыш уҫал була шул.

Урманда ҡайындар, уҫаҡтар яланғас ҡалған. Ҡарағайҙар, шыршылар ғына йәшел кейемдәрен һалмаған.

Буран көндә кейектәр ҙә күренмәй. Тейен ағас ҡыуышында сәтләүек яра. Төлкө, ҡуяндар ҡар аҫтында йәшеренгән. Айыу күптән йылы өңөндә йоҡлай.

Йорт хайуандарына һалҡын ҡыш ҡурҡыныс түгел. Уларҙың һарайҙары йылы,аҙыҡтары ла етерлек.(60 һүҙ.)

1.Текста ҡылымдарҙы табып, аҫтына һыҙығыҙ.

2.Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ.

3.Айыу, тейен, декабрь һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртегеҙ.

19. Күсереп яҙыу

Дуҫлыҡ.

Өс таған таймаҫ. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Яҡшы дуҫ яфаға һалмаҫ. Бүре менән дуҫ булһаң, этең яныңда булһын. Дошманыңа тура әйтһәң, дуҫыңа өлгө булыр. Дуҫ биргәндең тышына ҡарама. Юлдашың үҙеңдән яҡшы булһын.Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Ысын дуҫ бәхетһеҙлектә һынала.

1. Үҙенсәлекле башҡорт өндәре булған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.

2. Ҡылымдарҙы табып аҫтына һыҙырға, тәржемә итергә.

Изложение

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

Урманда Ҡыҫҡағойроҡ исемле ҡуян балаһы йәшәгән. Әсәһе һәр ваҡыт уға: Әгәр берәйһе менән дуҫлашһаң, дуҫыңдың ҡәҙерен бел, тип әйткән. Ҡыҫҡағойроҡ быға көлгән. Ә ниңә, ул да минең ҡәҙеремде белһен, -тигән, һәм, кем менән булһа ла дуҫлашырға теләп, урман буйлап йүгергән. Уға терпе осраған.

Терпе, әйҙә, дуҫ булайыҡ!

Әйҙә.

Улар дуҫлашып киткән. Бергә уйнарға, ҡурҡыныс килһә, бер-береһен яҡларға һүҙ бирешкәндәр, ти.

Бер көндө ҡуян балаһы терпене һынап ҡарарға уйлаған. Ул ҡапыл ҡысҡырып ебәргән:

-Терпе дуҫ, ҡотҡар, мине төлкө баҫтыра!

Терпе, быны ысын тип уйлағанда, энәләрен тырпайтып, һөжүмгә әҙерләнгән. Тик төлкө күренмәгән. Ҡуян балаһы быны күреп, рәхәтләнеп көлгән. Дуҫын маҡтаған:

-Минең өсөн үлергә лә ризаһың икән, яҡшы, - тигән ул. Терпе быға шатланмаған, сөнки дуҫының ҡыланышы оҡшамаған уға.

Орфография:кеше исеме һәм хайуан ҡушаматтарының дөрөҫ яҙылышы, ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.

Анализлау өсөн һорауҙар: Ни өсөн әкиәт «Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар» тип атала? Әсәһе Ҡыҫҡағойроҡҡа нисек булырға тип өйрәтә? Ҡыҫҡағойроҡ ни эшләй? Уға урманда кем осрай? Кем менән дуҫлаша?Ни өсөн терпегә дуҫының ҡыланышы оҡшамай? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Уҡыусылар тексты өлөшләтә бүләләр, уларға исем бирәләр. Эш һөҙөмтәһе бергәләп тикшерелә.

План: 1. Ҡыҫҡағойроҡ әсәйе менән һөйләшә. 2. Ҡыҫҡағойроҡтоң дуҫ эҙләп урманға сығып китеүе. 3. Терпегә дуҫының ҡыланышы оҡшамаған.

Терәк һүҙҙәр: берәйһе менән, һүҙ бирешеү, һынау, ысын тип уйлаған, ҡыланыш.

Контроль диктант.

Тәбиғәт йоҡонан уяна.

Ҡояш көндән-көн нығыраҡ йылыта, ҡарҙар ирей. Өй түбәләренән, аҙбар ҡыйыҡтарынан тамсылар тама. Тау биттәре асылды.Тәүге бәләкәй йырғанаҡтар күренде.

Тәбиғәт көндән-көн йәнләнә бара . Соҡорҙарҙан шаулап ҡар һыуҙары аға. Тирә-яҡҡа тупраҡ еҫе тарала. Саф һауа тамаҡты ҡытыҡлай. Тау битләүҙәрендә үләндәр йәшәрә. Тәүге сәскәләр ҡалҡып сыҡты. Сыйырсыҡтар һәм һабан турғайҙары һайрай. Яҙ көнө бөтә нәмә яңынан йәшәй башлаған кеүек була.

(Һәр һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табып, аҫтарына һыҙығыҙ.)

27. Һорауҙарға яуаптар:

- Һиңә нисә йәш?

- Һин нисәнсе йылда тыуғанһың?

- Һин ниндәй айҙа тыуғанһың?

- Әсәйеңә нисә йәш?

- Ул нисәнсе йылда, ниндәй айҙа тыуған?

- Атайыңа нисә йәш?

- Ул нисәнсе йылда, ниндәй айҙа тыуған?

- Һин нисәнсе класта уҡыйһың?

- Һин ун беренсе класты нисәнсе йылда тамамлайһың?

33. Контроль диктант.

“Йүкә-бал биреүсе”.

Йүкә ағасы июнь айында сәскә ата. Ул сәскә атҡанда һауала тәмле бал еҫе аңҡый. Йүкә –бал биреүсе иң яҡшы үҫемлек. Башҡортостанда ул бик күп үҫә. Республикала йүкә 600 мең гектарҙан ашыу майҙанды алып тора. Бал ҡорттары, сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып, бик күп бал йыялар. Башҡортостан балы бөтә донъяла дан ҡаҙанған.

Һөйләмдең эйә һәм хәбәрен билдәләгеҙ.

Йүкә һәм сәскә һүҙҙәре һөйләмдең ниндәй киҫәктәре булып килгәнен һәм уларҙың килештәрен билдәләгеҙ.

Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение

Наши рекомендации