Кластар өсөн контроль эштәр.

латма яҙыу.

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы N 273-ФЗ 29 декабрь 2012 йыл;

Мәғарифтең дәүләт стандарттары Федераль компоненты;

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифте үҫтереү концепцияһы.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 130 – сы мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Маҡсаттар һәм бурыстар:

1. Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

2. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

3. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

4. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  1. Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
  2. 6- 7 се кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
  3. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
  4. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡыу планында предметының урыны.

Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы 130 – сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә бирелгән эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2 инша, 1 изложение, 4 диктант, 1 картина буйынса эш үткәреү ҡарала.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Художестволы, фәнни- популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыуТекст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

3. Ишеткәнде, күргәнде 6 – 8 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һүҙлек менән файҙалана белеү.

6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)

Предмет буйынса тематик план.

Бүлектәр , темалар Уҡыусылар белеменә талаптар Дөйөм сәғәт һаны Шул иҫәптән Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшенә бүленгән яҡынса сәғәт һандары
Теоретик эштәр Лаборатория практик ижади эштәр Контроль эштәр
Мәктәпкә барабыҙ   Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.   5 сәғәт Һүҙлек эше  
Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.   12сәғ Ижади диктант «Алтын көҙ»  
3. Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.   8 сәғәт «Өфө – минең башҡалам», инша  
Хеҙмәт төбө – хөрмәт Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.   8 сәғәт Аңлатмалы дикт. «Уҡытыусы»
5. Ҡыш дауам итә Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.   6 сәғәт Ижади эш  
6. Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. (һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу) һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.   6 сәғәт А.Кузнецов «Салауаттан һорау алыу» картинаһы буйынса эш.  
7. Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.   9 сәғәт   К.д. «Яҙ килә»
8. Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.   4 сәғәт  
9. Ай Уралым, Уралым... Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.   12 сәғәт К.д. «Йәйге көн»

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 8 –се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 4 диктант, 3 инша, һүҙлек эштәре.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш.

Дәрес темаһы Сәғәт һаны Үткәреү ваҡыты иҫкәрмә
Мәктәпкә барабыҙ (5 сәғәт)
1. К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты.     1-се аҙна сентябрь  
Мәктәптә.Ҡылым. Зат ялғауҙары.  
3. Б. Бикбай. Туған тел. Ҡылымдарҙың зат ялғауҙары.       2-се аҙна сентябрь  
4. Р.Ниғмәтуллин. Тырышлыҡ.          
Б. Рафиҡов. “Илем,Башҡортостаным. “Ҡылым” темаһын йомғаҡлау. 3-сө аҙна сентябрь  
  Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт (12 сәғәт)
Р.Низамов. Көҙ күренештәре.     3-сө аҙна сентябрь  
Ф. Ғөбәйҙуллина. Көҙ. Һөйләм төрҙәре.     4-се аҙна сентябрь  
Баҡсала көҙгө эштәр. Хәбәр һөйләм.    
С. Муллабаев. Көҙгө урман. Һорау һөйләм.   5-се аҙна сентябрь    
Беҙҙең яҡта көҙ. М.Меос “Шығайҙағы ҡайындар”к.к яҙыу “Япраҡтар”. 1-се аҙна октябрь  
Н. Иҙелбаев. “Һөнәрлеләр һөйкөмлө”.Өндәү һөйләм.     2-се аҙна   октябрь  
А. Игебаев. Тәмленең дә тәмлеһе. Логик баҫым.  
Ә. Әхмәт-Хужа. Ҡояш. Исемдәрҙең килеш ялғауҙары     3-сө аҙна октябрь  
Ижади диктант“ Алтын көҙ”  
Б. Рафиҡов. Нисек әйтһен? “Һөйләм төрҙәрен” ҡабатлау     4-се аҙна октябрь  
Синыфтан тыш уҡыу. Р. Ханнанов. Япраҡтар.    
Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.   5-се аҙна октябрь  
Өфө менән танышыу 8 сәғәт
  Й. Солтанов. Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ. 2-се аҙна ноябрь  
Н. Дәүли, С. Садиҡова. Өфө ни өсөн матур? Ҡылымдарҙың төҙөлөшө.     3-сө аҙна ноябрь  
Ҡаланың иҫтәлекле урындары. Ҡылымдарҙың төҙөлөшө    
Мин театрға барҙым. Барлыҡ төшөнсәһе.     4-се аҙна ноябрь  
Д. Әхиәрова. Орджоникидзе районы. Ҡылымдарҙа заман төшөнсәһе.  
“Өфө - минең баш ҡалам” Телмәр үҫтереү.     5-се аҙна ноябрь  
“Өфө менән танышыу” инша  
Кластан тыш уҡыу дәресе. Өфө (белешмә) 1-се аҙна декабрь  
  Хеҙмәт төбө – хөрмәт 8 сәғ.    
Хеҙмәт төбө - хөрмәт. Ябай һөйләм төрҙәре.   1-се аҙна декабрь  
В.Моратова Башҡорттар әрме хеҙмәтендә. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр 2-се аҙна Декабрь  
А. Насиров. Көслө сабаҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре   2-се аҙна декабрь  
Н.М.Бадридзе. “Зарядкаға баҫ!” Эйә һәм хәбәр     3-сө аҙна декабрь  
Аңлатмалы диктант “Уҡытыусы”.    
Геологтар көнө. Юҡлыҡ төшөнсәһе     4-се аҙна декабрь  
М. Шиһан. Сит телде өйрәнеүсегә кәңәштәр.  
Ә. Атнабаев. Ҡара икмәк. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.   5-се аҙна декабрь  
  Ҡыш дауам итә. 6 сәғ.    
Ҡыш. Яңы йыл. Эйә һәм хәбәр.   3-сө аҙна ғинуар  
Н.Нәжми. Ҡыш. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ     4-се аҙна ғинуар  
С. Әлибаев. Ҡышҡы урман. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ    
В. Сухомлинский. Буран. Һүҙлек менән эш.     5-се аҙна ғинуар  
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы.Яңғыҙлыҡ исемдәр.  
“Ҡыш” темаһын йомғаҡлау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау   1-се аҙна февраль  
  Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры (6 сәғ.)      
С. Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры. 1-се аҙна февраль  
Палдискиҙа Салауат музейы. Аныҡлаусы.       2-се аҙна февраль  
А.Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”. Картина буйынса эш.  
Салауат һәйкәле.           3-сө аҙна февраль  
“Салауат – милли батыр” темаһын йомғаҡлау.  
Синыфтан тыш уҡыу. Йәшел алтын.       4-се аҙна февраль  
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! 9 сәғәт
Йәмле яҙ килде.     4-се аҙна февраль  
8 Март - Әсәйҙәр байрамы   1-се аҙна март  
Ә. Таһирова. Боҙ китә. Аныҡлаусы    
Р. Ниғмәти. Ватан.   2-се аҙна март  
Минең дуҫым. Тултырыусы.    
Контроль диктант “Яҙ килә”   3-сө аҙна март  
Яҙғы эштәр  
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау   1-се аҙна апрель  
Тәүге космонавт. Тултырыусы.    
Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ 4 сәғәт
Һалдат тора киләсәкте тотоп. Хәл.           2-се аҙна апрель  
М. Харис. Хат.          
Үлемһеҙ батырлыҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре.         3-сө аҙна апрель  
Ҡ. Даян. Шайморатов генерал. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре    
Ай, Уралым, Уралым 12 сәғәт
Тыуған ерем биҙәктәре. Һөйләм киҫәктәре.     4-се аҙна апрель  
Урманды һаҡлайыҡ.  
В. Исхаҡов. Талпан. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.   5-се аҙна апрель 1-се аҙна май  
Р.Ниғмәтуллин. Башҡортостан.  
З. Биишева. Йәшәү-хеҙмәт. Синтаксис.       2-се аҙна май  
Р.Бикбаев. Уралыма. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.    
Диктант. Ай, Уралым, Уралым.   3-сө аҙна май  
Синыфтан тыш уҡыу. Башҡорт илкәйенең бер ҡото. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.  
Йәмле йәй етте. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.     4-се аҙна май  
Контроль диктант “Йәйге көн”.  
Хаталар өҫтөндә эш. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.    
Йәмле йәй етте. Ҡабатлау.     5-се аҙна    
           

кластар өсөн контроль эштәр.

Ижади диктант “Алтын көҙ”

Сентябрь етте. Уҡыуҙар башланды. Уҡыусылар килде. Директор ҡотланы. Уҡытыусылар теләне. Ата-әсәләр ярҙам итте.

Һөйләмдәрҙе мөмкин тиклем тулыландырып яҙығыҙ.

алет.

Балет спектаклдәре тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө - балет күрһәтелә. Балет – бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ генә аңлай. Балет спектаклен ижад иткәндә башта либретто яҙалар. Ошо либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Ә балетмейстр бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа.

Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер – бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай.

1. Ҡылымдарҙың аҫтына һыҙырға.

2. 3 – 4 һөйләмдәрҙе тәржемә итергә.

3. Һандарҙы һүҙ менән яҙырға.

килә.

Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡын тайга урмандарына күсә.

Марттың икенсе яртыһында ағас ботаҡтарында бөрө тулыша башлай.

Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреләрен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай.

Март аҙағында ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып төшә.

Был айҙы бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк. (73 һүҙ). 8 класс – 87-се бит

й, Уралым, Уралым.

Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: «Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда». Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далаларын һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.

Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр, ижад иткән.

«Урал» атамаһыбашҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала.

онтроль диктант.

“Йәйге көн”.

Июнь – йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға, күлдәр өҫтөн ап – аҡ һәм һап – һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙыҡ килтерә.

Июлдә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.

Июнь – тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.

22 июнь – йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тигеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.

(«Йәншишмә» газетаһынан)

Наши рекомендации