Тема № 3. Синонимдар. Башҡорт теленең лексик-семантик системаһында уларҙың роле
Тема №1. Башҡорт телендә күпмәғәнәлектен төрҙәре
I.Күпмәғәнәлектен, төрҙәренә художестволы әҙәбиәттән 2-шәр-З-әр миҫал килтерегеҙ.
1. Метафоралар:
- Предметтарҙың форма оҡшашлығына нигеҙләнгән метафоралар. Миҫалдар. -Предметтарҙың төҫө оҡшашлығына нигеҙләнгән метафоралар. Миҫалдар. -Предметтарҙың урынлашыу оҡшашлығына нигеҙләнгән метафоралар. Миҫалдар.
- Предметтарҙың физик үҙенсәлеген кешегә күсереү аша метафоралар яһалыу. Миҫалдар.
Предмет атрибутынын абстракт төшөнсәнең атрибутына күсеүенә нигеҙләнгән метафоралар. Миҫалдар.
-Кешегә хас булған сифаттарҙы тәбиғәт күренештөреаә күсереү һөҙөмтәһендә метафоралар яһалыу. Миҫалдар.
-Тәбиғәт күренештәренә хас булған сифаттарҙы кешегә күсереү һөҙөмтәһендә метафоралар яһалыу. Миҫалдар.
2. Метафораларҙы телдә таралыу, телмәрҙәге стилистик роле буйынса төркөмләүгә миҫалдар килтерегеҙ.
-Атама (ҡоро, үле, ҡатып ҡалған) метафоралар. Миҫалдар.
-Дөйөм телгә хас образлы метафоралар. Миҫалдар.
3.Дөйөм телгә хас образлы метафораларҙың һүҙлектәрҙә сагылыуына. миҫалдар килтерегеҙ.
4. Индивидуаль-стилистик метафоралар (автор метафоралары). Автор метафораларының дөйөм халыҡ теле факты булып әүрелмэйенсә, теге йәки был яҙыусы, шағир теле үҙенсәлектәрен генә күрһэтеүенә миҫалдар килтерегеҙ.
5.Метафораларҙың телмәрҙә ҡулланылышы.
-Поэтик телмәрҙә метафораларҙың эстетик функция үтәүен миҫалдарығыҙға таянып иҫбатлағыҙ.
-Фәнни терминологияла метафораларҙың урын алыуына миҫалдар килтерегеҙ.
-Метафораларҙың публицистикала ҡулланылыуына миҫалдар килтерегеҙ. 6. Метонимиялар. Метонимияның продуктив төрҙәренә миҫалдар килтерегеҙ.
-Пространство йәнәшәлегенә нигеҙләнгән метонимиялар. Миҫалдар.
-Предметты яһалған материалы буйынса атау ярҙамында барлыҡҡа килгән метонимиялар. Миҫалдар.
-Эш-хәлден, хәрәкәттең атамаһы уның һөҙөмтәһе, урыны атамаһына күсереү нигеҙендә метонимиялар яһалыу. Миҫалдар.
-Өлөш атамаһын тулы атама итеп, һәм. киреһенсә, тулы атаманы өлөш атамаһы итеп ҡулланыу һөҙөмтәһендә метонимиялар барлыҡҡа килеү. Миҫалдар. Метонимияларҙың был төрөнөң синекдоха тип аталыуы. Миҫалдар.
- Яңғыҙлык исемдәрҙең конкрет предметтарҙы, төшөнсәләрҙе атау әсән ҡулланыу һөҙөмтәһендә метонимиялар яһалыу. Миҫалдар.
-Кейем, әйбер атамаһын унын хужаһына күсереп метонимиялар яһалыу. Миҫалдар.
Тема №2. Омонимдар, уларҙың типтары. Башҡорт теленең лексик-семантик системаһында уларҙың роле
1. Омонимдарҙың төрҙәренә художестволы әҙәбиәттән миҫалдар килтерегеҙ
-Лексик омонимдар. Миҫалдар. -Лексик-грамматик омонимдар. Миҫалдар.
2. Лексик омонимдарҙың яһалыу ысулдарын миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.
-Телдә булған фонетик үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә лексик омонимдар яһалыу. Миҫалдар. -Әҙәби телгә диалект һүҙҙәренең үтеп инеүе һөҙөмтәһендә лексик омонимдар яһалыу. Миҫалдар. -Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең башкорт теленең ҮЗ һүҙҙәренә тап килеүе менән лексик омонимдар яһалыу. Миҫалдар.
-Әҙер лексик омонимдар үҙләштереү. Миҫалдар.
-Күп мәгәнәле һүҙҙәрҙең мәғәнәләре айырылыу һөҙөмтәһендә лексик омонимдар яһалыу. Миҫалдар.
3. Лексик-грамматик омонимдарҙың яһалыу юлдарын миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.
-Конверсия ярҙамында лексик-грамматик омонимдар яһалыу;
-Сифаттар, сифат ҡылымдар һәм ҡылым формалары исемләшеп, лексик-грамматик омонимдар яһалыу, Миҫалдар.
-Сифаттарҙың һәм исем формаларының рәүешләнеүе һөҙөмтәһендә лексик-грамматик омонимдар яһалыу. Миҫалдар.
-Ҡылымдар, ҡылым формалары һәм рәүештәр сифатлашып, лексик-грамматик омонимдар яһалыу. Миҫалдар. \
-һүҙ формаларының әйтелештәре менән яҙылыштары осраҡлы тап килеү ярҙамында лексик-грамматик омонимдар яһалыу. Миҫалдар. \
4. Омонимдарға оҡшаш тел күренештәре.
-Омофондар. Миҫалдар.
- Омографтар. Миҫалдар. ' «
5.Башкорт телендә омонимдарҙың һәм омонимдарға оҡшаш тел күренештәренең функциональ-стилистик ролен миҫалдарығыҙға таянып билдәләгеҙ.
Тема № 3. Синонимдар. Башҡорт теленең лексик-семантик системаһында уларҙың роле
1. Телмәрҙә синонимдарҙың ҡулланылышына художестволы әҙәбиәттән миҫалдар килтерегеҙ.
2. Башҡорт теленең синонимдар һүҙлектәренән синонимик рәткә миҫалдар килтерегеҙ, рәттә доминантаны билдәләгеҙ.
3. Башҡорт телендәге лексик-фразеологик синонимдарҙың төрҙәренә матур әҙәбиәттән миҫалдар килтерегеҙ.
- Абсолют синонимдар. Миҫалдар.
-Идеографик синонимдар. Миҫалдар.
-Стилистик синонимдар. Миҫалдар.
- Контекстуаль синонимдар. Миҫалдар.
4. Башҡорт телендә синонимдарҙың барлыҡҡа килеү юлдарына миҫалдар табығыҙ.
-Күренештә, предметта, билдәлә, хәрәкәттә һ.б. ниндәйҙер яңЙ һыҙат табырға ынтылыу нәтижәһендә синонимдар яһалыу. Миҫалдар.
-Ҡулланылышы сикләнгән (диалект һүҙенең) һүҙҙәрҙең әҙәби телгә үтеп инеүе арҡаһында синонимдар яһалыу. Миҫалдар.
- Сит телдәрҙән һүҙҙәр үҙләштереү юлы менән синонимдар яһалыу. Миҫалдар.
5. Килтерелгән миҫалдарығыҙ ярҙамында синонимдарҙың функциональ-стилистик ролен билдәләгеҙ:
-Синонимдарҙың телмәрҙә асыҡлау һәм алмаштырыу функцияһын үтәүен миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.
-Синонимдарҙың һүҙҙәр яһауҙа ҡатнашыуын миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.