Художестволы әҫәргә идея-тематик һәм структур анализ

Әҙәбиәт ғилеме фәне нигеҙендә анализдың элементтарын билдәләү әҫәрҙе тикшереү өсөн асҡыс булып хеҙмәт итә. Анализ элементтарын түбәндәге пункттар инә:

1. Тарихи шарттар. Тормош тарафынан ошо тарихи моментҡа яҙыусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән ижтимағи проблемалар.

2. Яҙыусы, уның донъяға ҡарашы.

3. Әҫәрҙең темаһы һәм идея йүнәлеше.

4. Төп геройҙары (характерҙары).

Әҫәрҙең төп проблемалары ниндәй дәрәжәлә һәм йүнәлештә хәл ителә? Был геройҙарҙың тормошо һәм характерҙарында булған типик һыҙаттар.

5. Икенсе дәрәжәләге геройҙар, уларҙың типиклығы. Уларҙың үҙ-ара һәм төп герой менән бәйләнеше. Төп проблеманы асыҡлауҙа уларҙың роле.

6. Әҫәрҙең сюжеты. Сюжет үҫеше. Экспозиция, төйөнләнеү, кульминация, сиселеү. Әҫәрҙең характерҙарын һәм идея йүнәлешен асыуҙа сюжет һәм уның үҫеше ниндәй дәрәжәлә ярҙам итә?

7. Башҡа компоненттар, диалог, портрет, пейзаж индерелгә эпизодтар һәм автор сигенеүе, геройҙың индивидуаль телмәре, уның характерҙарҙы һәм әҫәрҙең идея йүнәлешен асыуҙағы роле.

8. Образдарҙы һәм идея йүнәлешен асыу сараһын булыу йәһәтенән әҫәрҙең теле: уның лексикаһының эпитет, метафора, поэтик синтаксис һәм ритмикаһының үҙенсәлеге.

9. Әҫәрҙең жанры. Уның жанр үҙенсәлеге нимәлә?

10. Яҙыусының традицияһы һәм новаторлығы. Ул үҙенән элек яҙған яҙыусыларҙың ниндәй традицияларын дауам итә һәм әҙәби оҫталыҡ өлкәһендә ниндәй яңылыҡ өҫтәй? Уның яңы темалары һәм идеялары, яңы характерҙарҙы асыуҙа яңы саралары, композиция, телдә яңылыҡтары бармы? Әҙәбиәттә ул яңы ағым тыуҙырҙымы, элекке ағымдарҙың теге йәки был яғын үҫтерҙеме, тәрәнәйттеме?

11. Яҙыусының үҙ заманы һәм киләсәк быуындар өсөн әһәмиәте.

Юғарыла бирелгән схема әҫәрҙе анализлағанда уның ниндәй яҡтарына иғтибар итергә кәрәклекте күрһәтә.

Анализды ниндәй тәртиптә, ниндәй эҙмә-эҙлектә алып барыу мәсьәләһен, әҫәрҙең үҙенсәлегенән, уҡыусыларҙың әҙерлектәренән сығып, һәр осраҡта уҡытыусы үҙе билдәләй. Шулай уҡ әҫәргә ҡарата ошо схемала күрһәтелгән элементтарҙың барыһы ла ҡулланылмаҫҡа ла мөмкин.

Был схема әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһе менән форманың айырылғыһыҙ берҙәмлеген, художестволы форманың әҫәрҙең идея мәғәнәһен асыуҙағы ролен асыҡ сағылдыра. Унда әҫәрҙең идея йөкмәткеһенә ҡарата форма булып хеҙмәт иткән образдар, композиция, тел саралары – уның төп мәғәнәһен асыуға хеҙмәт итеүе асыҡ күрһәтелә.

Схема әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡарауға, уның бөтә компоненттарының идея йөкмәткеһен асыуға хеҙмәт итеүен күрһәтеүгә, уларҙың үҙ-ара бәйләнешле мөнәсәбәтен асыҡлауға комплекслы яҡын килергә мөмкинлек бирә.

Анализды әҫәрҙең сюжетын, идеяһын асыуҙан да, композицияһын, телен анализлауҙан да, образдарға ҡылыҡһырлама биреүҙән дә башларға мөмкин.

Ҡайһы бер осраҡта уҡытыусы әҫәрҙең идеяһын асыуға ошо элементтарҙың ниндәй ҙә булһа береһенә төп иғтибарҙы йүнәлтеү, әҫәрҙең бер йәки бер нисә компонентын ентеклерәк анализлау юлы менән дә ирешергә мөмкин.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе жанр үҙенсәлектәре нигеҙендә өйрәнеү

Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү

Уҡыусылар лирик поэзия өлгөләре менән мәктәпкәсә йәштә үк таныша башлайҙар. Башланғыс класс программаһында ла бик күп лирик әҫәрҙәр өйрәнеү күҙ уңында тотола. V-VII кластарҙа, әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү менән бергә, әҙәбиәт теорияһынан лирик, эпик, лиро-эпик, драматик төрҙәр, һәр бер төрҙөң үҙенсәлектәре тураһында тулы ғына мәғлүмәттәр бирелә.

Юғары кластарҙа, лирик әҫәрҙәрҙе үткәндә, уҡыусыларҙың әҙәбиәт теорияһынан V-VIII кластарҙа алған белемдәренә нигеҙләнеү, ятланған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөп үтеү талап ителә. Юғары кластарҙа яҙыусыларҙың ижадына анализ яһағанда, уҡытыусы ул әҫәрҙәрҙе темалары, жанрҙары, образдары яғынан сағыштырып, параллелдәр ҡуйып, яңы тема менән бәйләй, өҙөктәрен ятҡа һөйләүҙе талап итә.

Уҡыусылар лирик әҫәрҙәрҙә төп иғтибарҙың кешенең төрлө ваҡиғалар, тәбиғәт күренештәре, ғөмүмән, донъя тураһындағы уй-тойғоларын, хистерн сағылдырыуға йүнәлтелеүен төшөнәләр. Лирик әҫәрҙәрҙә тормош күренештәре шағирҙың шатлығы, ҡайғыһы, кисерештәре аша баһалана.

Лирик әҫәрҙә тормош картиналарын, ваҡиғаларҙы, айырым кешеләрҙең портретын, тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү урын алып торһа ла, улар барыһы ла шағирҙың эске донъяһы менән бәйләнеште сағылдыралар.

Лирик поэзияны ҡабул итеүҙә уҡыусыларҙың тәжрибәһе, элек уҡылған әҫәрҙәрҙән алған тәьҫирҙәре, кисерештәре мөһим роль уйнай. Әҫәрҙә һүрәтләнгән картиналарҙы һәр кем үҙ тәжрибәһе, хыялы, тойғолары менән байытып ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусы әҫәрҙең объектив йөкмәткеһенән бөтөнләй ситләшеп китергә лә тейеш түгел. Уҡытыусы әҫәрҙең уҡыусылар тарафынан автор күргәнсә, ул һүрәтләгәнсә ҡабул ителеүенә ирешергә тейеш.

Эпик әҫәрҙәрҙе анализлауҙа уларҙы төп элементтарына бүлеп ҡарау: әҫәрҙең темаһын, образдар системаһын, композиция, тел элементтарын айырып алып тикшереү әһәмиәтле. Шул рәүешле, әҫәрҙең төп элементтарының үҙ-ара бәйләнешен, һәр элементтың идея йөкмәткене асыуҙағы ролен билдәләү уның йәш быуынға тәрбиә биреүҙә тотҡан урыны хаҡында мөһим төшөнсәләрҙе үҙләштерергә мөмкинлек бирә.

Художестволы ижадтың төп асылы – тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы индивидуалләштерелгән образдар аша һүрәтләү. Шуның өсөн дә образдарҙы өйрәнеү - әҫәрҙе анализлағанда беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә. Әҫәрҙең композицияһы, сюжет, сюжеттан тыш элементтар – барыһы ла образдар системаһы менән бәйләнештә өйрәнелә.

Геройҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, улар араһындағы ҡаршылыҡтар, уларҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары, характерҙары сюжет ярҙамында асыла. Сюжетты өйрәнеүҙә план төҙөү әһәмиәтле роль уйнай. План әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың, эпизодтарҙың урынлашыу тәртибен генә түгел, улар араһындағы бәйләнеште лә күрһәтә, шуның менән бергә әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡабул итергә ярҙам итә.

Әҫәрҙең композицияһы сюжетты ғына түгел, сюжеттан тыш элементтарҙы: портрет, пейзаж, тасуирлау, авторҙың хикәйәләүе, геройҙарға биргән ҡылыҡһырлама, монолог, диалог тураһындағы төшөнсәләрҙе лә үҙ эсенә ала. Троптар (эпитет, сағыштырыу, метафора, метонимия, аллегория, гипербола, синекдоха, ирония) шулай уҡ композицияның состав элементтарына инәләр.

Әҫәрҙең художестволы бөтөнлөктө тәьмин итеүсе өлөштәренең урынлашыуы һәм үҙ-ара бәйләнеше – уның композицияһы тип атала.

Эпик төрҙөң ҙурыраҡ күләмдәге жанрҙарын, роман-эпопеяларҙы үткәндә, уларҙы лирика һәм драма жанры менән сағыштырып ҡарау айырыуса әһәмиәтле. Тормошто лирик геройҙың кисерештәре, уй-тойғолары аша һүрәтләүсе лирика йәки сәхнәлә артистарҙың уйнауы аша сағылдырыусы драма менән сағыштырғанда, эпик төргә ҡараған әҫәрҙәрҙең ваҡиғаларҙы, кешеләр араһындағы ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәрҙе күп яҡлы һәм тулы итеп һүрәтләү мөмкинлеге киңерәк. Эпик төргә ҡараған роман-эпопеяларҙа тормош ваҡиғалары киң ҡолас менән төрлө яҡлап, ашыҡмай, бөтә ваҡ деталдәренә тиклем ентекләп, күп һанлы геройҙар яҙмышы, уларҙың көнкүреше, үҙ-ара мөнәсәбәте, симпатия, антипатиялары, ҡаршылыҡтары аша һүрәтләнә. Шул рәүешле, ҙур күләмле эпик әҫәрҙәр йәмғиәт һәм айырым шәхестәр тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы, кешенең донъя менән күп яҡлы бәйләнешен, үҙ-ара мөнәсәбәтен, психологияһын тулы һәм күп яҡлы итеп һүрәтләүҙә лирика һәм драма менән сағыштырғанда ҙур өҫтөнлөккә эйә.

Эпик әҫәрҙәрҙең ваҡиғаларҙы хикәйәләүгә нигеҙләнеүе, уларҙың башланыуын, үҫеүен, тамамланыуын күрһәтеүсе сюжетҡа ҡоролоуы, ошо ваҡиғаларҙың кеше яҙмышы, кеше характеры менән тығыҙ бәйләнештә һүрәтләнеүе, һүрәтләнгән ваҡиғаларға мөнәсәбәтен сағылдырыусы автор образы хаҡындағы теоретик мәғлүмәттәрҙе үҙләштереүе - әҫәрҙәрҙе үҙ аллы анализлау, уның идея-эстетик мәғәнәһен дөрөҫ аңлау һәм баһалау күнекмәләрен үҫтереүҙә мөһим шарт булып тора.

Наши рекомендации