Арғымаҡ ат юл башлар 4 страница

Кешенең тормошҡа ҡарашы, фекерләүе ҡалыпҡа һалынырға тейеш түгел, ә кеше фекеренә фәҡәт йүнәлеш күрһәтеү һәм маҡсат ҡуйыу ғына кәрәк. Ошо изге маҡсатты әҙәби әҫәрҙәр аша әҙәбиәт уҡытыусылары атҡарһа, ҡалай шәп булыр ине!

Ейәнсура башҡорт гимназияһында эшләгән саҡта рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп Рәшиҙә Ҡәрип ҡыҙы Ҡадированы саҡырҙым. Уны уҡытыусы булараҡ маҡтамайҙар ине, сөнки ул сәғәт бүленешен күҙәтмәй, мәктәп администрацияһы термины менән әйткәндә, ваҡытҡа һыймай икән. Нисә минут журнал тултырырға, нисә минут яңы дәрес аңлатырға, өйгә эш тикшерергә һәм башҡа шуның кеүек талаптарҙы үтәмәй, ҡайһы бер дәрестәрҙе журналға билдәләргә лә онотоп сығып китә лә аҙаҡ ҡына тултырып ҡуя икән. Ә мин уның рус әҙәбиәте дәресендә булғандан һуң эшкә саҡырырға булдым. Иҫ китмәле дәрестәр бирә ине ул! Уҡыусылар ауыҙҙарын асып тыңлап ултыра. Уның интонацияһы, уның әҙәби әҫәрҙәге образдарға инеп китеүе, йә йылмайып, йә күҙҙәренә йәш тулып, шиғырҙар уҡыуы... Бер яҙыусының йәки шағирҙың ижадын үткән саҡта башҡалар менән сағыштырыу, сит ил, башҡорт әҙәбиәте вәкилдәренең оҡшаш әҫәрҙәренән миҫалдар килтереү... Миңә был уҡытыусының ҡалыпҡа һыйыуы түгел, ә балаларҙа әҙәбиәткә һөйөү уятыуы ҡиммәт ине. Уға фәҡәт әҙәбиәт дәрестәрен генә бирҙем, сөнки тел дәрестәрен үткәреү өсөн, ысынлап та, ҡалыпҡа һыйыу мотлаҡ. Мин директор булып эшләгән саҡта гимназияла уҡыған уҡыусыларҙың Ҡәрипова дәрестәрен тыңлауҙарына, үҙ ҡыҙымдың да уның уҡыусыһы булыуына бик шатмын. Тик мин гимназиянан киткәс, уның дәрестәренә анализ яһаусылар, уҡытыу эшенә яраҡһыҙ, тип тапҡандар һәм гимназиянан эштән сығарғандар. Күпме белем уҡыусыларға бирелмәйенсә әрәм ҡала...

Ах, ошо ҡалып! Ах, ошо стандарт! Кем төҙөгән уны? Кем уйлап сығарған? Тәбиғәттә ҡалып юҡ, ә ниндәй гармония! Ниндәй көй, көйләнеш! Тормош үҙе ошо гармонияға нигеҙләнгән. Ә беҙҙең системала әҙәбиәт дәрестәрен генә түгел, хатта милли үҙенсәлектәрҙе лә, үҙ тамыры, үҙ традицияһы, үҙ теле, үҙ моңо булған халыҡтарҙы бер ҡалыпҡа һалырға маташыу сәйәсәте күпме яҙмыштарҙы юҡҡа сығарҙы.

Күңел бушлығына килтереүсе сәбәптәрҙең береһе — кешене, хатта тотош халыҡтарҙы ла бер ҡалыпҡа, стандартҡа һалырға маташыу һәм фәҡәт шул ҡалыптан сығып баһалау.

Әммә шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ был ҡалыпты ҡабул итмәй, ул үҙенсә тәбиғәт ҡанундарына яҡын йәшәйеш ҡағиҙәләренә яраҡлы ғүмер итә. Шуның өсөн, ниндәй генә милләт булмаһын, икенсе милләтте үҙ ҡалыбына һалырға ынтылыу юҡ. Һәр береһе үҙенсә һәм барыһы ла бергә.

Иҫәнғолда йәшәүсе рус халҡы, бәләкәй сағымдан уҡ, киң күңелле, ихлас булып хәтеремдә ҡалған. Башҡорттарға йәшелсә ултыртырға ла, тоҙларға ла өйрәтерҙәр, үҙҙәре лә тоҙлап бирерҙәр ине. Үҙ сиратында улар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан сөсө икмәк, ҡатлама бешерергә, талҡан яһарға, тол бәйләргә өйрәнәләр ине. «Шабра» тигән һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, рустар ҙа, башҡорттар ҙа күршеләрен «шабра» тип йөрөттөләр. Рус ҡатындары ла, ирҙәре лә башҡорт һүҙҙәре ҡушҡылап ебәрәләр йәки башҡорттарҙың руссалап һөйләшеүенә оҡшатып аралашалар ине. Мин быны аҙаҡ аңланым. Юғиһә, күрше Полина апай: «Мархаба апай, ты не серчай инде, минэ әпәт мунса тапит нада», — тип килеп инһә, был апай үҙе мәрйә, ни эшләп русса шулай насар һойләшә икән, тип аптырай торғайным. Яҙыусы Николай Задорновтың «Могусюмка и Гурьяныч» әҫәрен уҡығас, тап Иҫәнғол халҡының үҙ-ара аралашыуына оҡшаттым. Унда рус менән башҡорт дуҫлығы бик матур тәбиғи һүрәтләнгән. Бынан тыш, знакумдар була торғайны. Улар — атайымдарҙың Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ баҙарына барған саҡта ҡунып китә торған таныштары. Знакумдар үҙҙәре лә килгән саҡта йоҡлап китерҙәр ине. Был знакумдар башҡортсараҡ һупалап, башҡорттар менән русса әүеш-тәүеш итеп, хатта бергәләшеп йырлашып та ултыра торғайнылар. Атайым мандолинала башҡорт көйҙәре уйнап, знакумдарҙың тыпырлата баҫып бейеп йөрөгәндәре күҙ алдымда. Шуға улар үҙҙәрен тиң милләттәр һанап, береһен икенсеһенән өҫтөн ҡуймайҙар ҙа ине.

Ә кем тарафынандыр бер милләтте юғары күтәреп, башҡаларын кәмһетеү сәйәсәте алып барылды. Һәм был фекер фәндең дә, тормоштоң да бөтөн өлкәләренә лә үтеп инде. Әйтәйек, азатлыҡ хәрәкәттәрендә, илде һаҡлау өсөн барған һуғыштарҙа фәҡәт бер генә халыҡ батырлыҡ күрһәткән, башҡалар эйәреп кенә йөрөгән, тигән фекер һалынды. Меңәр йыллыҡ тарихы булған һәм илебеҙгә афәт янаған һәр һуғышта бер һүҙһеҙ ҡоралланып алдан ташланған халҡыбыҙҙың бер генә батырын күтәрҙеләр. Тиҫтәләрсә башҡа батырҙарыбыҙ, хатта 17-се быуат аҙағында Ҡырым һәм Аҙау (Азов) походтарындағы ҡаһарманлығы өсөн 1696 йылда Петр I вәриҫи тарханлыҡ ярлығы һәм алтын яҙыулы көмөш ҡынлы ҡылыс алған Алдар Иҫәнгилдин дә телгә алынмай ине. Руда ятҡылыҡтарын, нефть ятҡылығын үҙҙәре асып, үҙҙәре эшкәртеп файҙалана башлаған, үҙ аҡылдары менән дары яһау, металл иретеү оҫталығына өлгәшкән, нефть эшкәртеүҙе лә, тау промышленносын да фәнни нигеҙгә һалырға кәрәклеге хаҡында Бергколлегияға мөрәжәғәт итеп хаттар яҙған ғилемле башҡорттар хаҡында ла үҙәк нәшер иткән тарихтан беҙ бөтөнләй белмәнек. Булат ҡылысы эшләү ысулын уйлап сығарған башҡорттар хатта яһалма алмас яһау кимәленә килеп еткәндәр. Ә булат ҡойоу ысулдарын ҡайҙан ғына эҙләмәнеләр ҙә, авторлыҡты кемдәргә генә ҡайтарып ҡалдырманылар. Башҡорттарҙың булат яһау ысулын Златоуст ҡалаһы инженеры Амосов асҡан һәм булатты башҡорттар яһаған, тип иҫбат итә. Ул булат ҡылыстың углеродтың билдәле бер температурала иретелеп, яңынан һыуытылғандан һуң барлыҡҡа килгәнен асыҡлаған. Башҡорт ғилеме хаҡында факттар бик күп. Беҙ «Тормош һабаҡтары»нда байтаҡ мәғлүмәттәргә туҡталдыҡ. Боронғо башҡорттарҙың да, башҡа күп халыҡтарҙың да ғилеме хаҡында бер кем дә белмәй. Киреһенсә, хатта яҙмабыҙҙың да булмауы хаҡында һүҙ ҡуйыртыу барҙы. Әйтәйек, башҡорт рун тамғалары, унан һуң ғәрәп хәрефтәре менән яҙған һәм уҡый белгән икән, ни өсөн кириллицаны белмәгәнгә генә наҙан тип аталырға тейеш? Башҡорт ғүмер буйы үҙ малын үҙ ысулдары менән дауалаған, үҙ хужалығын үҙе яйға һалған, кешеләрҙе лә үҙе дауалаған, үләндәрҙе бик яҡшы белгән, уҡымышлы кешеләре үлән менән дә, металл, ҡиммәтле таштар менән дә, өшкөрөп тә — психотерапия алымы һәм башҡалар менән дауалаған. Ҡиммәтле таштарҙың, металдың дауалау көсөнә эйә икәнлеген әле яңы-яңы аса башланылар, ә башҡорттар уны борон-борондан дауалау сараһы итеп файҙаланған. Йәшен ҡайтарғыстары ла булған. Хатта тирмә эсенә йылан һәм башҡа бөжәктәр инмәҫлек ысулды ла уйлап тапҡандар. Былар, ғилми термин менән аталып, өйрәнелеп, донъя кимәленә сығарылмаған икән, ни өсөн халыҡ наҙан булырға тейеш? Музыка, музыка ҡоралдары, яу алымдары, аш-һыу, туҡланыу гигиенаһы, йылҡысылыҡ серҙәре һәм башҡаларҙы бөтә донъя халҡы өсөн өлгө булырлыҡ кимәлгә еткерерлек ғалимдарыбыҙ ғына кәрәк. Бик күп өлкәләрҙәге, әйтәйек, халыҡ медицинаһындағы дауалау ысулдарын, «наҙанлыҡтан килеп сыҡҡан», тип түгел, ә ғилем булыу яғынан өйрәнеү фарыз. Ижадыбыҙҙа күпме ғилем йәшеренгән! Ҡаҙаҡ академигы К. И. Сатпаевтың «Урал батыр» эпосы тураһында әйткән фекерен килтереп китеү ҙә урынлы булыр. «Башҡорт легендаһында, Урал батыр үҙ ирке менән үлемһеҙлектән баш тартҡандан һуң уның һөйәктәре аҫыл хазиналарға һәм алтынға, ә ҡаны ер майына — нефткә әйләнә, тиелә. Был, ерҙең үҙе кеүек үк, бик боронғо легенда. Башҡорт халҡы уны күп быуаттар элек, фән нефтте Көньяҡ Урал тирәһендә асҡанға тиклем үк, ижад иткән. Ошонан һуң фольклор әҫәрҙәрендә халыҡ аҡылы һәм халыҡтың тормош ысынбарлығы хаҡында ҡарашы ятҡанлығын кем кире ҡағыр!» Ошо уҡ бөйөк эпоста хәҙерге тауҙар урынында борон диңгеҙ булыуы хаҡында ла әйтелгән. Эпос ижад ителгәндән һуң быуаттар үткәс, Урта Азия энциклопедистары Әбүғалисина менән Бируни әйткән.

Халҡыбыҙҙың аҙ һанлы булыуы кәмселектән түгел, ә тарихи шарттарҙан килеп сыҡҡан. Күренекле кешеләренең телгә алынмауы улар булмағанлыҡтан түгел, булғандарын иҫәпкә алмауҙан, халыҡтың «ысынлап та наҙан икәнлеген, фәҡәт ниндәйҙер «бөйөк» милләт арҡаһында ғына белемле була башлауыбыҙҙы» һыҙыҡ өҫтөнә алыу маҡсатынан эшләнгән.

Ошондай ышандырыуҙар, аңға һеңдерергә тырышыуҙар барҙы, һәм ышандырҙылар ҙа. Һүҙ иҫ китмәле көскә эйә, тинек.

Халҡыңдың яҙмаһы юҡ, халҡың наҙан, туған телегеҙ менән ауылдан башҡа ҡайҙа бараһығыҙ, ҡатнаш ғаиләнән вундеркиндтар тыуа, ҡатнаш ғаилә — ул интернационалистик тойғо сағылышы, тигән фекерҙәр көнө-төнө матбуғат биттәрендә баҫылып, радио аша яңғырап торғас, бик күптәр ошо фекерҙең ҡолона әйләнде. Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәктәренә иғтибар бирмәй, фәҡәт бер нисә районды ғына хәстәрләп, ә иғтибарҙан ситтә ҡалған төбәк кешеләрен ялҡаулыҡта ғәйепләп һүҙ таратылды. Ышандырҙылар. Халыҡ үҙ рухын үҙе һындыра башланы. Колхоздар, совхоздар, сиҙәм ер эшкәртеүҙәр, ҡайҙалыр яҡшы тормош барлығы хаҡында уйҙырмалар таратылды... Былар барыһы ла халҡыбыҙҙы тарҡатты, таратты. Сөнки башҡорт халҡын туплап тороусы төп факторҙарҙың береһе — тыуған ер. Шуның өсөн дә тыуған ер тураһында сығарылған ҡобайырҙар, йырҙар иҫ китмәле күп һәм күңелдәрҙе тетрәндергес. Йыр арнап сығарылмаған берәй йылға, төбәк, тау, артылыштар бармы икән башҡорт йәшәгән төйәктә?! Тыуған төйәк тураһында йырҙары менән иленән айырылып китмәҫлек һөйөү тәрбиәләгән ул халыҡ аҡылы.

Әммә һүҙ көсө арҡаһында халыҡ аңына шундай көслө тәьҫир яһалды — бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың яртыһы тиклеме Башҡортостандан ситтә йәшәй. Үҙ төбәктәрендә эш шарты насар булғанлыҡтан, ауылдары бөтөрөлгәнлектән, йыл һайын сит яҡтарға меңәрләгән кеше ағылды. «Кубанские казаки» фильмында күрһәтелгән рәхәт һәм мул тормошло төбәктәргә, «өйләнешкәс тә яңы фатир бирелә торған» сиҙәм ерҙәргә юл алынды.

Башҡортостанға исем биреүсе, уның дәүләтселеген тотоп килеүсе башҡорт халҡын сит яҡтарға таратыу саралары төрлөсә барҙы. Сеймалға бай бынамын тигән райондарында промышленность предприятиелары төҙөлмәне, фәҡәт сеймал сығанағына әүерелдерелде. Хатта мал аҫырау менән шөғөлләнгән колхоз-совхоз ерҙәрендә лә ит быҡтырыу цехтары төҙөлмәне, һыйыр малдарын «ер аяғы-ер башына» тереләй алып китә торғайнылар. Ғалимдарҙың асыҡлауынса, Башҡортостандың Урал һәм төньяҡ-көнсығыш региондарында — территорияның утыҙ алты ярым процентын биләгән төбәгендә — халыҡтың ун дүрт кенә проценты йәшәй, сөнки промышленность потенциалының алты ғына проценты тупланған. Шуның өсөн етмешенсе-туҡһанынсы йылдарҙа был райондарҙан ике йөҙ меңдән ашыу кеше ситкә сығып киткән. (Мәғлүмәттәр Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының стенографик отчетынан алынды. — М. Б.) Иҡтисади һәм социаль үҫештең, етештереү көстәренең аңлы рәүештә ғәҙел урынлаштырылмауының һөҙөмтәһе — халыҡтың артта ҡалыуы, насар йәшәүе. Хатта үҙ ерендә сығарылған сеймалдан да үҙе файҙалана алмай ине халыҡ.

Белорет районының Йөйәк ауылында йәшәгән саҡта, барыһы ла йорт яңыртырға тотона башлағайны. Элекке йорттары бәләкәй генә булған, улары мал өйө итеп ҡалдырыла ине.

— Урман өҫтөгөҙгә ауып тора, ни эшләп йорттарҙы баштан уҡ ҙур итеп һалманығыҙ? — тип һорашам.

— Рөхсәт итмәнеләр. Урмансы итеп ситтән берәйһен алып килеп ҡуя инеләр. Уныһы иҫәпләп, наҡыҫ ҡына, насарын ғына, йөрөүгә уңайһыҙ яҡтан бирә ағасты, саҡ ҡына артығыраҡ ауҙарһаң, ҡутарғансы килтереп штраф һала... Ә яҡшы бүрәнәләрҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән ситкә ебәреү өсөн ҡырҡабыҙ... Шулай, ғүмер буйы тимерсе бысаҡҡа йәлсемәне. Яңы-яңы үҙ егеттәребеҙ урмансы итеп билдәләнә башланы.

Бына бит нисек булған!

Бер ваҡыт урман яҡтарынан командировканан ҡайтып килгән Илеш егете аптырап та, әсенеп тә һөйләгәйне: «Беҙҙең яҡта булғанығыҙ бармы? Йорттарҙы нисек төҙөйҙәр беҙҙә! Күтәрелеп ҡарағанда, бүрегең төшөп китер! Әле бына Белорет-Шишмә тимер юлы һалынған яҡтарҙа булып ҡайттым. Ни эшләп шулай ялҡау ул башҡорттар? Урман бит емерелеп тора. Ә өйҙәре тауыҡ кетәгендәй генә», — тип иҫе киткәйне.

Һәр беребеҙ үҙ яҙмышыбыҙға үҙебеҙ хужа булмаһаҡ, бөгөнгөбөҙҙө киләсәк мәнфәғәтенән сығып ҡормаһаҡ, суверенлы республикабыҙҙың өлкәгә әйләнеүе бына ғына тора.

Ә өлкәнең башҡорт өсөн ни икәнен бөгөнгө көндә Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Пермь, Һарт өлкәләрендә йәшәгән башҡорттар бик яҡшы белә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшәгән өлкәләрҙә етәксе урында ла, депутаттар араһында ла бер генә башҡорттоң да булмауы хаҡында әсенеп сығыш яһанылар. Хатта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләре администрация башлыҡтарына мөрәжәғәтендә лә «был хәлгә иғтибар итергә һәм башҡорт милләте вәкилдәрен етәксе органдарға әүҙемерәк ылыҡтырырға» тип телгә алынды. Был мөрәжәғәт 1995 йылдың 2 июнендә ҡабул ителгәйне. Администрация башлыҡтары был мөрәжәғәтте дәррәү үтәргә тотондолармы икән? Бер генә үҙгәреш тә юҡ. Шөкөр, башҡа өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе ҡурсалап мөрәжәғәттәр, хаттар яҙырға, телефондан шылтыратырға, ниҙер талап итергә, дәғүәләргә, килешеүҙәр төҙөргә Башҡортостаныбыҙ бар.

* * *

60 — 70-се йылдарҙа «перспективаһыҙ ауылдар» тигән термин аҫтында ауылдар күсерелә, эреләтелә башланы. Был сара ла, имеш, халыҡ мәнфәғәтендә башҡарылды. Аңға шулай һеңдереп маташтылар: балалар ҙур мәктәптәрҙә белем аласаҡ, ҙур коллективта тәрбиәләнәсәк, ауылдарҙа уңайлыҡтар булдырыу өсөн дә эреләтелгән хужалыҡтар ҡулайлыраҡ һәм башҡалар. Ә бындай «хәстәрлек» Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш райондарында, бигерәк тә Күгәрсен, Көйөргәҙе (Күмертау), Мәләүез, Ишембай райондарында, әүҙем алып барылды. Партияның Башҡортостан Өлкә комитетының элекке беренсе секретары Зыя Нуриевтың иҫтәлектәрендә яҙылғанса, беҙҙең республикабыҙҙа был сәйәсәтте мөмкин тиклем таратмаҫҡа тырышҡандар. Мин «перспективаһыҙ» ауылдарҙы бөтөрөү кампанияһы ҡыҙыу барған саҡта «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләй инем һәм был мәсьәлә менән яҡшы танышмын. Республикабыҙҙың ҡайһы бер етәкселәре «ең һыҙғанып» тотондо был эшкә. («Башҡортостан» гәзитенең 1998 йылғы 231-се һанында баҫылған мәҡәләне һүҙмә-һүҙ килтерәм. — М. Б.)
«..Тап шул йылдарҙа барлыҡҡа килде ошо «перспективаһыҙ ауылдар» термины, — тип яҙа Зыя Нуриев. — Уның авторы — бөгөнгө иҡтисад академигы, үҙен бик ҙур белгес тип иҫәпләгән Татьяна Ивановка Заславская. Был профессиональ баш бутаусы ханым үҙенең халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән теорияһын Хрущевҡа нисектер һеңдереп, хатта уның советнигы булып китте. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, был академик яңынан ҡалҡып сыҡты һәм йәнә күптәрҙең аңын томаланы. Дөйөм алғанда, беҙҙең Башҡортостанда ул кампания киң таралманы. Мәскәүҙең баҫымына ҡаршы тора алдыҡ, төрлөсә хәйләләшеп, ауылдарҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Ауылдарҙы юҡҡа сығарыу беҙҙең халыҡ өсөн тамырҙарҙы юғалтыуға тиң икәнен оноторға ярамай. Заславская кеүек геройҙарҙы ла оноторға ярамайҙыр...»
Үкенес, республикабыҙҙа Заславская теорияһын тормошҡа ашырырға атлығып тороусылар, үҙҙәренең уҫал ниәттәре өсөн файҙаланыусылар байтаҡ ине.
...Йәй көндәре отпускыла Диҡҡәт менән бергә экспедицияға сыға торғайным. (Диҡҡәттең ҡан баҫымы даими юғары булды, шуға уның һаулығы, ғүмере өсөн һәр саҡ борсола инем. — М. Б.) Республика буйлап балаларҙы алып экспедицияларға йөрөгән саҡта, Заславскаяның аң бутауының халҡыбыҙ тамырына ни тиклем зыян иткәнлеген күреп йән әсей ине. Шул тиклем матур төбәктәге йәшәүгә, мал аҫырауға уңайлы ауылдар ҙа, оло юлға яҡын урынлашҡандары ла, һигеҙ йыллыҡ мәктәбе булғандары ла, тарихи әһәмиәтлеләре лә аяуһыҙ рәүештә тарҡатылды. Шул уҡ ваҡытта етәкселәр юҡ итергә теләмәгән бәләкәй генә ауылдар ҙа ҙур ҡолас алып үҫеп китте. 1976 йылда «Советская Башкирия» гәзитендә яҡын йылдарҙа республикала 3005 (һәр районға уртаса 50 — 60 ауыл тура килә! — М.Б.) ауылдың күсерелергә тейешлеге хаҡындағы мәҡәлә бөтөнләй аптыратты беҙҙе. Өҫтәүенә, Көйөргәҙе районына барһаҡ, заманында ике мәсетле Үрге Моталдың һуңғы кешеләре китеп бөткән. Беҙҙең «Холодный ключ» фермаһына килеүебеҙҙе ишетеп, Туғай Кинйәһе ауылынан Хәмитова Мәфтуха исемле апай килеп етте. «Өс герой биргән ауылыбыҙҙы юҡҡа сығаралар бит. Ярҙам итегеҙ әле», — тип үтенә. Диҡҡәт менән кәңәшләшеп, редакторыбыҙ Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилевкә индем. Үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләне әйттем. Гәзиттә сығыш яһарға рөхсәт һораным. Рәхмәт. Риза булды. 1979 йылдың 6 декабрендә минең «Бөгөнгөбөҙ һәм иртәгеһе көнөбөҙ хаҡына» тигән мәҡәләм донъя күрҙе.
Мәҡәләнән өҙөктәр килтерәм.
«...Перспективаһыҙ ауылдар» тигән сәйәсәт аҫтында ауылдарҙы эреләтәбеҙ тигән булып, беҙ кешенең йәшәүе өсөн иң әһәмиәтле шарттарҙың береһе булған йән аҙығы хаҡында онотабыҙ. Перспектив план төҙөгәндә экономик күҙлектән генә сығып эш итергә ярамай. Тарихи яҡтан әһәмиәтле, иҫтәлекле урындарға бай булған, күренекле кешеләр йәшәгән ауылдарҙы һаҡлап ҡалдырыу ҙа, беҙҙеңсә, маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Юғиһә киләсәк быуын алдында төҙәтә алмаҫлыҡ хата эшләүебеҙ ихтимал. Мәҫәлән, Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы бер нисә өйгә ҡалып бара. Ә ул ауыл урамдарында комсомолец шағир Сергей Чекмаревтың, Советтар Союзы Геройы Ҡотлоәхмәт Хәйбуллиндың эҙҙәре һаҡланған. Күренекле яҙыусыбыҙ Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәт ҡайҙа? Нисә өй ҡалды икән унда? Революцияға тиклем үк мәктәбе булған гөрләп торған ауыл булған бит ул. Халыҡ геройы Салауат Юлаевтың тыуған ауылын ун һигеҙенсе быуат аҙағында батша һалдаттары көл иткән. Быны балаларыбыҙ белә. Ә Пугачевтың көрәштәше, иң яҡын кәңәшсеһе Кинйә Арыҫлановтың исемен йөрөткән, алтмыш өйлөк сағында илебеҙгә өс герой биргән Кинйә ауылы ҡайҙа, тип һораһалар, балаларыбыҙға ни тип яуап бирербеҙ?
...Кешеләрҙең генә түгел, ауылдарҙың да биографиялары була. Яҡын көндәрҙә республикала 3005 перспективаһыҙ ауыл күсерелергә тейеш икән — аҙаҡ төҙәтә алмаҫлыҡ хатаға юл ҡуйылмаһын ине.
... Йәш быуынды тәрбиәләүҙә һәр ғаиләнең генә түгел, һәр ауылдың да үҙ традицияһы бар. Ә ул традицияларҙы ауылдары менән бергә емереп ташлау, юҡ итеү тәрбиә нигеҙен ҡаҡшатыу түгелме?
...Йәштәрҙе ауылдарға кире ҡайтарыу сәйәсәтенән алда уларҙы ебәрмәү яғын хәстәрләргә кәрәктер. Ә уның төп хикмәте, әйтеп үтеүебеҙсә, тыуған ергә, ауыл традицияларына һөйөү тәрбиәләүҙә.
...Республиканың социаль үҫеше буйынса комплекслы планын төҙөгәндә, ауылдарҙың киләсәген хәл иткәндә, был проблема бер яҡлы, дөйөм проект буйынса ғына хәл ителмәһен, уның биографияһы иҫәпкә алынһын ине».
Мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, ул саҡта Башҡорт АССР-ы Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Л. В. Хих-лухаға мөрәжәғәт иттем.
— Ауылдарҙы эреләтеү буйынса перспектив план төҙөгәндә, ауылдарҙың яҙмышын кем хәл итә?
— Беҙ планды халыҡ депутаттарының район Советтары башҡарма комитеттарының тәҡдиме нигеҙендә төҙөйбөҙ. Хәҙер был эшкә КПСС-тың район комитеттары ла йәлеп ителде. Тимәк, был мәсьәләне, нигеҙҙә, район етәкселәре хәл итә. Улар, һәр хәлдә, үҙ райондарының патриоты булырға, ниндәй ауылдарҙы күсерергә кәрәклеген ентекләп тикшерергә тейештәр, — тине Л. В. Хихлуха.
Мин телгә алынған райондарҙың етәкселәре исеменә мәҡәләмде ебәрҙем. Бер аҙҙан яуаптар ҙа килде.
Халыҡ депутаттарының Күгәрсен район Советы башҡарма комитеты рәйесе М. Шәриповтан ошондай яуап килде:
«Туйөмбәт ауылы Октябрь совхозы территорияһында. Хәҙерге көндә унда утыҙ туғыҙ өй бар, йөҙ утыҙ ике кеше йәшәй, ауылда башланғыс мәктәп эшләй, магазин, биш йөҙ баш һыйыр малына иҫәпләнгән ферма бар. Райондың гене-ральный планы буйынса Туйөмбәт перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә ингән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡты яҡын йылдарҙа ғына күсереү күҙҙә тотолмай».
Халыҡ депутаттарының Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе Р. Әбдрәшитов иптәштең яуабы:
«Икенсе Кинйә ауылы перспективаһыҙ. Унда егерме ете өйҙә туҡһан бер генә кеше йәшәй, яртыһынан күберәге пенсионер».
Ошо яуаптар нигеҙендә тағы бер мәҡәлә яҙҙым («Совет Башҡортостаны», 17.02.80. — М. Б.) һәм Зәйнәб Биишева апай менән бергә Аҡназаровҡа индек. Ул беҙҙе ихлас тыңланы. Мәҡәләне ҡалдырып китеүебеҙҙе һораны, уның бик ваҡытлы яҙылғанлығын, телгә алынған ауылдарға ҡарата битараф ҡалмаясағын әйтте. (3. Аҡназаров үҙенең иҫтәлектәрендә Кинйә ауылын һаҡлап алып ҡалыуҙы иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тип билдәләй. — М. Б.) Һәм, ысынлап та, боҙ ҡуҙғалды. Мин бындай шатлыҡлы хәбәрҙе Хәмитова Мәфтуха апайҙың рәхмәт хатынан белдем. «Рәхмәт, Мәрйәм һылыу. Рәхмәт, Диҡҡәт ҡусты. Мең рәхмәт. Алып ҡалдығыҙ бит Кинйәбыҙҙы (ауыл халҡы Кинйә ауылын шулай тип йөрөтә. — М. Б.) үлемдән. Бына уның туғайында үҫкән сәскәләрҙе һалам. Беҙҙең ҡыуанысыбыҙ тип ҡабул итегеҙ. Яңыраҡ Аҡназаров унлаған министры менән килеп китте. Хатта зыяратҡа ла барып ҡаранылар. Өйҙәргә инеп сыҡтылар. Өлкәндәр менән һөйләштеләр. Илле өй һалдырабыҙ ауылығыҙға, ситкә киткәндәр ҡайтһындар, балаларығыҙға яҙығыҙ, тине, рәхмәт төшкөрө. Әбдрәшитов та килгән булған эйәреп, янынан китмәй».
Беҙ Зәйнәб Биишева апай менән 1980 йылдың март айында ингәйнек Зекериә ағай янына, май айында ул Кинйәбыҙҙа булған. Ауылға бер ҡатлы илле йорт, ике ҡатлы мәктәп, юл һәм башҡа объекттар төҙөтөү өсөн бик күп аҡса бүлдерткән. Ә Әбдрәшитов ауылды һаҡлап алып ҡалыуҙа хатта Зекериә Аҡназаровтың да ролен инҡар итеп маташты. «Ауылды Аҡназаров түгел, ә район Советы ҡарары менән алып ҡалдыҡ», — тип мәҡәлә яҙып сыҡты «Йәшлек» гәзитендә. Ә беҙгә рәхмәте шул булды: «Бураҡаеваның ике аяғының береһен дә районға баҫтыртмайым. Беҙҙең районға ебәрмәгеҙ», — тип редакторға шылтыратҡан. Минең аяҡ баҫыу-баҫмауымды ул хәл итә алмай ине, әлбиттә, Диҡҡәттең тыуған яғына барып йөрөйбөҙ. Минең өсөн иң мөһиме — ауыл һаҡланып ҡалды.
Ауылдың ике йөҙ илле йыллығын билдәләгән саҡта ул ысын герой ролен «уйнаны».
Бер аҙҙан Күгәрсен районынан да шатлыҡлы хәбәр килде.
«Ауылдар үҫеше планын раҫлаған саҡта, Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылы перспектив ауылдар иҫәбенә индерелде», — тип яуап биргәйне район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары А. Степкин.
Шулай итеп, «Совет Башҡортостаны» ярҙамында күренекле яҙыусыбыҙҙың ауылы ла һаҡланып ҡалды.
Бер һорау тынғы бирмәй, сөнки аңлай алмайым һәм алмам да. Ауылдарҙы эреләтеүҙең дөрөҫ түгеллеген КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында ла аңлағандар, район етәкселәре лә аҙаҡ, тарихи ауылдарҙы алып ҡалғанлыҡтарын батырлыҡ тип баһалап, Герой булып иҫәпләнделәр, хатта маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдылар. Ни эшләп үҙ ваҡытында бер генә шылтыратыу йәки ҡултамға менән хәл итә алырлыҡ һәм аҙаҡ хаҡлы рәүештә маҡтанырлыҡ мәсьәләне хәл итмәй, киреһенсә, тотҡарлап, ҡаршы тороп, ул эште башлап йөрөүселәрҙе диссидентлыҡта ғәйепләп маташтылар һуң? Ни өсөн? Ниндәй маҡсат менән? Мин үҙ ғүмеремдә бындай байтаҡ хәл-ваҡиғаларҙы башымдан үткәрҙем, әммә аңлай алманым. Шул уҡ башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы астырыу мәсьәләһендә лә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын нәшер итә башлауҙа ла, башҡорт мәҡтәптәрен яптырмау, башҡорт кластары астырыу кеүек мәсьәләләрҙә лә... Ейәнсурала гимназия астырыу мәсьәләһендә ул йылдарҙа эшләгән РОНО мөдире теше-тырнағы менән ҡаршы торҙо. «Миңә артыҡ мәшәҡәт ҡәрәкмәй», — тине. Ул саҡтағы Халыҡ мәғарифы министры Рәфҡәт Тимербай улы Гардановтың ҡәтғи талабы ғына уны ризалашырға мәжбүр итте. Мәктәптәргә индерелгән «Тормош һабаҡтары» предметы буйынса ла республика гәзите биттәрендә бәхәсле мәҡәләләр баҫылып торҙо, махсус рәүештә «яллап» яҙҙырыусылар, хатта был предметты пландан алдыртыу буйынса «махсус йәшерен комиссия» туплаусылар ҙа булды. Әммә предметты шул тиклем яратып ҡабул иткән уҡыусылар, ҡайһы бер «әһелдәрҙән» айырмалы рәүештә, предметтың әһәмиәтен аңлаған уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр, күпселек ғалимдар, атап әйткәндә, Марат Ҡолшәрипов, Ирек Аҡманов, Әнүәр Әсфәндиәров, Мирас Иҙелбаевтар яҡлап алып ҡалды. Ошо урында бер ваҡиғаны телгә алыу урынлы ла, фәһемле лә булыр. Фәһемле, тип әйтеүем шул, — күп кенә кешеләр үҙҙәре белмәгән нәмә хаҡында кеше һүҙе аша фекер йөрөтәүсәндәр.
Ваҡиға. Бер ғалим менән осраштыҡ.
— Һуңғы баҫылған ғилми хеҙмәтең менән таныштым. Шәп хеҙмәт. Ана шундай мәғлүмәттәр менән уҡыусыларҙы мәктәп эскәмйәһенән үк таныштырыуға нисек ҡарайһың? Уҡыусылар үҙ халҡының рухи ҡиммәттәре хаҡында бәләкәйҙән хәбәрҙар булһа, ғорурлыҡ сифаты, үҙаң тәрбиәләнер ине, — тинем.
— Әлбиттә, яҡшы булыр ине. Тик уны ниндәй предмет аша уҡытып була һуң? Әҙәбиәт дәрестәренә индереп булмай...
— Ә һин «Тормош һабаҡтары» дәреслектәренә күҙ һалғаның бармы? Һинең был мәҡәләңде балалар күптән өйрәнә инде. Мәҡәләң гәзиттә сыҡҡас уҡ, алып индереп ебәрҙек. Ә һин теге комиссияғыҙ ултырышында беҙҙең предметты артыҡ йөк, уҡыусыларҙың башын бутау, тип сығыш яһағанһың. Тимәк, үҙеңә үҙең ҡаршы сыҡҡанһың.
— Ә ни эшләп унда береһе лә был хаҡта миңә әйтмәне?
— Ул «комиссияғыҙҙа» беҙҙең дәреслектәрҙе тотоп ҡараған, белгән, өйрәнгән һәм предметҡа ҡаршы булғандар түгел, ә авторҙарға ҡаршы кешеләр тупланғандыр, тип уйлайым. Сөнки ҡаршы сығыш яһаусы әһелдәрҙең барыһының да тиерлек хеҙмәттәре дәреслектә йә телгә алынды, йә тотош индерелде, — тинем дә ғалимға үҙ мәҡәләһе сыҡҡан дәреслекте тоттороп киттем. Бер аҙҙан дәреслектәребеҙ хаҡында ыңғай фекере менән уның мәҡәләһе гәзиттә баҫылып сыҡты. Үҙемде лә, урамда күреп, ҡулымды ҡыҫып:
— Һеҙ, авторҙар, башҡорт милләте алдында үҙ бурысығыҙҙы үтәнегеҙ. Дәреслекте төн йоҡламай бер тынала уҡып сыҡтым, — тип ҡотлап китте. Ғалим үҙенә тотторған бер генә дәреслек хаҡында шундай фекер әйтте. Ә беҙ бит 1 -се кластан башлап 10-сы класҡа тиклем яҙҙыҡ.
Телгә алып китеүемсә, гимназия кластары тәүҙә 1-се мәктәп нигеҙендә асылғайны. Ул саҡтағы мәктәп директоры (үҙе башҡорт, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. — М. Б.) мине педсоветта тикшереүгә ҡуйып: «Буракаева своим предметом проводит узконациональную политику», — тип сығыш яһағайны, тарих уҡытыусыһы, татар егете Ирек Сәмиғулла улы Мәсәғүтов яҡлап сыҡты: «Бөтөн милли мәктәптәрҙә лә һәр халыҡтың ошондай предметы уҡытылһа, бик яҡшы булыр ине», — тине ул. Шуныһы ҡыҙыҡ: уҡытыусылар кәңәшмәһенә директор уны ауырып ятҡан еренән, дауахананан үҙ машинаһында алып килә. Йәнәһе, татар милләте вәкиле Бураҡаеваны тәнҡитләп сығыш яһар. Киреһенсә булып сыҡты.
Демократик үҙгәрештәр байтаҡ аңлашылмаған һорауҙарға күҙҙе асты һәм халҡыбыҙҙың «ялҡаулығы», «эш белмәүе» һәм башҡа шундай күп кенә кире сифаттары яһалма барлыҡҡа килтерелеп, халыҡ зиһененә һеңдерелә барғанлығы асыҡланды. Йылдар буйы бөтөн иғтибар, матди ярҙам, хатта химик ашламаларға тиклем республикабыҙҙың бер нисә районы ғына мул тәьмин ителгән. Юлдар һәйбәт, газ үткәрелгән, мәктәптәр, дауаханалар яңы булғас, белгестәр ҙә ул яҡтарға күпләп китә, башҡорт ҡыҙҙары ла ул яҡ егеттәрен иш итә. Ә Урал аръяғы райондары үгәйһетелеү арҡаһында «башҡорт ялҡау, йәшәй белмәй» тигән фекер таратыла. Бөгөн иһә был ауырыуҙан ҡотолорға кәрәк, үҙебеҙҙәге эшсәнлекте, татыулыҡты кире ҡайтарыу зарур. Ҡаныбыҙҙа бар, һаҡлана һәм уяныу көтә беҙҙең бындай матур сифаттар. Тик быны һәр башҡорттоң үҙенең аңлауы, үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүе, яһалма рәүештә ҡаҡшатылған рухын яңыртыуы һәм эске донъяһына үҙгәреш индереүе кәрәк.
Ә бөгөнгө көндә башҡорт ауылдарында барған төҙөлөштәргә күҙ һалығыҙ әле! Аҙ ғына мөмкинлек булыу менән, зиһенендәге эшсәнлек, әүҙемлек, егәрлелек, зауыҡ уянып китте! Тимәк, осҡон һүнмәгән, рух һындырылмаған. Башҡорт тураһындағы кире фекерҙәр аңды үҙгәртә алмаған.
Әгәр тәрбиәгә зарланып, кемделер ғәйепләп йәки үткәндәрҙе генә уйлап ҡайғырып ултырабыҙ икән, ер йөҙөнән юҡ булыуыбыҙ ҙа ихтимал. Кеше булараҡ ҡына түгел, ә халыҡ булараҡ та. Ә халыҡ булараҡ юҡ булһаҡ, кеше булып йәшәүҙең йәме, ғәме булырмы? Кеше күңеленең һыйыныр төйәге булырға тейеш. Ә кеше күңеле халҡы йәненә һыйына.
Бөгөнгө көндә үткәнебеҙ ҡанлы, тип туҡтауһыҙ илау йәки, үткәнебеҙ данлы, үткәнебеҙ шанлы, тип үткәндәргә мәҙхиә йырлау арҡаһында йәштәребеҙҙең ҡайһы берҙәре башҡорт-лоҡтан биҙә. «Хәҙер юҡ ул элекке башҡорттар. Башҡорт тигән исем генә ҡалған. Ысын башҡорттарҙы ихтилал һайын ҡырғандар. Ике йөҙ йыл буйы азатлыҡ өсөн көрәш барышында, Салауат Юлаев ихтилалында, француздарға ҡаршы егерме туғыҙ полк төҙөп яуға күтәрелгәндә юҡ ителгәндәр, граждандар һуғышында аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да ҡырылғандар, утыҙ етенсе йылда бесән сапҡандай сабып алғандар таланттарҙы, Бөйөк Ватан һуғышында дивизия яугирҙары «пушка ите»нә әйләнгән. Ошонан һуң мандый алмаған башҡорттар. Хәҙер тамыры һулыған тал сыбыҡтай бәүелеп-бәүелеп ҡороп барабыҙ», — тиҙәр. Бөтә ул башҡорт, тигән төшөнкөлөккә биреләләр. "Канлы тарих тураһында туҡтауһыҙ һөйләү, киләсәккә бер ниндәй ҙә өмөт уятмау; тарихты һабаҡ өсөн өйрәнмәүҙең, бөгөнгө көрсөктән сығыу, ҡотолоу юлы күрһәтмәүҙең һөҙөмтәһе был. 2001 йылғы Зәки Вәлиди уҡыуҙарында ла ошо хаҡта уйлап ултырғайным. Тарихсылар ҙа, башҡа фән өлкәһендәге ғалимдар ҙа Вәлиди хаҡында шул тиклем һәйбәт һөйләнеләр. Тарих һөйләнеләр. Үҙҙәренән ике-өс тапҡырға кесерәк булған ул саҡтағы йәш Вәлидигә һоҡландылар. Ә бит бөгөнгө көн дә Вәлиди заманындағы кеүек үк ҡатмарлы. Бөгөнгө көн дә ниндәйҙер аңлатыу, сиселеш, ғалимдарҙың аныҡ һүҙен, өмөтлө йүнәлеш биреүен талап итә. Залда ғалимдарҙан өмөтлө һүҙ көтөп ултырыусы йәштәр байтаҡ ине. Әммә ғалимдарҙың, исмаһам, берәүһе булһа ла бөгөнгөбөҙ хаҡында һүҙ әйтһә! Бөгөнгө көндә тап әлеге заман менән сағыштырып, артабан ни эшләргә тейешлегебеҙгә йүнәлеш бирерлек сығыштар кәрәк ине. «Ҡайҙа Вәлидиҙәр? Ҡайҙа Бабичтар?» тигән һорау тыуҙы ихтыярһыҙҙан. Киләсәкте күрә белгән, өмөт һала алған, үҙ артынан эйәртә алған шәхестәргә мохтажбыҙ. Тура юл күрһәтеүсе, аҡты ҡаранан айырып күрһәтеүсе шағирҙар кәрәк. «Уяныр мәл етте» тип, халыҡтан һуң күҙ асыусы шағирҙарыбыҙҙа Бабич уяулығы етмәй.
Демократик үҙгәрештәр башланғас, «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе итеп һайлағайнылар. Рәйесе Рәшит Шәкүр булды. Аҙаҡ Рәшит Шәкүрҙе «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтенә директор итеп тәғәйенләнеләр, мин гимназия һәм асыҡ һауала этнографик музей асыу хыялы менән Ейәнсураға ҡайтып киттем. «Урал» үҙәгендә рәйес итеп Марат Ҡолшәрипов һайланды. Был йылдарҙа халыҡ үҙәге лә депутатлыҡҡа кандидат күрһәтеү хоҡуғына эйә ине. Мине Өфөгә саҡыртып алдылар ҙа, Татарстанда халыҡ ойошмаһы рәйесе депутат мандатына эйә, беҙ ҙә Ҡолшәриповты депутатлыҡҡа үткәрәйек, Ейәнсура районы, моғайын, үҙ яҡташын һайлар, ярҙам ит, тинеләр. Республикабыҙҙа башҡорттар һаны кәмегәндән-кәмей бара, ситкә китеүселәр арта, ситтән ҡайтыусылар араһында ла башҡорттар бик аҙ. Әммә юғарыла вазифалы урын биләүселәр халҡыбыҙ мәнфәғәтендә әллә ни «ҡыл ҡыбырлатмай», сөнки депутаттар араһында аҙсылыҡ тәшкил итәбеҙ, вазифалы урындарҙы башлыса паспорты буйынса ғына башҡорттар биләй. Демократик үҙгәрештәрҙән файҙаланып, һис юғы башҡорттар күпселек йәшәгән райондарҙан башҡорт милләтле һәм, иң мөһиме, рухлы егеттәребеҙҙе һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы депутатлыҡҡа үткәрәйек, тигән маҡсаттан сығып, ең һыҙғанып эш башланыҡ. «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге идараһы ағзаһы булараҡ, миңә Ейәнсура районында Марат Мәхмүт улы Ҡолшәриповтың ышаныслыһы булырға тигән яуаплы бурыс тапшырылды.
Шулай итеп, уйламағанда «һайлау» тигән сәйәси уйында ҡатнашырға тура килде. Был хаҡта ентекле яҙылыр әле. Әлегә туны ғына әйтеү маҡсатым: халыҡ алдында тос, ҡыҫҡа, үтемле сығыш яһау, үҙ фекерҙәремде ҡанатлы һүҙҙәр менән нығытып ҡуйыу өсөн шағир һүҙенә мохтаж инем. Мин бөгөнгө шағирҙарыбыҙҙың көнүҙәк темаһына яҙылған шиғырҙары булмағанлыҡтан, осрашыуҙар барған саҡта Бабич шиғырын файҙаландым. Халыҡ ауыҙ асып тыңлай торғайны.

Наши рекомендации