Йәйгегә футболка, носки тип ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ!

Бүлмәнең ишеген шартлата тибеп Даян килеп инде. Фәрит менән китап уҡып ултыра инек.

Эй, ботаниктар, китабығыҙҙы алып тороғоҙ мин булғанда! — Үҙе йоҙроҡтарын төйөп, әллә беҙҙе ҡурҡытырға теләп, ишеккә берҙе һуғып та алды. Барыбер йәш үҙенекен итә икән. Беҙҙән күпкә олораҡ булғас, көрәктәй ҡулдарын улға-һулға һелтәргә оҫта. Мәктәптә лә ауыл балалары менән йыш һуғышып китә. Һин ғәйепһеҙ булып та, һонтор ағай килеп танауыңды тиктомалдан ҡанға борхотоп китһә лә, уға "ҡуй" тип әйтеүсе юҡ. Әле лә Даяндың бүлмәбеҙгә килеп инеүе тиктомалдан түгел.

Кисәге директор кабинетында булғанда "Даянға әйтәйек. Бер аҙ саңдарын ҡағып алһын" тигәйнеләр бит.

Еҙ ниңә минән һорамай-нитмәй балыҡҡа барҙығыҙ? — Ирендәре ослайып, Даян миңә яҡынлашты.

Ин беҙҙең төркөмдөң тәрбиәсеһе түгелһең бит, — тинем.

Молчать! Ас ҡарғалар. Гел проблемалар һеҙҙән сыға. Һеҙҙең өсөн беләһегеҙме миңә нисек эләкте! Директорҙан шелтә алып тороуы ла рәхәт түгел. Етәр, күп шаштығыҙ! Балыҡ күрмәгәндәй ҡыланып... Мин дә һеҙҙе буш ҡалдырмам.

Шунан балыҡҡа барған өсөн ер ишелеп төшмәй бит. — Фәрит үҙенсә "башлыҡ" алдында аҡланырға тырышты.

Ин әле телләшәңме? Мә һиңә! — Фәриттең ҡолаҡ төбөнә шаҡ итеп ҡалды. — Шунан миңә боролдо ла. — Һиңә лә кәрәкме? Бына һиңә! — Йоҙроғон һелтәгәйне, саҡ эйелеп өлгөрҙөм.

Еҙҙең кеүек ҡарғаларҙы туҡмап, ҡулымды бысратҡы килмәй. Белеүемсә, һеҙ бик яҡын дуҫтар бит инде. Астан үлерҙәй булып, балыҡҡа ла бергә барғанһығыҙ. Детдомдың исемен юрамал һатып йөрөйһөгөҙ. Директор икегеҙҙең дә кәрәген бирергә ҡушҡайны. Ә мин ошолайтырға булдым. Бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә спортзалға төшәһегеҙ. Башҡа малайҙарҙы ла саҡырам, әйҙә, күрһендәр. Һеҙ бер-берегеҙҙе ҡанға батырғансы туҡмарға тейешһегеҙ. Ысын дуҫлығығыҙ шунда күренер. Кем дә кем еңелә, шуны үҙемә шестерка итеп алам. Ул минең кейемемде йыуасаҡ, бүтән йомоштарҙы үтәйәсәк, әйткән ергә йүгереп барасаҡ. Аңлашылдымы!?

Мин һуғышмайым, — тинем. Ниңә әле беҙ Даян ҡушты тип бер-беребебеҙҙе күрәләтә ҡанға батырырға тейеш!

Беҙ һуғышмаясаҡбыҙ. — Фәриттең дә һүҙҙәре минең әйткәнде ҡеүәтләне.

Тыңламай ғына ҡарағыҙ. Ул саҡта барлыҡ детдом малайҙары һеҙҙе типкеләйәсәк. Шунан икегеҙ ҙә минең ҡолдарым булаһығыҙ инде.

Туҡмалһаҡ — туҡмалырбыҙ, тик шестерка булмаясаҡбыҙ, — быны әйтмәй булдыра алманым.

Даян нимә тиергә лә белмәй торғас:

— Үҙ һүҙле булып сыҡтығыҙ. Әле минең менән ҡаршылашҡандары осрамағайны. — Башын тырнап, уйланып алғас:

Ярай, улайһа ҡотолоуҙың икенсе юлы ла бар. Минең кәнфит яратҡанымды беләһегеҙҙер. Әгәр һуғышырға теләмәһәгеҙ, миңә кәнфит алып килегеҙ. Ҡайҙан табырға икәнен әйтәйемме? Ана, ауыл уртаһында баҙар бар. Шунда икәүләшеп барығыҙ ҙа, берәй килоһын сәлдерегеҙ. Бының өсөн һеҙгә теймәйәсәкмен. Башҡа төрлө эш тә ҡушмам. Килештекме?

Яуап булманы.

Ярай, уйлағыҙ. Һеҙгә һайларға ирек бирәм. Тәүгеһе, икегеҙ ҙә туҡмалып, шунан минең иҙән һөртөүсе сепрәктәрем булаһығыҙ. Икенсеһе иһә, кәнфит урлайһығыҙ ҙа, минән ярлыҡау алаһығыҙ. Кискә тиклем ваҡыт бирәм. — Ялбыр сәсле, һонтор кәүҙәле Даян ишекте шапылдата ябып сығып та китте.

Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Оҙаҡ шым ултырғандан һуң Фәрит һүҙ башланы.

Ильяс, шунан нимә эшләйбеҙ?

Лләсе.

Урлашып йөрөү насар һымаҡ бит ул.

Эйе. Әгәр әсәйем күктән ошоно күреп торһа, нимә тиер! Улым исемемде һатып йөрөй тип ғәрләнерме икән? Һуғышҡы ла килмәй бит, Фәрит. Дуҫтар бер-береһен ҡанға батырырға тейеш түгел.

Яман шашына ошо Даян. Үҙ башына булһа ярар ине! Берәй заман үҙен типкеләп китһәләр ине. Мәйтәм, Ильяс, әллә баҙар яғына барып урайыҡмы?

Урлашырға тиһеңме?

Юҡсы. Барып ҡарайыҡ әле. Бәлки, берәй нәмә уйға килер.

Класташыбыҙға барып килергә кәрәк тип тәрбиәсенән һораныҡ та, ауылдағы баҙарға һыпырттыҡ. Ундағы барлыҡ тәм-томдарға ҡыҙығып, әллә нисә тапҡыр урап сыҡтыҡ.

Һатыусылар беҙҙе күргәс тә:

Малайҙар, һеҙгә нимә кәрәк? — тип һорай.

Кәнфит. Тик аҡсабыҙ ғына юҡ шул, — тигән булабыҙ.

Буштың атаһы үлгән! — Ауыҙын йырып, шарҡылдашып көлөп ҡала ҡайһы берҙәре. Шул саҡ күңелгә бик ауыр булып китә.

Фәрит, мин ҙурайғас, һатыусы булам. Күпме теләйһең, шунса кәнфит ашайһың, ивет. Һине лә һыйлармын әле...

Дуҫым быны ишетеп, шунда уҡ шиғыр сығарып, һамаҡлап ҡуйҙы:

— Тра-та-та, тра-та-та,

Ильяс кәнфит ярата.

Үҫкәс һатыусы булыр,

Кеҫә аҡсаға тулыр.

Шағир дуҫымдың һүҙҙәрен ишеткәс, ҡыуанып киттем. Шул саҡ, бер һатыусы апай, ҡул болғап беҙҙе саҡырып алды.

Баянан бирле ҡарап торам, нимәгәлер өмөт итеп йөрөйһөгөҙ. Минең эргәнән дә әллә күпме үттегеҙ. — Бер ҡатырға йәшниккә күрһәтеп. — Һеҙгә йомошом бар ине. Бына ошоларҙы иҫке клуб артына сығарып яндыра алмаҫһығыҙмы? Буш итмәм.

Наши рекомендации